«Яуҙа һуғышсы һаҙағын арҡаһынан күкрәгенә күсереп ҡуя, ике уҡты тешенә ҡыҫтырып, тағы икеһен йәйәгә һалып, йәшен тиҙлегендә бер-бер артлы атып ебәрә; һөжүм ваҡытында атына эйелә һәм әсе итеп ҡысҡырып, һайт-һайтлап, дошманына ҡыйыу ташлана һәм дүрт уҡ атҡандан һуң һөңгө менән сәнсә», – тип яҙа тикшеренеүселәр.
«Башҡорт яугирҙары офицер билдәһен аңлатҡан бәләкәй флагтар менән биҙәлгән оҙон һөңгөләр, ҡылыс, йәйә, егерме биш уҡ һалынған ҡалъян менән ҡоралланған. Уларҙың йәйәһе, азиаттарҙыҡына хас булғанса, бик ҙур түгел, күп осраҡта йүнләп эшкәртелмәгән дә була. Уҡ башаҡтарында ҡауырһындар әҙ генә ҡуйыла. Шулай ҙа улар бик мәргән ата», – тип яҙа француз рәссамы Жюль Бретон.
Офицер Э. Рюппелдең хәтирәләре лә һаҡланған. Ул, 1812 йылдың көҙөндә француз армияһына яҡынлашҡан башҡорт полктарын күреп, башҡорттарҙы: «Улар казак һөңгөләре, йәйәле-уҡлы ҙур күн һаҙаҡтар, шулай уҡ бәләкәй ҡылыс менән ҡоралланған ине», – тип һүрәтләй.