Порт-Артур хәрби-диңгеҙ порты ғына түгел, ҡеүәтле ҡоро ер ҡәлғәһе лә була. Унда таш ҡоролмаларҙан торған өс сик һағы ҡалҡып тора. Порт-Артурҙы һаҡлау бурысы Квантунск нығытылған районы начальнигы генерал А. М. Стесселгә йөкмәтелә.
Ат ебәрҙем ҡурпыға, Ҡурпы башы ҡырҡырға. Дошман һигеҙ, беҙ өсәүбеҙ, Ниңә унан ҡурҡырға? Ай-һай, Порт-Артур, Була торғайның матур!
Порт-Артурҙың ҡалаһы, Кирбес менән таш ҡына. Порт-Артурҙың урамында Кәүҙә менән баш ҡына. Ай-һай, Порт-Артур, Була торғайның матур!
Шулай уҡ Ғата Сөләймәновтың 1939 йылғы «Халыҡ йырҙары тарихы» ҡулъяҙмаһында Учалы районы Сораман ауылында йәшәгән Иҙрис Шәриповтан яҙып алынған «Япун Порт-Артур» варианты бар.