Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
ПИТРАВКА
СЫУАШТАРҘЫҢ ЙОЛА БАЙРАМЫ
Питрау (йәки икенсе төрлө ‒ Питравка) ‒ йәштәр уйындары һәм әйлән-бәйләненең яҙғы-йәйге байрамы. Уны сыуаштар 29 июнь (12 июль) Изге Петр һәм Павел хөрмәтенә билдәләй.

Сыуаштар инде оҙаҡ быуаттар дауамында ултыраҡ тормош алып бара. Ер һөрөүсенең календары һәр ваҡыт ҡояш торошо һәм ул билдәләгән осор менән бәйле булған.

Һуңғы быуаттарҙа сыуаштарҙың байрамдарында православие сағылыш тапҡан. Сыуаштарҙың календарь байрамдары астрономик йылдың төп һынылыш осорона ‒ ҡышҡы һәм йәйге ҡояш боролошона, көҙгө һәм яҙғы ҡояш торошона тура килтерелә.

Питравка байрамы боронғо йолалар менән һуғарылған. Йәй уртаһы үткән, болондарҙағы бесәнлектәр өлгөргән, ә баҫыу эштәре тамамланған мәлдә үтә ул.

Йыш ҡына был көн ҡоро һәм эҫе тора. Питрау көнөндә бесән сабыуҙың иң башы һәм шул уҡ ваҡытта бәшмәк йыйыу осоро ла етә.
Был байрамды Уявтан (Уяв ‒ сәсеү эштәре тамамланыу байрамы) башланған һуңғы әйлән-бәйлән көнө тип атарға мөмкин.

Өҫкө сыуаштар Уявты Манкун (Пасха) менән Эҫем (Троица) араһында үткәрә.

Уяв ваҡытында йәштәр кискеһен туғайҙа йыйыла һәм бейеү, уйындар менән әйлән-бәйлән ойоштора. XIX быуат аҙағына үрге сыуаштарҙа миҙгелле йәштәр әйлән-бәйләне юҡҡа сыға башланы.

Урта түбәнге сыуаштар Уявта ғәҙәттә ҙур ырыу-ара уйындары уҙғарған.

Түбәнге сыуаштар Симек көнөндә Уявты башлаған һәм Питрау көнөнә тиклем байрам иткән.

Билдәле бер көндө сыуаштар йәшәгән иң ҙур ауылдарҙың береһенә тирә-яҡтан йәштәр йыйыла. Һәр ауыл эргәһендәге болонда, сауҡалыҡ янында йәки урман аҡланында йәштәргә “ваиа", “пуха", “тапа" тип йөрөтөлгән йыйылыштарҙы уҙғарыу өсөн даими урын булдырыла.

“Ваиа" көнөндә музыканттар өсөн эскәмйә ҡуйыла. Урманһыҙ урындарҙа эскәмйә янына бер нисә яңы ағас ҡаҙып ултыртып, уларҙы төрлө төҫтәге таҫмалар менән биҙәгәндәр. Төшкә табан был урынға йәштәр йыйыла башлай.

Тәм-том, ваҡ-төйәк, уйынсыҡтар һатыусылар ҙа килә.
Көнө буйы майҙансыҡта музыка уйнай.

Бар тирә-яҡтан йыйылған музыканттар сиратлап уйнай. Бер үк ваҡытта бер нисә скрипкасы, гармунсы, барабансы ла сығыш яһай.

Был ҙур оркестр тирәләй йәштәр туплана, улар ағас һыҙғыртҡыстарҙа, металл һәм балсыҡ һыҙғыртҡыстарҙа, металл өсмөйөштәрҙә моңло көйҙәр уйнай. Ҡыҙҙар оркестрҙың ике яғында ла ярым түңәрәк сәхнә ҡора. Түңәрәктең көнсығыш секторы асыҡ ҡала. Үҙәк өлөшөндә һәр саҡ егеттәр бейей, ҡыҙҙарҙы бейеүгә сиратлап саҡыралар.
Йәштәрҙең икенсе яртыһы бер аҙ ситтәрәк әйлән-бәйлән уйнай. Ҡайһы ваҡыт һәр ауылдың вәкилдәре үҙ түңәрәген ҡороп, икенсе ауыл менән йырлау, бейеү йәһәтенән оҫталыҡта ярышҡан. Йәштәрҙең бындай йыйыны йылына бер тапҡыр ғына үткәрелә һәм һуңыраҡ ул мәхәллә сиркәүенең байрамдарына тура килтерелә, ҡайһы бер урындарҙа улар Аҡатуйға ҡушыла.


Өлкәндәр был ваҡытта ер һаҡлау йолаһын башҡарған һәм ваҡытлыса бар эшен дә ҡуйып торған. Йәштәр «мәрхүмдәрҙе оҙатҡандан һуң» әйлән-бәйлән уйнай башлай.

Троица көнөндә егеттәр һәм ҡыҙҙар, һәр урам төркөмдәргә йыйылып, үҙ йырҙарын йырлай-йырлай, ауылдың үҙәк майҙанына йүнәлә. Артабан йәштәр урманға бара.
"Питравка — сыуаштарҙың йола байрамы" фильмынан өҙөк
"Питравка — сыуаштарҙың йола байрамы" фильмынан өҙөк
Урманда ҡыҙҙар йырлай, сәскә йыя, сәскә бәйләмдәре үрә, ә егеттәр берәй ағас һайлай. Уның тирәләй әйлән-бәйлән уйнайҙар, сәскәләр һәм таҫмалар менән биҙәйҙәр. Һуңынан ағасты ҡырҡып, ауылға алып килеп, уйын һәм әйлән-бәйлән ойоштороу өсөн билдәләнгән махсус урынға ҡуялар. Ауылға барышлай ҡыҙҙар күҙ бәйләп күрәҙәлек ҡыла. Йылға буйында, сәскә бәйләмдәрен һыуға ташлап, уларҙың ҡайһы яҡҡа йөҙөп китеүен күҙәтәләр. Әйлән-бәйлән, ғәҙәттә, ауыл ситендә башҡарыла. Бының өсөн бейегерәк урын һайлағандар. Тау башына ағас ултыртып, уның тирәләй әйлән-бәйлән уйнағандар.

Уяв осоронда әйлән-бәйлән көн һайын иртәнән алып кискә тиклем тынмай.
Кисен ағас төбөндә усаҡ яғып ебәрәләр, тирә-яҡта бер нисә түңәрәк барлыҡҡа килә.
Айырыуса, йома һәм йәкшәмбе көндәрендә әйлән-бәйлән байрамса, сағыу үтә.
Петр көнө (Питравка) етеү менән йәштәр байрамдары тамамлана.

Питрауҙа бөтөн ауыл һуңғы әйлән-бәйлән уйынына йыйыла. Төндә Уявты оҙатыу өсөн, бөтәһе лә ауылдың көнбайыш ситенә сыға һәм хушлашыу усағы тирәләй быйылғы йылда һуңғы әйлән-бәйлән уйнай.
Төн уртаһында йәштәр йырлашып, музыка уйнатып байрам ағасын зыяратҡа алып китә. Кире ҡайтҡанда йырларға ярамай. Уявтың башланыуына һәм тамамланыуына арналған махсус йырҙар бар. Ф. П. Павлов эшкәртеүендәге «Торнаҡай» Уяв оҙатыусыларының йырына миҫал булып тора. Уявты тантаналы оҙатҡандан һуң әйлән-бәйлән йырҙары башҡарылмай.
Игенсенең мәшәҡәттәре менән бәйле еңел булмаған хеҙмәт һәм йолалар ваҡыты етә.

Питрау байрамы көндө мөмкинлектәре сикле булған, мохтаждар өсөн мул ризыҡлы табын әҙерләгәндәр. Байрам өҫтәленә күршеләр, туғандар, ярлылар һәм сәйәхәтселәр саҡырылған. Ҡайһы бер урындарҙа ҡәйнә кейәүен сыр менән, ә кейәү ҡәйнәһен бар халыҡ араһында тәм-том менән һыйлау йолаһы бар. “Крестный"ҙар бер-береһенә бойҙай бәлештәре бүләк иткән.
«Ихатала буш, баҫыуҙа ҡуйы»
Питрауға бәйле һынамыштар

Питрауға тиклем һандуғас һайрай, кәкүк саҡыра, ә унан һуң тынып ҡала.
Ҡоштар бала сығара.
Петр-Павелда эҫе төшә.
Петр менән Павел көндө ҡыҫҡарта.
Иртән ысыҡ булмаһа ‒ ямғыр яуа.
Аҡ болоттар елгә ҡаршы күтәрелһә ‒ ямғырға, ел ыңғайына булһа ‒ ҡояшлы көнгә.
Питрауҙан һуң кәкүк саҡырһа, йәй оҙон буласаҡ. Әгәр кәкүк Питрауға тиклем саҡырыуҙан туҡтаһа ‒ ҡыш иртә килә, унан һуң да саҡырһа ‒ оҙайлы көҙгә. Ямғыр алдынан бал ҡорттары төнгә тиклем эшләй. Әгәр эште иртә тамамлаһалар ‒ көн ҡоро килер.
Болот баҡыр төҫөнә инһә ‒ ямғырға.
Әгәр Питравкала ямғыр яуһа, сабынлыҡ та еүеш буласаҡ.
Петр көнөндәге ямғыр ‒ бесән ҡырҡбыуын кеүек (ҡаты), уның ҡарауы, уңыш насар түгел. Ике ямғыр ‒ яҡшы, өсәү ‒ муллыҡҡа. .

Петр балыҡсылыҡ кәсебенең ҡурсалаусыһы тип иҫәпләнә.
Сөнки был көндө балыҡсыларға уңыш йылмая, тип иҫәпләнгән.
"Питравка — сыуаштарҙың йола байрамы" фильмынан өҙөк
"Питравка — сыуаштарҙың йола байрамы" фильмынан өҙөк
Питрау көнө ‒ иҫәп нөктәһе

Төрлө килешеүҙәр, хеҙмәткәрҙәрҙе яллау көнө ошо ваҡыттан иҫәпләнә башлай. Йыш ҡына Питрауҙа йәрминкәләр ойошторолған. Ошо көндән һуң бесән саба башлайҙар. Был йәһәттән махсус ҡорбан килтереү, доға ҡылыуҙар башҡарылған.

Питрау көндәре йәштәр һәм балалар өсөн айырыуса күңелле мәл. Сөнки ауыл хужалығында барған эштәрҙең күбеһе тамамланған. Был ваҡытта йәрминкәләр йышыраҡ уҙғарыла.

Июндең икенсе яртыһынан алып июль башына тиклем сыуаштарҙа туйҙар үтә. Шуға бәйле байтаҡ урындарҙа был ваҡыт «ҡыҙ айы» тип атала. Туйҙар ҡайһы берҙә йылдың йәйге ҡояш торошо ваҡытына тура килгән, был иһә ошо осорға байрам төҫөн биргән. Сыуаштарҙа туйҙарҙың күбеһе сабынлыҡ алдынан үткәрелгән, ә туй тантаналары тамамланғас, йәш егет бесәнгә сыҡҡан һәм ураҡта ҡатнашҡан.
"Питравка — сыуаштарҙың йола байрамы" фильмынан өҙөк
"Питравка — сыуаштарҙың йола байрамы" фильмынан өҙөк
Боронғо ҡорбан килтереү эҙемтәләре

Питрауҙа һарыҡ салғандар һәм тәбиғәт рухтарына, мәрхүм ата-бабаларға ҡорбан итеп бағышлағандар, уның ите менән барлыҡ ырыуҙаштарҙы һыйлағандар.

Был көндө һарыҡ итенән һурпа әҙерләп, яҡын туғандарҙы саҡырып, ҙур булмаған табын ойошторғандар.

Һарыҡ башын эшкәртеү һәм уның өлөштәрен таратыу йолаһы булған. Һарыҡ башы ғаилә башлығына йәки йорт хужаһына бирелгән. Йола әлегә тиклем урыны-урыны менән һаҡланған.

Оло ҡаҙанда һабансылар һәм бесән сабыусылар өсөн итле аш бешергәндәр, уны мөгәрәптә тотҡандар, өлөшләп сығарғандар.

Ҡайһы бер ауылдарҙа Питрауҙа зыярат ҡылыу йолаһы һаҡланған.

Питравка ‒ Башҡортостанда
2012 йылдан алып Питравка байрамы Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы ‒ Сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәге тарафынан йыл һайын үткәрелә, ә 2017 йылдан ул дөйөм республика статусын алды. 2020 йылда был байрам тәүге тапҡыр виртуаль форматта үтте һәм төбәк-ара кимәлгә сыҡты.

Фото һәм видео: Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы Сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе С. С. Матвееваның архивынан

Видеоға һылтанма:
https://youtu.be/F43gpcjpXMw
Чувашский обрядовый праздник Питравка. д. Суук-Чишма, Кармаскалинский район Республики Башкортостан. 2018 г.
https://youtube.com/playlist?list=PLr9is48FrUhmQSfZ-yXXe8cbY3VRo1WEr
Плей-лист конкурсантов Питравка-2020. Республика Башкортостан.

Сығанаҡтар:
“Петра и Павла день" Энциклопедическая статья. Электронная Чувашская энциклопедия. автор П.П. Фокин http://enc.cap.ru/?t=publ&lnk=3570

“Петров день – праздник палящего солнца" статья на официальном сайте. Чувашский государственный университет им. И.Н. Ульянова, 2012 г. https://old.chuvsu.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=5918:2012-07-12-04-18-55&catid=190:2010-08-02-23-34-43&Itemid=537

“Традиции чувашского народа" – статья на официальном сайте Ибресинского района Чувашской Республики. http://old-ibresi.cap.ru/SiteMap.aspx?id=796451

“Петров день" – статья на официальном сайте Канашского района Чувашской Республики https://kanash.cap.ru/news/2015/07/13/petrov-denj

“Межрегиональный национальный праздник «Питравки» впервые прошёл в виртуальном формате" – статья на официальном портале Республики Башкортостан https://www.bashkortostan.ru/presscenter/news/291946/

“Календарные праздники и обряды" – этнографическая статья на портале “Культурное наследие Чувашии" http://nasledie.nbchr.ru/upload/pdf/obryady.pdf

“Питрав" – статья на сайте “Чаваш халах сайче" (“Чувашский народный сайт") https://chuvash.org/wiki/%d0%9f%d0%b8%d1%82%d1%80%d0%b0%d0%b2

“Питрав" – статья на портале “Сувары" 2017 г. https://xn--80ad7bbk5c.xn--p1ai/su/content/pitrav

Телеканал "Культура". Чувашские праздники. Передача "Россия, любовь моя!" 2014 https://youtu.be/es7uDMCoSNs

Йосопова Г. Й., автор-төҙөүсе, 2021