Оҙон көй – башҡорт халыҡ йырының гәүһәре
Оҙон көй башҡорт халҡының йыр сәнғәтенең иң юғары нөктәһе булып тора. Оҙон көйҙәрҙең шиғри текстарында башҡорт халҡының уй-фекерҙәре донъяһы, тойғолары бөтөн яҡлап та сағылыш таба. Оҙон йырҙарҙың көйө драматизм һәм психологик тәрәнлеге менән айырылып тора. Оҙон көйҙәрҙең моңона виртуозлыҡ һәм импровизациялылыҡ хас. Киң ҡоласлылыҡ һәм ҙур диапазон (ике октаваға тиклем һәм унан да юғары), ғәйәт киң моңлолоҡ һәм бай көйлө орнаментика уларҙың стиль үҙенсәлектәре булып тора. Оҙон көйҙөң көйләнеш формаһы – шиғри текстың ярым строфаһын солғап алған моңланыш осоро ул. Моңланыш осоро күпселек осраҡта, үҙ сиратында, музыкаль фразаларға бүленгән шиғри юлдар менән тоташтырылған ике һөйләмдән төҙөлә.
Жанр-тематик йөкмәткеһе буйынса оҙон көй ике төрлө йырға бүленә.
Лироэпик йырҙар: колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәш хаҡында («Урал», «Салауат»), армия хеҙмәте һәм хәрби походтар тураһында («Уйыл», «Әрме», «Эскадрон») кантон начальниктары хаҡында («Ҡолой кантон», «Абдулла ахун», «Азамат кантон»), ҡасҡындар һәм һөргөнгә ебәрелгәндәр тураһында («Бейеш», «Буранбай», «Шаһибәрәк»).
Лирик йырҙар: тәбиғәт хаҡында («Һандуғас», «Кәмәлек»), социаль тигеҙһеҙлек тураһында («Мал»), ҡатын-ҡыҙ яҙмышы хаҡында («Таштуғай», «Ғилмияза», «Зөлхизә»), мөхәббәт тураһында («Сәлимәкәй»), тормош хаҡында («Үткән ғүмер»).
Оҙон көй традицион рәүештә ҡурайҙа уйнала һәм уның инструменталь (ҡурай менән бәйле, һирәкләп скрипка) версиялары ла бар.
Оҙон көйҙө башҡарыр алдынан, йөкмәткеһен аңлатып һәм тыңлаусыларҙы эмоциональ йәһәттән әҙерләп, уның легендаһы һөйләнелә.
Оҙон көйҙө йырлау сәнғәтенә бала саҡтан өйрәтәләр.
Йырсылар менән ҡурайсыларҙың халыҡ йыйындарында уҙғарылған ярыштары көйҙөң үҫешенең һәм йырсы кешенең йыраусы булып етешеүенең төп шарттарының береһе булған.
Оҙон йырҙарҙы йырлаусылар араһында юғары ир-егет (тенор) һәм ҡатын-ҡыҙ (сопрано) тауыштары күпселекте тәшкил итә. Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мөхтәр Байымов, Абдулла Солтанов, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Рамаҙан Йәнбәков, Флүрә Килдейәрова һәм башҡалар – башҡорт оҙон көйөн башҡарыусыларҙың күренеклеләренән.
Теге йәки был кимәлдә тарихилыҡ бөтөн йырҙарға ла хас нәмә, сөнки улар, ниндәй генә төркөмгә индерелеүенә ҡарамаҫтан, – ваҡыттың билдәле бер тарихи арауығының емеше.
Йырҙа теге йәки был йәһәттән билдәле бер замандың социаль-сәйәси һәм мәҙәни-көнкүреш үҙенсәлектәре, кешенең үҙ ваҡытына хас булған борсолоуҙары, уйҙары, тормошҡа ҡарашы сағылыш таба.
Был ҡараштан, халыҡтың хәтерендә һаҡланыу һәм бер быуындан икенсеһенә күсә барыу хоҡуғына лайыҡ булған бөтөн йырҙар ҙа – тарихи йырҙар.