Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Ҡаһым түрә
Тарихта булып үткән ваҡиғалар йәмғиәттең аңына ҙур йоғонто яһай, шунлыҡтан халыҡтың ауыҙ-тел ижадында ла асыҡ сағыла. 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһындағы тарихи йырҙар алыҫ героик үткәндең бер иҫтәлеге, ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған поэтик ҡомартҡы булып беҙҙең көндәргә килеп еткән. Ошо йырҙар араһында башҡорт командиры Ҡасим Мырҙашевҡа арналған "Ҡаһым түрә " йыры ла бар.




Рәссам С.С. Петров
Йыр тураһында
1812 йылғы Ватан һуғышы командиры Ҡасим Мырҙашевҡа арналған йыр. Риүәйәттең бер вариантында башҡорт яугирҙары тарафынан сығарылған тип әйтелә, икенсе вариантта – Ҡасим үлер алдынан үҙе сығарып йырлаған, тип һөйләнелә.

Йырҙың сюжетында батырҙың Владимир өлкәһендә үлтерелеүе, "биш йөҙләп яугирҙың ҡәбер ҡаҙа алмай" ҡаты ҡайғыға ҡалыуы һүрәтләнә.

Йырҙа Ҡаһымдың батырлыҡтары халыҡ исеменән һөйләнелә. Ул ғәҙел, ҡыйыу, ябай кеше, шуға күрә уны яугирҙар бик ярата, уның фармандарын еренә еткереп үтәй. Ҡаһымдан дошмандар ҡурҡа, ул һорау алғанда француз майоры ҡурҡышынан дер ҡалтырай, тиелә.

Әҫәрҙә геройҙың йәшәү мәғәнәһе, халыҡтың яҙмышы хаҡында уйланыуҙарында уның характеры асып бирелә.

"Ҡаһым түрә" йыры 2 октаваны үҙ эсенә ала, метры һәм ритмы төрлөсә ҡоролған, бай орнаментланған, башлыса кварта һәм секста интервалдарына һикерештәрҙән тора.


Сығанаҡ: Любезные вы мои.../ Төҙ. Ә.Әсфәндиәров. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. 114-115-сы б.
Йыр ҡасан һәм кем тарафынан яҙып алынған?
Фото С.Г. Рыбаковтың "Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары" китабынан алынды.

Баймаҡ районының Күсем ауылында йәшәгән Бирғәле исемле ҡурайсы һәм Абдулла Үҙәнбаев тигән йырсынан этнограф һәм музыка белгесе С.Г. Рыбаков тарафынан 1894 йылда яҙып алынған. Һуңынан был йыр 1897 йылда "Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары" китабында баҫылып сыға. Уның башҡа варианттары Ф.Х. Камаев, А.С. Ключарёв, Л.Н. Лебединский И.В. Салтыков, Ғ.З. Сөләймәнов тарафынан яҙып алына
Ҡаһым түрә хаҡында...
Ҡасим Мырҙашев – тарихи шәхес, 1779 йылда Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында тыуған. Риүәйәттәр буйынса, ул Петербургтағы хәрби академияны тамамлаған, 22 йәшендә полковник дәрәжәһен алған. 1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә Ҡасим Мырҙашев йөҙ башы итеп күрһәтелә. Батырҙың нәҫелен улы Хәбибулла (1810–1895) дауам иткән. Ҡасимовтар уның шәжәрәһен дауам итеүселәр Айыусы ауылында көн итә.

Ҡасимдың атаһы Мырҙаш Тойчин (1747 –1827) Мырҙаш ауылына нигеҙ һалған. 1816 йылдағы ревизия мәғлүмәттәре буйынса Хисаметдин тигән улы менән ошо ауылда йәшәгән. 23 йәшлек Хисаметдиндың ике ҡатыны булған, уның икенсе ҡатыны Рабиғаға 30 йәш тип күрһәтелә. Тарихсылар, моғайын, ағаһы Ҡасим үлгәс, еңгәһенә өйләнгәндер, тип фаразлай.

Ҡасимдың хәрби эшмәкәрлеге хаҡында әлегә тарихи документтар табылмаған.
"Ҡаһым түрә" йырының һүҙҙәре
Ҡаһым түрә менгән һор(о) юрғаның, вай кем,
Маңлайында булыр урайы.
Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай кем,
Һул ҡулында булыр ҡурайы.

Аҡ балыҡтай уйнай һор юрғаһы, вай кем,
Көмөшлө эйәр күренә ялтырап.
Ҡаһым түрә яуап биргән саҡта, вай кем,
Дошман майор тора ҡалтырап.

Беҙҙең генә баҫыуҙың мижаһы, вай кем,
Таҡыя ғына башлы сел ҡурай.
Командир ҙа булған Ҡаһым түрә, вай кем,
Командаһын көнөнә биш урай.

Ҡаһым түрә уйынға сығыр ине, вай кем,
Полковой командир ҡашында.
Ҡаһым түрә вафат булып ҡалды, вай кем,
Владимир губерна башында.

Ҡаһым түрә менгән һор юрғаҡай, вай кем,
Тояҡтары ҡупҡан, баҫа алмай.
Биш йөҙ кеше ҡарап, өнһөҙ ҡалған, вай кем,
Ҡайғырышып, ҡәбер ҡаҙалмай.

Ыласын, бөркөт үҫкән, ай, Уралда, вай кем,
Сал бөркөттәй һайлам ир ине.
Яуға ҡаршы сапҡан мәлдәрендә, вай кем,
Тау-таш ярыр йылдам ир ине.

Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның, вай кем,
Бәкәлдәре уның аҡ ине.
Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай кем,
Әйтер һүҙкәйҙәре хаҡ ине.

Ҡаһым түрә менгән һор юрғаҡай, вай кем,
Түбән эйеп тора башҡайын.
Ун ете лә йәшлек Сафия һылыу, вай кем,
Түгер инде күҙенең йәшкәйен.

Башҡынайым минең бик ауырта, вай кем,
Сәңгелдәтмәй барсы көймәмде.
Эскенәйем минең тулы һағыш, вай кем,
Ысҡындырсы көмөш төймәмде.

Көмөш кенә һаплы булат ҡылыс, вай кем,
Ҡаһым түрә аҫҡан биленә.
Булат ҡына ҡылысын төҫө итеп, вай кем,
Алып ҡайтайыҡсы иленә.

Аппаҡҡай ҙа аппаҡ, ай, күренә, вай кем,
Кереп баҫһам эсе быу кеүек.
Үткән генә ғүмерем юҡ билгеһе, вай кем,
Ергә генә һеңгән һыу кеүек.

Башҡынайым минең бик ауырый, вай кем,
Һиңкелдәтмә минең көймәмде.
Эскенәйем тулып бара, вай кем,
Ысҡындырың көмөш төймәмде.

Беҙҙең генә баҫыу мижаһы, вай кем,
Таҡыя башлы ғына шул ҡурай.
Егерме лә йәштә Ҡаһым түрә, вай кем,
Командаһын көн дә биш урай.

Анау ғына күлдә берәү сума, вай кем,
Аҡ сабаҡҡай кеүек ялтырап.
Ҡаһым түрә яуап алған саҡта, вай кем,
Дошман майор тора ҡалтырап.

Инәкәйем күлдәк текмәһен, вай кем,
Итәккәйен әҙепләп текмәһен.
Француз яуын ҡаты, тиҙәр, вай кем,
Инәкәйем мине көтмәһен.

Биш йөҙ генә йылҡы күбүк йылҡы, вай кем,
Айырым башҡа торған сыр юрға.
Үлмәҫ кенә өсөн тыуғаным юҡ, вай кем,
Хәсрәткәйем ҡалды күп йылға.

Ҡаһым түрә нисә йәшендә, вай кем,
Йәшел ҡамсат бүрке башында.
Ҡаһым түрә вафат булған ере, вай кем,
Владимир губерна башында.

Ҡаһым түрә менгән сыр юрға ла, ва кем,
Бөҙрә ташлап уйнай муйынды.
Ҡаһым түрә вафат булғандан һуң, вай кем,
Урыҫ майор уйната уйынды.

Хәлгенәйем минең бигүк ауыр, вай кем,
Ҡәберемде бөгөн ҡаҙығыҙ.
Башҡынама минең таш ултыртып, вай кем,
Исемемде шуға яҙығыҙ.

Ҡаһым түрә менгән сыр юрға ла, вай кем,
Һелкеп-һелкеп килә баштарын.
Ун ете лә йәшәр Сафия һылыу, вай кем,
Илай-илай тарай ҙа сәстәрен.

Көмөш кенә кеүек, ай, еҙ ҡылыс, вай кем,
Ҡаһым түрә бәйләгән биленә.
Сәмәрҡәндтән килгән Сафия һылыу, вай кем,
Кире ҡайтыр микән иленә.

Ҡаһым түрә менгән һор юрғаһы, вай кем,
Юлға ғына сыҡмай баш ташлай.
Мәскәүҙәргә барып етте тигәс, вай кем,
Ҡаһым түрә батыр һүҙ башлай.

Ҡулыма ла кейгән, ай, бирсәткәм, вай кем,
Ҡара ҡына ҡара кер сыға.
Ҡаһым түрә яуап алған саҡта, вай кем,
Майорҙарҙан ҡара тир сыға.

Ҡаһым түрә менгән, ай, һор юрға, вай кем,
Теҙгендәре килә лә ялтырап.
Ҡаһым түрә уйын уйнатҡанда, вай кем,
Барса дошман тора ҡалтырап.

Ҡибла яҡтан берәү килә, тиҙәр, вай кем,
Мамыҡ шарфын быуып биленә.
Ҡаһым түрә ҡайтып килә, тиҙәр, вай кем,
Шестой кантон булып иленә.

Ҡаһым түрә менгән, ай, һор юрға, вай кем,
Бора-бора килә лә муйынды.
Ҡаһым түрә вафат булғандан һуң, вай кем,
Урыҫ майор күрһәтә уйынды.

Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның, вай кем,
Айра башҡа үҫкән юлдары.
Ҡаһым түрә үлгән, тип ишеткәс, вай кем,
Зар илаша ауыл ҡарттары.

Көмөш кенә һаплы, ай, еҙ ҡылыс, вай кем,
Полковниккәй Ҡаһымдың билендә.
Сәмәрҡәндтән килгән Сафия һылыу, вай кем,
Илашып та ҡалды илендә.

Бишмәткәйҙәреңдә, ай, биш төймә, вай кем,
Һандыҡтарҙа ятып ҡабыҡты.
Зөләйхә лә менән Зөһрә матур, вай кем,
Һине генә көтөп ябыҡты.

Казармала майор рапорт яҙа
Ҡаһым түрә яуап бирмәй, тип.
Ҡаһым түрә тороп яуап бирә,
Майор порядканы белмәй, тип.

Ирәндеккәй тауҙың, ай, башына,
Күк ыласын ҡуна ташына,
Ыласын ғына кеүек тауышым сыҡһа,
Ғәскәрҙәрем килә ҡаршыма.

Өҫтөмдәге генә шинелемде
Элеп ҡуйҙым ғәскәр күрһен, тип.
Дошмандарым теләй был үлһен, тип,
Дуҫ-иштәрем теләй торһон, тип.

Түңәрәккәй күлдең буйҙарында
Ҡалҡа-сума йөҙә бер өйрәк.
Ағыу эсереп харап, ай, иттеләр,
Күмһеп-күмһеп яна шул йөрәк.

Сығанаҡ: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. 84-88-се биттәр
Йырҙың нотаһы

If a building becomes architecture, then it is art
Сығанаҡ: http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/14365
1
Йырҙың ноталары Л. Сәлмәнованың "Башкирские народные протяжные песни" китабынан алынды (Өфө: Ғилем, 2007. - 132-133-сө биттәр)
"Ҡаһым түрә" йырын башҡарыусылар
"Ҡаһым түрә" йырын төрлө йылдарҙа И.И.Дилмөхәмәтов, Р.С.Ишбаев, З.Ғ.Мәхмүтов, А.А.Солтанов, Ғ.Ғ.Хәмзин, С.Ә. Абдулин, ҡурайсыларҙан Азат Айытҡолов, Роберт Юлдашев башҡарған.

Ғәли Хәмзин
Ишммула Дилмөхәмәтов
Абдулла Солтанов йырлай, ҡурайҙа - Юлай Ғәйнетдинов
"Ҡаһым түрә" йырының аудиояҙмалары
Журналист эҙләнеүҙәре...
Башҡортостан телевидениеһында 1991 йылдан алып «Хазина» тапшырыуы эфирға сыға. Унда халыҡ таланттары – музыканттар, йырсылар, бейеүселәр – башҡорт халҡының рухи хазинаһын һаҡлаусылар ҡатнаша.
Тапшырыуҙың авторы – Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Юлаев премияһы лауреаты Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов.

Был тапшырыуҙар араһында "Ҡаһым түрә" йырына арналғаны ла бар. Һеҙҙең иғтибарға уның видеояҙмаһын бирәбеҙ.


Сәнғәттә һәм әҙәбиәттә Ҡаһым түрә образы


Яҙыусы Яңыбай Хамматовтың "Төньяҡ амурҙары" әҫәрендә Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт яугирҙарының батырлығы данлана, башҡорт командиры Ҡасим Мырҙашевтың ҡабатланмаҫ образы тыуҙырыла.

Роман легендаларға, риүәйәттәргә, архив материалдарына нигеҙләнеп яҙылған.


Драматургияла
1957 йылда Баязит Бикбай "Ҡаһым түрә" драмаһын яҙа. Әҫәрҙә Ҡасим Мырҙашевтың күп яҡлы һәм ҡатмарлы образы кәүҙәләндерелә.

Был әҫәргә драматург Хәмит Ирғәлин заманса яңғыраш бирә һәм 2015 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйыла. Халыҡ уны бик яратып ҡабул итә.

Ҡуйыусы режиссер – Олег Ханов, Төп ролде Азамат Ғафаров башҡара.
"Ҡаһым түрә" операһы
1999 йылда Ишмулла Дилмөхәмәтов либреттоһына Заһир Исмәғилев "Ҡаһым түрә" операһын яҙа. Әҫәрҙә һуғыш яланындағы ваҡиғаларҙың береһе һәм Ҡаһымдың үлеме һүрәтләнә.

2002 йылдың 4 октябрында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында операның премьераһы була. 2004 йылда спектакль "Алтын битлек" премияһына лайыҡ була.

Төп ролдәрҙе Ф. Сәлихов, Х. Ижболдин, М. Шәрипов, Л. Әхмәтйәнова, О. Хөснөтдинова, Р. Хәбибуллин башҡара.
Ҡасим Мырҙашевҡа арналған музыкаль-нәфис фильм төшөрөлә, режиссеры – Рияз Исхаҡов,
композиторы – Урал Иҙелбаев

Ролдәрҙе
Альберт Шаһиев, Сулпан Кейекбирҙина, Рафиҡ Хәсәнов, Ләйсән Рахимова, Филарет Бакиров һәм башҡалар башҡара.
Видео каналынан алынды.
Ҡасим Мырҙашев исемен мәңгеләштереү
Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында стела асыла. Авторы – Рөстәм Моратов.
Йыр бәйгеһенең баннеры.
Халыҡ батырын онотмай. Ҡаһым һаман да беҙҙең арала йәшәүен дауам итә. Йәнғәли Вахитов, Йәүҙәт Бикберҙин Ҡаһым түрә" тигән бейеү ижад итте. Йырҙар йырлана, шиғырҙар ижад ителә.

Уның исеменә бәйләп конкурстар уҙғара. Йыл һайын Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында "Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра" тип аталған башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын башҡарыусыларҙың бәйгеһе үткәрелә. 2009 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында батыр иҫтәлегенә милли көрәш буйынса ярыш үткәрелә.

Лонгридтың авторы – Әбделмәнова Әлфиә Вәкил ҡыҙы