Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт халыҡ йыры «Шәүрә»
Һәр дәүерҙә лә мөхәббәт бөтөн халыҡтарҙың киң таралған темаһы булған, ауыҙ-тел ижадында мөхәббәт йырҙары һәм риүәйәттәре айырым урын биләгән. Шул иҫәптән башҡорттарҙа ла ҡыҙ менән егеттең мөнәсәбәтен һүрәтләүсе мөхәббәт йырҙары күп булған. Мөхәббәт тураһындағы башҡорт халыҡ йырҙарында һөйгән ҡыҙҙарының исемдәре менән атау хас: «Ғилмияза», «Сәлимәкәй», «Зөлхизә», «Мәҙинәкәй», «Шәүрә». Был йырҙарҙа башҡорт ҡатындарының ябай булмаған, ауыр яҙмышы һүрәтләнә.

Шулай ҙа «Шәүрә» йырында йырҙың мәғәнәһе бер аҙ айырылып тора. Был йырҙа яуапһыҙ мөхәббәт йәки ҡатындың түҙгеһеҙ ауыр тормошо тураһында һүҙ бармай. Риүәйәт буйынса, йәш ҡатын үҙенең беренсе мөхәббәтенә йәки сит-ят иргә түгел... ә үҙенең ҡайныһына ғашиҡ була.
Эдуард Дилмөхәммәтов фотоһы
«Шәүрә» риүәйәте

Борон заманда бөрйән ырыуынан бер башҡорт үҙе үлер алдынан, Байым исемле кесе улын саҡыртып алып, өлкән улынан тол ҡалған килененә өйләнергә ҡуша уға. Егет нишләһен, йоланы боҙа алмай, күнә, ағаһынан ҡалған еңгәһен кәләш итеп алырға мәжбүр була.

Еңгәһенең тәүге иренән, йәғни егеттең ағаһынан ҡалған аҡылға һайыраҡ улы ла була. Шулай, Байым исемле егет үҙенән күпкә өлкән еңгәһенә ир, уның улына атай була. Байтаҡ ғүмер итәләр, еңгәһе «ир»ен үҫтереп ала, сабыйҙан ғаилә башлығы булып өлгөргән һылыу, көслө егет булып үҫеп етә Байым.

Бер мәл Байымдың еңгәһе, хәҙер инде ҡатыны, тирә-йүндә сибәрлеге менән дан тотҡан Шәүрә исемле ҡыҙҙы үҙенең аҡылһыҙ улына әйттерә. Ләкин, үҙ иркенән тыш килен булып килгән Шәүрә был егетте яратмай, ирһенмәй.

Шәүрә үҙенең йәштәше – һылыу, отҡор, тапҡыр ҡайныһына ғашиҡ була. Байым да килене Шәүрәгә йән ата. Ләкин, береһе – ҡайны, береһе – килен. Береһенең үҙенән 2 тапҡырға өлкән бисәһе бар, береһенең – үҙенән бер нисә йәшкә олораҡ иҫәр ире.

Бер-береһенә ғашиҡ булып, шунан аҙапланып, йоланы боҙоуҙы гонаһ һанап, нимә эшләргә белмәй бер булып бөтәләр.

Шулай ҙа, көйҙөң тарихында әйтелеүенсә, ғашиҡтар Байым менән Шәүрә, йорт-ерҙәрен ташлап, ситкә китеп, бәхетле тормош көтәләр.

«Шәүрә килен» риүәйәтен Мөхәмәтша Буранғолов 1937 йылда Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәүсе Бибикамал Мәһәҙиеванан яҙып алған.

«Башҡорт халыҡ ижады»ның I томында (1954) тексы баҫылып сыҡҡан. Шунда уҡ «Шәүрә килен» йырының нотаһын да табырға була. Йыр фонографҡа беренсе тапҡыр 1929 йылда йырсы Мөхтәр Байымовтан яҙып алынған. Хөсәйен Әхмәтов яҙмаһында «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында беренсе тапҡыр баҫылып сыға. Һуңғараҡ, башҡа варианттарын Иван Козлов, Лев Лебединский, Камил Рәхимов, Иван Салтыков, Ниғмәт Шоңҡаров һәм башҡалар яҙып ала.
Азат Мөхәмәтйәнов фотоһы
Башҡорттарҙа тигеҙ булмаған никахтар. Сәбәбе нимәлә?

Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров «XVIII – XIX быуаттың беренсе яртыһында башҡорт ғаиләһенең никахы һәм айырылышыуы» исемле хеҙмәтендә башҡорттарҙың никах төрө тураһында тәфсирләп һөйләй һәм ни өсөн башҡорттарҙа тигеҙ булмаған никахтар йыш осрауына аңлатма бирә.

Кәләш алғанда ҡалым биреү, күп ҡатынлылыҡ, левират (тол ҡатындың мәрхүм иренең ҡустыһына ҡатынлыҡҡа барыуына нигеҙләнгән никах формаһы) һәм сорорат (ирҙең бер юлы йәки бер-бер артлы ҡатынының бер туған йәки ике туған апай-һеңлеләренә өйләнеүе. Боронғо йола буйынса, бындай никахты ир кеше ҡатыны тере булһа ла йәки үлгәс тә теркәй алған) кеүек иҫкергән ҡалыптарҙың булыуы менән бәйле.

Мәжүсилек заманынан килгән левират Ҡөрьән менән тыйылған. Шулай ҙа, архив һәм фольклор сығанаҡтарынан күренеүенсә, күп халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла, ул ниндәйҙер кимәлдә һаҡланып килгән. Левират никахтарҙың асылы шунда: тол ҡатынға мәрхүмдең бер туған ҡустыһы, бер туғанының улы, ике туған ҡустыһы йәки башҡа ҡәрҙәше лә өйләнә алған. Халыҡтың шаян йырында шулай тип әйтелә: «Ағай үлеп, еңгә ҡалһа, ебәрмәнек яттарға»(заманында ҡалым түләнгән). Тол еңгәгә дәғүәләшеүселәр етерлек булған. Иң беренсе – ҡәйнеш («ярты еңгә – ҡәйнештеке»), сираттағы кандидат – үлгән ирҙең ағаһының улы («килен ейәндең ҡатыны»). Тол ҡатынға өйләнгән кешегә мәрхүмдең балалары, мөлкәте, социаль статусы, хоҡуҡтары һәм бурыстары күскән. Левират йолаһы ғаиләлә эшсе ҡулдарҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән. «Тигеҙ булмаған никахтар тураһында йырҙарҙа тормош шарттарына ярашлы ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә «яраҡһыҙ» – ахмаҡ йәки ҡарт иргә кейәүгә сығыуы хаҡында йырлана. Оҙон көй «Шәүрә» нәҡ ошондай сюжетлы», – тип билдәләй музыка белгесе Риф Сөләймәнов («Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте", II том.).
Эдуард Дилмөхәммәтов фотоһы
«Шәүрә» – диалог формаһындағы йыр

Башҡорттарҙа мөхәббәт йырҙарын диалог, йәғни ике ғашиҡ йөрәктең бер-береһе менән һөйләшеүе формаһында ижад итеү үҙенсәлеге булған. Бындай төр йырҙар ғашиҡтарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте үҫешен аңларға ярҙам итә.

Был турала «Риүәйәт һәм легендаларҙа башҡорт тарихы» (Өфө, 2011) китабында Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина түбәндәгеләрҙе яҙа:

«Риүәйәт һәм йыр-диалогты берләштереүсе сюжетты театрлаштырып, драма әҫәре сәхнәләштерергә була. Күренекле сәсән һәм драматург Мөхәмәтша Буранғолов йыр-риүәйәттәр нигеҙендә бик күп драма әҫәре ижад итә, 1920–1930 йылдарҙа был әҫәрҙәр («Шәүрә килен», «Ашҡаҙар» һ.б.) ауыл клубтарында һәм башҡа майҙансыҡтарҙа күрһәтелә».
Билге лә генә ҡуйҙым, ай, биләнгә,
Шәүрә килен киләм дә тигәнгә.
Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян
Шәүрә килен дә кейгән еләнгә.

Шәүрә килен дә кейгән еләндең
Итәк осҡайҙары ла мунсаҡлы.
Айға ла ғына, көнгә тиңләмәйем,
Һылыулығың, Шәүрәкәй, шул саҡлы.

Һауала ғына осҡан, ай, аҫыл ҡош,
Ыласын ғына тиһәм дә, биле ала.
Эскенәйем тулып, ай, ут яна,
Һунһен генә тиһәм, бүтән ни ҡала?

Башҡорт халыҡ йыры «Шәүрә». Беренсе варианты
Төрлө сығанаҡтарҙан «Шәүрә» йырының бер нисә вариантын табырға була. Исеме үҙгәрһә лә, йырҙың төп героиняһы булып Шәүрә исемле йәш ҡатын ҡала.

1. «Шәүрә» (вариант) 1974 йылда Һарытау өлкәһе Байғондо ауылында йәшәүсе Үтәғолованан (1908) яҙып алынған. ЖНТУ журналының 46-сы һанында баҫылған. Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәрҙең варианттарын ҡарарға: БНП №73, 73а, 73б. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тураһында популяр йыр. Поэтик текстың төп темаһы – тигеҙ булмаған никах. Был варианттың көйө һалмаҡ көйгә тартым. Р.С. Сөләймәнов, «Башҡорт халыҡ музыкаль сәнғәте», II том, 73,199-сы биттәр.

2. «Шәүрә – аҫыл ҡыҙ бала» 1978 йылда Силәбе өлкәһенең Ҡолой ауылында йәшәүсе Маһинур Шәйемованан (1905) яҙып алынған. (БХИ, №49.) Ҡатын-ҡыҙҙың һылыулығын данлаған лирик-мөхәббәт йыры. Көйө – аҙ биҙәкләнгән оҙон көй. Көй баҫымы – терцдецима күләмендәге күтәренке (мажор) пентаноника. Йырҙың поэтик тексы өсөн һәр ярты строфаның (АрВВ) беренсе юлынан һуң даими ҡабатланыусы йыр ҡушымтаһы хас. Р.Р. Сөләймәнов, «Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте», II том, 76-77, 199-сы биттәр.

Төрлө сығанаҡтарҙа «Шәүрә» йырының бер нисә вариантын табырға мөмкин. Йырҙың исеме үҙгәрһә лә, төп героиня булып Шәүрә исемле йәш ҡатын ҡала.
– Шәүрә килен, кейгән еләнеңдең
Итәк осҡайынан еңе оҙон.
– Көндөҙ һөйләшергә йөҙөм ояла,
Һөйләшербеҙ, ҡайным, төн оҙон.

Сәскә атһа, гөлдәр, ай, баллана,
Бал ҡорттары ҡунып та бал ала.
Болан балаһылай үҫкән ҡыҙ бала
Һөйгән генә булып та алдана.
Аҡ ҡуянҡай ҡыуып, ай, ҡасырҙым,
Аҡбуҙ атҡа менеп баҫтырҙым.
Юҡ йомошҡайымды барҙар итеп,
Алдатып та ишек астырҙым.

Ҡамсат ҡына бүрек туҙмай, тиҙәр,
Ҡырылып уҡ ситенән туҙа икән.
Ғишыҡ алһа, егет түҙмәй, тиҙәр,
Йөрәк майғынаһы һыҙа икән.

Алтын ғына булып, ай, ағайым,
Көмөш кенә булып та тамайым!
Шәүрә һылыу, һинең алдарыңда
Шәм филтәһе булып та янайым.
Йырҙың икенсе һәм өсөнсө варианттары
Шәүрә образының сәхнәлә һынландырылышы
Башҡорт халыҡ йыры һәм көйө «Шәүрә» бик күп билдәле башҡарыусыларҙың репертуарына инде. Улар араһында – Абдулла Солтанов, Фәрит Бикбулатов, Флүрә Килдейәрова, Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Зәйтүнә Иҙелбаева, Мөхәмәт Ҡәҙерғолов, Тимур Дәүләтшин.

Фортепиано һәм тауыш өсөн Хөсәйен Әхмәтов һәм Камил Рәхимов эшкәрткән. Абрар Ғабдрахманов a cappella хоры өсөн версияһын булдырған.

Шулай уҡ йыр легендаһы буйынса Мөхәмәтша «Шәүрәкәй» («Шәүрә») пьесаһын яҙа, ә легендар композитор Заһир Исмәғилев сәнғәт һөйөүселәргә «Шәүрә» операһын бүләк итә.
Фото Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры архивынан алынды
Лонгрид авторы – Сәлмән Ярмуллин
Руссанан башҡортсаға тәржемә – Зөбәржәт Яҡупова
Верстка – Миләүшә Баййегетова
Фото – Азат Мөхәмәтйәнов, Эдуард Дилмөхәммәтов
Видео – iLGAM ufa