Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ «БУРАНБАЙ»
Башҡорт халҡының, һәр кем дөрөҫлөгөнә ышанған, баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле байлығы бар; бер ниндәй ҙә исемлектә сағылмаған, халыҡтың үҙе менән һәм халыҡтың үҙендә йәшәүсе байлыҡ; киләсәккә ышаныс менән рухландырыусы байлыҡ, ул халыҡ йыры.

1901 йылда Башҡортостанда халыҡ йырҙарын йыйған венгр ғалимы Вильмош Прёле, «башҡорттар поэзия һәм музыка йәһәтенән юғары талантлы булараҡ билдәле халыҡ, уларҙың йырҙары бөтә күрше өлкәләрҙә лә йырланыла» тигән һығымтаға килгән.

«Буранбай»
башҡорт халҡының
тарихи йыры
«Буранбай»башҡорт халҡының аҫаба ерҙәрен бүтәндәргә бүлеп биреү тураһындағы батша указы менән риза булмай, түрәләргә һәм байҙарға ғына файҙалы булған был эшкә
ҡаршы сыҡҡан башҡорт старшинаһының исеме менән аталған оҙон йыр.

Ошондай башбирмәҫ эшмәкәрлеге өсөн Буранбай Себергә каторгаға ебәрелә.
«Буранбай» йыры башҡорт халҡында бик яратып йырланыла. Уның көйө виртуоз орнаментланған, яңғыҙ башҡарыу стилендәге моңло оҙон көй. Ә поэтик образы ғәҙеллек өсөн ыҙа сигеүсе башҡорт халыҡ батыры Буранбай Ҡотдосовтың портреты түгел, ғәмәлдә халыҡтың үҙенең яҡлаусыһы өсөн ҡайғырыуы һәм уны йәлләүе образы.
Кем ул Буранбай?

Халыҡта уны Буранбай сәсән тип йөрөткәндәр. Ҡотдосов Буранбай Һөйөндөк улы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Һөйөндөков Буранбай Ҡотдос улы) 1765 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1771 йәки 1781 йылда), элекке Нуғай даруғаһы Бөрйән улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Буранбай ауылында донъяға килгән.
Буранбай сәсән тура һүҙле кеше, маһир йыраусы-сәсән, оҫта ҡурайсы булған.
Өҫтәүенә, ул көслө һәм ҡыйыу кеше, ысын батыр булараҡ та билдәле. Буранбай сәсән шулай уҡ бик белемле булған, иҫке төрки һәм урыҫ телдәрендә һөйләшә, уҡый-яҙа белгән. 6-сы башҡорт кантонында йорт старшинаһы вазифаһында хеҙмәт иткән.
1811 йылда, бер ниндәй нигеҙһеҙ, вазифаһын үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланыуҙа ғәйепләнә, 1820 йылда, бөтөн чиндары һәм дәрәжәләрен алып, Себергә һөргөнгә ебәреүгә хөкөм ителә.
Юлда Буранбай сәсән ҡаса һәм ҡаҙаҡ далаларында йәшеренеп йөрөй. 1822 йылда Йәркәй исеме менән тыуған иленә ҡайта, әммә тотола һәм Ырымбур ҡалаһында зинданға бикләп ҡуйыла.
Батыр чиновниктарҙың башбаштаҡлығына, башҡорттоң аҫаба ерҙәрен ҡайтанан бүлеүгә ҡаршы сығыш яһай. Ҡобайырҙарында, бәйеттәрендә халыҡты үҙенең хоҡуҡтарын яҡларға саҡыра.
Буранбай сәсән образы «Буранбай», «Буранбай – Ялан Йәркәй», «Буранбайҙың яҙмышы» риүәйәттәрендә, «Буранбай» йыры, «Буранбай бәйете»ндә асыҡ сағылыш таба..
Бөгөн Башҡортостанда Буранбай сәсәндең исеме мәңгеләштерелгән. 2004 йылда Буранбай сәсән исемендәге призға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы булдырыла. Республикала урамдарға уның исеме бирелгән, Баймаҡ районының ҡурайсылар ансамбле Буранбай сәсән исемен йөрөтә, ә тыуған ерендә стела ҡуйылған.

Иҙел Аралбаев «Буранбай» йырын башҡара.
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ «БУРАНБАЙ»ҘЫҢ ҺҮҘҘӘРЕ ҺӘМ НОТАҺЫ
БЕРЕНСЕ ВАРИАНТЫ
БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ
Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ Буранбайҙың яҙған да хаттары.
Шул хаттарҙы алып уҡып ҡарап,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары.

Буранбайҙың аты, ай, кирме ине,
Серге аҫҡайҙары ла тирме ине?
Буранбай ҙа менән, ай, Ибраһим
Себерҙәргә китер ҙә ирме ине?

Алыҫта ғына алыҫ, ай, күренгән
Юшатырҡай башы ла Аҡбейек.
Буранбай ҙа китте, иле ҡалды,
Илкәйенә булды ла ҙур көйөк.

Буранбайҙың ғына, ай, ҡылысын
Ҡомартҡыһы итеп тә ҙурлағыҙ.
Буранбайҙың ғына, ай, йырҙарын
Иҫтәлеге итеп тә йырлағыҙ.

Буранбай ҙа Себер китеү менән,
Тыныр микән баярҙың ерҙәре?
Буранбай ҙа Себер китеү менән,
Баҫылыр микән илдең дә ирҙәре?
НА РУССКОМ ЯЗЫКЕ (перевод)
Лист за листом, ай, белая бумага –
Буранбаем написанные письма.
Эти письма взяв и читая,
Горько плачут деревенские старики.

Буранбая конь, ай, мухортым был,
Под чепраком его пот был.
Буранбай и Ибрагим разве были мужами,
Которые должны были пойти в Сибирь?

Вдали, вдали, ай, виднеется
Исток Юшатыря – Акбейек.
Буранбай ушел, его страна осталась,
Для его страны это стало большим горем.

Буранбая, ай, саблю
В качестве наследия его чтите.
Буранбая, ай, песни
Как память о нем пойте.

После того, как Буранбай ушел в Сибирь,
Успокоятся ли боярские земли?
После того, как Буранбай ушел в Сибирь,
Утихомирятся ли мужи страны?
НА РУССКОМ ЯЗЫКЕ (перевод)
Лист за листом, ай, белая бумага -
Буранбаем написанные письма.
Буранбаем написанные письма читая,
Горько плачут деревенские старики.

Долгие-долгие, ай, очень мелодичные
Песни, которые затягивал Буранбай.
Буранбая песню слушая,
Переживают мужчины деревни.

Белолобый конь, на котором ездил Буранбай,
И километра не проходит, головой дергает.
Не верьте тому, что говорит начальник
В Сибирь отправив, погубил (он его).

Сакмары-реки берег высок,
Чтобы ухватиться и выбраться, ивы нет.
У Буранбая и Ибрагима
Богатства, чтобы дав его, вернуться, нет.
БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ
Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған хаттары.
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,
Зар илайҙар ауылдың ҡарттары.

Оҙон да ғына оҙон, ай, бик моңло
Буранбайҙың һуҙған да йырҙары.
Буранбайҙың йырын тыңлағанда
Йөрәкһенә ауылдың ирҙәре.

Буранбайҙың менгән ҡашҡа аты,
Саҡрым-саҡрым бармай ҙа баш ташлай.
Ышанмағыҙ түрә тигәндәргә —
Себер ебәреп үк башты ашай.

Һаҡмар ғына һыуҙың яры бейек,
Йәбешеп кенә сығыр ҙа талы юҡ.
Буранбай ҙа менән Ибраһимдың
Биреп кенә ҡайтыр ҙа малы юҡ.
ИКЕНСЕ ВАРИАНТЫ
«Буранбай» йыры беренсе тапҡыр Санкт-Петербургтан Император Фәндәр академияһы тарафынан ебәрелгән фольклорсы ғалим Сергей Гаврилович Рыбаков тарафынан 1894 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Этҡол ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында) Толонғужа Ғөбәйҙуллиндан яҙып алына һәм «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» тип аталған китабында баҫтырып сығарыла.
Шулай уҡ йырҙың варианттары төрлө йылдарҙа мәшһүр башҡорт йыраусыһы, композиторы Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтов, атаҡлы башҡорт ғалимы һәм сәсәне, «Урал батыр» эпосын беренсе булып аҡ ҡағыҙға төшөргән һәм фәнни әйләнешкә индергән Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов, композиторҙар Солтан Хәсән улы Ғәбәши, Фәрит Хөснулла улы Камаев, Александр Сергеевич Ключарёв, Лев Николаевич Лебединский, Камил Йософ улы Рәхимов, шулай уҡ Иван Васильевич Салтыков һәм башҡалар тарафынан яҙып алынған.
«Буранбай» йырын йырлау оҙон көй башҡарыу оҫталығының бик юғарылығын билдәләй, сөнки уның көйө киң диапазонлы (ике октавалы) булыуы менән айырылып тора.
«Буранбай» йырын заманында Сөләймән Абдуллин, Мөхтәр Байымов, Мөхәмәтша Буранғолов, Хәбир Ғәлимов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Иншар Солтанбаев, Абдулла Солтанов, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Флүрә Килдейәрова һәм башҡа билдәле йырсылар башҡарған.
«Буранбай» йырын шулай уҡ тауыш һәм фортепиано өсөн – композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов, Мәсәлим Вәлиев, Роберт Ғәзизов, Камил Рәхимов, ә хор һәм симфоник оркестр өсөн Нур Дауытов эшкәрткән.
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ АКАДЕМИЯ ХОР КАПЕЛЛАҺЫ
Художество етәксеһе һәм баш дирижеры – Шамил Ибраһимов исемендәге Хор дирижерҙарының​ асыҡ республика конкурсы лауреаты Алһыу ХӘСБИУЛЛИНА. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы. Башҡорт халыҡ йыры "БУРАНБАЙ", Нур ДАУЫТОВ эшкәртеүендә.
«Буранбай» йырының шиғри тексының структураһы күпселек оҙон йырҙарға оҡшаш – һәр юлы 9–12 ижектән торған дүрт юллыҡ строфанан ғибәрәт. Йырлаған ваҡытта ҡайһы бер тартынҡыларҙы өнләндереү (әйтеү) иҫәбенә ижектәр һанының үҙгәреүе лә ихтимал, һөҙөмтәлә өҫтәмә ижектәр барлыҡҡа килә. Оҙон йырҙар музыка сәнғәтенең төрлө жанр-стиль һыҙаттарын үҙ эсенә ала.
Оҙон көй хаҡлы рәүештә халыҡ йыр сәнғәтенең иң бейек нөктәһе һанала. Ә ХIХ быуаттың бөйөк башҡорт йыраусы-импровизаторы Буранбай Ҡотдосовты Урал һандуғасы тип йөрөткәндәр.

«Буранбай» йырының көйө композитор Хөсәйен Әхмәтовтың скрипка менән фортепиано өсөн сюитаһында, «Сыңрау торна» балетында файҙаланыла.
«​Сыңрау торна»​ фильм-балеты (1959 йыл)
Был фильм-балет Йомағол исемле көтөүсе егет менән Зәйтүнгөл исемле ҡыҙ араһындағы мөхәббәт, ҡаты бәғерле байҙың егеттән һөйгән ҡыҙын тартып алырға теләүе һәм нисек итеп ярлы халыҡтың бер-береһен һөйгән ике йәш кешегә бәхет һәм хаҡлыҡ өсөн көрәштә ярҙам итеүе тураһында башҡорт халыҡ легендаһы мотивтары буйынса Свердловск киностудияһында 1959 йылда төшөрөлгән. Дауамлылығы – 1 сәғәт тә 21 минут та 56 секунд. Режиссерҙары – Олег Николаевский, Эдуард Пенцлин, Н. Анисимова. Композиторы – Л. Степанов. Көйҙәрҙе Ленинград дәүләт филармонияһының симфоник оркестры башҡара. Дирижёры – Г. Ержемский. Ролдәрҙә – И. Хәбиров, Э. Сөләймәнова, Х. Сафиуллин, Г. Ғәлләмов, Ғ. Ҡарамышев, Э. Насретдинова, М. Иҙрисов, З. Исмәғилев, Ә. Фәхретдинов, Р. Дебришева, С. Ҡәйүмова, Г. Хафизова, М. Вәлиәхмәтова, Ш. Ғайсина (Башҡорт АССР-ының Опера һәм балет театры менән Дәүләт бейеү ансамбле артистары).
Данлыҡлы композитор, революцияға тиклем үк Уралда, Волга буйында һәм Урта Азияла оҙон йырҙарҙы бик оҫта башҡарыусы булараҡ танылыу тапҡан беренсе башҡорт профессионал йырсыларының береһе булған Ғәзиз Салих улы Әлмөхәмәтов оҙон көйҙә милли музыка сәнғәте үҫешенең нигеҙен күргән.
«Буранбайҙың яҙған хатын уҡып». / [төҙөүсе-авторы К. М. Әсфәндийәрова] .— Өфө : «Китап», 2016 йыл. 1000 дана.
ISBN 978-5-295-06414-2
Ҡулланылған әҙәбиәт

  • Башкирская энциклопедия. – Уфа, 1996;
  • Башҡорт халыҡ ижады: Йырҙар. 1-се китап. – Өфө, 1974;
  • Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. – Өфө, 1988;
  • Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман. – СПб., 1897;
  • Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. – М., 1962;
  • Башкирское народное творчество. Т. 2: Предания и легенды. – Уфа, 1987;
  • Песни моего народа. Уфа, 1995;
  • Видео: «Башкортостан» гостелерадио фондынан. Иншар Солтанбаев «Буранбай» йырын башҡара;
  • Видео: Иҙел Аралбаев «Буранбай» йырын башҡара. Башҡортостан юлдаш телевиденияһы фондынан;
  • Видео: Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия хор капеллаһы «Буранбай» йырын башҡара. Башҡорт дәүләт филармонияһы фондынан;
  • Видео: «Сыңрау торна» фильм-балеты. Свердловск киностудияһы - 1959;
  • Аудио: Рөстәм Шәрипов ҡурайҙа «Буранбай»ҙы уйнай;
  • Фото: Рәзил Бикбулатов. а) Башҡорт Урал аръяғы. б) Һаҡмар йылғаһы.
Лонгридтың авторы – Рәзил Бикбулатов.
Тәржемәнең авторы – Сәлмән Ярмуллин.