Башҡорттар малсылыҡ менән шөғөлләнгән заман. Бер байҙың мал көтөүсеһе үлеп киткән. Бының Бикбай исемле улы етем ҡалған. Йылдар үтеү менән, Бикбай егет булып үҫеп етә. Уның эшен бай ҙа, күршеләр ҙә ярата. Бай уға үҙенең иң яҡшы аттарын да ҡарарға ҡушҡылай. Йәмле йәй көндәрендә йыш ҡына йәш егеттәр менән ҡыҙҙар аттарын матурлап, яҡшы эйәрҙәр һалып, ҡымыҙлыҡ йыйырға сығыр булғандар.Ҡымыҙлыҡҡа барыу йәштәрҙең байрамына әйләнеп киткән: төрлө уйындар ойошторғандар, йырлағандар, бейегәндәр, ҡурай тартҡандар. Бикбайҙың да уйынға һәләте ҙур булған. Бер ваҡыт ул, саған ағасынан ҡумыҙ эшләп, бейеү көйҙәре уйнарға өйрәнә. Ҡымыҙлыҡҡа йыйылған йәштәрҙе бейетә. Шуның өсөн был музыка ҡоралына ҡумыҙ тип исем бирәләр.
Байҙың Гөлйөҙөм менән Гөлсөм тигән ҡыҙҙары була. Улар икеһе лә Бикбайҙы ярата, унан ҡумыҙ эшләп биреүен һорайҙар. Бикбай бейеү көйҙәре уйнап, уларҙы бейетә, әммә ҡумыҙ эшләп бирмәй. Бикбайҙың һәләтен күреп, бай уны үҙе менән бергә ҡала баҙарына алып барғылай. Бикбайҙың бай менән баҙарҙарға йөрөүе, унда бай ҡыҙҙары менән аралашыуы башҡа ҡыҙҙарға оҡшап етмәй. Шуға ла ҡымыҙлыҡҡа барғанда уға төртмә йырҙар йырлайҙар:
Ул ҡуянды атмағыҙ,
Ҡаны юҡтыр, аппағым.
Ул егеткә ғишыҡ тотма,
Малы юҡтыр, аппағым.