Ғалимдарҙың фольклор экспедициялары мәлендә тупланған мәғлүмәтенән күренеүенсә, Наурузда мәҙәни һәм спорт саралары ла уҙғарылған. Ат бәйгеһе, көрәшселәр ярышы, ҡыҙ ҡыуыу менән бергә йырсылар, сәсәндәр, ҡурайсыларҙың көс һынашыуы, уйындар булған. Һыбай көйөнсә һарыҡ йәки кәзә тәкәһен ҡыуып тотоусыны аҙаҡтан башҡа егеттәр баҫтырып ярышҡан. Хәҙерге заман күҙлегенән сығып ҡарағанда, боронғо башҡорттар йәшәгән төбәктең һалҡын климатында ыжғыр март бурандары ҡоторған, йәшел үлән сыҡмаған мәлдә күмәк кеше ҡатнашлығында ошондай сараларҙың үткәрелеүен беҙгә аңлауы ҡыйын. Бындай күңел асыу төрҙәре яҙ аҙағы һәм йәй башына хас. Тик, Розалия Солтангәрәева белдереүенсә, боронғо кешеләр уңайһыҙлыҡтар тураһында уйламаған, уйын-көлкө ҡар-боҙ өҫтөндә лә уҙғарылған.
Фольклор сығанаҡтарында яҙылыуынса, көнсығыш славяндарҙың Масленица байрамы менән Наурузды бер йола – ҡарасҡы яндырыу оҡшаш иткән. Бөтә кире күренештәр, ауырыуҙар һәм бәлә-ҡазаның символы булған ҙур һынды һаламдан яһап, сепрәктәр менән биҙәп, изгелек теләп яндырғандар.
Науруз байрамы мәлендә бөтә кешеләр ҙә йомарт һәм киң күңеллелек күрһәтергә, мохтаждарға иғтибарлы булырға тейеш булған. Бының менән улар тәбиғәт көстәренән мәрхәмәт һораған. Науруз мәлендә туй уҙғарыусылар йәки ғаилә тантанаһы үткәреүселәр айырыуса бәхетле булған.