Ырым былай эшләнә: имсе сирлене ултырғысҡа ултырта ла башын яулыҡ менән ҡаплай. Унан һауытҡа һыу һалып, уны сирленең башы өҫтөндә тота, уға иретелгән ҡурғаш йәки балауыҙ ҡоя. Ҡурғаш һауытҡа төшкәс, төрлө киҫәктәргә таралып ҡата, шул һындарға ҡарап, ҡурҡҡан кешенең ҡурҡыу сәбәбен асыҡлайҙар. Ғәҙәттә, ҡотто 1, 3, 7 тапҡыр ҡоялар, йәки йөрәк, түңәрәк формаһындағы һын килеп сыҡҡансы дауам итәләр. Уны сепрәк менән урап, сирләгән кешенең йөрәк тирәһенә әйбергә ҡуша тегеп ҡуялар. Йәки йәшерен ерҙә һаҡлайҙар. Түккәндән ҡалған һыуҙы ҡайһы бер имселәр сирлегә эсергә бирә, аҙаҡ уны иңбаш аша йорт тупһаһы эргәһендә сарпып ебәрәләр.