XIX быуат аҙағында билдәле сыуаш тикшеренеүсеһе Василий Магницкий исемдәр китабы төҙөй, унда архив документтары буйынса асыҡланған 10000-дән ашыу мәжүси ир-ат исеме инә. Теләкте белдереүсе исемдәр (Юман – «Имән», «имән кеүек ныҡлы һәм сәләмәт булһын», Тимĕр – «Тимер», Сарпи – «Матур»), һаҡлаусы (Ҫүппи – «Сүп-сар», Усалук – «Насар»), тыуған ваҡыты һәм урынын белдергән исемдәр (Тунюк – «дүшәмбе тыуған », Эрнепи – «йома тыуған» һ. б.) киң таралған була. Малайҙарға хайуан һәм балыҡтарҙы аңлатҡан (Упи – «Айыу», Уланкă – «Алабуға»), ҡыҙҙарға – ҡош, ҡиммәтле таштар, сәскә исемдәре (Чĕкеç – «Ҡарлуғас», Ука – «Уҡа», Кĕмелпи – «Көмөш») ҡушылған. Байтаҡ урынды үҙләштерелгән ғәрәп-фарсы исемдәре тәшкил итә (Асамат, Алим, Әнисә, Кәлимә һ. б.). Исемдәр генә түгел, исем яһаусы өлөштәр ҙә үҙләштерелгән. Төп сыуаш, дөйөм төрки, үҙләштерелгән исемдәр ҡатнашып, берҙәм исемдәр системаһы барлыҡҡа килә, улар күп туғандаш төрки халыҡтар исемдәре менән тап килә.