Башҡорттарҙың ата-бабалары заманынан технология үҙгәрмәгән тиерлек. Шулай уҡ шыйыҡса ағып сыҡмаҫлыҡ итеп ябылған ҡапҡаслы һауыт, юғары температура һәм ваҡыт талап ителә.
Ҡатай башҡорттары дегетте тәрән баҙҙа әҙерләгән. Был ысул ярайһы оҙаҡ, ХХ быуаттың 30-сы йылдарына тиклем һаҡланған.
Дегет баҙы урман эргәһендә, ҡалҡыулыҡта йәиһә йылға ярында йәки йырында урынлашҡан булған. Груша йәки лимон формаһындағы соҡорҙоң тәрәнлеге 2 метрға еткән, ә диаметры 1,5−3 м тәшкил иткән.
Соҡорҙар эс яҡлап ҡалын итеп мəтебалсыk менән һыланған йәки кирбес менән уратылған. Соҡор өҫтөнә ике бүрәнәнән 3×3 м үлсәмендәге бура ултыртылған, соҡорҙоң үрге ауыҙы диаметрҙа 70 сантиметр тәшкил иткән.
Соҡор төбөнән тышҡа дегет ағып сыҡһын өсөн бөтөн бүрәнән яһалған улаҡ сығып торған. Торба сыҡҡан ерҙә стена тыш яҡлап таш йәки ағас ярҡа менән нығытылған. Эс яҡлап торба сыҡҡан урын кирбес йәки бүрәнәләр менән уратылған, ә торба үҙе махсус ҡапҡас (тәҙрә) менән бикләнгән. Ҡайһы берҙә соҡор ауыҙы өҫтөндә ағас лапаҫ ҡоролған. Ыҫмала әҙерләү өсөн соҡорҙарҙа — ҡарағай сайыры, ағас төптәре һәм тамырҙары, дегет әҙерләү өсөн туҙ яғылған.
Соҡор төбөндә, радиустар буйлап, ҡарағай утыны һәм транса-ҡайыр һалынған, баҙ тулғас, ыҫмалалыҡҡа өҫтән ут төртөлгән. Ут әкрен янған, ул һауаһыҙ ҡалырға тейеш булған. Ағас янып бөткәс, күмер һүндерелгән, йәғни соҡорҙоң үрге тишеге (ауыҙы) ҡапланған.
Иртәгәһенә, күмер һүнгәс, уларҙы һоҫоп сығарғандар, ыҫмала иһә торба буйлап ағып сыҡҡан.