Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡорттарҙа ҡул тирмәне

Ашлыҡ тартыу, онтау өсөн меңәр йылдар элек уйлап табылған бик боронғо ҡулайлама. Ниндәйҙер бер серле, изге көскә эйә.
Тирмән төҙөү тарихы
Тирмән – кешелектең боронғо көнкүреш ҡоралдарының береһе. Бәлки, ул тәгәрмәстән дә иртәрәк уйлап табылғандыр. Ғалимдар фекеренсә, ата-бабаларыбыҙ тирмәндәрен таш быуатта уҡ (б.э. тиклем 10‒3 мең йыллыҡтарҙа) ҡулланған. Нимә һуң ул ҡул тирмәне? Был ябай механик көнкүреш ҡорамалы парлап эшләнгән ике яҫы ҡалын түңәрәктән торған. Төп функцияһы – игендән ярма йәки он тарттырыу.
Ҡул тирмәне Боронғо Грецияла һәм Боронғо Римдә киң ҡулланылған. Был көнкүреш ҡорамалы төрлө күләмле булған, ҙур тирмәндәр ҡол йәки ишәк көсө менән эшләгән.

Ҡул тирмәне барлыҡҡа килеү менән иген тартыу процесы еңеләйгән, әммә кешенән шулай уҡ бик күп физик көс түгеү талап иткән. Шуға күрә ҡул хеҙмәте машиналар менән алмаштырыла башлай.

Башҡорттар ХХ быуат башына тиклем ҡул тирмәндәрен ҡулланған. XII быуаттан алып һыу һәм ел тирмәндәрен төҙөгән, XIX быуаттан алып пар менән эшләгән тирмәндәргә күскән.
Пар менән эшләгән тирмән. Санкт-Петербург ҡалаһы, XIX быуат башы.
Башҡорттарҙа ҡул тирмәне
М.А. Круковский һүҙҙәренсә, башҡорттар оҫта ҡуллы һөнәрселәр һәм новаторҙар булған. Башҡорт ауылдарында һәр саҡ ниндәйҙер яңы, оригиналь йыһаздар барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, бер башҡорт ҡоҙоғона насос ҡуйған һәм бөтә ауылдаштары шунан һыу алған. Икенсе урында өҫтө ябыулы ырҙын табағы уйлап тапҡандар, ундайҙы башҡа бер ерҙә лә осратып булмаған. Өсөнсө урында ағас өй тирмәне төҙөлгән. Күпселек осраҡта башҡорттар ҡул тирмәндәре һәм һыу тирмәндәре менән ҡулланған.
Өфөлә «Өфө II ҡаласығы»н ҡаҙыу урынында археологтар боронғо ҡул тирмәне ҡалдыҡтарын тапҡан
(«Башинформ» МА фотоһы).

Иоган Готлиб Георги башҡорттарҙа аттар ярҙамында он тартыу ысулы тураһында яҙа.
"Улар орлоҡтарҙы һаламдан айырыр өсөн эре малды эйәрләп, игенде тапатҡан. Тәү башлап иген орлоҡтарын тышынан таҙарталар йәки онтайҙар. Бары йорттарҙа булған ағас киле ярҙамында борай, арпа, тары бойҙайын тышлығынан таҙартҡандар".
Иоган Готлиб Георги
Немец табибы, химик, натуралист, этнограф, сәйәхәтсе, минералогия профессоры. П.С. Палластың «Физик экспедицияһы»нда ҡатнаша, Волга буйын, Урта һәм Көньяҡ Урал, Көнбайыш Себер, Байкал, Даурия, Адъюнктты тикшереү менән шөғөлләнә. Георгиның Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙы ентекле һүрәтләүе этнографик тикшеренеү һөҙөмтәһе булып тора.
Баҫым баҫтырыуҙа күпселек осраҡта ырҙын буйлап йөрөгән ҡарауһыҙ аттар ҡулланылған. Шулай уҡ игенде сыбағас менән һуҡҡандар, ырҙын ташы, ҡул ағас һәм таш тирмәндәре, киле менән онтағандар.

Ағас киле, ҡул тирмәне.
Башҡорттарҙа ҡул тирмәндәренең төрҙәре
Башҡорттар тормош-көнкүрешендә тирмәндәрҙең бер нисә төрөн ҡулланған. Тирмәндәрҙе эшләнгән материалы, эшләү принцибына ҡарап киләһе төрҙәргә бүлергә мөмкин:
Башҡорттарҙың ағас ҡул тирмәне.
1. Ағас тирмәндәр диаметры 40–70 см, бейеклеге 25–30 см ҡайындан эшләнгән ике түңәрәктән торған. Аҫҡы түңәрәктең өҫтө ҡалҡыу, ә өҫкөһөнөң аҫты батынҡы итеп эшләнгән, аҫҡы түңәрәктең уртаһына тимер кендек, өҫкөһөнә махсус тотҡа беркетелгән. Игенде яҡшы онтау өсөн тирмәндең бер-береһенә ышҡыла торған урындарына ваҡ металл өҫтәмәләр ҡағып сыҡҡандар. Өҫкө түңәрәктең ярығына иген йәки кипкән емеште һалғандан һуң, тирмән ҡул менән әйләндерелгән. Тирмән аҫтына быҙау, кәзә йәки ҡоралай тиреһе түшәгәндәр.
2. Таш тирмән ‒ ҡомташтан эшләнгән, төҙөлөшө буйынса ул ағас тирмәнгә оҡшаған, ләкин бәләкәйерәк (диаметры 36–46 см, бейеклеге 10–12 см) булған, ҡайһы берҙә ағас таяуға ҡуйылған. Таш тирмән яһау менән Златоуст, Өфө, Стәрлетамаҡ өйәҙҙәрендә шөғөлләнгәндәр.
Башҡорттарҙың таш ҡул тирмәне.

3. Һыу тирмәне болғауыслы (горизонталь ҡулсаның көрәксәләренә төшкән һыу тирмән ташының күсәрен әйләндергән) һәм ҡулсалы (һыу ағымы вертикаль ҡулсаның көрәксәләренә йәки һауыттарына ағып, таш тирмән хәрәкәткә килтергән) булған. Тирмәнгә иген һалынған, он иләк аша әрйәгә йыйылған, кәбәге һөҙәк ҡаптан ағас һауыттарға ҡойолоп барған. Тирмән тулы һыулы һәм шәп йылғалар йәки махсус быуалар эргәһендә, ҡыуышта йәки айырым өйҙә ҡоролған. XVIII быуатта заводтар төҙөгәндә эшселәрҙе аш-һыу менән тәьмин итеү өсөн иң беренсе сиратта һыу тирмәндәре ҡорғандар.

Һыу тирмәне
П.С. Палластың ҡыҙыҡлы асыштарының береһе – ул башҡорттарҙың һыу тирмәне. Күлмәк шишмәһе буйында алты йортло бәләкәй башҡорт ауылында ул быуаны һәм һыу тирмәнен күреп ҡала. Саф башҡорт ҡорамалын күреп ғәжәпләнгәс, этнограф уны ентекле итеп тасуирлай һәм "тары тирмәне" тип атай.
«Иң бәләкәй шишмәләрҙе табып башҡорттар уларҙы йәйек, ер һәм башҡа ысулдар ярҙамында быуа. Быуала һалдан ҙур булмаған өй төҙөлә. Өй уртаһында өҫтәл урынына бура ҡуйыла. Бура өҫтөндә тирмән таштары ята. Әммә улар күпселек осраҡта таштарҙан түгел, ә бик күп тимер лезвие ҡатылған ағас киҫәгенән эшләнә. Лезвиеларҙың тәртибе булмаһа ла, барыһы ла уртанан алып түңәрәктең ситенә тиклем йәйелгән. Тирмәнде туҡтатыу өсөн ҡайһы берәүҙәр оҙон һал һалалар, икенселәр улаҡ яһайҙар. Орлоҡтар ятҡан ҡумта тирмән таштарына ҡапма-ҡаршы торған һалдарҙа урынлашҡан. Башҡорт тирмәнде, орлоҡтарҙың ҡойолоуын туҡтатырға булһа, ул тик бер тотҡаға ғына баҫа. Бынан да ябайыраҡ һыу тирмәнен уйлап табыусы бармы икән?!» тип яҙа шаҡ ҡатҡан П.С. Паллас.
П.С. Паллас
Немец һәм рус энциклопедист ғалимы, XVIII—XIX быуаттарҙың тәбиғәтте өйрәнеүсеһе, географы һәм сәйәхәтсеһе. XVIII быуаттың икенсе яртыһында Рәсәй территорияһында үткән фәнни экспедициялар менән танылыу ала, донъя һәм Рәсәй биология, география, геология, филология һәм этнография фәненә ҙур өлөш индерә.
Башҡорттар ҡул тирмәнен иген, төрлө үҫемлектәр орлоҡтарын, киптерелгән емеш-еләктәрҙе онтау өсөн ҡулланған. Тирмән тәгәрмәстәренең тышҡы яҡтары тәрән уйылыуҙар менән бүленгән. Был уйылыуҙар иген орлоҡтарын онтау һәм ондоң ҡойолоу юлы булараҡ хеҙмәт итә.
Тәржемә: өҫкө һәм аҫҡы тирмән таштарының өҫтө рельефлы биҙәк менән биҙәлгән кеүек эшләнгән – тирмән кендегенә ҡарай егермеләп уйым (улаҡ) уйылған.

Улаҡтар булған ҡул тирмәне
(Башҡортостан Республикаһының Милли музейы фондынан алынған фотография).

Борон-борондан ҡул тирмәне ярҙамында ҡиммәтле һәм шифалы ризыҡ – талҡан эшкәрткәндәр.

Бөгөнгө көндәрҙә ҡул тирмәндәре музей экспонаттары булып хеҙмәт итә. Уларҙы тик ҡайһы бер башҡорт ауылдарында ғына осратырға мөмкин, халыҡ тирмәнде ҡомартҡы итеп кенә һаҡлай. Төрлө байрамдар, һабантуйҙар үткәндә ҡул тирмәне ярҙамында иген тартыуҙы күрергә була.

Башҡорт һабантуйында ҡул тирмәнен тартыу.
Ҡул тирмәне менән бәйле легендалар һәм ышаныуҙар
Бик күп цивилизацияларҙа таш тирмән үҫеш, үҙгәреш символын тәшкил итә. Аҫҡы таш – ул ер, өҫкө таш – күк. Боронғо ҡорамал менән бәйле халыҡ ышаныуҙары ла күп. Мәҫәлән, Ишембай районы халҡы фекеренсә, таш тирмәнде өй нигеҙенә һалғанда, йортҡа бәхет киләсәк.

Ҡул тирмәне бала табыу йолаларында ла сағылыш таба: ауырлы ҡатынға тирмән тартыу тыйыла, кендек бауы баланың муйынына уралырға мөмкин.

Тирмән топонимик легендаларҙа ла осрай. Мәҫәлән, В.И. Даль Тирмәнтау эсендәге Тирмәнташ мәмерйәһе эсендә аҡҡан йылғаны тасуирлағанда: «Шайтан упҡынына тирмән тартырға керҙе», – тип яҙа.

БСТ каналының «Мистик Башҡортостан. Таш тирмән көсө» программаһы.
Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ҡул тирмәне
Һәр кем үҙ тирмәненә һыу ҡоя. (Каждый на свою мельницу воду льет).

Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай. (Разговорами сыт не будешь).

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:

1. Агеева Р.А. Какого мы роду-племени? Народы России: имена и судьбы. Словарь-справочник. М.: Академия, 2000.

2. Байскова Н.П., Фатьянов Я.И. Основные виды традиционного хозяйства башкир // Исторические науки и археология. International Journal of Humanities and Natural Sciences, vol.7, 2019.

3. Башкиры: Этническая история и традиционная культура / Н.В. Бикбулатов,
Р.М. Юсупов, С.Н. Шитова, Ф.Ф. Фатыхова. Уфа: Башк. энцикл., 2002.

4. Бикбулатов Н.В. Системы земледелия башкир в XIX – начале XX в. // Хозяйство и культура башкир в XIX – начале XX в. / Отв. ред. Р.Г. Кузеев. М: Издательство «Наука», 1979.

5. Галигузов И.Ф. Народы Южного Урала: история и культура. Магнитогорск, 2000.

6. Кузеев Р.Г. Историческая этнография башкирского народа. Уфа: Китап, 2009.

7. Мурзабулатов М.В. Скотоводческое хозяйство зауральских башкир в XIX – начале XX в. // Хозяйство и культура башкир в XIX – начале XX в. / Отв. ред. Р.Г. Кузеев. М: Издательство «Наука», 1979.

8. Мурзабулатов М.В. Техника земледелия у Зауральских башкир // Культура и быт башкир / Сб. статей. Уфа: БФАН СССР, 1978.

9. Надршина Ф.А. Русско-башкирский словарь пословиц-эквива­лентов. Уфа: Китап, 2008.

10. Руденко С.И. Башкиры: историко-этнографические очерки. Уфа: Китап, 2006.

11. Токарев С.А. Этнография народов СССР [Текст]: Ист. основы быта и культуры. Москва: Изд-во Моск. ун-та, 1958.

© Осипов А.И., автор-төҙөүсеһе, 2020.