Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
БАШҠОРТ БАЛ БАЛЫ (ҺИТӘ БАЛЫ)
Бал башҡорттарҙың милли аш-һыуында айырым урын алып торған. Уны ҡамыр аҙыҡтарына (сәксәк, бауырһаҡ, баллы ҡоймаҡ), һөт ризыҡтарына (баллы май, баллы ҡыҙыл эремсек) ҡушҡандар, шулай уҡ консервант сифатында (баллы еләктәр) файҙаланғандар, төрлө эсемлектәр – баллы сәй бешергәндәр, асы бал (бал балы, һитә балы) ҡойғандар.
Асы бал (бал балы, һитә балы) – традицион башҡорт эсемлеге. Ул хужалығында солоҡ (умарта) тотҡан, күп бал алған башҡорттар араһында айырыуса киң таралған булған.
Етештереү һәм ҡулланыу мәҙәниәте
«Шүлгәнташ» тәбиғәт ҡурсаулығы директорының умартасылыҡ һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ғәлин Радик Рауил улы бына нимә ти:
«Бал әсетеүҙең 40-лап ысулы бар. Кемдер уны ҡайната, кемдер әсетә. Ҡайһы ваҡыт уны иген һалып ҡоялар, улай тиҙерәк килеп сыға – ни бары ике аҙнала өлгөрөп етә. Әммә мин уны һитә балы түгел, ябай әсе бал тип иҫәпләйем. Ысын башҡорт балы кәрәҙле һәм һитәле балдан ҡойола, был уға үҙенә генә хас тәм һәм төҫ бирә. Нимә һәм күпме ҡушыуҙы һәр кем үҙе хәл итә.

Мин 10 литр һыуға сама менән 3–4 килограмм бал һалам, әсеткегә һитә ҡушам һәм һауытты йылыға, мәҫәлән, йылылығы 35 градус булған мейес башына ҡуям. 20–30 көндән бал әҙер! Шулай әҙерләгәндә эсемлек «тере» була, балдың файҙалы сифаттарын һаҡлай. Уның ҡиммәте шунда».
Асыҡлыҡ индереү кәрәк. Башҡорттарға эскелек, көслө спиртлы эсемлектәр ҡулланыу хас булмаған. Эскелекте йәмәғәтселек, аҡһаҡалдар, дин вәкилдәре һәр ваҡыт боҙоҡлоҡ тип һанаған. 1913 йылда үткәрелгән Өфө губернияһындағы ауыл халҡы араһында алкоголизмдың таралыу-таралмауын тикшереүҙең күрһәтеүенсә, мосолман, шул иҫәптән башҡорт ауылдарында, эскелек бөтөнләй булмаған.

Башҡорт йәмғиәтендә араҡы һәр ваҡыт ауырыуҙар һәм үлем сәбәбе тип һаналған. Хатта бер яҡтан эскелекте хурлаған («Араҡы аш булмаҫ, бауырға таш булыр», « Араҡы һүҙҙе оҙайта, ғүмерҙе ҡыҫҡарта», «Эскән кеше аҡылын юя», «Араҡы эскән әжәле етмәй үлер », «Эсеү аҡса таптыра, ғәзиз башты олаҡтыра»), икенсе яҡтан традицион эсемлектәрҙе маҡтаған («Бал – хәләл, араҡы – хәрәм», «Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ бар») мәҡәл һәм әйтемдәр ҙә бар.

XVIII быуаттың күренекле рус сәйәхәтсеһе, Волга, Урал буйҙарын, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң төньяғын өйрәнеүсе Иван Иванович Лепехин башҡорттарҙа ҡунаҡ булыуҙы бына нисек тасуирлай:
«Был эсемлек менән таныш булмағандарҙың тиҙ үк быуынына төшә, үҙ аҡылдарында булһалар ҙа, урындарынан тора алмайҙар, ә башҡорттар үҙҙәре уны күп эсә, әммә уларға эсемлек улай тәьҫир итмәй. Ҡунаҡ булыусылар бал балы һәм ҡымыҙ йоғонтоһонда ҡыйыуланып китә, үҙҙәрен иркенерәк тота, йырларға, музыка ҡоралдарында (һыбыҙғы, ҡурай, ҡумыҙ) уйнарға, бейергә тотона. Хайуан, ҡош тауыштарын шул тиклем оҫта сығара улар, ысын ҡоштан айырыуы ла ҡыйын. Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡтан һуң да башҡорттар араһында бер ниндәй низағ-фәлән ишетмәҫһең».
Бал балы байрам тантаналарында
Бал балы күп йолаларҙа, бигерәк тә башҡорт туйҙарында, әүәҫ ҡулланылған. Мәҫәлән, кейәү егете яғынан ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙан башлап барыһын да бал менән һыйлағандар. Ҡыҙҙың ауылындағы ир-егеттәр ҡымыҙ, икмәк, ит, бал алып ҡунаҡты ауыл ситенә сығып ҡаршы алғандар, туҡтатып, тәбиғәт ҡосағында һыйлағандар.

Ҡыҙмаса иткән эсемлек туҫтағына тәңкә һалыу йолаһы килен хөрмәтенә үткәрелгән һәм «килен аяғы эсеү» тип йөрөтөлгән. Туҫтаҡты бер-береһенә тапшырып сиратлап эскәндәр, иҫтәлекле тәңкә балды эсеп бөтөргән кешегә эләккән. Бының өсөн ул киленгә бүләк бирергә тейеш булған.

С. М. Бәҙретдиновтың «Фольклор-поэтик мираҫ сығанағы булараҡ башҡорт туй йолалары» мәҡәләһендә яҙыуынса:
«Башҡорт туйы, халыҡ көкүрешенең комплекслы сағылышы булараҡ, үҙ эсенә төрлө йөкмәткеле һәм формалы тамашаларҙы һәм йолаларҙы ала, улар араһына «көрәгә асыу» ҙа (бал ҡойолған тәпән) инә».
Башҡорт әкиәттәренә күҙ һалһаҡ, туй ете көн һәм ете төн дауам иткән, һый мул булған, унда күп халыҡ ҡатнашҡан.

«Ялыҡ бей, Ҡармасан менән Сәрмәсән» дастанында туй былай тасуирлана:
Ҡара Абыз риза булды
Ҡыҙ бирергә,
Халҡы шунан эй тотондо
Мәж килергә.
Әкиәт тиһәң, әкиәт түгел,
Туй башланды,
Ете көн һәм ете төн ул
Тоташ барҙы.
Түрҙә булды был абызың,
Абыз – ҡоҙа,
Йырсылары йыр башланы
Һуҙа-һуҙа.
Көрәгәләр килә торҙо
Буҙа менән,
Туҫтаҡтарҙы уртаҡ эстек
Ҡоҙа менән.
Буҙалары бөтөүенә,
Ҡоҙаларым,
Тәпән-тәпән бал эсереп,
Ыҙаланы.
Унан килде һаба-һаба
Ҡымыҙҙары.
Уңған икән ҡымыҙ бешкән,
Һай, ҡыҙҙары!
Йырлап биргәс, эсмәйенсә
Сараң юҡтыр,
Бөтәһе лә хәләл ризыҡ,
Харам юҡтыр.
Буҙаһы ла, бал, ҡымыҙы
Бер ҡорһаҡта
Урын тапты, көнө-төнө
Ултырһаҡ та;
Уйын-көлкө, бейеү, көрәш,
Бәйге, ярыш
Барған өсөн һый һәм хөрмәт
Менән ярыш...
Бал балы, бөгөнгө заманда етештереү
Һуңғы осорҙа милли эсемлектәр менән ҡыҙыҡһыныу көсәйә, сөнки улар тәмле, һыуһынды ҡандыра, аш һеңдереү ағзаларына ыңғай тәьҫир итә, бөгөнгө көндә киң таралған сәләмәт тормош концепцияһына ла тап килә.

Аҙ ҡеүәтле заводтарҙа киң ҡабул ителгән эсемлектәр – кеүәҫ, бал балы, сбитень һ. б. әсетеү иҫәбенә ассортиментты киңәйтергә мөмкин.

Башҡортостанда милли эсемлекте етештереүсе ҙур предприятиеларҙың береһе – «Архангель ҡайнатмалары». Ул алкоголһеҙ бал балы сығара һәм төбәк, федераль ваҡлап һатыу селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итә, илдең башҡа төбәктәрендә сауҙа нөктәләре асырға ниәтләй.

Радий Хәбировтың 2021 йылда үткәргән «Инвестиция сәғәтендә» предприятиела етештереүҙе киңәйтеүҙе республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерергә ҡарар ителде.

Компанияны ойоштороусы Азамат Ғәлин бына нимә һөйләй:
«Иҫертмәй торған бал балы тарихы бик боронғо һәм, бөгөнгө тел менән әйткәндә, ысын мәғәнәһендә триллерға оҡшаш. Бал балы тураһында тәүге тапҡыр XV быуат документтарында иҫкә алына. Ул саҡта Рәсәйҙә дауалау менән им-том итеүселәр шөғөлләнгән. Улар башлыса үләндәр һәм бал менән дауалаған. Иҫертмәй торған бал, ул саҡтағы имселәр фекеренсә, «үлгәнде терелтер илаһи көскә эйә булған». Иван Грозныйҙың шәхси табибы Елисей Бомелий була. Конкуренттарынан ҡотолоу өсөн, һарайҙағы «лейб-медик» батшаны балдың илаһи көскә эйә булыуы мөмкин түгел тип, бағымсыларҙы һәм Алланы яманлаусыларҙы язалауға күндерә. Опричнина ҡылысы монах-дауалаусыларҙы аямай. Шулай итеп иҫертмәй торған балдың рецепты күп быуаттарға юғала. Эсемлек әҙерләү ысулы архив һәм йылъяҙма мәғлүмәттәре буйынса тергеҙелә.

XIX быуат башында Уралдағы ҙур завод хужаларының береһе Яков Твердышев була. Аҫҡын йылғаһы ярында (әле был урын Башҡортостандың Архангел районына ҡарай) ул баҡыр иретеү заводы, йорт һәм бал балы һаҡлағысы төҙөй. Твердышев башҡорт йүкә балын айырыуса үҙ итә, унан ҡойолған бал уғата яҡшы була. Ул бал ҡойғанда тотонған шишмә һыуын беҙ ҙә файҙаланабыҙ. Яков Твердышевтың эсемлекте әҙерләү ысулын шул осор яҙмалары буйынса тергеҙҙек».
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Аркадьева Т. Г., Федотова Н. С., Чуриков С. А. Архаизмы, историзмы: актуализация устаревшей лексики в современной социокультурной и языковой ситуации//Журнал «Гуманитарные, социально-экономические и общественные науки», 2016.
2. Бадретдинов С. М. Башкирские свадебные обряды как источник фольклорно-поэтического наследия//Журнал «Вестник Башкирского университета», 2007.
3. Лепехин И. И. Продолжение дневных записок путешествия академика и медицины доктора Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1770 году. – СПб. : Императорская Академия наук, 1802.
4. Мигранова Э. В. Алкоголь в системе ценностей башкир //Журнал Самарский научный вестник, 2020.
5. Шпилко А. Г., Хныкин А. М., Гернет М. В. Технология производства пива и кваса на заводах малой мощности//Журнал «Пиво и напитки», 2007.
6. Бортевое пчеловодство башкир Бурзянского района Республики Башкортостан. Электронный реестр объектов нематериального культурного наследия народов Республики Башкортостан.

©
Шахов С. В., автор-төҙөүсе, 2021
Фото: depositphotos.com, Станислав Шаховтыҡы, Азамат Ғәлин архивынан.