Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡортостан мариҙарында кәкүкле ҡолға формаһындағы ерләү ҡоролмаһы

Кәкүк һыны төшөрөлгән ағас ҡолға рәүешендәге мари ерләү ҡоролмаһы мариҙарҙың мәжүсилек традицияһы өлгөһө, борон ул этнос йәшәгән барлыҡ төбәктәрҙә
таралған булһа, хәҙер Башҡортостан Республикаһы территорияһында
ғына, сурай төркөмөнә ҡараған ауылдарҙа һаҡланып ҡалған
(Мишкә районының Сурай, Тынбай, Иҫке Ҡолсобай ауылы һ.б.).
Кәкүк мариҙарҙа «үлек ҡошо» тип иҫәпләнә һәм үлгәндәр менән бәйләнеште һынландыра. Ҡолға һәм кәкүк урындағы оҫталар тарафынан ҡайындан эшләнә.

Фото сығанағы
Башҡортостан мариҙары көнсығыш мариҙары этнографик төркөмөнә

ҡарай (эрвел мари).

Г. А. Сепеев һәм башҡа тикшеренеүселәр көнсығыш мариҙарының дүрт төркөмөн билдәләй:

Кама буйы (чолман мари)

Татарстан, Удмурт Республикаһы;
Урал (урал мари)
Свердловск өлкәһе, Пермь крайы;
Ыҡ-Cөн (бәләбәй мари)
Башҡортостандың Баҡалы, Бәләбәй, Туймазы һәм Шаран райондары, Татарстандың Аҡтаныш, Минзәлә һәм Мөслим районы;
Ағиҙел буйы (ӱпö мари)
Башҡортостан Республикаһының Балтас, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Ҡариҙел, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Нуриман, Яңауыл һ.б. ауылдары.
Башҡортостан Республикаһының сағыштырмаса
ҙур өлөшө Ағиҙел буйы төркөмөнә ҡарай,
Ыҡ-Cөн төркөмө аҙ һанлы.
XVI–XVIII бб. мариҙарҙың күпләп башҡорт ерҙәренә күсеүенең сәбәбе уларҙың үҙ инаныстарын һаҡлап ҡалыу теләгенә бәйле. С.И. Руденко, Р.Г. Кузеев, Т.А. Крюкова, Р.Р. Садиҡов, Г.М. Яфаева билдәләүенсә, көнсығыш мариҙары
төп этностан айырылыуы һәм урындағы халыҡтар менән тығыҙ аралашыуы һөҙөмтәһендә традицион инаныуҙарын һәм боронғо этник йолаларын һаҡлап алып ҡалған. Башҡортостан мариҙарының ярайһы уҡ ҙур өлөшө
бөгөнгө көндәргә тиклем үҙҙәренең традицион (мәжүси) инаныуына тоғро ҡалған.

XIX б. православия динен ҡабул иткән башҡа мариҙарҙан айырылып, мәжүси мариҙар үҙҙәрен «чимари» – ысын мари тип атай. Улар донъяны барлыҡҡа килтергән Юмо аллаһына табына (Ҙур Аҡ Алла), икенсе аллаларға ла инана, тәбиғәт эйәһенә баш эйә, ағастарҙың илаһи көсөнә ышана. Мариҙарҙың ышаныуына
ярашлы, ер аҫты донъяһына Ҡиәмәт-Тора хужа. Мәжүси мариҙар ҙур байрамдар уңайынан изге ағаслыҡ кусото эргәһенә йыйыла. Изге урында ағастарҙы киҫергә һәм ботаҡтарын һындырырға, бәшмәк һәм еләк-емеш йыйырға ярамай, сөнки урман эйәләренң кешеләргә асыуланып бәләләр ебәреүе бар. Мариҙарҙың йорт ҡаралтыһында ишекһеҙ һәм һайғаҡһыҙ, уртаһына усаҡ ҡуйылған ҡорамалдары кудо бар, унда ғаиләне ҡурсалаусыға ғибәҙәт ҡылалар. Дөйөм ауыл халҡы
өсөн изге урын Керемет бар.
Ысын мариҙарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрендә һәм йолаларында ата-бабалар рухын һәм үлгән туғандарҙы хөрмәтләү ҙур урын ала. Йылына бер нисә тапҡыр туғандарҙы иҫкә алыу ойошторола, рухтарҙы йортта һәм зыяратта «ашаталар», улар өсөн мунса яғалар, ҡунаҡҡа саҡыралар. Уларға үтенестәре һәм теләктәре менән мөрәжәғәт итәләр. Мариҙар йәндең туғандар араһында йөрөүенә ышана. Кешеләр һәм рухтар араһындағы бәйләнеш ут аша башҡарыла. Бынан өйҙә һәм зыяратта шәм яндырыу, ҡәбер эргәһендә усаҡ яғыу, ерләүҙән һуң мейес эргәһендә ҡулды йылытыу кеүек һ.б. йолалар киң таралған.

Мари ҡанбабаhы доға ҡылып йөргән ваҡытта.

Озерки, Мишкә районы. 2005 й. Садиков Р. Р.

Үлгән кешене теге донъяла ла бындағы кеүек тормош көтә тип иҫәпләнә, шуға ла туғандары үлгән кешене өй (тәҙрәле табут), ер биләмәһе (ҡәбер ер аҫты донъяһы хужаһынан тәңкәләр менән һатып алына) һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән (өҫтәмә кейем-һалым, тараҡ, көҙгө, ризыҡ, аҡса) тәьмин итә. Бынан тыш табутҡа бер гөлйемеш ботағы һәм ике миләш ботағы һала, улар теге донъяла эттәрҙән һәм яуыз көстәрҙән һаҡлай

тип иҫәпләнә.

Ҡәберҙәрҙең меридиан буйынса баш менән төньяҡҡа ҡарай урынлашыуы үлеләр донъяһы тураһында себерҙә урынлашҡан ҡарлы һәм һыуыҡ урын, тип күҙаллауҙан килә. Ерләгәндән һәм ҡәберҙе өс тапҡыр урап сыҡҡандан һуң ҡәбер өҫтөнә ҡолға ҡуялар йәки ике осона йәш ҡайын ботаҡтарын ҡаҙайҙар – ҡайын ҡайғы билдәһе. Баш яғына ағасҡа таҫтамал эләләр. Ғаиләле
кешеләргә туйҙа бүләк ителгән таҫтамалдар эленә (үлгәндән һуң да улар бергә, тимәк), ҡалғандарға (ирһеҙ ҡатындар, яңғыҙҙар, үҫмерҙәр, балалар) махсус күмеүгә әҙерләнә. Тикшеренеүселәр ҡәберҙәге ҡолғаның күктәге бағананы символлаштырыуын билдәләй, ҡолғалағы таҫтамал – был донъяның теге донъя менән бәйләнешен күрһәтә, шулай уҡ теге донъяға юлды билдәләй.
Ыҡ-Cөн мариҙары ҡәбергә тик ҡолға ҡуя, уға таҫтамал бәйләй. 1950-се йылдарға
тиклем уларҙа ҡәбер өҫтөнән бер нисә имән бура һалыу йолаһы һаҡлана. Краснокама районының керәшен мариҙары ҡәбергә тәре ҡуя һәм таҫтамал бәйләй. Сурай төркөмө ауылдарында (Мишкә районының Сурай, Тынбай, Иҫке Ҡолсобай ауылы һ.б.) баш яғына ҡайын олонон һәм оҙон ҡолға урынлаштыралар, уның осона ағастан кәкүк һынын беркетәләр, шулай уҡ таҫтамал бәйләйҙәр. Ҡолға ҡуйыу ғәҙәте бик күп урындарҙа осрай, тик улар кәкүкһеҙ була. Кәкүк һыны, ихтимал, тереләр һәм үлеләр донъяһы араһындағы медиатор ролен үтәй. Ю.А. Калиев ҡолға осондағы ҡош һыны – күк бағанаһы – уның астраль мифологик картинаның бер өлөшө булараҡ характерлай.
Мариҙар доға ҡылғанда изге ағасты йүкә ҡабығы менән бәйләйҙәр.
Озерки, Мишкә районы. 2005 й. Садиков Р. Р.
Көнсығыш мариҙарҙың ерләү һәм
башҡа йолаларында күрше халыҡтарҙың,
шул иҫәптән башҡорт һәм татарҙарҙың мәҙәниәте тәьҫире ныҡлы һиҙелә.
Урындағы мариҙар үлем кешегә үлем рухы
Азырен аша килә тип иҫәпләй, ә был төшөнсә мосолмандарҙың үлем фәрештәһе Ғазраилға
барып тоташа. Хәнйәр менән ул кешенең
муйынын сала һәм ҡанын эсә, шунан һуң
кеше шунда уҡ йән бирә йәки бер
аҙ ваҡыттан һуң мәрхүм була.
Көнсығыш мариҙарҙы, башҡорт һәм татарҙарҙы үлгән кешенең рухы кешеләргә күбәләк йәки пар рәүешендә килә, тигән ышаныу берләштерә.
Кәкүк тураһындағы төшөнсә лә уртаҡ.
Был ҡош мифик сифаттарға эйә.
Юҡҡамы ни төрлө халыҡтарҙа кәкүк менән бәйле юрауҙар һәм магик күренештәр йәшәп килә. Иртә яҙҙан кәкүк ҡысҡырыуы йылдың уңышһыҙ булыуын юрай. Кәкүк ҡысҡырғанын һанап кеше ғүмер оҙонлоғон билдәләй, ҡыҙҙар ҡасан кейәүгә сығырын һанай. Үлгән ирҙәрен иҫләп илаған ҡатындарҙы кәкүк менән тиңләйҙәр. Кәкүк осоп килеүе теге донъянан хәбәр кеүек ҡабул ителә. Ерләү мәлендә мариҙар йыр менән кәкүккә мөрәжәғәт итеп, әрнеү-ғазаптарын баҫа, күңелен бушата. Православие дине тәьҫирендәге легенда буйынса, кәкүк изге байрам Благовещенье мәлендә, эшләргә ярамаған көндә оя ҡора, шуға ла язалана. Кәкүк – ҡайғы, үлемгә тиң айырылышыу символы.
Оло Сухояз ауылы зыяраты, Мишкә районы, БР. 2010 й. Садиков Р. Р.
Халыҡтарҙың яҙғы
архаик йолалары
кәкүк менән бәйле.
Улар асыҡ сағылған гендер характерҙа (ҡатын-ҡыҙҙар уны ирҙәрҙән йәшереп башҡара) һәм боронғо ер эшкәртеү культына бәйле. Мариҙарҙың бөгөнгө байрам-йола календарына Кәкүк байрамы кумления инә, ул май аҙағында үткәрелә. Башҡортостан рустары араһында «Кәкүкте ерләү» ритуалы башҡарылыуы
тураһында мәғлүмәт бар. Пасханан һуң 40-сы көнгә, май-июнь аҙаҡтарында, Вознесенье көнөнә ҡыҙҙар ирҙәрҙән йәшереп
ҡайын сыбығынан кәкүк эшләй, уны биҙәй, унан урманға барып, ҡайын ботағынан бишек эшләп уға кәкүк һала. Бәйләнгән ағастар араһында тороп ҡыҙҙар өс тапҡыр үбешә, бүләктәр бирешә,

йырҙар йырлай. Кискә кәкүкте йәшерен урында ерләйҙәр, ун көн үткәс уны «терелтәләр». Был Рәсәйҙең күпселек губерналарында киң таралған «кәкүкте терелетеү һәм ерләү» йолаһы ауазы. Ҡайын сыбығы йәки үләндән «кәкүк йәштәре» тигән ритуаль ҡурсаҡ әҙерләгәндәр, уны кәкүк тип атағандар. Кәкүкте табутҡа һалғандар. Уны суҡындырып, илау-һыҡтау, юрауҙар менән тантаналы ерләгәндәр, ритуаль аш-һыу әҙерләгәндәр. Күпмелер ваҡыттан һуң йолала ҡатнашыусылар шул урынға барып махсус йырҙар менән кәкүкте кире ҡайтарғандар.

Туғанлашыу (кумление) йолаһы – ҡыҙҙар араһында рухи айырым бер ваҡытҡа рухи бәйләнеш булдырыу, шуны иҫбатлап үбешеү, бүләктәр бирешеү. Йоланың мәғәнәһе әхирәтле булыуҙан бигерәк тәбиғәт көстәренә тәьҫир итеү, ерҙең һәм тереклектең уңдырышлылығын, бәрәкәтен тәьмин итеү булған.
Башҡорттар бөгөнгәсә «кәкүк сәйе» йолаһын үтәй (кәкүк образы башҡа халыҡтарҙа кеүек үк башҡорт фольклорында тол ҡатын образын кәүҙәләндерә), йолала ҡыҙҙар түгел, ә яңғыҙ ҡатындар ҡатнаша. Улар үҙҙәре менән балаларын алып тауға менә (башҡорттарҙа, бик күп көнсығыш славян халыҡтарындағы кеүек үк, күп йолалар тау битләүендә, түбәләрҙә башҡарыла), күңелен бушата, сәй эсә. Кәкүкте иҫләп тол ҡатындар яңғыҙлыҡтан арынырға теләй, аналогия буйынса славян ҡыҙҙары йола һөҙөмтәһендә ғүмерлеккә тоғро әхирәт таба.


Фото сығанағы
Мариҙарҙың кәкүк һыны төшөрөлгән ағас ҡолға ҡуйыу йолаһы хаҡында С.И. Руденко яҙа. Ул бер нисә фигураны Рус этнография музейына тапшыра. Р.Г. Кузеев исемендәге РФА ӨФҮ Этнологик тикшеренеүҙәр институты Археология һәм этнография музейында ла кәкүктең бер нисә һыны бар.
1884 й. Бөрө өйәҙе Сурай һәм Килбахты ауылы мариҙарының йолаһын А.О. Хейкель өйрәнә, ул коллекция Хельсинкила Финляндияның Милли музейында һаҡлана.
Урындағы мариҙарҙың йола мәҙәниәте тураһындағы мәғлүмәт
XIX уртаһы һәм икенсе яртыһы тикшеренеүселәре хеҙмәттәрендә сағылыш таба – М.В. Лоссиевский (1848), В.М. Черемшанский (1859), М. Колесников (1897), Л.Я. Мендияров (1894).
Һуңғыһы урындағы мариҙарға төрки халыҡтарының этник традицияларының, шулай уҡ исламдың Сикәй, Аҡборис ауылдары мариҙары йолаларына һәм дини ғөрөф-ғәҙәттәренә ярайһы уҡ көслө тәьҫирен билдәләй.
XX б. башындағы тикшеренүселәр – фин этнографы У. Хольмберг, Рәсәй авторы М. Гумин һ.б. шулай уҡ урындағы мариҙарға төрки һәм мосолман тәьҫиренә иғтибар бирә.
Совет осоронда көнсығыш мариҙарҙы өйрәнеү менән Г.А. Сепеев шөғөлләнә һәм 1975 й. монография баҫып сығара.
Фин этнографы һәм демографы С. Лаллукки монографияһында,
ул инглиз телендә яҙыла, көнсығыш мариҙарҙың, шул иҫәптән
Ыҡ-Cөн төркөмөнөң, этномәҙәни үҙенсәлектәре тикшерелә.
2000-се йылдарҙа мариҙар коллектив һәм индивидуаль экспедициялар барышында өйрәнелә. Унда ҡатнашыусылар
Т.Л. Молотова һәм Р.Р. Садиҡов мәҡәләләр серияһы әҙерләй.
Р. Р. Садиҡовтың ҡайһы бер материалдары уның монографияһында (2016) донъя күрә.
Башҡортостан мариҙарының ерләү йолаһын Г.М. Яфаева өйрәнә.

Фото сығанағы
Ҡәбер өҫтөнә кәкүк һыны төшөрөлгән ағас ҡолға ҡуйыу йолаһы элек барлыҡ төбәктәрҙә таралған булһа, артабан ул юҡҡа сыға, хәҙер Башҡортостандың Мишкә районында ғына һаҡланып ҡалған. Был йола материаль формала мариҙарҙың тәбиғәт, ер аҫты донъяһы, тереләрҙең һәм үлеләрҙең бәйләнеше хаҡында боронғо күҙаллауын сағылдыра.

Фотола: Тымбай ауылы зыяраты, Мишкә районы, БР. 2010 й. Садиков Р. Р.
Көнсығыш мариҙары күпселек
мәжүси инаныуҙарын һаҡлап килә. Шуның
менән бер рәттән, уларҙың байрам-йола календаре мәжүси һәм православ, шулай уҡ мосолман
байрамдарынан тора: Бөйөк көн, Һабантуй,
Ҡорбан, Семик, Раштыуа, Масленица һ.б.
Мәғлүмәт сығанаҡтары:
  1. Мәғлүмәт биреүсе: Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты.
  2. Асылбаев А. А. История деревни Чулаево. Туймазы, 2010.
  3. Васильев В. М. Материалы для изучения верований и обрядов народа мари. Краснококшайск, 1927.
  4. Гумин М. О черемисах-язычниках деревни Баймурзино Семено-Макаровской волости Белебеевского уезда // Уфимские епархиальные ведомости. 1915. № 13.
  5. Ерусланов П. Краткий отчет о поездке к черемисам Уфимской губернии летом 1896 г. // Этнографическое обозрение. 1896. № 2–3.
  6. Калиев Ю. А. Мифологическое сознание мари (Феноменология традиционного мировосприятия). Йошкар-Ола: Мар. гос. ун-т, 2003.
  7. Колесников М. Черемисы-язычники в Белебеевском уезде // Уфимские губернские ведомости. 1897. № 87, 89, 90, 91.
  8. Лоссиевский. Быт и праздники черемис Оренбургской губернии // Оренбургские губернские ведомости. 1848. № 41, 42.
  9. Марийцы. Историко-этнографические очерки. Йошкар-Ола: МарНИИЯЛИ, 2005.
  10. Мендияров А.Я. О черемисах Уфимской губернии // Этнографическое обозрение. 1894. № 3.
  11. Михеев А. В. Преемственность в погребальном обряде марийцев IX–XVIII вв. // Проблемы первобытной и средневековой археологии: тез. докл. Первых Халик. чтений. Казань, 1999.
  12. Молотова Т. Л. Межэтнические контакты марийцев в Башкирии / «Мы и как удмурты, и как чуваши…» Взаимная социально-культурная адаптация в этнически смешанных селениях. М.: РУДН, 2007.
  13. Мурзабулатов М. В. Финно-угорские народы Башкортостана. Уфа: Гилем, 2010.
  14. Народы Среднего Поволжья и Приуралья. Ч. 1. Финно-угорские народы. Каталог-указатель этнографических коллекций. Л.: ГМЭ СССР, 1990.
  15. Попов Н. С. Погребальный обряд марийцев в XIX–XX вв. // Тр. Марийс. науч.-исслед. ин-та яз., лит. и истории. Йошкар-Ола, 1981. Вып. 48.
  16. Путешествия к удмуртам и марийцам. Письма Уно Хольмберга 1911 и 1913 гг. (Matkat udmurttien ja marien luo. Uno Holmbergin kirjeita vuosilta 1911 ja 1913) / под редакцией С. Лаллуки, Т. Г. Миннияхметовой, Р. Р. Садикова. Серия «Финляндия в России». СПб.: Европейский дом, 2014.
  17. Садиков Р. Р. Традиционные религиозные верования и обрядность закамских удмуртов (история и современные тенденции развития). Уфа: Центр этнолог. исслед. УНЦ РАН, 2008.
  18. Садиков Р. Р. Финно-угорские народы Республики Башкортостан (история, культура, демография. Уфа: ООО «Первая типография, 2016.
  19. Сепеев Г. А. Восточные марийцы: историко-этнографическое исследование материальной культуры (середина XIX – начало XX в.). Йошкар-Ола, 1975.
  20. Федянович Т. П. Семейные обычаи и обряды финно-угорских народов Урало-Поволжья: кон. XIX в. – 1980-е гг. М.: Ин-т этнологии и антропологии им. Миклухо-Маклая РАН, 1997.
  21. Черемшанский В. М. Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом и промышленном отношениях. Уфа, 1859.
  22. Шитова С. Н. Марийцы // Народы Башкортостана: историко-этнографические очерки. – Уфа, 2002.
  23. Яковлев Г. Религиозные обряды черемис. Казань: Изд. Казан. миссион. о-ва, 1887.
  24. Ямурзина Л. Обряды семейного цикла мари в контексте теории обрядов перехода (на примере восточных мари). Тарту, 2011.
© Ғәзизов Р. Ф., автор-төҙөүсе, 2020