Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК


Башҡортостан мариҙарының костюм комплексы

Башҡортостан мариҙарының ике төр костюм комплексы айырыла: көнсығыш мариҙарының Ағиҙел буйы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) һәм Ыҡ-Сөн (Ыҡ һәм Сөн йылғалары бассейны) төркөмсәләре.
Башҡорттарҙың ярайһы уҡ ҙур йоғонто яһауы
уларҙың үҙенсәлеге булып тора.
Башҡорттарҙан улар әшкәрле һәм аласа биҙәкле
кейем әҙерләүҙе, шыма нағыш һалыуҙы (ғәҙәттә сәскәле орнамент), кашпау баш кейеме, бәйләнгән суҡлы ҡалпаҡтар, уҡа һәм тәңкә менән биҙәлгән түшелдерек (яга, теньге),
хәситәләр (дауэт) үҙләштергән.
Байрам өҫ кейеме булып, уҡа менән биҙәлгән пешмет, башҡорттарҙан
үҙләштерелгән кафтан тора. Ир-ат шулай уҡ түбәтәй
һәм малахай кейә башлай.
Көнсығыш мариҙарының кейем үҙенсәлектәре тураһында
мәғлүмәт, XVIII б. икенсе яртыһынан, академик экспедициялар хеҙмәте башланғандан алып, фәнни һәм фәнни-популяр монографияларҙа, йыйынтыҡтарҙа, айырым мәҡәлә һәм
яҙмаларҙа туплана.
1770 й. Н. П. Рычков Өфө өйәҙенең Сухоясы, Сусаҙы (Сусады) мари ауылдарында булып китә.

Һүрәттә: Н. П. Рычков.
1773 й. П. С. Паллас Сузабебаше һәм Иванкине ауылдарында була. Уның һүрәтләүенсә, XVIII быуатта мари ҡатындары сигелгән киндер күлдәк һәм кафтан кейгәндәр, күлдәктәр күкрәк йәки итәк тирәһендә аппликация йәки сигеү менән биҙәлгән була, «түңәрәк балдаҡ рәүешле ике ҙур еҙ ҡаптырма» менән эләктерелә. Ирле ҡатындар баштарына «ярты аршын рәүешендәге бергә йыйылған һәм ситтәре таж кеүек тегелгән, тегелгән осо менән сәстәрҙең алғы төйөнөнә индерелгән» баш кейеме кейгән, уның өҫтөнән мөйөшө сигелгән буҫтау яулыҡ ябынған. Ҡыҙҙар «татар ҡыҙҙарына оҡшатып тәңкәләр менән биҙәлгән йомро башлыҡ» кейгән. Моғайын, П. С. Паллас шыҥашовычо һәм таҡыяны һүрәтләгән.

Һүрәттә: П. С. Паллас.
1848 йылда ер үлсәүсе В. Лоссиевскийҙың «Ырымбур губернаһы черемистарының көнкүреше һәм байрамдары» хеҙмәте донъя күрә. Унда автор былай тип яҙа: «Бөрө өйәҙендә черемистар татарҙарҙан аҙ айырыла. Шундай уҡ оҙон күлдәк, кафтан һәм түбәтәй кейәләр»; «ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа аҡ ҡаты киндерҙән,
яға, ең һәм күкрәк тирәһендә ябай ебәктән сигелгән иркен кафтан кейә». Ҡатын-ҡыҙҙың баш кейеме булып «төрлө төҫтәге ебәктән сигелгән киндер» «оҙонлоғо 10 ҡарыш, киңлеге 6 ҡарыш таҫтамал киҫәге булған; бер осо мөйөшләп тегелгән, ошо мөйөшө менән баштың алғы яғынан кейелгән, ҡалған остары, айырыуса артҡы яғы, баштан һалынып торған». Күкһел буҫтау кафтандар байрам кейеме булған. Ҡатындар уларҙы алғы яҡтан элмәккә ҡаптырып, өҫтөнән сигелгән аҡ киндер яулыҡ ябынған. Баштарына байрамдарҙа, айырыуса туйҙарға, «өҫ яғы яҫы, 4 ҡарыш киңлегендәге ҡалпаҡ рәүешендәге бейек башлыҡ» кейгәндәр,
ул иҫке көмөш тәңкәләр һәм быяла мунсаҡтар менән биҙәлгән. Уның сикә өлөшөнә оҙон толом рәүешендәге ҡанат беркетелгән (Лоссиевский, 1848, № 41). Ихтимал, автор шул осор мариҙарында осраған, аҙаҡтан ҡулланыуҙан сыҡҡан шурка кеүек боронғо баш кейеме хаҡында һүҙ алып бара.

Һүрәттә: В. С. Лоссиевский.
1859 йылда Ырымбур губернаһы мариҙары кейемен, шулай уҡ башҡа этник мәҙәниәт өлкәләрен,
Ырымбур рухи семинарияһы уҡытыусыһы
В. М. Черемшанский һүрәтләй.
XIX быуат аҙағында – XX быуат башында
Ҡазан университеты профессоры И. Н. Смирновтың «Черемисы» (1889), земство начальнигы
А. Ф. Комовтың (1889), уҡытыусы Мендиаровтың (1894), мари мәғрифәтсеһе П. П. Еруслановтың (1896), полиция приставы М. В. Колесниковтың (1897),
Өфө губернаһы статистика комитеты ағзаһы
В. И. Филоненконың (1912, 1914) хеҙмәттәре
донъя күрә. П. Ерусланов, «Бәләбәй һәм Минзәлә черемистарының костюмын татарҙарҙыҡынан айырыу ярайһы уҡ ауыр», тип билдәләй. Тимәк, костюм комплексындағы һиҙелерлек айырма
XIX быуаттың икенсе яртыһында ғына күҙәтелә.

Фотола: Ағиҙел буйы мариҙарҙың традицион костюмы. Никольское, Краснокама р-ны, БР, 2005.
Башҡортостанды өйрәнеү буйынса йәмғиәт ағзаһы
П. М. Муреевтың, 1929 йылғы экспедиция материалдарына нигеҙләнеп яҙылған мәҡәләһендә (1930), Өфө кантоны мари ауылдарында (Оло һәм Бәләкәй Шиҙе, Иҫке һәм Яңы Биҙәй)
совет власы урынлашыу менән барлыҡҡа килгән үҙгәрештәр ҡарала. Уның мәғлүмәттәренә ярашлы, 1930 йылдарҙа Бөрө һәм Мишкә райондарында мари ҡатын-ҡыҙҙары «итәге һәм еңе ситса биҙәк менән эшкәртелгән оҙон әшкәрле киндер күлдәк, биҙәкле алъяпҡыс, бишмәт, башына яулыҡ» кейгән, ә мариҙарҙың көндәлек кейеме «шабур, бишмәт, тубыҡҡаса оҙон киндер күлдәктән һәм кейеҙ эшләпәнән» торған. Шул уҡ мәлдә, тикшеренеүсе билдәләүенсә, «йәштәр һуңғы арала яңыса кейенә башланы – ҡәҙимге кейеҙ эшләпә урынына кепка, салбар, итек, пальто» кейәләр, ә ҡайһы бер ирле ҡатындар «шынга шовюч»ты ҡулланмай башлай.

Фотола: Лидия Яшкузина, Оло Шиҙе ауылы, Нуриман р-ны, БР.
Көнсығыш мариҙарын өйрәнеүгә фин тикшеренеүселәре ҙур
өлөш индерә. 1884 йылдың авгусында Өфө губернаһы мариҙарына традицион торлаҡ һәм кейемде өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе этнограф Аксель Олай Хейкель килә. Ул Бөрө өйәҙенең мари ауылдарында Сурай, Килбахты, Киебак һәм Төлдөлә була. Ялан яҙмаһында билдәләүенсә, уға, Сурайға килгәс тә, тәү ҡарамаҡҡа бында татарҙар һәм мариҙар ҡатнаш йәшәй кеүек тойола, сөнки бөтә ирҙәр татар кейемен кейә, мариса тик ҡатын-ҡыҙҙар кейенә (Heikel, 1887). А. О. Хейкелде экспедицияла рәссам А. Рейнгольм оҙатып йөрөтә. Уның акварелдәре һәм график һүрәттәре мари кейеме һәм сигеүен өйрәнгәндә ҡиммәтле сығанаҡ булып тора. Бөгөн улар Финляндия ведомство музейы фотоархивында һаҡлана. Сурай ауылында булғанда, рәссам сигеү өлгөләре, аҡ сигелгән кафтан, кафтан һәм түбәтәй кейгән йәш егетте, сананы төшөрә; Килбахтыла – традицион сигеүле кейемдәге мари ҡатындарын һүрәтләй. А. О. Хейкель үҙенең фәнни материалдарын һәм иллюстрацияларын фин-уғыр халыҡтарының традицион торлағына арналған китабында баҫтыра.

Һүрәттә: А. О. Хейкель
Ағиҙел буйы мариҙарында этник традициялар оҙағыраҡ һаҡлана. XIX быуат аҙағында – XX быуат башында ҡатын-ҡыҙҙар шаҡмаҡ йәки аласа күлдәк (тувыр) кейә. Туникаға оҡшаш күлдәккә бер нисә япманан итәк тегелә. Билгә төрлө төҫтәге таҫма менән биҙәлгән туҡыманан әберкә эшләнә (изи урвалте). Байрам күлдәктәрен әшкәрле биҙәкле туҡыманан тегәләр. Күлдәк өҫтөнән алъяпҡыс (ончылансакыш, ончылансакыме) бәйләнә. Йәйге осорҙа өҫкө кейем булып аласа, ғәҙәттә, аҡ, ҡара һәм ҡыҙыл ваҡ һыҙыҡлы асыҡ кафтандар (шовыр) хеҙмәт итә, ҡышҡы осорҙа – буҫтау кафтандар (мыжер) һәм һарыҡ тиреһенән тун (кӱрык). Сигеү менән биҙәлгән аҡ төҫтәге асыҡ кафтандар (ош шовыр) ритуаль кейем булараҡ ҡулланылған. Байрам өҫ кейеме булараҡ, башҡорттарҙан үҙләштерелгән, уҡалар менән биҙәлгән пешмет хеҙмәт итә.
«Баш таҫтамалы» – шыҥашовычо йәки ӓкай Ағиҙел мариҙарының үҙенсәлекле баш кейеме. Ул өсмөйөш рәүешендәге өҫкө яғы тәңкәләр менән, аҫҡы өлөшө суҡтар, ынйы, ҡусҡар һәм ваҡ тәңкәләр менән биҙәлгән, тура мөйөшлө, тулыһынса тиерлек сигелгән киндер киҫәгенән торған. Уларҙы кейәүгә сыҡҡан ҡатындар таҡҡан, йәшенә ҡарап сигеү биҙәге айырылған.


Фотола: баш кейем шыҥашовычо
Музей коллекцияларынан был баш кейеме эволюцияһы яҡшы күренә. Заманса шыҥашовычо менән сағыштырғанда, ә уларҙың киңлеге 11–14 см, боронғолары, А. О. Хейкелдең 1884 йылда Бөрө уезының Килбахты һәм Сурай ауылдарында осратҡаны, күпкә киңерәк – 25–26 см.
Етмәһә, һуңғы костюмдарҙа ҡул менән сигеү машина сигеүенә әйләнә. Шыҥашовычо өҫтөнән сигелгән киндер яулыҡ – солык бәйләйҙәр. Такия ҡыҙҙарҙың баш кейеме булараҡ хеҙмәт итә, ул ярым сфера формаһында, тәңкәләр, мунсаҡ һәм ынйы менән биҙәлгән.
Сигелгән яулыҡ солык. Сурай ауылы, Мишкә р-ны, БР. 2010 й.
Ағиҙел буйы мариҙарында көмөштән һәм ынйынан эшләнгән биҙәүестәр киң таралған. Түңәрәк еҙҙән эшләнгән ҡаптырма – шыркама – боронғо биҙәүес, тора-бара ҡулланылыуҙан төшөп ҡала. Тәңкәләр һәм уҡа (кöкрак теҥге, сога) менән биҙәлгән бер нисә варияциялағы тура мөйөшлө түшелдеректәр киң таралған була. Такия менән парлап пелыштеҥге – тәңкә һәм ынйы менән биҙәлгән эйәк өсөн биҙәүес кейгәндәр. Толомдарға ӱпкандра – остарына тәңкә бәйләнгән таҫмалар ишкәндәр. Ҡулдарында йөҙөк (шергаш) һәм беләҙек (кидшол) таҡҡандар.

Фотола: Ағиҙел буйы мариҙарҙың традицион костюмы. Акуди ауылы, Бөрө районы, 1970 й.
Ыҡ-Сөн мариҙары башҡорттарҙыҡына
оҡшаған оҙон аласа күлдәктәр кейә. Күкрәк уйымы эргәһенә төҫлө таҫма (изю) тегелә. Тастар – остары сигелгән, оҙон буйлы аҡ туҡыманан эшләнгән таҫтамалдар баш кейеме булараҡ ҡулланыла. Ситтәре йөн ептәр менән сигелә. Йәш ҡатындар яулыҡ (солык) ябына. Үҙләштерелгән кейем өлгөләре булып кашпау – башлыҡ йәки маңлай өҫтөнә бәйләнгән ҡыя таҫма (чачкап), көмөш тәңкәләр һәм алҡалар менән биҙәлгән чолпо хеҙмәт итә. Шулай уҡ үҙләштерелгән суҡлы ҡалпаҡтар осрай.
Уҡа һәм тәңкәләр(теньге) менән биҙәлгән түшелдеректәр, хәситәләр (дауэт) киң
таралған була.

Ыҡ-Сөн мариҙары. Старотумбагушево ауылы, Шаран районы БР. 1930 й.
Бөгөнгө көндә Ағиҙел буйы мариҙарында
милли кейем ғаилә реликвияһы булараҡ һаҡлана, уны ғаилә тантаналарына, һәүәҫкәр үҙешмәкәрлектә ҡатнашҡанда кейәләр.
Ыҡ-Сөн мариҙарында традицион костюм
юҡҡа сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта кейемдә традицион фасон һаҡланған.

Ағиҙел буйы мариҙары. Түбәнге Тиктәм ауылы Ҡалтасы
районы, БР. Садиков Р. Р. 2006 й.
Башҡортостан мариҙарының костюм комплекстары
башҡорттар менән оҙайлы этномәҙәниәт бәйләнештәре һөҙөмтәһе
булараҡ, уларҙан үҙләштерелгән йолалар һәм ижади эшмәкәрлек
ҡушылмаһы ул. Был уникаль күренештең аналогтары юҡ.
Башҡортостан мариҙары көнсығыш мари
(эрвел мари) этнографик төркөмөнә ҡарай. Тикшеренеүселәр көнсығыш мариҙарының дүрт төркөмөн билдәләй: Кама буйы (чолман мари) – Татарстан, Удмурт Республикаһы; Урал буйы
(урал мари) – Свердлов өлкәһе, Пермь крайы;
Ыҡ-Сөн (белебей мари) – Башҡортостан Республикаһының Баҡалы, Бәләбәй, Туймазы
һәм Шаран райондары, Татарстан Республикаһының Аҡтаныш, Минзәлә һәм Мөслим райондары;
Ағиҙел буйы (ӱпö мари) – Балтас, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Ҡариҙел, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Нуриман, Яңауыл һәм Башҡортостандың башҡа райондары. Башҡортостанда мари халҡының күпселек өлөшө Ағиҙел буйы төркөмөнә ҡарай,
аҙ һанлы төркөмөн Ыҡ-Сөн мариҙары тәшкил итә.

Фотола: Ағиҙел буйы мариҙары. Иҫке Баҙан ауылы. Бөрө
районы, БР.
Ыҡ-Сөн һәм Ағиҙел буйы мариҙарының күпселеге
мәжүси ышаныуҙарын һаҡлай. Бер өлөш мариҙар
этник идентификацияһын башҡорт йәки татар
милләтенә алыштырған. Күпселек мариҙар
традицион динде һаҡлап ҡына
ҡалмай, яңынан тергеҙә лә.
ҠЫҘЫҠЛЫ ФАКТ

1917 йылғы революцияға тиклем мариҙарҙы черемис тип атағандар. Башҡорттар уларҙы сирмеш тип йөрөткән.
Үҙҙәрен улар мари, марий тип атаған.

Ыҡ-Сөн мариҙары элек Өфө губернияһы Бәләбәй өйәҙенә ҡарағанлыҡтан, үҙҙәрен «Бәләбәй мариҙары» тип йөрөткән,
бөгөнгө көндә йәшәү урынына ҡарап
«Шаран мариҙары» тиҙәр.

Башҡорттарҙан үҙләштерелгән костюм комплекстары тәү атамаһын һаҡлап ҡалған: такия (таҡыя), пешмет (бишмәт), яга (яға), кашпау (ҡашмау).
Таҡыя.
Түшелдерек яға.
Баш таҫтамал тастар.
Көнсығыш мариҙарының традицион сигеүе ҡуңыр төҫтәге йөн менән аҡ киндер туҡымала сигелгән. Музей экспонаттары йөн һәм ебәк менән биҙәлгән. Шул иҫәптән йыш ҡына күкрәк уйымы ла сигелгән була. Ағиҙел буйы мариҙарының үҙенсәлеге булып, аҡ киндер ҡатын-ҡыҙҙар күлдәгенең күкрәк тәңгәлендәге ҡыя сәнсем техникаһында башҡарылған ромб рәүешендәге сигеү тора. Сигеү ырғаҡ ярҙамында эшләнгән тамга менән ҡатмарлаштырылған.

Фотола: Сигелгән тамға биҙәктәре.
Ҡыя сәнсем.
Көнсығыш мариҙарының сигеүендә геометрик биҙәктәр һаҡланһа ла, башҡорт һәм татарҙарҙан сәскә орнаменттары үҙләштерелгән. Боронғо аппликациялар һәм аласа таҫмалар менән сигеү урынына тора-бара тегеү машинаһында
биҙәкле юлдар теккәндәр. XX быуатта көнсығыш
мариҙары сатраш техникаһында
сигеүгә күсә.
Башҡортостан Республикаһы мариҙарҙың милли кейеме.
Мәғлүмәт сығанаҡтары:
  1. Мәғлүмәт биреүсе: Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты.
  2. Газетные корреспонденции У. Хольмберга недавно переизданы в оригинале и в переводе на русский язык: Путешествия к удмуртам и марийцам. Письма Уно Хольмберга 1911 и 1913 гг. (Matkat udmurttien ja marien luo. Uno Holmbergin kirjeitä vuosilta 1911 ja 1913) / под ред. С. Лаллукки, Т.Г. Миннияхметовой, Р.Р. Садикова. Серия «Финляндия в России». СПб.: Европейский дом, 2014.
  3. Гареев И. С. Марийские крестьяне Прикамья и Приуралья в XVIII–первой половине XIX в. Бирск, 2014.
  4. Голубкин П. С. Тайна «Султан-Керемета». Краткий историко-этнографический очерк о пережитках дохристианских народных верований восточных марийцев. Туймазы, 1994.
  5. Евсевьев Т. Этнографический отчет, записанный у восточных марийцев из уездов Бирского и Красноуфимского в 1924 году за время с 21/IX – 2/XI – 1924 года.
  6. Ерусланов П. Краткий отчет о поездке к черемисам Уфимской губернии летом 1896 г. // Этнографическое обозрение. 1896, № 2–3.
  7. Ерусланов П. Очерк быта и преданий восточных черемис // Известия Оренбургского отдела Императорского Русского географического общества. Оренбург, 1894. Вып. 4.
  8. Ефименко Е. Л. Особенности этнонационального самоопределения финно-угорских народов Волго-Уральского региона в постсоветский период. Уфа, 2010.
  9. Ибулаев Г. И. Марийцы // Народы Башкортостана. Энциклопедия. Уфа, 2014.
  10. Изибаева Г. М. Некоторые особенности похоронной обрядности марийцев Республики Башкортостан // Этнос. Общество. Цивилизация: Четвертые Кузеевские чтения. Материалы Международной научно-практической конференции. Уфа, 2015.
  11. Козлова К. И. Восточные марийцы // История, археология, этнография. Труды МарНИИ. Йошкар-Ола. 1958. Вып. XI.
  12. Колесников М. Черемисы-язычники в Белебеевском уезде // Уфимские губернские ведомости. 1897. № 87, 89, 90, 91.
  13. Комов А. Ф. Черемисы и вотяки середины северной половины (второй стан) Бирского уезда. Этнографические очерки // Уфимские губернские ведомости. 1889, № 37, 38, 39, 41, 42, 43, 44, 46, 47, 48.
  14. Лаллукка С. Восточно-финские народы России. Анализ этнодемографических процессов. СПб., 1997.
  15. Лоссиевский В. Быт и праздники черемис Оренбургской губернии // Оренбургские губернские ведомости. 1848. № 41, 42.
  16. Марийцы. Историко-этнографические очерки. Йошкар-Ола: МарНИИЯЛИ, 2005.
  17. Мендиаров. О черемисах Уфимской губернии // Этнографическое обозрение. 1894, № 3.
  18. Молотова Т. Л. Межэтнические контакты марийцев в Башкирии // Мы и как удмурты, и как чуваши… Взаимная социально-культурная адаптация в этнически смешанных селениях. Сб. статей. М., 2007.
  19. Муреев П. М. Из жизни и быта марийцев Башкирии (из материалов экспедиции 1929 г. в марийские деревни Уфимского кантона БАССР) // Краеведческий сборник. № 3–4. Уфа, 1930.
  20. Мурзабулатов М. В. Марийцы // Историко-культурный энциклопедический атлас Республики Башкортостан. М.-Уфа, 2007.
  21. Мурзабулатов М. В. Финно-угорские народы Башкортостана. Уфа: Гилем, 2010.
  22. Народы Среднего Поволжья и Приуралья. Ч. 1. Финно-угорские народы. Каталог-указатель этнографических коллекций. Л.: ГМЭ СССР, 1990.
  23. Национальный костюм марийцев Башкортостана. Фильм Кильмаматова Р.Р. https://www.youtube.com/watch?v=AA_62haSj-4&feature=emb_logo.
  24. Нечвалода Е. Е. Вышивка народов Башкортостана XVIII–XX вв. (эволюция и модернизация) // Традиционная культура народов Урало-Поволжья в условиях модернизации общества. Сб. статей. Уфа. 2011.
  25. Паллас П. С. Путешествие по разным провинциям Российского государства. СПб., 1788. Т. 3. Ч. 2.
  26. Путешествия к удмуртам и марийцам. Письма Уно Хольмберга 1911 и 1913 гг. (Matkat udmurttien ja marien luo. Uno Holmbergin kirjeita vuosilta 1911 ja 1913) / под редакцией С. Лаллукки, Т. Г. Миннияхметовой, Р. Р. Садикова. Серия «Финляндия в России». СПб.: Европейский дом, 2014.
  27. Рычков Н. П. Журнал, или дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства в 1769 и 1770 году. СПб., 1770. С. Рычков П. И. Топография Оренбургская. Ч.2. СПб., 1762.
  28. Садиков Р. Р. Финно-угорские народы Республики Башкортостан (история, культура, демография. Уфа: ООО «Первая типография», 2016.
  29. Садиков Р. Р. Этнография, фольклор и язык марийцев Башкортостана в исследованиях финских ученых // История академических исследований территории страны и создание региональных научных центров Российской академии наук (к 60-летию Уфимского научного центра РАН). Сборник работ участников Всероссийской научно-практической конференции. Уфа, 2011.
  30. Сепеев Г. А. Восточные марийцы. Историко-этнографическое исследование материальной культуры (середина XIX – начало XX вв.). Йошкар-Ола, 1975.
  31. Сепеев Г. А. Финские ученые и традиционная этнография марийцев // Финские ученые о языке и культуре марийского народа. Материалы научной конференции. Йошкар-Ола, 2002.
  32. Смирнов И. Н. Черемисы. Историко-этнографический очерк. Казань, 1889.
  33. Филоненко В. Отчет о командировке в Бирский уезд к язычникам-инородцам // Адрес-календарь Уфимской губернии на 1914 год. Уфа. 1914.
  34. Филоненко В. У язычников-инородцев Уфимской губернии. Уфа, 1914.
  35. Черемшанский В. М. Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом и промышленном отношениях. Уфа, 1859.
  36. Шитова С. Н. Марийцы // Народы Башкортостана. Историко-этнографические очерки. Уфа. 2002.
  37. Этнография. Мордва и черемисы Оренбургской губернии // Оренбургские губернские ведомости. 1845, № 42.
  38. Этнокультурные процессы на Южном Урале в XX – начале XXI в. / Ф. Г. Галиева, Р. Р. Садиков, Е. Е. Нечвалода и др. СПб., 2015.
  39. Ягафова Е. А., Данилко Е. С., Корнишина Г. А., Молотова Т. Л., Садиков Р. Р. Этноконфессиональные меньшинства народов Урало-Поволжья. Самара. 2010.
  40. Ялкаев Я. Этнографическое изучение восточных марийцев // Советская этнография. 1932, № 2.
  41. Ямурзина Л. Обряды семейного цикла мари в контексте теории обрядов перехода (на примере восточных мари). Tartu, 2011.
  42. Яфаева Г. М. Похоронно-погребальная обрядность прибельской группы восточных марийцев // Вестник Челябинского государственного университета. Серия История. 2014. Вып. 60.
© Ғәзизов Р. Ф., автор-төҙөүсе, 2020