Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Ҡабыҡ төшөрөү
(һалабаш һалыу)
Рус дәүләтендә һалабаш хаҡындағы тәүге сығанаҡтар XII—XIII быуаттарға тура килә. Ҡабыҡ, икенсе төрлө һалабаш, йүкә ағасынан әҙерләнгән һәм халыҡ кәсептәрендә киң ҡулланылған төп сеймал. Башҡорттарҙың традицион хужалығында, айырыуса Инйәр буйында йәшәгән ҡатай башҡорттарында, шулай уҡ Ейәнсура, Баймаҡ, Бөрйән, Туймазы, Ауырғазы, Бәләбәй райондарында ла һалабаш оҫталары һәм унан эшләнгән әйберҙәр бар: сабата, септә, арҡан, һауыт-һаба, кәрзин, ат эйәре, балта өсөн ҡындар, аҡлау, мунса өсөн бумалалар үргәндәр.
Һалабаш һалыу — үҙенсәлекле, бөгөн инде онотолған кәсеп. Элек-электән һалабашҡа, ҡабыҡ ҡуба башлағас, май аҙаҡтары, июнь баштарында тотонғандар. Ҡайһы ваҡытта, сифатлыраҡ ҡабыҡ алыу өсөн июлдә лә һыҙырғандар. Ул миҙгелле эштәрҙән һаналған. Ботаҡһыҙыраҡ йүкәне йыҡҡас, балта йәки махсус осло ҡорал менән, уны һөжгө, ҡайһы ерҙә һөжөргө тиҙәр, ҡабығын ҡутарғандар. Ғәҙәттә бер ағастан ике торба буйы ҡабыҡ алынған. Уларҙы бер-береһенең, нәҙеге йыуанының, эсенә тығылып һыуға батырыуға әҙерләнгән. Күпләп әҙерләгәндә, ҡабыҡты һөрөтмә менән һалабаш батыра торған ергә ат менән ташығандар. Уға һыуы йылынып ятҡан күл йәки йылға тубаһын файҙаланғандар, ағын һыу ярамаған. Ҡабыҡтар бер-береһенә йәнәшә, тығыҙ һалынған, өҫтөнә арҡыры ағас йәки ауыр таш та һалғандар. Инйәр буйҙарындағы йылғаларҙа ятҡан һалабаштар шул ваҡыттан ҡалған кәсептең бер күренеше ул. Ярға һөйрәп сығарылған ҡабыҡты ауылға алып ҡайтҡандар һәм һайғау башына ла, өй, лапаҫ баштарына ла элеп киптергәндәр, унан иген көлтәләре кеүек бәйләп тә сыҡҡандар. Һалабаштың ағын — мунса, һауыт-һаба йыуғысы, ә һарырағын хужалыҡ ихтыяжы өсөн файҙаланғандар.
Ҡабыҡ төшөрөүҙә башлыса ир-егеттәр эшләгән. Сөнки һалабаш һыҙырыу — ҡаты ир көсө талап иткән хеҙмәт. Һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа һалабашта ҡатын- ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр ҙә эшләргә мәжбүр булған. Бөтә ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөткәс, ағас ҡырҡыу, һал ағыҙыу, дегет ҡайнатыу, һалабаш һыҙырыу кеүек ауыр эштәр ҡатын-ҡыҙ һәм балалар иңенә төшкән. Һуңынан да урман хеҙмәте ҡатай башҡорттарының төп кәсебе булып һаналған.
Белорет районынан крайҙы өйрәнеүсе,тарихсы Ринат Шәйбәков һөйләй:
«Белорет районының Инйәр йылғаһы буйы ауылдарының барыһы ла урман кәсептәре менән булышты. Шулар араһында иң үҙенсәлеклеһе —
һалабаш әҙерләүҙер. Инйәр йылғаһы ярҙарында, Зилмерҙәктең көнбайыш итәгендә йүкә урмандары шаулап үҫеп, уның тирәләй йүкә балы ла күп ине. Борон сей йүкәнән сабата, балта ҡындары, һауыттар үргәндәр, һал арҡаны, күбә арҡаны, йөк арҡаны ишкәндәр. Һалабаштан эшләнгән ҡап, септә, арҡан, бумала һәм башҡаларҙы баҙарға сығарғандар. Улар ҙур ауыл баҙарҙарында, мәҫәлән, Верхнеуралда, Ҡытауҙа, Асҡында ҙур һорау менән файҙаланған. Уны картуф, сәй, шәкәргә лә алыштырып алғандар. Урман сәнәғәте барлыҡҡа килгәс, башҡорттар рус сәнәғәтселәренә ялланып эшләгән. Куликов, Колотов, Некрасов кеүек сауҙагәрҙәр был эште киңерәк итеп йәйелдереп ебәргән. Һуңғараҡ завод йәмғиәттәре лә ошо килемле эштән баш тартмаған. 1905 йылда Ләмәз заводы (халыҡта француз заводы тип йөрөтөлә, сөнки акциялар пакеты Париж банкында була) көрсөккә батып суйын иретеүҙе бөтөнләй тергеҙә алмағас, тулыһынса урман кәсебенә күскән. Шул йылдарҙың бер ҡыҙыҡлы документы һаҡланып ҡалған: "Йөйәк ауылы контораһында һатырға әҙерләнгән һалабаш, янғын сығып юҡҡа сыҡҡас, завод йәмғиәте күргән зыянды «Саламандра» страховкалау ойошмаһы ҡаплаған“,— тип яҙылған унда».
Инйәр урман хужалығы совет осоронда ла был эш менән әүҙем шөғөлләнде. СССР кимәлендәге «Союзплодтара» тигән трестың бер бүлеге Архангель урман заводы, ә уның бер бәләкәй цехы Белорет районының Ғәбдөк ауылында булды. Ул хужалыҡ ҡабыҡ төшөрөү, ағас ҡырҡыу, лотоктар, икмәк һауыттары эшләне. Бәләкәй генә ауыл үҙ продукцияһын Украинаға тиклем оҙата ине. Тик Советтар Союзы тарҡалып, бәйләнештәр өҙөлгәс ҡабыҡҡа һорау ҙа бөттө. Һалабашты әле лә һирәкләп батыралар, тик үҙҙәре өсөн генә. Ҡайһы берҙә экологик таҙа продукция тип, йүкә йыуғысы өсөн һалабаш һорап килеүселәр була ауылда. Бер ваҡыт халыҡ театры сәхнә декорацияһы өсөн һалабаш табып биреүемде үтенде. Табып биргәс, бик шатландылар. Хәҙер иһә йүкәнән элекке кеүек кимәлдә сеймал әҙерләү зарурлығы юҡтыр. Йүкә урмандарын киреһенсә һаҡларға кәрәк. Данлыҡлы, йүкә балы өсөн һаҡлайыҡ беҙ уны“,
Ринат Шәйбәков, Белорет районынан крайҙы өйрәнеүсе,тарихсы
Әйткәндәй, XIX быуат аҙаҡтары, XX быуат баштарында рус сәнәғәтселәренең урман кәсептәре предприятиелары Белорет районы биләмәләрендә урынлашҡан була. Ҡабыҡ ҡутарыу, һалабаш әҙерләү, туғын бөгөү(арба тәгәрмәсе өсөн туғынды ҡаҙанда бешеп бөккәндәр) оҫтаханаларында ғаиләләре менән эшләгәндәр.
Бәйтулла Фәтҡуллин, журналист, Ғәбдөк ауылында тыуып үҫкән, һалабаш менән шөғөлләнгән ауылдаштарының кәсебен бик яҡшы хәтерләй:
«Белорет районы халҡы ҡуйы урмандары арҡаһында игенселек менән бик шөғөлләнә алманы. Уның ҡарауы ағас эше һәм унан продукция етештереү бик йылдам барҙы. Ауыл ағайҙары иртә яҙҙан һалабашҡа сыға торғайнылар. Атайым башҡа эш булмағанлыҡтан, ошо кәсеп менән 12 йәштән шөғөлләнгән. Беҙҙең ауыл һалабаштан ҡалған һөйән ағасынан икмәк лотоктары етештерҙе».
Билдәләп китеүебеҙсә, һалабаштан бик күп әйберҙәр етештергәндәр. Ул хужалыҡта алыштырғыһыҙ һауыт-һаба, кәрзиндәр булһа, ә сабата — крәҫтиән, ауыл, ҡала халҡы өсөн иң кәрәкле аяҡ кейеме булған. Сабата үреү Рәсәй провинцияларында, шул иҫәптән хәҙерге Башҡортостан ерҙәрендә лә киң таралған.
Сабата
Сабатаны Белорет, Ауырғазы, Туймазы, Бәләбәй райондарында, йүкә ағасы булған байтаҡ төбәктәрҙә үргәндәр. XIX быуат аҙаҡтары XX быуат башында бер генә Өфө губернияһына ҡараған төбәктәрҙә сабата үреүсе 737 хужалыҡ булған(мәғлүмәттәр Бәләбәй ҡалаһының крайҙы өйрәнеү музейынан). Рус, фин-уғыр халыҡтары кеүек, башҡорт, татарҙар ҙа сабата кейгән, бесән сапҡанда күн аяҡ кейемдәренә ҡарағанда, унан да ҡулай кейем булмаған. Йылына 5-6 сабата туҙҙырғандар. Ололар хәтерләүенсә, сабатаның төбө туҙмаһын тип ҡайын ағасының дегетен ҡойғандар, ағас ҡатып, күн тегеп тә ҡуйғандар, төбөнә һалабаш үргәндәр, арҡан менән урағандар. Онотолоп барған кәсепте Ауырғазы районында белгән кешеләр әле лә йәшәй. Петр Тимофеевич Семенов әйтеүенсә, элек сабата үреү ябай ғына эштәрҙең береһе булһа, хәҙер уны хәтерләүсе лә юҡ. Оҫта сабата үреүгә бер көн ваҡыт сарыф итә.
Минең сабаталарым Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә бар. Мәскәүҙә — өс пар, Барнаулда, Өфөлә лә барҙар…"
Петр Семенов, хеҙмәт ветераны
Сабатаны йылҡы малына ла үргәндәр. Уның өлгөһө Башҡортостан музейҙарында бар. Ат дағаһы булғанда, малға сабата ни өсөн кәрәк һуң, тигән һорау тыуыр. Эш шунда, яҙ көндәре иреп бөтмәгән ҡар ҡатыһы аттың тояғын яралауы ихтимал, сабата малды шунан һаҡлаған.
Ат сабатаһы түңәрәк формала булған. Уның да махсус ҡулайламаһы бар. Үрелгән ат сабатаһы һәм ҡулайлама Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Асы һәм Йөйәк ауылының мәктәп музейында һаҡлана.
Хужалыҡ һауыт-һабалары
Башҡорттар һалабаштан хужалыҡ һауыт-һабалары ла үргән. Унда йүкәнән тыш, ҡайын, тал, муйыл ағасын да файҙаланғандар. Кәрзиндәр, һыу, буҙа, айран йөрөтөү өсөн моронло, шешәгә оҡшаған, аҙыҡ-түлек һалып юлға сығыу өсөн махсус һауыттар эшләгәндәр. Уны атҡа бәйләп, мәҫәлән, бесән сабыуға йөрөткәндәр. Хатта ҡамсылар, балта өсөн ҡындар ҙа һалабаштан үрелгән. Ул да эйәргә бәйләп йөрөтөү өсөн уңайлы, еңел һәм хәүефһеҙ ҙә булған.
Септә үреү
Септә менән күпселеге ир- егеттәр шөғөлләнгән. Уның тәғәйенләнеше күп төрлө, септәнең өҫтөнлөгө — тәбиғи сеймалдан булыуында. Шуға күрә башҡорт ауылдарында уны аяҡ аҫтына, мунса ләүкәһенә түшәү, һалҡында аттың арҡаһына ябыу өсөн ҡулланғандар. Септә үреү өсөн махсус ҡулайлама файҙаланғандар. Ул ағастан һәм уға беркетелгән 12-13 пар йоморо түмәрсәләрҙән торған. Эш ваҡытында был ҡулайламаны арҡан ярҙамында түбәгә беркеткәндәр. Шул ағас буйлатып һалабаш ҡуйғандар, унан ағас түмәрсәләрҙе алмашлап, төрлөһөн төрлө яҡҡа ташлап септә үргәндәр. Уны теләгән күләмгә еткергәнсе эшләгәндәр. Был ҡулайламаларҙы музейҙарҙа, ҡайһы бер оҫталарҙың хужалыҡ өйҙәрендә лә күрергә мөмкин. Септә үреү — ҡул көсө талап иткән бик ауыр хеҙмәт ул.
Баймаҡ районының Бөрйән-Йылға ауылында йәшәүсе Булат Теләүсин, ошо төбәктәге берҙән-бер һалабаш оҫтаһы. Үҙ ваҡытында был кәсеп менән уның атаһы һәм тағы бер нисә оҫта шөғөлләнгән. Бөрйән-Йылға ауылы бер яҡтан — Йылайыр, икенсе яҡтан Бөрйән районы менән сиктәш. Был төбәктәрҙә лә ҡабыҡ төшөрөү, һалабаш әҙерләү кеүек кәсептәр булған.
Ҡулайлама миңә атайымдан ҡалды. Улар бик боронғо инде. Атайым ғүмере буйы урман менән булышты, һалабаш сығарҙы, ат арбалары, саналар яһаны. Һалабаштың продукцияһы экологик таҙа, ныҡ була. Мин дә арҡан ишәм, мунса ләүкәһе, соланға түшәү өсөн септә, ат эйәре, мунса, аш-һыу бүлмәләренә йыуғыс-бумала үрәм. Уны табыш сығанағы итергә теләк бар ҙа ул. Тик беҙҙең ауыл үҙәктән алыҫ урынлашҡан. Бумала алам тип кем бында килеп йөрөһөн инде“,
— Булат Теләүсин, Бөрйән-Йылға ауылында йәшәүсе, һалабаш оҫтаһы
Арҡан ишеү
Арҡанды Башҡортостандың тау, тау-урман төбәктәрендә ишкәндәр. Арҡан — һалабаштан үрелгән ҡалын бау, әле лә ауыр хужалыҡ эштәрендә иң кәрәкле әйбер булып һанала. Өҙөлөп бармай торған арҡандар йөк күтәргәндә лә, йыһаз шылдырғанда ла, һунарҙа ла, балыҡ тотҡанда ла, бесәндә күбә тарттырғанда ла файҙаланылған. Арҡан ишеү өсөн оҙонораҡ, ныҡлығы өсөн һарыраҡ һалабашты һайлап алғандар. Уны башҡарыу үҙенсәлектәре күп булған. Әммә төп нөсхәһе ябай ғына һымаҡ күренә. Һалабаштың оҙон сәсен бер яҡҡа, икенсеһен ҡаршы яҡҡа борғандар, шулай арҡан ишкәндәр.
Башҡорттарҙың йорттарында үрелгән әйберҙәр күп булған. Саман өйҙәрҙе, лапаҫ башын да һалабаш менән япҡандар, ҡойма-ситәндәрҙе, күпер, хатта мал, ҡош-ҡорт өсөн ҡураларҙы йә һалабаштан йә талдан үреп ҡуйғандар. Ауыл балаларына ҡурсаҡтарҙы ла ағастан, талдан, ә сәсен һалабаштан, аяғына сабата кейҙереп эшләп биргәндәр. Дөйөм алғанда ла, ҡатай башҡорттары был кәсеп менән XX быуат аҙаҡтарына тиклем шөғөлләнгән. Ҡасандыр көнкүрештә киң ҡулланылған, ярты илде туйындырған һалабаш әйберҙәре күптән заман һынауҙарын үткән, бөгөн урындағы музейҙарҙа урын алған. Ауыл йорто ихаталарында, ҡулланылышта ҡалғандары ла бар. Әйтергә кәрәк, боронғо кәсептәр халыҡ ижады һәм көнкүрешенең айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ, күп кенә фольклор коллективтарының репертуарына инеп ҡалған. Сөнки халыҡ ижадының төп нигеҙен кешеләрҙең электән килгән традицион кәсептәре: игенселек, малсылыҡ, һунарсылыҡ, ҡыҫҡаһы, тереклек өсөн тәбиғәт биргән бөтә байлыҡтар тәшкил итә. Белорет районы Асы ауылы советының «Еңгәләр» фольклор коллективының төп репертуары ла урындағы халыҡ кәсептәре һәм ауыҙ-тел ижадына нигеҙләнгән. Шулай итеп, Рәсәйҙә тыуған бик күп кәсептәрҙең традициялары, яҙмышы ҡайҙа ла уртаҡ һәм ул бөгөн халыҡ ижадында лайыҡлы урынын тапҡан.
Файҙаланылған материалдар:
Фотолар: Белорет районы Асы ауылының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге музейҙан алынды. Автор: Йәмилә Сәлимйәнова, Асы ауылы клубы мөдире.
Тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе Ринат Шәйбәков менән әңгәмә.
Видео: Баймаҡ районы Бөрйән-Йылға ауылы, автор — Г. Ишбулатова,
оператор — Х. Көмөшбаев.
Сабата үреүселәр хаҡында сюжет. «Башҡортостан» ДТРК-һы.
Белорет районы Асы ауылы советының «Еңгәләр» фольклор коллективы сығышы.
Верстка: Рөстәм Төхбәтов
© Ишбулатова Г. А., автор-төҙөүсе, 2021