Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт тарихи халыҡ йыры
«ЛЮБИЗАР»
1812 йылғы Ватан һуғышы тураһындағы билдәле башҡорт йыры.
«Любизар» йырының поэтик тексын тәү башлап Ф. К. Туйкин XX быуаттың 10-сы йылдарында яҙып алған (уны ул үҙенең «Ватан ҡаһармандары» китабында баҫылған шундай уҡ исемле пьесаһында ҡулланған). Һуңғараҡ был йырҙы С. М. Мифтахов та яҙып алған.
Ф. К. Туйкин
Шағир, драматург, тарихсы
З. С. Иғдәүләтов
Башҡорт академия драма театры актеры. БАССР-ҙың халыҡ артисы.
Йырҙың М. М. Вәлиев 1946 йылда З. С. Иғдәүләтовтан яҙып алған варианты «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫылып сыға.
Райман Ишбаев, «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмө, «Йәдкәр» фольклор ансамбле бар. «Любизар» йырын эстрада оркестры өсөн Г. П. Маркоров, Р. Ә. Мортазин хор һәм фортепиано өсөн, А. М. Ҡобағошов ҡурайсылар ансамбле өсөн, Ғ. З. Сөләймәнов ҡурай өсөн эшкәрткән. Көйө «Ҡаһым түрә» операһында, Х. Ә. Ишбирҙин ҡуйған «Любезники, любизар» бейеүендә ҡулланылған.
1. Башҡорт халыҡ ижады: Йырҙар. 1-се китап. - Өфө, 1974. 2. Усманов А.Н. Башкирский народ в Великой Отечественной войне 1812 года . – Уфа, 1964. 3. Асфатулллин С.Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. – Уфа, 2000.