Ауыл оҫтабикәләре туҡымаға теге йәки был төҫ биреү өсөн элек-электән тәбиғи буяуҙар файҙаланған. Ағас ҡайыры, үҫемлектәрҙең тамырҙары һәм япраҡтары, ҡором, төҫлө балсыҡ, хатта һуған ҡабығы буяу үҙенсәлектәренә эйә булған. Мәҫәлән, ерек ҡайыры төнәтмәһендә бешекләнгән туҡыма ҡуңыр төҫкә ингән. Марена үләненең йыуан тамырҙарынан ҡыҙыл буяу барлыҡҡа килгән. Юл япрағы, кесерткән йәшел төҫ биргән. Тәбиғи буяуҙар ҡулланыу серҙәрен быуындан быуынға тапшыра килгәндәр.
Светлана Шитова «Башҡорт халыҡ кейеме» китабында яҙыуынса, биҙәк һалып туҡыу Башҡортостандың төньяҡ райондарында таралған.
«Матур туҡыма ҡатын-ҡыҙ, ир-егет күлдәктәре, ыштан, баш кейемдәре тегеү өсөн ҡулланылған. Төньяҡ-көнсығышта — тамбурлы сигеү һәм төҫлө үреү, Урал аръяғында иҫәпле сигеү өҫтөнлөк иткән», — тип яҙа китап авторы.
Ошо уҡ китаптан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының етен туҡыманың бер нисә төрөн, шул иҫәптән шыма һәм аҡ киндер, сатраш һәм буйлы туҡыма әҙерләгәндәрен беләбеҙ. Бындай туҡыманан кейем-һалым, тәҙрә ҡорғандары, япмалар теккәндәр. Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет байрам кейемдәрен йоҡа туҡыманан тегергә тырышҡандар, юғары сифатлыһының бер өлөшөн йола, бүләк таҫтамалдары өсөн ҡалдырырға онотмағандар. Ир-егеттең көндәлек ыштаны ҡаты туҡыманан тегелгән.