Филология фәндәре докторы Г. Хөсәйенова "Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу" эпосын яҙып алыуҙа дүрт хронологик этапты билдәләй *:
- XIX быуат башы (Т. Беляев тарафынан яҙып алына);
- 1929–1938 йылдар (С.Сәлимов, Ғ.Сәләм, Б.Әлмәтов, Ғ.Аллаяров, Ғ. Әмири, М. Буранғолов яҙып ала);
- 1960–1970 йылдар (Ә. Харисов, Ә. Кирәев, Н. Шоңҡаров, С. Галин, М. Сәғитов, Р. Әхтәров, С. Миржанова, Ф. Нәҙершина һ.б. яҙып ала);
- XXI быуаттың икенсе ун йыллығы (Г. Хөсәйенова, Г. Юлдыбаева яҙып ала).
Дөйөмләштереп әйткәндә, XX быуаттың 30-сы йылдарынан алып Башҡортостандың Архангел, Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Салауат, Ишембай, Ейәнсура райондарында, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендә эпик варианттың 40-ҡа яҡын варианты яҙып алынған.
Сығанаҡ: "Шәрҡиәт проблемалары" журналы. 2018. № 3. 48–55-се бб.