«Бер билдәле башҡорт уҙаманы минең Ҡоңғорҙан Себерҙәге заводҡа юлланыуымды һәм юлымдың уның өйөнә яҡын икәнен белгәс мине улының туйында ҡатнашыуымды һораны. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, шулай уҡ уларҙы шатландырыр өсөн, 15 май кис барып еттем. Унда мылтыҡ менән ҡоралланған ҡырҡлаған кеше йыйылған. Иртән, ҡояш сыға башлағас, кейәү унлаған саҡрым алыҫлыҡта ятҡан кәләшенең ауылына йүнәлде. Мин дә үҙемдең тәржемәсемде улар артынан ебәрҙем.
Батыр, ошо йәмәғәттең башлығы, алға бер кешене ебәрҙе, уныһы киреп боролоп килеп, ҡыҙ яланда йөрөй, тине. Батыр үҙенең кешеләре менән теге ауылға яҡын урманда ҡалды. Ә кейәү өс иптәшен һәм бер әҙер атты алып яланда әхирәттәре менән йөрөгән ҡыҙ янына саптырып барып, уны атҡа ултыртып, ҡайтырға сыҡты.
Ҡайныһы, ҡатын-ҡыҙҙың илаулағанын ишетеп, дөңгөргә ҡағып, тимер күлдәк (панцирь) кейгән, мылтыҡтар менән ҡоралланған утыҙлаған кеше менән улар артынан ҡыуа төштө.
Кейәү үҙенең өйөнә еткәс кәләште аттан төшөрҙө, әсәһе һәм егермеләгән ҡатын-ҡыҙ уны тирмәгә алып инде. Кәләш, ҡәйнәһе әйтеү менән, уның алдына ергә йығылды һәм илаулап ебәрҙе. Ҡәйнә уны алдына ултыртып, өгөтләй башланы. Батыр ғәскәре менән ауыл алдында туҡтап һуғышҡа әҙерләнде. Ҡайны үҙенекеләр менән сабып килеп уларға ҡаршы сыҡты. Әммә ике яҡтың һөйләшеүе бер сәғәткә тиклем һуҙылды.
Ә был ваҡытта абыҙ кейәү менән кәләшкә никах уҡып өлгөрҙө, шунан уларҙы айырым ергә япты. Унан ҡайны күп кеше менән өй алдына килеп туҡтаны. Унда ат менән үгеҙ бәйләнгәйне. Ҡайны шунда уҡ ҡылыс менән аттың башын сабып төшөрҙө, а ҡайнаға – үгеҙҙекен.
Һәм уларҙы шунда уҡ эшкәртеп, аш әҙерләй башланылар. Кейәүҙең ҡымыҙы һәм буҙаһы күп ине, ә мин биш биҙрә шарап бирҙем.
Кейәү ҡайныһын болдорҙа ҡаршы алып, ғәфү үтенде. Ә ҡайныһы уға ҡылыс менән янаны, әммә бының уйын ғына икәне һиҙелде, артабан улар килешеп ҡатын-ҡыҙ булмаған өйгә үтте. Шунан туй булды, ә ҡатын-ҡыҙ айырым өйҙә ҡунаҡ булды, унда кәләштең әсәһе лә килеп етте.
Мин был юрамал (ялған) урлауҙың сәбәбен һораштым. Әйтеүҙәренсә, кейәү – бай, ә ҡайныһы – ярлы. Ә кейәү иһә, аҙ ҡалым биреп өйләнергә оялып, ҡайныһы менән урлау тураһында 50 һумға һөйләшкән»
Сығанаҡ: Татищев В.Н. История Российская в семи томах. Т. 1. М.: Л., 1962. С. 388–389.