Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт милли аш-һыуы
ҠЫҪТЫБЫЙ
ҠЫҪТЫБЫЙ – башҡорттарҙың боронғо милли ризығы.
Ул сөсө йәймә эсенә тары бутҡаһы, иҙелгән картуф һ.б. эслектәр ҡыҫтырып әҙерләнә.
«Ҡыҫтыбый» һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан?


Ҡыҫтыбый – боронғо төрки телендәге «ҡыҫты» һүҙенән килеп сыҡҡан, тип фаразлайҙар, йәғни эш барышын аңлатҡан «ҡыҫтырырға», «тығырға». Сөнки ҡыҫтыбыйға эслек ҡыҫтырып ҡына һалына, ә йәймә асыҡ ҡала, ситтәре бөрөлмәй. Тап ошо һүҙ «ҡыҫтырылған» күсмә мәғәнәһен бирә лә инде. Йәғни, бөтә ергә лә ҡыҫылырға яратҡан кешене шулай атап йөрөтәләр: ҡыҫылма, ҡыҫтыбый, ҡыҫтыбый булырһың, ҡыҫтыбый кеүек ҡыҫылып йөрөмә...

Башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрен өйрәнеүсе ғалим Рифҡәт Ғәзизйән улы Әхмәтйәнов «ҡыҫтыбый» һүҙенә анализ яһап: «ҡыҫ» – тамыр, «-бый/-бы» – суффикс, тип билдәләй.
Донъяла иң ҙур ҡыҫтыбый 2011 йылда Башҡортостанда әҙерләнгән. 2 метр 10 сантиметр диаметрҙағы ҡыҫтыбый Гиннесс рекордтар китабына ингән.


Уны әҙерләү өсөн махсус плитә, 2.5 метр оҙонлоҡтағы уҡлау һәм ... 50 кг күмер талап ителгән!


Сөсө ҡамыр ҡасан барлыҡҡа килгән?

Бойҙайҙы халыҡ беҙҙең эраға тиклем 10 мең йыл элек үк ҡуллана башлаған. Уны шунда уҡ эшкәртеп, икмәк бешерә башламағандар, әлбиттә. Тәүҙә бойҙайҙы сей килеш ашағандар, һуңынан утта ҡыҙҙырғандар. Артабан иҙеп, һыуҙа болғап ашай башлағандар. Шулай итеп, сөсө ҡамырға оҡшаш ҡатнашма килеп сыҡҡан. Беренсе тапҡыр уны таштан эшләнгән ҡыҙыу мейестәрҙә бешергәндәр.
Ваҡыт үтеү менән, кеше бойҙайҙан он эшләп, ҡамырҙан төрлө ризыҡ әҙерләргә өйрәнгән. Аш-һыу серҙәренә төшөнгәндәр. Шуның менән сөсө ҡамырҙан әҙерләнгән ризыҡ тотошлайы менән беҙҙең көнкүрешкә килеп ингән.
Башҡорт аштарын иң туҡлыҡлы һәм татлы, шул уҡ ваҡытта ябай һәм үҙенсәлекле, тип билдәләйҙәр. Күптәрҙе ризыҡтың төрлөлөгө хайран ҡалдыра. Башҡорт милли аш-һыуы, башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек үк, тамырҙары менән бик боронға барып тоташа.
Ярымкүсмә тормош алып барыу башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, традицияларына һәм аш-һыуына ла йоғонто яһамай ҡалмаған. Ауылдарҙа ҡышлап, ә йәйҙәрен йәйләүгә күскән халыҡ йәшәгән төйәгенә ҡарап, аш-һыу әҙерләүгә яраҡлашҡан. Шуның өсөн дә сөсө ҡамырҙан ризыҡ бешереү иң уңайлыһы, иң туҡлыҡлыһы һәм иң еңеле булып иҫәпләнгән. Унан әҙерләнгән ризыҡ байрам өҫтәлен дә, ғаилә табынын да биҙәгән. Улар араһында ҡыҫтыбый киң билдәлелек яулаған. Уның эслегенә тәүҙә тары ярмаһы һалғандар. ХIХ быуат аҙағы - ХХ быуат баштарында Рәсәйҙә картуф үҫтерелә башлағас, эслек өсөн картуф иҙмәһе ҡулланғандар.
Ҡыҫтыбый бешереү ысулдары
Ҡыҫтыбый эшләр өсөн
(16 ҡыҫтыбый килеп сыға):

– 250 мл йылымыс һыу йәки һөт;
– 1 йомортҡа;
– 70 г аҡ май;
– 1 балғалаҡ шәкәр ҡомо;
– ярты балғалаҡ тоҙ;
– 1/3 балғалаҡ аш содаһы;
– 400 г он;
– ҡыҫтыбыйҙы майларға 150 г аҡ май кәрәк була.
ҠАМЫР БАҪАБЫҘ
Тәрән һауытта йылы һөткә йәки һыуға (уның йылы булыуы мотлаҡ) шәкәр ҡомо, йомортҡа, тоҙ, май һалып болғатырға. Икенсе һауытҡа ондо иләргә. Уларҙы бергә ҡушып, ҡамыр баҫырға. Ҡамыр йомшаҡ булырға, ләкин ҡулға йәбешеп тормаҫҡа тейеш.
– Ҡамыр әҙер булғас, уны полиэтилен менән ҡаплап, 20-30 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Шул саҡта уның менән эшләүе лә еңел, теләгән форма бирергә мөмкин.

– Артабан ҡамырҙы 16 өлөшкә бүлергә .


Йәймәләрҙең һәр береһен йоҡа ғына итеп йәйергә

– Йәймәләрҙе ҡыҙыу, ҡоро табала 1-2 минут тирәһе
ике яҡлап бешерергә һәм уны йылы килеш бөгөргә.
Юғиһә, ул һынасаҡ.


Йәймәнең яртыһына алдан әҙерләнгән эслекте һалырға һәм икенсе яртыһы менән ҡапларға. Ситтәрен йәбештереү кәрәкмәй.

– Йәймәләрҙе ике яҡлап майларға.

Беҙҙең ҡыҫтыбый әҙер

Табынға биргәнгә ҡәҙәр, кибеп китмәһен өсөн, өҫтөн ябып тоторға кәрәк. Улар эҫе көйөнсә лә, һыуыҡлай ҙа бик тәмле.

Ашығыҙ тәмле булһын!
ҠЫҪТЫБЫЙ ӨСӨН ЭСЛЕКТЕ ТӨРЛӨСӘ ӘҘЕРЛӘЙҘӘР
Иң киң таралғаны - картуф иҙмәһе
– Картуфты тоҙло һыуҙа бешереп алырға. Һыуын һарҡытҡас, йылы һөт, аҡ май, кәрәк икән тәменә ҡарап тоҙ һалырға һәм яҡшылап иҙергә.
– Һуғанды йыуып, ваҡлап турарға, май һалынған табала ҡыҙҙырырға һәм иҙелгән картуфҡа ҡушып болғатырға.
– Теләк буйынса, уға йәшел тәмләткестәр, ваҡланған ҡара борос, петрушка, укроп, салат япраҡтарын да турап ҡушырға мөмкин.
– Картуфҡа 1 сей йомортҡа ҡушып иҙһәң, ул күпереп торасаҡ.
Тары йәки дөгө
ярмаһынан эслек
– 200 г ярма (1 стакан – 250 мл);
– 500 мл һыу (2 стакан);
– 500 мл һөт (2 стакан);
– 1 балғалаҡ тоҙ;
– 1-1,5 балғалаҡ шәкәр ҡомо;
– 100 г аҡ май.
Ярмаларҙы кәстрүлгә 2 стакан һыу ҡойоп ҡайнатып сығарырға. Тары ярмаһының әселеген бөтөрөр өсөн уларҙы 2-3 тапҡыр ҡайнатып түгергә кәрәк. Ярма һыуҙы һеңдереп алғас, утты кәметергә һәм йылы һөт ҡойорға, тоҙ, шәкәр өҫтәргә. Утты талғын ғына итеп ҡалдырырға. Ярма бешеп сығырға 5 минут ҡалғас, аҡ май һалырға. Утты һүндергәс, кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, тағы ла 20 минут быҡтырырға.

Дөгө һәм йөҙөмдән эслек
Йөҙөмдөң төшһөҙө кәрәк. Уны эҫе һыуҙа йыуып алырға. Дөгө ярмаһын тәүҙә һыуҙа, аҙаҡ һөттә 30 минут тирәһе бешерергә. Артабан уға алдан әҙерләнгән йөҙөм, аҡ май ҡушып болғатырға.
Кишер һәм йөҙөмдән эслек
Сей кишерҙе таҙалап йыуырға, ваҡлап турарға һәм һөт, аҡ май, шәкәр, тоҙ ҡушып ябыҡ кәстрүлдә талғын утта ҡалдырырға. Бешеп сығырға 5 минуттай ҡалғас, алдан әҙерләнгән йөҙөмдө ҡушырға.
Ҡабаҡтан эслек
Таҙартылған ҡабаҡты ваҡлап турарға һәм һөттә йәки һыуҙа бешерергә. Тәменә ҡарап тоҙ, шәкәр өҫтәргә. Ҡабаҡҡа тары, дөгө ярмаһы ҡушырға ла мөмкин.
Ҡыҙыл йәки аҡ эремсектән эслек
Эремсеккә тәменә ҡарап шәкәр, ҡаймаҡ ҡушырға һәм яҡшылап болғатырға. Масса шыйыҡ булмаҫҡа тейеш, юғиһә ағып төшәсәк.
Киндер ононан эслек
Кипкән киндер орлоғон иҙергә һәм иләк аша үткәрергә. Һуңынан уны иҙелгән картуфҡа ҡушырға (1 өлөш иҙелгән картуфҡа 2 өлөш киндер оно иҫәбенә), ҡаймаҡ, аҡ май өҫтәп болғатырға. Килеп сыҡҡан массаны йәймәгә тигеҙ итеп һыларға һәм ике яҡлап майларға. Артабан уны 10 минутҡа духовкаға ҡуйырға.
Мәк орлоғонан эслек
Мәк орлоғон эҫе һыуҙа ебетергә. Орлоҡ бүрткәс, иләккә һалып һыуын һарҡытырға һәм иҙергә. Тәменә ҡарап ҡаймаҡ, шәкәр өҫтәргә. Килеп сыҡҡан массаны йәймәнең бер яғына һалырға, ә икенсеһе менән бөкләргә. Артабан уны ике яҡлап майларға.
Ҡыҫтыбый бешерәбеҙ!
Баймаҡ районы Өмөтбай ауылының «Әүлиә» ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары «Ашъяулыҡ» проектында телеңде йоторлоҡ тәмле ҡыҫтыбый бешереү серҙәре менән уртаҡлаша.
Уның өсөн 8 төрлө эслек алынды.
Әйткәндәй...
Үҙ аш-һыуы булғандар – халыҡ, юҡ икән – улар ниндәйҙер халыҡтың бер өлөшө генә, тип әйтәләр. Башҡорт милли аш-һыуы бай, файҙалы һәм туҡлыҡлы ла. Халыҡ үҙ милли ризығының серҙәрен, үҙенсәлектәрен быуындан быуынға тапшырып, ҡәҙерләй һәм һаҡлай.
Гүзәлиә Валерик ҡыҙы Ғәйнетдинова:

Ҡыйғы районы яҡтарында ҡыҫтыбыйға тигән ҡамырҙы ҡатыҡҡа баҫалар. Ул әҙ генә әселек бирә. Шунлыҡтан ҡатыҡ һәм иҙелгән картуф эслеге бер-береһен тулыландырып, үҙенсәлекле тәм өҫтәй. Эслек әҙерләгәндә төрлө тәмләткестәрҙе дөрөҫ һайлау мөһим.

Әйткәндәй, эслекте һәр кем үҙе теләгәнсә әҙерләй. Мәҫәлән, картуфҡа үҙегеҙ яратҡан йәшелсәне өҫтәргә мөмкин. Уға бәшмәк менән ит һалыусылар ҙа бар.

Бөгөн мин эслекте тары бутҡаһынан әҙерләнем. Ғаиләм шулай бигерәк тә ярата.
Ҡамыр өсөн 1 стакан ҡатыҡ, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы һәм иләнгән он алам. Уны ҡулда йәбешмәҫлек итеп баҫырға.
Артабан ҡамырҙы тигеҙ бәләкәй өлөштәргә бүлеп, ҡоро һәм ҡыҙған табала ике яҡлап бешереп алам.
Йәймәнең бер яғына тары бутҡаһы һалып, икенсеһе менән өҫтөн ҡаплайым. Һуңынан уны ике яҡлап майлайым.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Айгөл Рәис ҡыҙы Еникеева

(Дәүләкән ҡалаһы):

Ҡыҫтыбый өсөн ҡамырға йомортҡа һалмайым. Юғиһә, ул ҡаты була. Шунлыҡтан онға бер стакан кефир, тоҙ, аш содаһы һалып ҡына ҡамыр баҫам. Йәймәләрҙе ике яҡлап, ҡоро табала 1-2 минут самаһы бешереп алам. Эсенә иҙелгән картуф һалып, ике яҡлап майлайым.

Зәйтүнә Әхмәтвәли ҡыҙы Ҡайғолова:


Әсәйебеҙ беҙгә бала саҡтан ҡыҫтыбый бешерергә өйрәтте. Уны әле лә әҙерләйбеҙ. Североморск ҡалаһына ҡыҙым эргәһенә күсеп килгәс, тыуған яҡтар һағындыра. Шунлыҡтан йыш ҡына башҡорт милли аш-һыуҙарын әҙерләйем.


Бөгөн Мурманск ҡалаһында йәшәгән бер тыуған һеңлемдең ҡыҙы Лилиә Үлйәбаеваны ла ҡыҫтыбый бешерергә өйрәттем. Диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән Марс кейәүебеҙҙе ҡаршы алырға әҙерләндек.


Онға иретелгән май, тоҙ, аш содаһы һалып ҡамыр баҫтыҡ.

Йәймәләрҙе ике яҡлап ҡоро табала бешереп алдыҡ. Эсенә иҙелгән картуф һалдыҡ һәм ике яҡлап майланыҡ.


Ҡыҫтыбый өсөн йәймәне ҡоймаҡтан да әҙерләйем. Улай ҙа бигерәк тәмле килеп сыға.

Ә беҙ ҡыҫтыбыйҙы ошолай бешерәбеҙ...

Светлана Фәрғәт ҡыҙы Хәсәнова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

Бөгөн беҙ ҡыҫтыбыйҙы Ишембай ҡалаһында йәшәгән әсәйем Фәриҙә Исхаҡ ҡыҙы Һатыбалова һәм 16 йәшлек Айсулпан ҡыҙым менән бешерҙек. Йәғни, өс быуын башҡортобоҙҙоң милли аш-һыуын бергә әҙерләнек.

Уның өсөн тәүҙә 700-800 г он, 250 мл һөт, 3 йомортҡа алып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫтыҡ. Артабан йоҡа ғына итеп йәймә әҙерләнек һәм диаметры 18 см булған тәрилкә менән түңәрәктәр яһап ҡырҡып сыҡтыҡ. Йәймәләр ҡатмаһын өсөн, бер-береһенең өҫтөнә һалып барҙыҡ. Һәр бер ҡатламға он һибергә онотмағыҙ. Минең хатамды ҡабатламағыҙ, онламаған өсөн һуңғы 5 йәймә бер-береһенә йәбеште, уларҙы ҡайтанан йәйергә тура килде. Артабан йәймәләрҙе ҡоро һәм ҡыҙған табала бешереп алдыҡ. Әгәр ҙә уларҙа күпертмәләр барлыҡҡа килеп, алтын төҫө инһә – йәймә әҙер! Артабан уны уртаға бөкләп, бер яҡ яртыһына картуфтан әҙерләнгән эслек һалдыҡ һәм икенсеһе менән ҡапланыҡ. Ике яҡлап иретелгән май һөрттөк. Ҡыҫтыбыйға май һеңһен өсөн, өҫтөн таҫтамал менән ҡаплап, ярты сәғәткә ҡалдырабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Заманса стилдәге ҠЫҪТЫБЫЙ

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә төрлө эслектәр менән ҡыҫтыбый бешергән «AIBAT HALLYAR» милли фаст-фуды асылған. Заманса стилдәге яңы башҡорт кухняһында 20-нән ашыу эслек менән ҡыҫтыбый әҙерләнә: һыйыр һәм тауыҡ итенән, балыҡтан, йәшелсәнән һ.б.

Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда татар традицияларын һәм ғаилә ҡиммәттәрен бергә ҡушҡан «Кыстыбый tatar-food» тип аталған заманса концепцияға яуап биргән ресторан эшләй.

ҠЫҪТЫБЫЙ

ауыҙ-тел ижадында, яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә лә осрай.

Ҡыҫтыбыйға арналған таҡмаҡтар
Баймаҡ районы Ярат ауылының «Әхирәттәр» ансамбле башҡара
Байрам табыны
Алдыма асып һалдым да
«Башҡорт ашы» китабын,
Әсәйемдең байрамына
Әҙерләйем мул табын.
Итле һурпа ҡайнаттым да,
Бәрәңге бешеп сыҡҡас,
Һаласаҡмын йомортҡаға
Баҫып киҫелгән туҡмас.
Ҡаҙ итен һәм бәрәңгене
Турап ҡуйҙым шаҡмаҡлап,
Һары майға ҡамыр баҫып,
Бешерҙем бәлеш ваҡлап.
Бешкән бәрәңгене төйөп
Ҡайнар һөт һәм май ҡушып,
Сөсөләй көлсәгә һалғас,
Ҡыҫтыбый булыр ошо.
Тары бутҡаһын һыуытып,
Һөт, он, сүпрә ҡушылды.
Ҡабарғас, ҡоймаҡтар ҡойҙом,
Телде йоторлоҡ булды.
Йомортҡаға ғына баҫып,
Майҙа ғына ҡайнатып,
Бауырһаҡ та бешерҙем мин,
Ашарбыҙ тәмен татып.
Табыным һыйҙан һығыла –
Ҙур үҫтем бит ниндәй мин.
Уңған ҡыҙы булыуына,
Эй шатланыр әсәйем.
(Әлфиә Әсәҙуллина)
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Арсланова И. А.Традиционная и современная башкирская кухня. Уфа: Китап, 2017.
2. Шитова С. Н., Гадельгареева Р. Г. Злаки в повседневной, праздничной и обрядовой пище башкир в конце XIX – начале XX в. Хозяйство и культура башкир в конце XIX – начале XX в. М.: Наука, 1979.
3. Мигранова Э. В. Кыстыбый. Башкирская энциклопедия. Т. 3. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007.
4. Асадуллина А. Н. Что случилось с Кульсумган? Уфа: Китап, 2019.


Фотолар шәхси архивтан һәм Интернет селтәрҙәренән алынды.

Видео авторы Лилиә Такаева, монтаж Арслан Нәҙершин.



©Такаева Л.Р., автор-төҙөүсе, 2020