Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
«Кәкүк сәйе»
Ләйлә Аралбаева
Саҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып,
Хәсрәт арттырырға маташып...


Башҡорт халыҡ йыры
«Кәкүк сәйе»
- башҡорттарҙың боронғо йола байрамы. Ул күҙгә күренеп бармаған матур тауышлы кәкүк ҡошона арналған. Был йола Урал аръяғында, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, көньяҡ-көнбайышында һәм үҙәк райондарҙа таралған булған. Ошоға оҡшаш календарь байрамдары Көньяҡ Урал һәм Волга буйының урта өлөшө халыҡтарында танылыу тапҡан.
«Башҡортостан энциклопедияһы»нда ошо байрам менән яҙҙы ҡаршылауҙары тураһында яҙылған. Был йола борондан «кәкүк айында», апрель аҙағынан июнгәсә, ер ҡарҙан әрселгәндә һәм тәүге йәшеллек менән ҡапланғанда, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтып килгән мәлдә үткәрелгән. Орнитологтар әйтеүенсә, аяҙ һәм тымыҡ көндө кәкүктең серле моңо ике саҡрым тирәһе алыҫлыҡҡа ишетелеп торорға мөмкин. Йыл һайын кәкүк тауышы яңғыраған аҡлан-болондарға ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр, балалар йыйылған, ирҙәр иһә байрамда ҡатнашмаған. Тәбиғәткә сығыусылар уйын уйнап, йырлап, киләсәкте юрап ҡайтҡан. Тап шул мәлдә ҡырҙа ашарға яраҡлы үләндәр: ҡуҙғалаҡ, балтырған, оҫҡон йыуаһы, йыуа, ҡаҡы баш күтәргән. Байрамға сығыусылар шуларҙы тәмләп, ритуаль йырҙар йырлап йыйғандар.
Азалия Илембәтова үҙенең «Башҡорттарҙың исламға тиклемге ышаныуҙарында кәкүк образы» мәҡәләһендә ошолай тип яҙған:
«Ғәҙәттә байрамды уның бар шарттарын белгән инәй ойошторған. Ҡайһы бер райондарҙа уны «юлбашсы» тип атағандар. Инәй сыбар күлдәк һәм тәңкә баҫылған еңһеҙ камзул кейгән, башына ситтәренә түңәрәк баҡыр тәңкә теҙелгән яулыҡты яҙып ебәреп ябынған, ул уның бөтә арҡаһын ҡаплап торған, ә икенсе яулыҡты косынка итеп бәйләгән. Яулыҡтар өҫтөнә бейек өҫлө кәпәс кейелгән. Байрам көндө тантаналы кейенгән ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар тау битенә йәки йылға буйына, ҡай саҡ йорт янындағы туғайҙа йыйылған».
Сәй эсеү йыйындың мөһим өлөшө булған. Бының өсөн үҙҙәре менән бәлеш, ҡоймаҡ, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, ғөбәҙиә, бал, ҡыҙыл эремсек кеүек ашамлыҡтар килтергәндәр. Ризыҡтың бер аҙ өлөшөнән кәкүккә лә өлөш сығарғандар. Ғәҙәттә балалар һөттән һәм унан әҙерләнгән ҡатыҡ, ҡаймаҡты ағас төбөнә ҡойған, тауыҡ йомортҡаһы ҡалдырған, ботаҡтарға ҡыҙыл таҫма бәйләгән. Быларҙың барыһы ла кәкүктәр миһырбанлы булһын өсөн эшләнгән.
Ҡатын-ҡыҙҙар сәй ҡайнатҡан, табын әҙерләгән, йәштәр төрлө халыҡ уйындарын («Аҡ тирәк, күк тирәк», «Күмер йөҙөк», «Йәшерәм яулыҡ», «Өс бүкән», «Аҡ ҡайын», «Балға бар», ҡушарлап йүгереү, һикереү, ҡыҙҙар һәм йәш ҡатындар араһында арҡан тартышыу) уйнаған, бейегән, йырлаған, таҡмаҡ әйткән. Балаларҙы һикереүҙә, йүгереүҙә, билбаулы көрәштә ярыштырғандар. Малайҙар йәйә-уҡ яһап, атышып, мәргәнлектә көс һынашҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар кәкүккә арналған йырҙар башҡарған.

Сәй эскәндә инәйҙәр кәкүк тураһында тарих, легендалар, әкиәттәр һәм юрауҙар һөйләгән. Аҙаҡтан барыһы ла доға, ритуаль йырҙар башҡарған, кәкүк тауышын тыңлап, киләсәкте юраған, теләк теләгән. Ҡыҙҙар, яҡшы егеткә кейәүгә сығырға өмөтләнеп, кәкүк тауышына ҡолаҡ һалған. Әгәр оҙаҡ һәм туҡтамай һанаһа – буласаҡ ир матур һәм тырыш буласаҡ, ә бына бер-икене генә һанаһа – алама ир эләгәсәк. Инәйҙәр кәкүктән, нисә йыл йәшәргә ҡалды, тип һораған. Был осраҡта ҡоштоң оҙаҡ һанауы оҙон ғүмергә ишаралай тигән. Ҡатын-ҡыҙҙар шулай итеп тәбиғәткә һәм ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, илгә тыныслыҡ, яҡшы уңыш, таҙалыҡ һәм байлыҡ теләгән.
Байрамдың видеоһы
Кәкүк һүҙлеге
Халҡыбыҙҙың билдәле ғалимәһе Фирҙәүес Хисаметдинова үҙенең «Башҡорт мифологияһы һүҙлеге»ндә башҡорт халыҡ мәҙәниәтендә кәкүктең мифик ҡош икәнен күрһәткән һәм уға арналған күп кенә фразеологизм, һүҙбәйләнеш, терминдар туплаған. Улар араһында:
• кәкүк айы

• кәкүк емеше, кәкүкбаш, кәкүк башы, кәкүк сискәҫе

• кәкүк ҡатаһы/ситеге/ҡатаҫы/башмағы, кәкүкчитек

• кәкүк саҡыра

• кәкүк эйеү

• кәкүк саҡырта сығыу

• кәкүк төкөрөгө

• кәкүк аяғы

• кәкүгарба

• кәкүк бәшмәге

• кәкүк күҙе

• кәкүк мәмәйе/тәпәйе

• кәкүк төкөрөгө, кәкүк сәрмәһе, кәкүк һабыны

• кәкүк уты

• кәкүк сәйе

Был исемлеккә кәкүктең саҡырыуҙан туҡтап, тынып ҡалыуын аңлатҡан «кәкүк һаҡауланды» тигән һүҙбәйләнешен дә индерергә мөмкин.
«Кәкүк» бейеүе
«Кәкүк» бейеүе боронғо «Кәкүк сәйе» байрамының айырылғыһыҙ өлөшө булған, тип яҙа Лидия Нагаева үҙенең «Башҡорт халыҡ хореографияһы» китабында. Был бейеү Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында айырыуса ныҡ таралған. Һәр ауылда байрамдарҙа был бейеүҙе оҫта башҡарыусылар билдәлелек яулаған. Байрамдың боронғо мәғәнәһе юғалыу менән, бейеүҙе башҡа тантаналы сараларҙа ҡатын-ҡыҙҙар менән бер рәттән ирҙәр ҙа бейей башлаған. «Ирҙәр уны ҡоштоң ҡылығын шаяртып, күңелле башҡарған, ә бына ҡатын-ҡыҙҙар етди, уйланып бейегән, алғы планға лириканы, образдың минорлығын ҡуйған», – тип яҙа автор.
Борон «Кәкүк» ҡатын-ҡыҙҙар бейеүендә ҡошҡа табыныу, уға изгелек күрһәтеү, киләсәкте күҙаллап, ҡысҡырыуынан ҡурҡыу мотивтары сағылған.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Мамина әйтеүенсә «Кәкүк сәйе» йолаһында иң мөһиме – кәкүккә оҡшатып бейеү һаналған. «Беҙҙең халыҡ күҙәтеүсән булған. Кешеләр кәкүк уны оҡшатҡанды күрә һәм беҙгә бәлә килтермәй тип уйлаған», – ти ул. Гүзәл Мамина профессиональ эстрадала «Кәкүк» бейеүен берҙән-бер башҡарыусы булараҡ билдәле. Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә ул уны 20 йылдан ашыу башҡара. Хәҙер Гүзәл бейеүҙе тасуирлау менән шөғөлләнә.

«Был йола таулы, урманлы райондарҙа ныҡ таралған булған. Фольклорсы Лидия Нагаева бейеүҙе Бөрйән районында яҙып алған һәм сәхнәгә сығарған, – тип һөйләй Гүзәл. – Башҡорттар башҡа халыҡтар кеүек борондан ҡояшҡа табынған. Хәрәкәттәр ҡояш йөрөшөнә ярашлы сәғәт уғы йүнәлешендә түңәрәк буйынса яһалған. Ҡоштоң бер ҡанаты икенсеһенән оҙонораҡ, шуға ла кәкүккә оҡшатып, бейеүсе бер ҡулын бөгөп, икенсеһен тура тотҡан».
Бейеүҙең видеоһы. Гүзәл Мамина.
Гүзәл бейеүҙе башта балитәкле сыбар киң күлдәктә башҡарған, һуңынан рәссам Наталья Степанова яңы кейем эскизы эшләгән. Кәкүк үҙе һорғолт зәңгәрһыу төҫтә булғас, күлдәкте зәңгәр бәрхәттән теккәндәр, жилет иһә көмөш төҫөндә булған.
«Лидия Ислам ҡыҙы әйтеүенсә, өйрөлгән саҡта сәхнәне тултырырға кәрәк. Ошо сәбәпле беҙ итәкте теккәндә алтау урынына 12 ҡыйыҡ ҡулландыҡ. Һөҙөмтәлә ул киң килеп сыҡты, боролоштарҙа һәм өйрөлгәндә бар сәхнәне тултыра, – тип аңлатты Гүзәл. – Башҡорт бейеүендә һәр хәрәкәт, баштың, ҡулдарҙың боролоуы, һәр аяҡ тыпырҙатыу мәғәнәле була. Бейегәндә хәрәкәттәр теҙмәһен генә биреү етмәй, мәғәнәһен еткерә белергә кәрәк».
Артист әйтеүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә «Кәкүк сәйе» йолаһы икенсе һулыш алған. Ҡатын-ҡыҙҙар нисә йыл йәшәргә ҡалды тип юрамаған, үҙҙәренең улдары, ирҙәре, ағалары яуҙан иҫән-һау ҡайтһын тип теләгән.
Кәкүккә бағышланған легендалар һәм йырҙар
Башҡорттар борондан кәкүкте, шулай уҡ торнаны, ҡара ҡарғаны изге тип һанаған, уларға оло хөрмәт менән ҡараған. Ҡоштарға байрамдар һәм сәнғәт әҫәрҙәре бағышлаған. «Кәкүк сәйе» архаик йолаһында кәкүктән миһырбанлыҡ, киләсәк яҙмыш, бәхет, һаулыҡ һорағандар, яңғыҙ ҡалыуҙы, үлемде ситкә ебәреүҙе теләгәндәр.

Саҡырмасы, кәкүк, эй, эргәмдә,
Саҡырһаңсы кәкре ҡайында.
Егет кенә кеше сер белгертмәҫ,
Ҡайғылары артҡан һайын да.
Саҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып,
Хәсрәт арттырырға маташып.
Сит илдәрҙә йөрөй яңғыҙ башым,
Яңғыҙ кәкүк кеүек аҙашып.
Саҡырма ла, кәкүк, ай, ҡаршымда,
Саҡырһана ағас башында.
Уңлы ла ғына һуллы ҡашым тарта
Ни булыр ҙа ғәзиз башыма?
Минең башҡайыма ник ултырҙың,
Бер-бер нәмә булыр микән ни?
Юраусылар юрап әйткәненсә,
Ғүмерем зая үтер микән?
Кәкүк саҡырыуы моңло булһа ла, уның тауышын ишеткәндә кешеләр хафаланған. Халыҡта ошондай юрау ҙа йөрөгән: «Әгәр кәкүк йорт ҡыйығына ултырып саҡырһа – бәлә килеүен көт. Кәкүк ауылға осоп килһә – аслыҡ буласаҡ».

Ғалимдар әйтеүенсә, «Кәкүк сәйе» йола байрамы исламға тиклемге дини ышаныуҙарҙан, мәжүсиләрҙең хайуандарға табыныуҙарынан килә. Башҡорттарҙа борон кәкүк культы үлгән кешеләрҙең рухтары ҡоштарға әйләнеүҙәренә ышаныуҙан барлыҡҡа килгән, ти ғалимдар.
«Кәкүк үлтереүҙе тыйыу кәкүкте ҡош һынына ингән кеше тип ҡабул итеүҙән килә. Шуға күрә лә уның йәнен ҡыйырға ярамай»,
– тип яҙа Азалия Илембәтова һәм «Кәкүк» башҡорт легендаһын дәлил итеп килтерә.
«Борон-боронда башҡорт ҡәбиләләренең берәүһенә дошман һөжүм иткән. Кәкүк исемле батыр бөтә егеттәрҙе туплаған, Ҡарағаш исемле һөйгәне менән хушлашҡан һәм илбаҫарҙарға ҡаршы сыҡҡан.

Яуҙан бер кем дә тере ҡайтмаған. Ҡарағаш Кәкүктең үлеменә ышанмаған. Уны ата-әсәһе яратмаған кешеһенә кейәүгә бирергә булған һәм ҡыҙ ҡасырға ниәтләгән. Тик Ҡарағашты тотҡандар һәм зинданға бикләгәндәр. Ул унда «Һөйгәнем янына ҡош булып осорға ине!» тип ялбарған. Шул мәлдә ҡыҙҙың теләге тормошҡа ашҡан ул ҡошҡа әйләнеп, таш келәттең тәҙрәһенән осоп сыҡҡан. Ағастан ағасҡа, тауҙан тауға осоп, һөйгәнен «Кәк-күк! Кәк-күк!» тип саҡыра башлаған. Шунан алып баяғы ҡыҙ һөйгәненең исемен йәлләүес итеп саҡырып осоп йөрөй. Бер генә йомортҡа һала, уны баҫырға түҙемлеге етмәй һаман Кәкүкте эҙләй. Шунан алып кешеләр бер туҡтауһыҙ «Кәк-күк!» тип ҡысҡырған ҡошто кәкүк тип атайҙар.

Легенданың икенсе вариантында Кәкүк һыу батшаһының улы булыуы һәм уның ер хакимы ҡыҙына өйләнгәне тураһында бәйән ителә. Бер мәл Кәкүк атай-әсәйемде күрәйем тип һыуға сума һәм кире ҡайтмай. Йәш ҡатын ирен юҡһынып гел яр буйында йөрөр булған. Бер мәлде ул сәсен тарап ултырғанда эстән: «Әгәр ҙә ул ҡайтмаһа, миңә донъяла йәшәүҙең ҡыҙығы юҡ, ҡошҡа әйләнергә теләйем!» тигән. Шунда уҡ был уй тормошҡа ашҡан ҡатын ҡош булып осоп киткән. Был хәл күҙ асып йомғансы булған, хатта бер толомон үреп өлгөрмәгән, сәсе шул көйөнсә ҡалған. Бына шуға ла кәкүктең бер ҡанаты туҙраған һәм аҫҡа нығыраҡ һәленгән була. Ҡатын кәкүктең тормошо ҡайғы-хәсрәттә һәм ирен туҡтауһыҙ эҙләүҙә үткән. Кәкүкте шуға ла ҡайғы ҡошо тиҙәр. Ул әле лә хәләл ефетен «Кәк-күк!» тип эҙләй.
«Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре» йыйынтығында ла ҡыҙыҡлы легендалы «Кәкүк» йыры килтерелгән. Тик уның деталдәре – мифик персонаждарҙың булмауы, шәриғәт закондары буйынса тыйыу мотивы – әҫәрҙең һуңғараҡ осорҙа барлыҡҡа килеүенә ишаралай.
«Элек бер егет менән бер ҡыҙ, ситтән генә күҙ ҡыҫышып, ҡаш һикертешеп йөрөп, танышып алғандар, тик осрашып һөйләшергә мөмкинлектәре булмаған. Ни өсөн тигәндә, ул заман йәш-елкенсәктең осрашып һөйләшеүе шәриғәт буйынса зина ҡылыу һаналған. Егет менән ҡыҙҙы йә ата-әсәһе, йә күрше-күләндәре бергә күрһәләр, зина ҡылаһығыҙ, тип яза бирер булғандар. Шулай ҙа йәштәр төрлө хәйлә менән осрашып, әмәлен табырға тырышҡан. Теге егет менән ҡыҙ ҙа осраша.

Бер ваҡыт, яҙ булғас, туғай-болонда үләндәр үҫеп, сәскәләр атҡан саҡта, ҡыҙ-ҡырҡын, әбей-һәбейҙәрҙе ҡарауылсы итеп алып, күл йыуаһы йыйырға туғайға китә. Егеттәр, ҡыҙҙар менән аҫтыртын хәбәр алышып, һүҙ беркетеп, икенсе яҡтан, тал араһында көтөп ятҡан. Әбейҙәргә ундай-бындай бүләк биргеләп, юхалап, ҡыҙҙар менән бергә уйнарға рөхсәт алған былар. («Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынын яратып уйнай торған булғандар.) Әбейҙәр көндөң матурлығына, ҡояштың йылылығына кинәнеп, баштарын тарап, үҙ-ара һөйләшеп ултырған арала, егеттәр үҙҙәренең яратҡан ҡыҙҙары менән берәм-берәм таралышып, һөйләшә башлағандар. Баяғы егет менән ҡыҙ ҙа Төйәләҫ һыуы буйлап китеп, бер тирәк төбөнә ултыра. Күп тә үтмәй, тирәккә кәкүк килеп ҡуна. Бер-ике мәртәбә саҡыра ла туҡтап ҡала. Шул саҡ боронғолар һөйләгән бер ырым келт итеп егеттең иҫенә килеп төшә. Егет ҡыҙға ҡарап:

Мин ошо кәкүктән нисә йәш йәшәүемде һорайым әле, ти.

Ҡыҙ:

Ҡуй, ярамай! Бер-ике мәртәбә саҡырып ҡуйһа, күңелеңә ауыр булыр, ти.

Егет, үҙ һүҙен һүҙ итеп, кәкүктән һорай. Кәкүк ун ике мәртәбә генә саҡыра ла тирәктән осоп китә. Егет егерме йәшендә булған була. Боронғоларҙың һүҙе буйынса, кәкүктең ун ике саҡырыуын ҡушһаң, ул утыҙ ике йәшендә үлергә тейеш була. Ҡыҙ күңелһеҙләнә, ә егет шулай ҙа уға һис тә күңелһеҙләнергә ирек бирмәй. Иптәштәре янына алып барып «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынын уйнай башлай.

Байтаҡ ҡына уйнап-көлгәндән һуң, ҡыҙҙар ауылға табан йүнәлә, ә егеттәр Төйәләҫтә һыу инеп ҡайтмаҡсы булып, тороп ҡалалар. Егеттәр шаулашып һыу инә. Шул ваҡыт теге егет һыуға батып үлә. Уны ауылға күтәреп алып ҡайтып күмәләр. Был егеттең яратҡан ҡыҙы уның иҫтәлеге итеп йыр сығара:

Саҡырмасы, кәкүк, эй, эргәмдә

Саҡырһаңсы кәкре ҡайында.

Егет кенә кеше сер белгертмәҫ,

Ҡайғылары артҡан һайын да.
«Кәкүккәй» йыры Кәрим Дияровтың йыйынтығында ла бар, тик уның тарихы кәкүк культына туранан-тура бәйле түгел. Был осраҡта кәкүк ҡатын-ҡыҙ яңғыҙлығы образын сағылдыра.

Шулай итеп кәкүккә бағышланған йырҙарҙың легендаларында драма сюжеттары, күңелһеҙлек һәм яңғыҙлыҡ мотивтары сағыла.

Шул уҡ ваҡытта башҡорт эстрадаһында танылыу яулаған «Кәкүк» («Һай-ҙар, кәкүк») күңелле ҡыҫҡа көйҙө лә иғтибарға алырға кәрәк. Уны иң беренсе булып билдәле башҡорт йырсыһы, халыҡ йырҙарын таратыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова башҡарған. Йырсы күп кенә онотола башлаған йырҙарҙы халыҡҡа кире ҡайтарҙы.
«Үткән быуаттың 70-се йылдары аҙағында фольклорсы Фәнүзә Нәҙершина телевидениела башҡорт халыҡ йырҙары тураһында тапшырыу алып барҙы. Был йырҙы мин унан өйрәндем»,

– тип иҫләй Флүрә Килдейәрова.
Халыҡ йолаһынан этнофестивалгә тиклем
«Кәкүк сәйе» байрамы бөгөн дә ныҡ популяр. Ул күп ауылдарҙа үтә, уны мәктәптә, балалар баҡсаларында ҡуйырға яраталар. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты студенттары, Башҡорт дәүләт филармонияһының профессиональ артистары, башҡа фольклор коллективтар уны сәхнәләштергәндәре булды.
«Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығының йола фольклорына бағышланған беренсе томында заманса байрамды үткәреү тәртибе бирелгән. Йоланың йөкмәткеһе һаҡланған, тик алып барыусы – «юлбашсы» ролен ҡатын-ҡыҙ советы рәйесе үтәй. Сараға заманса спорт ярыштары, уйындар һәм үҙешмәкәр концерт өҫтәлгән. Байрам һуңында еңеүселәр бүләкләнә.
2014 йылда Башҡортостанда тәүге тапҡыр ике көн дауамында «Кәкүк сәйе» этнофестивале уҙҙы. Ул Нуриман районының «Павловка паркы» туристик тау саңғыһы үҙәгендә ойошторолдо. Халыҡ йолаһы ваҡиға туризмы сараһына әүерелде.

Фестивалде республиканың ул мәлдә эшләгән Туризм үҙәге менән берлектә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостандың Туриндустрия союзы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Мәҙәниәт министрлығы һәм Нуриман районы хакимиәте ойошторҙо. Этнобайрамды үткәреү ниәте менән БР Туризм үҙәгенең шул мәлдәге директоры Наталья Никольская сығыш яһаны.
«Кәкүк сәйе» башҡорттарҙың мәжүсилек мәленән килгән байрамы булып тора. Уға «Кәкүк» йыры, бейеүе, төрлө сәй традициялары инә һәм ул халыҡтың уникаль мираҫы һанала. Бының кеүек байрамдарҙы, башҡорт мәҙәниәте элементтарын мотлаҡ популярлаштырырға, улар нигеҙендә сит илдән һәм Рәсәйҙән туристар килерлек саралар ойошторорға кәрәк»,
– тип белдерҙе байрамдың ойоштороусыһы.
Этнофест паркына ингән ҡунаҡтарҙы милли костюм кейгән оло Кәкүк ҡаршыланы.
«Был кәкүкте беҙ эшләнек. Ҡош башы папье-машенан яһалған, матур костюмды тегергә опера театры декораторҙары ярҙам итте»,
— тип һөйләне Наталья Никольская.
Байрамда республиканың өс тарихи-миҙәни үҙәге ҡатнашты. Улар Баймаҡ районының Темәс ауылы, Ғафуриҙың Сәйетбабаһы һәм Благовар районының Ҡәнзәфәр бей исемендәге Һарайлы үҙәге булды. Ҡатнашыусылар көнө буйы сағыу милли костюмдарҙа сығыш яһаны, һыйланы һәм кәйеф бирҙе. Тирмә янында инәй станокта балаҫ һуҡты. Ғафуриҙар тирмәлә өҫтәл әҙерләп, байрам ҡунаҡтарын һыйланы. Һәр мәҙәни үҙәктең һәүәҫкәр артистары «Кәкүк сәйе» йолаһының үҙ вариантын күрһәтте. Улар уйындар, йыр-бейеү менән театрлаштырылған тамаша тәҡдим итте. Кәкүк байрамы символдары менән сувенирҙар – бәләкәй магниттар, көрөшкәләр, фото өсөн рамкалар, футболкалар һатылды.

Күргәҙмә-йәрминкәләрҙә төрлөсә итеп әҙерләнгән үлән сәйҙәре, бал, ҡымыҙ, талҡан, эремсек, сәк-сәк, ҡаҙы кеүек милли ашамлыҡтар тәмләп ҡарарға мөмкин ине. Үләнсе Михаил Гордеевтың фитоүҙәге төрлө сәйҙәр тәҡдим итте һәм айырыуса «кәкүк сәйе»н маҡтаны – уның ҡеүәтле дөйөм дауалау эффекты бар һәм кешенең репродуктив функцияһына ыңғай һөҙөмтә яһай.
«Кәкүк карнавалы» байрамдың иң юғары нөктәһенә әйләнде. Ике метр бейеклек Кәкүк артынан фестивалдә ҡатнашыусылар, милли костюмдар кейеп, парк биләмәһенән сәхнәгә тиклем парадта үтте.

Кискеһен иң яҡшы башҡорт сәйе рецебына һәм кәкүктең иң яҡшы костюмына бәйге һөҙөмтәләре билдәле булды. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙҙәре теккән кәкүк костюмдарын кейгән ине.

Фестиваль «Сураман» популяр төркөмө концерты һәм асыҡ һауалағы фолк-дискотека менән тамамланды. Төркөм солисы Азат Биксурин сәхнәлә үлән ҡурай эшләп күрһәтте. «S-ART» бейеү мәктәбе (етәксеһе Иван Букша) кәкүк бейеүен заманса итеп яраҡлаштырып сығыш яһаны.

Ҡыҙыҡ, әммә этнофестиваль мәлендә Павловка урманында кәкүк тауышы берҙе лә ишетелмәне. Сарала ҡатнашыусылар финалда үҙҙәре ун тапҡыр хор менән кәкүк саҡырҙы.

Шунан алып «Кәкүк сәйе» этнофестивале йыл һайын үткәрелеп килә. Тәүҙә ул Павловка паркында уҙҙы, аҙаҡ икенсе райондарға күсте. Байрам күңелле һәм шау-шыулы «Кәкүк карнавалы»н, сувенирҙар күргәҙмә-йәрминкәһен, үләнсе Гордеевтың «Кәкүк сәйе — рецепт һәм ҡатын-ҡыҙ һаулығы» семинарын, фито-бар эшен һәм башҡорт сәйен тәмләп ҡарауҙы, «Башҡорт сәйенең иң яҡшы рецебы», «Иң яҡшы сәй церемонияһы», «Иң яҡшы кәкүк бейеүе», «Иң яҡшы кәкүк йыры», «Иң яҡшы кәкүк костюмы», «Иң яҡшы кәкүк тотемы», «Иң яҡшы кәкүк бутҡаһы», «Иң яҡшы кәкүк сувениры» ярыштарын, фольклор коллективтары концертын, этно-дискотеканы берләштерә.
Автор
  • ·Ләйлә Аралбаева
Фото
  • Ләйлә Аралбаева, Илдус Нурмөхәмәтов, Андрей Старостин
Видео
  • «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы ДУП-ы
Верстка
  • Рената Вәхитова