Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Егоров леонид
Ҡоролтай: тарих һәм хәҙерге осор бәйләнеше
Башҡорт Ҡоролтайының тарихы: аҡһаҡалдарҙың ҡайғы-шатлыҡтар ваҡытында йыйылғанынан алып, хәҙерге демократияға тиклем.
Ҡоролтай нимәнән башлана
Ҡоролтай һүҙен ишетеү менән күҙ алдына Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан бина, депутаттар, ҡанундар ҡабул итеү – дөйөм алғанда, бөтә рәсми һәм сәйәси күренештәр килеп баҫа. Ысынында иһә, һигеҙ быуат элек быларҙың барыһы ла бөтөнләй икенсе төрлө булғанын күбеһе белмәйҙер ҙә әле.

Ҡоролтай йыйыу традицияһы үҙенең тамырҙары менән алыҫ үткәндәргә барып тоташа. Уның төп маҡсаты булып башҡорттарҙың иң мөһим һәм иң әһәмиәтле мәсьәләләрен, үҙидаралыҡ һорауҙарын хәл итеү тора. Асылда иһә, ҡоролтай төрлө ырыу йыйылған халыҡ аҡһаҡалдарының йыйылыуын аңлатҡан. Йыйылыу урыны Өфөнөң көньяғындараҡ урынлашҡан Сиснәктау булған.

Бындай осрашыуҙар, ғәҙәттә, ырыуҙар урындан урынға күскән ваҡытта ойошторолған. Был бик уңайлы булған – бөтә ырыу яңы туҡталышҡа юлланған, ә араларындағы иң оло, тәжрибәле, тәрән аҡыллы ырыу вәкиле ҡоролтайға киткән. Мәғәнәһе буйынса «ҡоролтай» төшөнсәһенә «йыйын» төшөнсәһе нығыраҡ тап килә, ләкин был ике күренеште үҙ-ара тиң күреү дөрөҫ түгел, сөнки «йыйын» төшөнсәһе халыҡ йыйылышы, байрам тигән мәғәнәлә, ә ҡоролтай – ул хөкүмәттең вәкәләтле органы. Фактик рәүештә, ҡоролтай – йыйындың бер өлөшө: күңел асыу аҡһаҡалдарҙың йыйылышынан һуң башланған. Башҡортостанда ошондай күңел асыу традициялары яңынан тергеҙелә.
Праздник "Торатау йыйыны" в Ишимбайском районе

Башҡорттар өсөн ҡоролтай бик мөһим ваҡиға булған. Йыл да күскенселәр алдына яңынан-яңы мәсьәләләр ҡуйылған. Ҡоролтайҙың төп маҡсаты булып ҡарарҙарҙы тыныс шарттарҙа сығарыу торған. Ҡоролтай ваҡытында һуғыш һәм тыныслыҡ, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәү, ырыу-ара бәйләнештәрҙе яйға һалыу тураһында фекер алышҡандар, ҡоролтайҙа хандар, бейҙәр, старшиналар һайланған һәм тәғәйенләнгән, киләһе ҡоролтайҙарҙың һәм йыйындарҙың үткәрелеү ваҡыттары билдәләнгән.

Сиснәктауға менеп, бик мөһим мәсьәләр тураһында фекер алышыуҙа бөтә ир-ат та ҡатнаша алған. Иң мөһиме, уға 18 йәш тулған булырға тейеш. Әммә аҙаҡҡы ҡарарҙы аҡһаҡалдар сығарған.

Тәжрибәле ырыу башлыҡтары бөтә әйтелгән уй-фекерҙәрҙе иғтибар менән тыңлағандан һуң, үҙ-ара кәңәшләшеп, йомғаҡлау ҡарары сығарған. Ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы, үҙҙәренә күрә "ҡанундарҙы", ырыуҙың барлыҡ вәкилдәре лә берҙәй үтәргә тейеш булған.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, яҡынса XVI быуатта, волость идаралығын индергәндән һуң, ҡоролтайҙың үҙидаралыҡ эшмәкәрлеге менән ассоциациялашыуы бөтә. Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, ҡоролтайҙың роле яйлап сикләнә башлай. XVII – XVIII быуаттарҙа булған ихтилалдар ваҡытында үткән ҡоролтайҙарҙа – ихтилалдарҙы яңынан тергеҙеү йәки туҡтатыу, ғәскәр башлыҡтарын һайлау, хөкүмәттең тәҡдимдәрен тикшереү һ.б. һорауҙар тикшерелә. 1831 йылда башҡорт улустарында кантон идара итеү системаһын индергәндән һуң, йыйындар, уның менән бергә ҡоролтайҙар ҙа тыйыла.

Ҡоролтай үткәреү традицияһы 1917 йылғы революция һәм Башҡорт милли хәрәкәте формалашҡан осорҙа киренән башлана; XX быуаттың 90-сы йылдарында яңынан тергеҙелә.
Беренсе монгол ҡоролтайҙары
«Ҡоролтай» төшөнсәһе бөтә халыҡ съезы мәғәнәһендә XII-XIII быуаттар дәүерендә, Сыңғыҙхан беренсе монгол ырыуҙарын берләштерә башлаған осорҙа килеп инә, улар быға тиклем үҙҙәренсә йәшәп килгән була. Был тулҡын хан баҫып алған бөтә территорияларҙа ла тарала.

Беренсе тапҡыр «ҡоролтай» һүҙе монголдарҙың Йәшерен хикәйәттәрендә «хуралдай» формаһында телгә алына. Тап ана шул ваҡытта «ҡоролтай» төшөнсәһе барлыҡҡа килә лә инде. Ул монголдарҙың һәм ҡайһы бер төрки халыҡтарының (нуғайҙар, башҡорттар, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡырым татарҙары, татарҙар, тывалар, алтайҙар) халыҡ вәкиллеге органы һәм дәүләттең иң мөһим мәсьәләләрен хәл итеүсе бөтә халыҡ съезы икәнен белдерә.


Ҡоролтайға иң ябай һәм иң аңлайышлы тасуирламаны Иран илханы Әхмәд Текудер бирә. Мысыр солтаны Сәйф әд-дин Калаунуға ул былай тип хат яҙа:
Беҙ үҙебеҙҙә ҡоролтай йыйҙыҡ, йәғни йыйылыш, унда бөтә аға-энеләрҙең, балаларҙың, мөһим әмирҙәрҙең, хәрби начальниктарҙың һәм офицерҙарҙың уй-фекерҙәре әйтелә
Татар-монгол иҙеүе тарихында бер нисә төп ҡоролтай билдәләнгән:
Сыңғыҙхан державаһының берҙәмлеге тарҡалғандан һуң, яңы барлыҡҡа килгән монгол һәм татар биләмәләренең һәр береһе үҙҙәренең айырым ҡоролтайҙарын йыя башлай. Ә бына Ҡырым һәм Кавказ аръяғы ханлыҡтарында был ханлыҡтарҙың сәйәси йәшәйештәре туҡталғанға тиклем ҡоролтайҙар йыйыу дауам итә.
Йыйындың нисек итеп халыҡ байрамына әйләнеүе
Шулай итеп, беҙ йыйындың башҡорттарҙың үҙенә генә хас халыҡ йыйылышы, хәҙерге Ҡоролтайҙың башланғысы, юл башы булғанын беләбеҙ. Төрлө ҡәүемдәрҙә һәм ырыуҙарҙа ул үҙидара органы була, яйлап байрамға әйләнә. Йыйындарҙа, ҡоролтайҙағы кеүек үк, аҡһаҡалдар, ырыу башлыҡтары мөһим урын алып тора.

Байрам үтәсәк көндө лә улар билдәләй. Алдан әйтеүебеҙсә, был көн ырыуҙарҙың күсеү осорона тап килә. Йыйындар үткәреү бик күп сығымдар талап итә, шуның өсөн дә ойоштороу сараларын алдан хәстәрләй башлайҙар.

XVIII быуатта йыйын тулыһынса байрамға әүерелә һәм йылдың билдәләнгән бер көнөндә үткәрелә. Үткәреү сценарийҙары ла төрлө райондарҙа төрлөсә. Мәҫәлән, республиканың төньяҡ өлөшөндә йыйынды йәрминкә форматында үткәреү традицияға һалынған, ә бына көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында йыйын ваҡытына бик күп ҡунаҡтар саҡырылған ҡупшы туйҙы тура килтереп үткәреү ғәҙәти күренеш булып һаналған.
Йыйындың майҙаны түңәрәк формаһында биҙәлгән. Ҡоролтайҙан һуң, ырыу башлыҡтарының ғәҙәте буйынса, ошо түңәрәк эсендә ашап-эскәндәр. Был ҡәүемдәрҙең берләшеү символын аңлатҡан. Һый-ниғмәт бөтәһенә лә мотлаҡ тигеҙ итеп бүленергә тейеш булған: бер туҫтаҡтан бөтәһенә лә тигеҙ итеп ҡойолған ҡымыҙ, бер үк ҙурлыҡтағы ит киҫәктәре, тәмлекәстәр һ.б. Артабан иң ҡыҙығы башланған да инде.

Йыйынға килгән һәр бер үҫмер егеттең ырыуҙың хөрмәтле ағзаһы иҫәбенә инеү, тимәк, аҡһаҡалдар рангына яҡыныраҡ булыу мөмкинлеге була. Йәш егеттәр тоҡ кейеп йүгереү, ҡолға буйлап атлау, тоҡ менән һуғышыу, көрәш кеүек төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Асылда, был күпбәйге ярыштары була, иң төп приз – ололарҙың ихтирамын яулау.

Һәм, әлбиттә, рәсми йолаларҙан һәм спорт ярыштарынан һуң киске ваҡыт башлана, башҡорттар уны «киске уйын» тип йөрөтә. Был ваҡытта йәштәр үҙ-ара иркен шарттарҙа аралаша, уйындар уйнай, бейей һәм йырлай.

XXI быуатта йыйын үткәреү традицияһы яңынан тергеҙәлә. Шулай итеп, Салауат Юлаев көндәре сиктәрендә Башҡортостанда "Салауат йыйыны" байрамы үткәрелә. Уны үткәреү тураһындағы указ 2004 йылда ҡабул ителә. 2010 йылда был байрам Торатау итәгендә үткәрелә. Боронғо замандарҙа был урын аҡһаҡалдарҙың мөһим мәсьәләрҙе хәл итеү нөктәһе була.

2015 йылдан башлап байрамдың конкурс программаһында республиканың иң яҡшы сәсәне исемен алыу ярышы барлыҡҡа килә. Йәштәрҙең «киске уйын»ы ла яңынан тергеҙелә. 2017 йылдан башлап был ғәҙәти күренешкә әйләнде – йәй көнө Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында бындай осрашыуҙар йыш күҙәтелә.

XX быуаттағы Ҡоролтай
Үткән быуат беҙҙең ил өсөн генә түгел, шулай уҡ республика парламентаризмы өсөн дә һынылышлы осор булды.

Был ваҡытта, батша империяһының емерелеүе арҡаһында, илдә милли хәрәкәт ойоша башлай. Уның төп маҡсаты булып Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың хоҡуҡтарын киңәйтеү, милли билдәләр буйынса сикләүҙе бөтөрөү һәм айырым милли автономия булдырыу тора.

1917 йылғы тарихи ваҡиғалар барышында милли үҫеш стратегияһын билдәләү маҡсаты менән Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары үткәрелә, унда съездың делегаттары булып Өфө, Ырымбур, Пермь һәм Һамар губерналарында йәшәүсе башҡорт халҡы тора.
XX быуатта Башҡортостанда Ҡоролтайҙың үҫеш этаптары:
1
1917 йылдың 20–27 июле
Ырымбурҙа I Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы (Башҡорттарҙың 1-се бөтә башҡорт съезы): башҡорт крайы менән идара итеү формаһын билдәләү, башҡорт ғәскәрен формалаштырыу.
2
1917 йылдың 25–29 авгусы
Өфөлә II Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы (Башҡорттарҙың 2-се өлкә съезы): башҡорттарҙың милли автономияһын нығытыу.
3
1917 йылдың 8–20 декабре
III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы (Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы): 9 кантон сиктәрендә Бәләкәй Башҡортостан төҙөү, Бәләкәй Ҡоролтай тип исемләнгән предпарламент формалаштырыу.
1919 йылда республикаға совет власы килә, башҡорт автономияһы булдырыла. Ҡоролтай ғәҙәти төр булараҡ йәшәүҙән туҡтай. Башҡортостанда киләһе 17 йылда Советтың 10 съезы үтә, ә 1938 йылда БАССР-ҙың Юғары Советы барлыҡҡа килә.



Башҡортостандың хәҙерге Ҡоролтайы
Үрҙә әйтеүебеҙсә, Башҡортостанда ҡоролтайҙар үткәреү традицияһы XX быуаттың 90-сы йылдарында яңынан тергеҙелә. 1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостандың Конституцияһы ҡабул ителә – был беҙҙең республиканың суверенитетын иғлан итеүсе заманса документ. 1994 йылдың 2 мартында «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай тураһында» ҡанун ҡабул ителә, был ҡанунға ярашлы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһының иң юғары һәм берҙән-бер ҡанундар сығарыу органы булып раҫлана.
Артабан Башҡортостан ҡануниәт базаһының суверенлы үҫешенә табан юл тота, уны ойоштороуҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың беренсе саҡырылыш депутаттары актив ҡатнаша.

Хәҙерге башҡорт Ҡоролтайы – актив үҫешкән һәм 25 йыллыҡ эш дәүерендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән парламенттарҙың береһе. Башҡортостан Ҡоролтайы республиканың сәйәси системаһының айырып алғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Ҡоролтайҙың беренсе рәйесе Өфөнөң элекке мэры Михаил Зайцев була, ә 1999 йылдан бөгөнгө көнгәсә был урынды Константин Толкачев биләй.

Константин Толкачев
Ҡоролтайҙың составында 8 комитет һәм 5 комиссия, улар иҡтисадтан һәм спорттан алып суд һорауҙарына тиклем йәшәйештең бөтә өлкәләрен дә үҙ эсенә ала. Уға 110 депутат инә – был Рәсәйҙәге иң күп һанлы төбәк парламенты. Ә бишенсе саҡырылыш Ҡоролтай Дәүләт Думаһына индерелгән ҡанундар сығарыу инициативалары һөҙөмтәһе буйынса лидерлыҡ яуланы.

Әлеге ваҡытта алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Ҡоролтайы федераль кимәлгә индерелгән закон проекттарының һаны буйынса тәүге өс урында тора.
Шулай уҡ 1995 йылда башҡорттарҙың Бөтә донъя ҡоролтайы (конгресы) булдырыла, уның төп бурысы булып донъялағы бөтә башҡорттарҙы берләштереү һәм уларҙың этномәҙәни үҫешен булдырыу тора. Ойошманың штаб-фатиры Өфөлә урынлашҡан. Ҡоролтайҙар, башҡорт йәмәғәтселек ойошмалары Рәсәй Федерацияһы субъекттарында: Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Иркутск, Мурманск, Новосибирск һәм башҡа өлкәләрҙә, Пермь, Краснодар, Приморье һәм башҡа крайҙарҙа, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Татарстан, Удмурт, Марий Эл, Төньяҡ Осетия-Алания һәм башҡа республикаларҙа, Мәскәү һәм Санкт-Петербург кеүек федераль әһәмиәтле ҡалаларҙа, шулай уҡ Австралия, Венгрия, Италия, Германия, Израиль, Украина, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Эстония илдәрендә лә бар.

Асылда, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, йыйындар йәки ҡоролтайҙар йыйып, тарихи традицияларҙы дауам итеүсе булараҡ сығыш яһай. 1995 йылдан башлап 5 тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтте, аҙаҡҡыһы 2019 йылда Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында уҙғарылды. Бөтә донъя ҡоролтайының эшендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан һәм донъя илдәренән һәр ваҡыт бик күп делегаттар ҡатнаша. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып Башҡортостанда һәм унан ситтә йәшәүсе башҡорт халҡының сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни хоҡуҡтарын һәм иркен яҡлау; башҡорт халҡының дәүләт үҙбилдәләнеше буйынса Конституция хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу; башҡорт халҡының тарихы

һәм хәҙерге йәшәү рәүеше тураһында объектив мәғлүмәт таратыу; башҡорттарҙың һәм Башҡортостан республикаһында йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен һаҡлау, өйрәнеү һәм пропагандалау тора. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында хәҙерге замандың иң мөһим документтарының береһе – Башҡорт халҡының 2050 йылға тиклемге стратегик үҫеше тип исемләнгән документы формалаштырылды.
V Всемирный Курултай башкир в Уфе

Тарихи яҡтан, ҡоролтай Башҡортостандың үҫешендә бик ҙур роль уйнай. Ҡәүем һәм ырыу аҡһаҡалдарының йыйылыуы республиканың хәҙерге заман парламентына прототип булып тора. Элекке ваҡыттағы кеүек үк Ҡоролтай ағзаһы булыу хәҙер ҙә – оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Асылда, башҡорт ерҙәрендә бик күп йылдар элек ҡоролтай формаһында бер күренеш барлыҡҡа килә, ул да булһа – демократия. Әлеге көндә лә парламентарийҙарҙың эшенең иң төп маҡсаты булып республикала йәшәүсе халыҡтар хаҡында хәстәрлек күреү һәм уларҙың мәнфәғәтен яҡлау тора.
Кинематограф донъяһында ҡоролтай
Башҡорт киноһы донъяһында ҡоролтайҙың айырым урыны бар. Иң тәүҙә «Башҡортостан» киностудияһының документаль фильмдар шәлкемен атау кәрәктер.

1995 йылда ҡоролтай тураһында ошондай уҡ исем аҫтында документаль фильм донъя күрә, ул бер нисә фестивалдә юғары баһалана. Шулай уҡ һуңыраҡ киностудия Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған «Ватандаштарым» тулы метражлы фильмын төшөрә.
Фото/видео авторҙары: БР Башлығы матбуғат хеҙмәте, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай матбуғат хеҙмәте, Вести-Башкортостан, UTV, Дамир Ғәйнуллин, Айрат Камалетдинов.
© Егоров Л.О., автор-төҙөүсе, 2020.