Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡорт милли көрәш



– бил көрәшенең бер төрө
Көрәш – башҡорттарҙа борондан килгән спорт төрө, ул үткән быуаттарҙа халыҡ һәм дини байрамдар программаһына ингән.
Был турала Илһам Хәбибуллин үҙенең ғилми мәҡәләһендә бына нимәләр яҙа:

йола булып киткән башҡорт милли көрәш – бил көрәшенең бер төрө һәм уның үҙенсәлектәре бар. Батырҙар ҡулында төп ҡорал – кейеҙ, етен, ебәк билбау булған.
Венгр тарихсыһы Куна фекере буйынса, билбау менән көрәшеү урта быуаттарҙа һыбай йөрөү, һалҡын ҡоралға эйә булыу, йәйәнән атыу кеүек күскенселәрҙең хәрби-физик әҙерлегенә ингән.

Борон заманда башҡорт малайҙарының күбеһе көрәш буйынса беренсе һабаҡтарын үҙҙәренең яҡын туғандарынан алған: атайынан, ағайҙарынан. Тирә-яҡҡа данлыҡлы көрәшселәр ерле егеттәрҙе көрәш алымдарына өйрәткән. Башҡорт балаларын көрәшкә өйрәтеү башҡорт халыҡ ижадында сағылдырылған. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосында Ҡарабай үҙенең улын, Ҡуҙыйкүрпәсте, көрәшкә өйрәткән, тиҫтерҙәре менән көрәшергә мәжбүр иткән.

Спорт ярыштары үткән быуаттарҙа халыҡ (йыйын, һабантуй һ.б.) һәм дини (Ҡорбан-байрам, Ураҙа-байрам) байрамдарҙың программаһына ингән. Бөгөн көрәш һабантуйҙа даими программаның үҙәге булып тора.
Этнограф Сергей Руденко алыштың барышын ентекләп тасуирлаған.
«Түңәрәк уртаһында көрәш башлана. Көрәшселәр, үҙҙәренең өҫкө кейемдәрен сисеп (ыштан менән күлдәктә ғына ҡалалар), күлдәктәренең еңдәрен ҡайтарып, майҙандың уртаһына сығалар, осрашалар һәм бер-береһенең арҡаһына билбау һалып көрмәкләшәләр. Ҡул суғынан уратып, билбау остарын һәр береһе ҡулында тота».
Аяҡтарҙы тарбайтып, бер-береһен сослоҡта һәм көстә һынап, улар бер-береһен арҡаға һалырға тырышалар. Әкрен һәм һалмаҡ баҫып, теге йәки был яҡҡа бер-береһен тубарлаталар, йә бер аяҡҡа тубыҡланып, бөтә тән ауырлығы менән ҡаршылығын еңергә тырышып, өс уратып баш аша ергә ташлайҙар. Бара-тора ҡыҙыҡһынып китеп, көрәш урынына унлап пар көрәшеүсе йыйыла. Көстәре буйынса ике бер тиң ярышыусылар алыша башлағас ҡына, ошо парға тамашасыларҙың иғтибары йүнәлдерелә. Еңгән көрәшсе бүләк таратҡан берәй ҡарт янына килә, һәм унан бер-ике йомортҡа, яулыҡ йә туҡыма киҫәге ала. Алған бүләген шунда уҡ хөрмәтле кешеләрҙең береһенә бирә: атаһына, ағаһына йә берәй оло кешегә, ә теге, үҙ сиратында, еңеүсене тәңкә менән бүләкләгән.

Урал аръяғы башҡорттарында ҡырҡа бер ҡағиҙә һаҡлана – бер тапҡыр еңелгән кеше башҡа көрәшмәй. Йоланың асылы шунда: көрәшсе мәрхәмәткә өмөтләнмәйенсә, абруйлы көрәшергә тейеш – еңеүгә өмөт бер тапҡыр ғына бирелә.
Ғалим-этнограф Н.В.Бикбулатов һуңғыраҡ осор көрәшен ошолай һүрәтләй:
«Майҙан түңәрәк формаһында, уны тирәләй тығыҙ ҡулса итеп тамашасылар, ҡатнашыусылар баҫа. Түңәрәк эсендә – ике-өс судья, улар янында – бер өйөм дәртләндереү приздары һәм бүләктәр. Еңеүсене түңәрәк эсендә билдәле бер урынға ултырталар, ә еңелгән көрәшсе дәртләндереүсе приз ала һәм сыға. Шулай итеп, ярышта көстәрен һынап ҡарарға бөтә теләүселәр ҙә ҡатнаша».
Кем бер тапҡыр булһа ла көрәште күрә, шулар көрәшкә баҫа.
1841 йылда Лев Толстой былай тип яҙа:
«күпме көс кәрәк, шунса сослоҡ талап иткән көрәштә башҡорттар, казахтарҙағы кеүек, еңел генә мине ергә ташланылар, ләкин көс һынап ҡарағанда, мин бер нисә тапҡыр еңдем, һәм улар миңә егет исеме бирҙеләр».
Көрәшсегә хас тәртип ҡағиҙәләре
Көрәш ярыштарына һәр ваҡыт билдәле тәртип ҡағиҙәләре булған. Көрәштең мотлаҡ өлөшө – көрәшсе-ярышташты сәләмләү. Баш эйеү һәм сәләмләү – хөрмәткә лайыҡ кешенең ишараһы. Уң ҡулын йөрәккә ҡуйып һәм башын аҙ ғына алға эйеп ҡаршы көрәшсегә хөрмәт күрһәткән. Майҙандарҙа был тәртип бигерәк тә теүәл һаҡлана. Фольклорист, тикшеренеүсе Розалия Солтангәрәева атрибутикаға батырҙарҙың ғәҙәткә ингән ораны ла яңынан әйләнеп ҡайтырға тейеш, тип һанай. Батырҙарҙың береһе һорай: «Алыш бармы, көрәш бармы?» Икенсеһе яуап ҡайтара: «Көрәш!» Тимәк, өҫтөнлөк алыу өсөн һуғыш һайланмай, ә көслөрәктең хоҡуғын раҫлау хаҡына ярышыу һайлана.
Алыштан һуң көрәшселәр бер-береһенең ҡулдарын ҡыҫҡандар. Йола буйынса башҡорттарҙа еңгән көрәшсе еңелгән ярышыусыға ҡулын һуҙған. Ярыштың абсолют еңеүсеһе иң мөһим призды – тере һарыҡ тәкәһен иңбашына һалып, көрәш майҙанын урап сыҡҡан. Һәм бөгөн дә иң яҡшы көрәшсене һабантуйҙарҙа тере һарыҡ тәкәһе менән бүләкләйҙәр.
Тәкә – элекке замандан бирле изге йән эйәһе. Төрөк, монгол дини ҡараштарында ул кеше әжәле алмаштырыусыһын һәм рух һаҡлаусыһын кәүҙәләндерә (һарыҡ-ҡорбан). Ул шулай уҡ тормоштоң көсөн кәүҙәләндерә. Һарыҡ тәкәһе – батырҙың еңеүен белдергән традицион төп билдә. Еңеүҙән һуң майҙанда тәкә салына, ә ите менән бөтә ҡатнашыусыларҙы, бигерәк тә аҡһаҡалдарҙы һыйлағандар. Һарыҡ тәкәһе ул тиклем приз һәм һый-хөрмәт тип һаналмаған, ә күпме изгелек, көс һәм еңеү ебәргән өсөн Аллаһы тәғәләһенә шөкөр тип ҡубул ителгән.

Көрәш ярышын үткәреү буйынса хәҙергә ҡағиҙәләр шундай: көрәшеүселәр осрашыуҙан һуң келәмдә ҡалалар, һөҙөмтәне иғлан иткәндән һуң, бер-береһенең ҡулдарын ҡыҫалар һәм келәмдән сығып китәләр. Ярышташына ҡулын бирмәгән көрәшеүсе ярыштан сығарыла.

Элек көрәш буйынса ярыштар ошолай үткәрелгән: ярыштың абсолют еңеүсеһе булыр өсөн, көрәшеүсегә өс ярышыусыны бер-бер артлы еңергә кәрәк булған. Унлап ярышыусыны еңгән көрәшеүселәр араһынан, көслөләр төркөмө йыйыла. Улар үҙ-ара ярыша башлай һәм һөҙөмтәлә бер йәки ике иң көслө батыр ҡала.

Әгәр ҙә ике уңышлы алыш булып, өсөнсөһөндә еңелә икән, батыр бүләктән дә, киләһе ярышта ҡатнашыуҙан да төшөп ҡалған.

Ҡайһы бер саҡта көрәш ярыштары бик билдәле була һәм иң алыҫ ауылдарҙан ҡатнашыусылар йыялар.

Көрәш тигеҙ ерҙә үткәрелгән, көрәш майҙанының тирә-яғында халыҡ торған. Улар тауыштары һәм алҡыштары менән үҙҙәренең көрәшеүселәрен ҡеүәтләп торған. Алышты йәш саҡтарында үҙҙәре данлыҡлы булған һәм халыҡты көстәре, сослоҡтары менән шаҡ ҡатырған көрәшселәр – аҡһаҡалдар баһалаған. Көрәшсе түңәрәктең уртаһында ҡаршы ярышыусының сығыуын көтөп тора, ярышыусы үҙе көрәш урынына сыға. Әгәр ҙә шундайҙар бер нисәү булһа, улар араһында ҡаршы ярышыусыны йәрәбә ташлап һайлағандар.
Урыҫ тикшеренеүсеһе И.И.Лепехин көрәш үҙенсәлектәрен ошолай тасуирлай:
«бер береһен яғанан алған урыҫ көрәшеүселәренән айырмалы рәүештә, башҡорттар билбауға тотоналар, йәғни һәр береһенең арҡаһы аша билбауҙы ташлап, бер береһе менән алышалар. Ҡушаҡты ҡул суғына ураталар, ә билбау остарын ҡулдарына тоталар».
«Башҡорт көрәше – донъяла иң ғәҙел алыш төрөнөң береһе, – тип билдәләгән башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. – Ысын башҡорт көрәшендә ике алым бар: ярышыусыны күтәрергә һәм үҙеңдең күкрәгеңә һалырға, һәм аҙ ғына алға табан эйелеп, аяҡ аҫтыңа йәки ситкә ташларға. Был йәһәт кенә эшләнә. Бүтән алымдар иҫәпкә алынмай һәм бүләкләнмәй».
Элек көрәштә ауырлыҡ буйынса айырма булмаған, ә еңеүҙе иң көслө һәм етеҙ көрәшсе яулаған.
Әлеге заман ҡағиҙәләре буйынса, «әгәр ҙә көрәшсе ярышыусыны келәмдән күтәреп алып, уны рөхсәт ителгән алымдар менән арҡаға һала икән, уға саф еңеү һанала. Бында ярышыусы билбауҙы ҡулынан ысҡындырмайынса ташланыу алымын үтәргә тейеш».

Хәҙерге ваҡытта көрәш буйынса ярыштар олимпик системаһы буйынса үткәрелә (төшөп ҡалыу менән): ололар араһында 10, үҫмерҙәр араһында 9 ауырлыҡ категорияһы бар. Хәҙер 65-кә, 90-ға тиклем һәм 90-дан артығыраҡ категориялар билдәләнә, һәм көрәшселәр ҡырҡа үҙҙәренең ауырлыҡ категориялары буйынса ғына ярыша.

«Был кешене һаҡлау, уға йәрәхәт килтермәү өсөн эшләнә. Әгәр 60 кг ауырлыҡтағы көрәшсене 90 кг ауырлыҡтағы бәһлүән ергә күтәреп ташлаһа, һөҙөмтәһен алдан әйтеп тә булмай», – тип аңлатты спорт мастеры Р.Г.Мортазин. Алыш 3–5 минут бара.

Розалия Солтангәрәева үҙенең «Башҡорт халыҡ көрәше» китабында һынашыу үҙ мөмкинлектәрен, һулыш сынығыуын, тойғоларын, хистәр менән идара итеүҙәрен күҙ алдында тотҡан.

Асылда көрәш – көслө рухлы, тәртипле башҡортты тәрбиәләү алымы.

Башҡорт милли көрәштең даими нормаһы – актив көрәш хәрәкәтендә үҙеңде нығытыу. Көрәштән тайпылыу, темпты әкренәйтеү, алдау, хәйләкәрлек – көрәш сифатына ярамаған әхлаҡтар.
Көрәш йолаһында ҡаты ҡанундар һәм ҡағиҙәләр булған. Аяҡ салып алдашырға, ҡабырға аша ташлап хәйләләшергә, тайпылырға һәм тубыҡты ҡуйырға, ергә ҡулдар һәм тубыҡтар менән таянырға ярамай. Шулай уҡ билбауҙы ике ҡулға уратырға, билбауҙа төйөн төйнәргә, уны ишергә, билдән аҫҡа ҡуйырға, юрамал ҡаршы ярышыусының арҡаһынан йөрөтөргә, ышҡырға, «бысырға» ярамай. Ҡул суҡтары араһында 20 см кәмерәк ара ҡалырға тейеш түгел, ҡулдар ҡаршы көрәшсенең арҡаһында булырға тейеш.

Ҡағиҙәләр боҙған еңеүсенең үлеүе тураһында бер риүәйәт бар.
«Өс батыр – Иләкәй, Дауыт һәм Ҡолой Балтасов көс һынашырға булған. Кем өс тапҡыр еңә, шуға ерҙәр, иң матур ҡырҙар, яландар, урмандар, йылғалар бирелә. Көрәш башында Иләкәй Дауытты еңгән, һуңынан Балтас менән алыш башлаған. Башта Балтас Иләкәйҙе ике тапҡыр еңгән, әммә аҙаҡ еңелгән. Килешеү буйынса, матур ерҙәр Иләкәйгә эләккән, ул беренсе батыр булған. Ләкин тиҙ арала үлеп киткән. Үлер алдынан әйткән: «Теге алышта мин ике тапҡыр үҙемде еңергә бирҙем, сөнки Балтас күкрәгемде иҙер тип ҡурҡтым. Аҙаҡ үҙем Балтасты йыҡтым. Ахыры, мин имгәнгәнмен. Сирем минең – ошо гонаһҡа яза. Шул ваҡытта мин Балтасты еңдем, сөнки уға тубығымды ҡуйҙым. Минең кәүҙәмде изге ергә ерләмәгеҙ. Икенсе яҡҡа, йылға аръяғына ерләгеҙ».
Халыҡ көрәше нормалары буйынса, хуплау һәм ғәйепләү тауыштары тамашасылар яғынан ғына була алған. Был көрәшселәргә дәрт, көс биргән. Ләкин көрәшселәргә үҙҙәренә ҡысҡырырға ярамаған.

Көрәш йолаһы – ул ихтыяр һәм дәрт көсөн, эске ҡеүәтте, тыныс һулыш алыу һәм тынлыҡты туплау. Былар барыһы ла фекерҙең, тынлыҡҡа ҡыҫылған эске рухи эшмәкәрлектең сикһеҙ туплауын талап иткән. Башҡорт көрәшендә һөрән һалыу еңелеүгә тиң булған, сөнки «Ҡысҡырыу көстөң ҡотон осорған, көс киткән». Хәҙер был тыйыу бөтә ерҙә боҙола. «Мин ҡысҡырыуҙы тыйып ҡараным, балдарҙы кәметтем, штраф балдарын өҫтәнем. Ни хәл итәһең инде, ҡысҡырышыу көрәш атрибутына инә башлай», – тип һуҡрана Роберт Мортазин.

Йола буйынса, көрәшселәр 10–15 йыл көрәшмәгән. Үҙҙәренең көс кәмеүҙәрен күрһәтмәҫ өсөн, батырҙар көрәш майҙанын беренсе еңелеүҙән һуң ташлағандар.
Халыҡ хәтере
Оҫта көрәш һәм батыр халыҡ хәтерендә ҡала.
«Миәкә халҡы 1896 йылда тыуған Заһиҙулла Ғилмановты иҫкә төшөрә. Ул батырҙы бейеккә күтәреп, ергә ташлаған. Исламғол ауылынан 75 йәшенә тиклем ярыштарҙа ҡатнашыусы Мәхлиулла Вәлишинды иҫләйҙәр. Уның алымы ошондай булған: ярышыусыһын арҡаһынан аҫтараҡ ныҡ итеп үҙенә таҫтамал менән ҡыҫҡан һәм күтәреп үҙе аша ырғытҡан.

Хәйбуллалар Таштуғай ауылынан көрәшсе Ғәззәли Үтәшев, Йосопбай ауылынан Бәҙри Томаншинды билдәләйҙәр. Улар мәғлүмәте буйынса, 1938 йылда йыйында урта буй-һынлы Томаншин 105 килограмм ауырлыҡтағы ярышсыны ергә күтәреп ташлаған», – тип яҙа Розалия Солтангәрәева.
Хәҙерге ярыштарҙа көрәш яратыусылар хөрмәтләп һәм ҡыуаныс менән Харис Йосопов, Вәкил Ильясов, Дима Сафин, Фәнис Уразбахтин, Ғәлимйән Ҡудаҡаев, Юрий Сабанов, Роберт Мортазин һәм башҡаларҙың исемдәрен әйтәләр.
«Көрәшсе-батырҙар һарыҡ ите күп ашағандар, күп эшләгәндәр. Бер ҡасан да үҙҙәрен әрһеҙләмәгәндәр, сөнки әрһеҙләү йөрәк көсөн алған. Әхмәҙи исемле бер батыр булған. Ул көн дә кәүҙәһен күнектергән һәм сыныҡтырған. Уның ике ҙур түңгәге булған. Ул башта ҡырҡышар тапҡыр үларҙы ике ҡулы менән күтәргән, шунан һуң ғына эшкә тотонған. Борхан Сәйетғәлин таш карьерында күнегеүҙәр яһаған – бер урындан икенсе урынға ауыр таштар күсергән», – тип Салауат районында йәшәүселәр хәбәр итә.
Радий Хәбиров һәм Стивен Сигал Сибайҙа Һабантуйҙа, 2019
Хәйбулла районында тыуған көрәшсе-батыр Ғәззәли Үтәшев үҙенә бер төрлө көрәш алымы менән айырылып торған. 18 йәшендә бик бер көслө ҡаҙаҡ батырын ергә һалған, имеш, ҡаҙаҡ батыры бик көслө булғанға, алыш алдынан бығауҙа тотҡан булғандар. Әҙерәк көрәшеүҙән һуң Ғәззәли был батырҙы ла үҙенең данлыҡлы алымы менән еңгән. Ул бер ҡасан да тубыҡланмаған, аяҡ салмаған, ҡысҡырмаған, шундуҡ көрәштәшенә ҡаршы сыҡҡан.

Ғәззәли Үтәшев
«Беренсе ынтылыш һинеке, икенсеһе – минеке, ә өсөнсөһө – кем өлгөрә».
Ғәззәли Үтәшев. Ул 62 йәшенә тиклем көрәшә. Район һабантуйы. Хәйбулла районы.
Уның ғәҙәттәрен яҡташы Ғәли Бохарбаев дауам иткән. Һөнәре буйынса хирург, ҙур ауырлыҡтағы көрәшселәр араһында абсолют чемпион булған.

Башҡортостан Республикаһы көрәш буйынса Федерация Президенты Вәкил Ильясов 30 йылдан артыҡ ғүмерен был спорт төрөн популярлаштырыуға арнаған.
Вәкил Ильясов
Үҙенең келәмгә беренсе сығышын, танылған спортсы шулай хәтерләй:
«Мин бер ҡасан да көрәш менән шөғөлләнермен тип уйламаным. Йәш саҡта көс талап итә торған спорт төрҙәре менән шөғөлләндем: герҙәр күтәрҙем, саңғыла йөрөнөм, турникта, бруста күнегеүҙәр яһаным. Һөҙөмтәләр уртаса норманан юғарыраҡ ине: мәҫәлән, 24 кг ауырлыҡтағы герҙе минутына 54 тапҡыр, 90 кг ауырлығымда 45 тапҡыр кәүҙәне күтәрә инем, шунса тапҡыр «көс менән сығыш» яһай инем.

Юғары кластарҙа уҡығанда, мәктәптә «көрәш» секцияһы эшләй ине һәм мине ваҡыты-ваҡыты менән ауырлыҡ категорияһын «ҡаплар» өсөн, командаға республика зона ярыштарына алалар ине. Совет Армияһында ныҡышмалы шөғөлләнеүҙе дауам итеп ҡайтҡандан һуң, физик форманы булдырҙым. Мине көрәш буйынса Башкирия Чемпионатына сығыш менән саҡырҙылар һәм унда мин исемле спортсылар Илһам Әнүәров һәм Әлтәф Фәттәхов менән көрәштем, һәм көрәш бер яҡтың да еңмәүе менән тамамланды. Спорт ҡомары, еңеү теләге мине маҡсатҡа йүнәлтеп, көрәш менән шөғөлләнергә мәжбүр итте, һәм үҙенең һөҙөмтәләрен бирҙе. Киләһе республика кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа көс һәм оҫталыҡтарына ҡарамаҫтан, көрәште ҡаршы ярышыусылар менән ,нигеҙҙә, 3–4 секундта тамамлай инем һәм келәмдә үткән 30 йыл буйы ошо дәрәжәне тоторға тырыштым». «Бүтән төрлө спорт төрҙәре кеүек, көрәш ихтыяр, маҡсатлылыҡ тәрбиәләй һәм көс үҫтерә. Һәм ирҙәргә иң мөһиме – үҙең өсөн тора белеү, башланған эште аҙағына еткереү, келәмгә сығаһың икән, тик еңеү яуларға ғына. Береһе лә көрәш майҙанына еңелеү өсөн сыҡмай».
Вәкил Ильясов ярышҡа әҙерләнә, 1981 йыл
Хәҙер Вәкил Ильясовҡа 60 йәш. Ул элеккесә яҡшы физик формала – яңыраҡ ҡына турникта «ҡояш» элементын яһаған. 30 йыл Республика көрәш келәмендә отолмайынса көрәшеп, Вәкил 50 йәшендә көрәште ҡалдыра.
«2010 йылда Өфөлә Ленин майҙанында Ҡала көнөнә көрәш буйынса ярыш ойошторолған. Мин шунда абсолют ауырлыҡ категорияһы буйынса сығыш яһағанда, финалда 170 килограмм ауырлыҡтағы 28 йәшлек грек-рим көрәше буйынса донъя чемпионы менән алыштым, һәм 14 секунд эсендә уны арҡаһына һала алдым. Һәм миңә, ярыш еңеүсеһенә , призға ат бирҙеләр», – тип иҫенә төшөрә Вәкил Ильясов.
Уның һүҙе буйынса, аҙаҡҡы өс тиҫтә йыл эсендә көрәш һиҙелерлек үҙгәрә –заман талабы шундай.
«Билдәле момент – элек билбауҙар елберләгән булған, хәҙер спортсылар бәйле билбауҙар менән көрәшә. Был көрәшселәргә «көрәштән китергә» бирмәй. Йығылған өсөн, язаға тарттырмағандар. Беҙҙә күкрәк аша төп ташлау – айырыу – арҡаға ташлау – һәм был саф еңеү тип һанала. Ҡайһы берәүҙәр быны көрәш элементтарына оҡшатып эшләп ҡарайҙар. Бының өсөн спортсыларға активлыҡ өсөн балл биргәндәр, һәм шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр «еңгән». Хәҙер был моментты ҡағиҙәләрҙән төшөрөп ҡалдырғандар, әгәр кеше айырылыуһыҙ йығыла икән, ул иҫкәртеү ала. Мин быны дөрөҫ тип һанайым. Бындай үҙгәрештәр көрәште ҡыҙығыраҡ, хәрәкәтлерәк яһай, алышҡа ваҡыт ҡыҫҡартыла», – тип һөйләй ул.
1998 йыл
2013 йылда көрәште Рәсәй Федерацияһының спорт төрҙәре рәсми исемлегенә индергәндәр, һәм хәҙер беҙҙең спортсыларға разряд һәм маҡтаулы исем бирә алалар.
«Көрәш – был беҙҙең ата-бабаларҙан ҡомартҡы булып ҡалған милли спорт төрө. Көрәште халыҡтар үҙҙәренең бөтә тарихы аша үткәргән. Әгәр ҙә уны халыҡ яратмаһа, ул юлда ҡайҙалыр юғалыр, төшөп ҡалыр ине. Ул татар-башҡорт халҡының мәҙәниәт өлөшө булып һаҡланған. Йыл һайын бөтә ерҙә Һабантуй үтә, халыҡ элеккесә келәм тирәләй көрәшселәргә ҡарарға йыйыла. Ул шулай уҡ кешеләрҙе үҙенә тарта һәм теләгән кеше майҙанға сығып, көсөн һынай – үҙенең саялығын, физик яҡтан әҙерлеген, келәмдә таһыллығын күрһәтә ала. Келәмгә кем генә сыҡмаһын – улар имгәнмәй, сөнки ҡағиҙәлә шулай тәртипкә һалынған: ҡаршы көрәшеүсегә һуҡмайһың, имгәтмәйһең, ә тотоп күтәрәһең дә ипләп арҡаһына һалаһың», - ти Вәкил Ильясов.
Башҡортостан республикаһының көрәш буйынса абсолют беренселеге. Һулдан уңға: Әсләм Хафизов - 2-се урын, Вәкил Ильясов - 1-се урын, Юрий Сабанов - 3-сө урын, 2007
2012 йылдан мәктәп программаһына көрәш индерелгән. Физкультура дәрестәрендә балалар көрәшергә өйрәнә, кистәрен спорт залдарында күнекмәләр ойоштора, ярыштар үткәрә. Был балаларға тормошта үҙ урынын табырға өҫтәмә мөмкинлек бирә.

Иң аҙаҡҡы мәғлүмәттәр буйынса, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 30 меңдән артыҡ көрәш менән шөғөлләнеүсе спортсылар һанала.
Фото Риты Ишниязовой и Олега Яровикова.


Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Бикбулатов Н.В. Өфө, 1969.

2. Толстой Л.Н. Ике көн ҡырғыҙ далаһында // Башкирия урыҫ әҙәбиәтендә. 1-се том. Өфө, 1961.

3. Солтангәрәева Р.А. Башҡорт халыҡ көрәше. Өфө: Китап, 2009.

4. Хәбибуллин И. (Силәбе дәүләт университетының хәбәрҙәре).



Вәлиева Р.Т., автор-төҙөүсе, 2020.