Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

«Ҡуңыр буға»

башҡорт эпосы

«Ҡуңыр буға» («ҡуңыр үгеҙ») – башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, эпос, ҡобайыр, риүәйәт, халыҡ йыры.
Арҙаҡлы аҡһаҡал Мөхәммәт Усман улы Түләбаев Урал армыттарынан һуҙылған иң боронғо юлдың – Ҡуңыр буға юлының, юғалған һыйыр көтөүен эҙләү тарихын бәйән итә.
«Ҡуңыр буға» әҫәре башҡорт риүәйәттәренең хайуандар тураһындағы циклына инә («Аҡһаҡ-ҡола», «Ҡара-юрға»).
Башҡорттарҙың күпселек риүәйәттәре, ҡары һүҙе, йырҙары, шулай уҡ тарихы, йәшәйеше һәм йолалары Урал тауҙарына бәйле. «Ҡуңыр буға» эпик әҫәре Таңдысаның Урал һыртынан сәйәхәтен бәйән итә. Эпостың барлығы ундан ашыу варианты теркәлгән, улар Башҡортостан, Һамар һәм Ырымбур өлкәләрендә яҙып алынған. Улар Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө Федераль тикшеренеү үҙәге фәнни архивында һаҡлана. «Ҡуңыр буға» тәү тапҡыр 1865 йылда Р.Г. Игнатьев тарафынан яҙып алынып «Оренбургские губернские ведомости» баҫмаһында баҫыла.



Билдәле ҡурайсы, сәсән Мөхәммәт Усман улы Түләбаев
Урал армыттарындағы Башҡортостандың гүзәл төбәге –
Белорет районының Түбәнге Сермән ауылында тыуып үҫә.
Бәләкәй сағында әсәһе уға Урал һырты буйлап үткән
Ҡуңыр буға юлы хаҡында һөйләгән була.
М. Түләбаев фаразына ярашлы, легендалағы
ваҡиғалар көньяҡ башҡорттарына дошман яуы –
һунлы төркиҙәрҙең һөжүм итеүенә бәйле.
Көньяҡ башҡорттары биләмәләре Ҡара диңгеҙгә тиклем йәйелгән була. Уларға йыш ҡына һундар һөжүм итер була. Көньяҡ башҡорттары төньяҡ башҡорттарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, ә улар Минәй батыры етәкселегендә ғәскәр ебәрә. Дошманды еңгәс рәхмәт йөҙөнән көньяҡ башҡорттары Минәйгә Өһәбикә ҡыҙы Таңдыса һылыуҙы кейәүгә бирә. Таңдыса себер тарафтарына, ялан яҡтарына, Минәй батырҙың тыуған иленә юллана. Юл Урал һыртынан үтә. Ҡыҙҙы
кейәүгә биргәндә уға боронғо башҡорт йолаһына ярашлы бирнәгә һыйыр бирәләр, ул уның менән бергә ире йортона китә. Унда һыйыр быҙаулай һәм ҡуңыр үгеҙ –быҙау – Ҡуңыр буға тыуа. Бер заман был үгеҙ башҡа быҙауҙар менән юғала. Таңдыса көтөүҙе эҙләп юлға сыға һәм уны оло юлдан таба. Оҙаҡламай хайуандар ҡыҙҙы ата-әсәһе йортона алып килә. Таңдыса 63 йылдан ашыу ситтә йәшәгәндән һуң тыуған еренә әйләнеп ҡайта. Эпос героиняһы көтөү артынан
эйәреп, һәүкәштәрҙе «Ҡуңыр буға» көйөн көйләп саҡыра (башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй). Был йыр Уралдың мөһабәт тәбиғәте һәм данлы башҡорт батырҙары тураһында. Йыр даими рәүештә Ҡуңыр буғаны саҡырып, «Ҡуңыр буға, һәү - һәү» тигән ауаздар менән өҙөлә. Шулай итеп, сит ерҙә ерегә алмаған үгеҙ, ҡан тартыуы буйынса, хужабикәһенең тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Борон ҡуңыр быҙау тыуыуы бәхет һәм ырыҫ алып килә, тип иҫәпләнгән.
Донъяла ике карауан юлы бар – Бөйөк ебәк юлы һәм Ҡуңыр буға юлы, эпостың үҙенсәлеге лә шунда. Ҡуңыр буға юлы Урал һыу айырғыс һыпты аша үтә һәм унан барған юлсылар киң һыу кәртәләрен осратмай. Мәғлүмәтселәр әйтеүенсә, Ҡуңыр буға юлы Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Учалы райондары аша үтә, артабан Силәбе өлкәһенән Екатеринбург ҡалаһына тиклем һуҙыла.
Шулай итеп, Ҡуңыр буға юлы көньяҡтан төньяҡҡа
тиклем һуҙылып, көньяҡ башҡорттарын уларҙың төньяҡтағы туғандары менән бәйләп тора һәм башҡорт халҡы өсөн
стратегик әһәмиәткә эйә була. Был хаҡта башҡорт фольклорында ла телгә алына. «Ҡуңыр буға» эпосында дошмандар һөжүм
иткәндә ошо юлдан төньяҡ башҡорттарының көньяҡ башҡорттарына ярҙамға килеүе бәйән ителә.
Борон был юл башҡорт ерҙәренә дошмандар һөжүм иткәндә ғәскәр өсөн ҡулланылған, тип иҫәпләнә. «Ҡуңыр буға» эпосының уникаль ҡиммәте тап ана шул башҡорттарҙың һундар менән боронғо бәйләнешен сағылдырыуҙа, тимәк, ваҡиғалар беҙҙең эраға тиклем II быуатта барған, Арал буйҙарынан Урал тауҙарына тиклем һуҙылған биләмәлә барған; төньяҡтан көньяҡҡа тиклем һуҙылған карауан юлдары һүрәтләнгән. Шулай уҡ боронғо башҡорт йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙҙың юғары роль уйнауы, уның ҡарарҙар ҡабул иткәндәге ихтыяр көсө һәм йәмғиәт фекеренә ҡаршы бара алыуы, тыуған еренә тоғролоғо сағылыш таба. Эпоста башҡорттарҙың исламға тиклемге донъяға ҡарашы, тотемик фекерләү рәүеше һиҙемләнә. Боронғо башҡорттарҙың астрономик белемгә эйә булыуы яҡшы күрһәтелә.
Башҡорт фольклорында һундарҙың Европаға хәрәкәте сағылыш таба. Мәҫәлән,
ҡайһы бер башҡорт риүәйәттәре һундарҙың византия авторҙары яҙып алған
тыуған ил тураһындағы легендалары менән ауаздаш.
«Церковные истории» яҙмаһында тәү тапҡыр был легенданы бәйән иткән Созомен (V б.), былай ти: бер заман «күгәүендән ҡасып барған үгеҙ күлде аша сыға, уның артынан көтөүсе ҡыуа; ул ҡаршы яҡтағы иркен ерҙәрҙе күргәс, уның хаҡында ырыуҙаштарына хәбәр итә. Башҡалар һундар һунар иткән саҡта йүгереп барған болан һыу менән бер аҙ ҡапланған юлды күрһәтә, тип әйтәләр. Был юлы улар кире боролоп, был илдең йомшаҡ һауа торошона, ер эшкәртеүгә уңайлы булыуына ғәжәпләнеп, башлыҡтарына күргәндәрен хәбәр итә. Тәүҙә улар аҙ ғына көстәре менән готтар менән көрәшеп ҡарай, унан ҙур ғәскәр туплап, готтарҙы яуҙа еңә һәм уларҙың бөтә ерҙәрен баҫып ала».

Латышев, 1900.

Созомен (V в.)
«Церковные истории» яҙмаһында тәү тапҡыр был легенданы бәйән
иткән
Фото сығанағы

Был легенда буйынса үгеҙ һундарҙы Төньяҡ Ҡара диңгеҙ
буйындағы Гот короллегендәге ерҙәргә алып килә. Күпселек ғалимдар һундарҙың ләм менән ҡапланған Керч боғаҙы аша
Ҡырымға күсеүе хаҡында һүҙ бара, тип иҫәпләй. Аттила бер быуат ваҡыт үткәндән һуң да үҙенең Каталаунск яланы бәрелеше алдынан әйткән телмәрендә һундарҙың Европа аша Меотида (Азов диңгеҙе) аша юлы хаҡында иҫкә ала. «Кем һуң, ниһайәт, – тип өндәшә Аттила, – беҙҙең ата-бабаларыбыҙға нисә быуат ябыҡ булған Меотидамға юлды аса?» А. Бернштам үгеҙ батша затынан булған һундарҙың тотемы, тип иҫәпләй. Шулай булһа, был риүәйәтте һундарҙың ата-бабалары уларҙы үгеҙ тотемы аша ҡурсалай, тип аңларға кәрәк.
«Ҡуңыр буға» башҡорт эпик риүәйәтенең лейтмотивында үгеҙҙең юлды табыуы сюжеты ята. Һун легендаһы һәм башҡорт риүәйәте араһындағы оҡшашлыҡ бында асыҡ сағыла. Бында төньяҡ башҡорттарының көньяҡтағыларына һунлы төркиҙәрҙән яҡларға килеүе иғтибарға лайыҡ. Шулай итеп, башҡорт эпосы һундар тураһындағы хәтерҙе беҙҙең көндәргә тиклем еткерә, әммә бында легенда бөтөнләй икенсе версияла бәйән ителә.
Эпоста башҡорт халыҡының аңында

сағылыш тапҡан донъяға ҡарашы, йәшәйеш нигеҙе, әхләҡи-этик һәм эстетик ҡиммәттәре, тәртип-ҡылыҡ өлгөләре һүрәтләнә. Башҡорттарҙың боронғо тотемик күҙаллауҙары, уларҙың башҡа Евразия халыҡтары менән бәйләнеше сағылыш таба. Эпостың үҙәгендә ҡатын-ҡыҙ образы тора, ул хайуандарҙың һиҙемләүенә ышанып, тормош ҡағиҙәләренә ҡаршы барып, тыуған

иленә юлды эҙләй.

Эпос теле тормошто танып белеү һәм аңлатыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Телдең нәфис һәм һүрәтләү сараларына тар мәғәнәләге – фонетик, лексик, морфологик, шулай уҡ образлы экспрессив саралар ҡарай, улар телдең коммуникатив сифатын барлыҡҡа

килтергән образлылығын, хислелеген, эмоциональ байлығын сағылдыра. Телмәрҙең мәҡәл-әйтемдәрҙән тороуы юғары художестволы ҡиммәткә эйә булып, уны халыҡ телмәренең аҫыл өлгөһө итә. Эпик телмәрҙең эмоционаллелеге һәм образлылығы
махсус нәфис, тасуири алымдар ярҙамында – торпалар һәм фигуралар – сағышытырыу, метафора, антитез, эпитет, ҡабатлауҙар ярҙамында көсәйтелә. Эпостың телмәр байлығы мәҡәлдәр, әйтемдәр, фразеологик сағыштырыуҙар, синоним һәм антонимдар ярҙамында тулыландырыла.

Һай, Урал арҡаһынан һыҙылып үткән

Нәҙек, таҡыр, һыуһыҙ юл буйлап

Быҙау менән һыйыр ҡайтып киткән,

Тормағандар улар күп уйлап.

Аяғымды талдырып,

Төн йоҡомдо ҡалдырып,

Һелтәй-һелтәй ҡулдарҙы,

Эҙләп киттем шуларҙы,

һай, ҡуңыр буға, һәү - һәү,

Ҡуңыр буға, һәү - һәү - һәү - һәү - һәү.

Ҡуңыр буға, һәү - һәү,

Ҡуңыр буға, һәү - һәү - һәү - һәү - һәү.


Урал арҡаһынан уя баҫып,

Елә-саба киткән малдарым.

Улар һалған эҙҙән ҡыя баҫып,

Барам ҡыҙырып Урал тауҙарын.

Баҫҡан юлым таш ҡына,

Йөрәккәйем ашҡына,

Ҡасан ҡыуып етермен,

Талды аяҡ иттәрем, һай, ҡуңыр буға, һәү...

Ҡуңыр буға, һәү - һәү - һәү - һәү - һәү,

Ҡуңыр буға, һәү - һәү,

Ҡуңыр буға, һәү - һәү - һәү - һәү - һәү.


«Ҡуңыр буға» эпосының үҙенсәлеге шунда, ул шул уҡ
исемдәге һалмаҡ көй рәүешендә башҡарылған йыр-көйҙөң лейтмотив элементы булып тора. Йыш ҡына эпос менән
таныш булған аудиторияла уның көйө генә башҡарыла.
Мәғлүмәт сығанаҡтары:
1. Әминев З. Ғ. Көньяҡ Урал юлдары һәм уларҙың башҡорттарҙың этногенезындағы роле. Башҡорт халҡы матди һәм рухи мәҙәниәтендә, этнологияһы һәм антропологияһында евразия феномены: Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы материалдары. Өфө, 2009.
2. Бернштам А. Н. Һундар тарихы очерктары. Л.: ЛГУ, 1951.
3. Валиев Д. Ж. «Аҡбуҙат» башҡорт эпосында ысынбарлыҡ сағылышы үҙенсәлектәре. РСФСР халыҡтары фольклоры. 1-се сығ. Өфө, 1974.
4. Галин С.Ә. Башҡорт халыҡ эпосы. Өфө, 2004.
5. Галин С.Ә. Башҡорт мифологик эпосы. Өфө, 1999.
6. Иордан. О происхождении и деяниях гетов / Е. Ч. Скржинская тәржемәһе. М.: Көнсығыш әҙәбиәте нәшриәте, 1960.
7. Латышев В. В. Известия древних писателей греческих и латинских о Скифии и Кавказе. 1-се т. 1-се сығ. СПб., 1893.
8. Латышев В. В. Известия древних писателей греческих и латинских о Скифии и Кавказе. 1-се т. 3-сө сығ. СПб., 1900.
9. Хәмиҙуллин С. И. Тарихи һундар һәм уларҙың нәҫелдәре. Ватандаш. № 10. 2011.
10. Мирасов С.Г. Башҡорт шәжәрәһе. Башкорт аймағы. № 4. Өфө, 1927.
11. Шәкүров Р.З. Ҡуңыр-буға. Башҡорт энциклопедияһы. Өфө, 1996.
12. «Ҡуңыр буға» эпосы шиғри-прозаик һәм йыр формаһында йөрөй. Эпостың башҡа варианттарын М. А. Буранғолов, К Мәргән, Ғ. Сәләм һәм башҡалар яҙып алған. 1969 йылда Р. З. Шәкүров әҫәрҙең тағы бер өлгөһөн Асҡар ауылында М. Мирхәйҙәровтан яҙып ала.12. БНТ, 1987.
13. Башҡорт халыҡ ижады / Ф. А. Нәҙершина. 2.т. Башҡортостан китап нәшриәте, Өфө 1987.
© Ғәзизов Р. Ф., автор-төҙөүсе, 2020