Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡортостандың Дыуан районы

Вознесенка ауылында
сигелгән келәм әҙерләү

XX б. икенсе
яртыһынан Башҡортостандың
төньяҡ һәм көньяҡ райондарындағы
урыҫ ауылдары халҡының торлағында
сигелгән келәмдәр мөһим урын биләй,
әле лә олораҡ кешеләр интерьерҙа
келәмдәргә өҫтөнлөк бирә.
Уларҙы етештереү
айырыуса Башҡортостандың Дыуан районы Вознесенка ауылында (республиканың төньяҡ-көнсығышы), бер нисә
оҫта йәшәгән төбәктә
киң танылыу ала.
Йоланың барлыҡҡа килеүе фабрикала етештерелгән келәмдәрҙең дефицит һәм ҡиммәт булыуына, социаль-иҡтисади кимәлдең түбәнәйеүенә, шулай уҡ модаға бәйле. Келәм өсөн бер төҫлө беше туҡыма, мәҫәлән, иҫке юрған алына, еп урынына – ҡабарынҡы трикотаж һәм йөн әйберҙәр (иҫке ойоҡ, төрлө төҫтәге бәйләнгән башлыҡ, бейәләй, кейем-һалым һ.б. алына). Иҫке кейемдәр яңы
һулыш ала һәм кәрҫтиән йортон йәмләй.
Әҙер кейемдәр стенаға эленә,
иҙәнгә йәйелә, ябыныу өсөн ҡулланыла.
Урыҫ крәҫтиәндәре интерьеры, ғәҙәттә, төрлө ҡул эштәре өлгөләре менән
байытыла – ырғаҡ менән бәйләнгән ашъяулыҡтар, нәфис ҡулъяулыҡтар,
йылы балаҫтар, сигелгән иконалар һ.б. Улар менән бер рәттән,
дефицит осоронда, сигелгән келәмдәр
әҙерләү киң тарала.
Көйөргәҙе районы Молоканово ауылында (республиканың көньяғы) сигелгән келәмдәр
әҙерләү ирҙәр эше тип һанала, сөнки ҡалын
туҡыма аша ептәрҙе үткәрергә кәрәк, Дыуан районы Вознесенка ауылында – ҡатын-ҡыҙҙар эше. Келәм һүрәте уның ҙурлығына бәйле, уның сағыулығы ҡулланылған иҫке әйберҙәрҙең төрлөлөгөнә бәйле. Һабын, аҡбур йәки ҡәләм менән төп өлөштә урынлашасаҡ биҙәктәрҙең сиге һыҙыла, тәүҙә ҙурҙары, унан бәләкәйерәк биҙәктәр. Ситенән тар
йәки киң ҡаймалы һүрәт эшләнә. Унан оҫта
әйберҙе сағыуыраҡ эшләргә тырышып, сигә
башлай, мотивтарҙы һәм төҫтәрҙе пропорция, симметрия, алмашлау алымдары менән ҡуллана.

Һүрәт Башҡортостан урыҫтары – Рәсәйҙең төрлө губерналарынан сыҡҡан халыҡтың традицияларынан һәм әйберҙең тәғәйенләнешенән сығып яһала.
Көйөргәҙе районы Молоканово ауылында оҫта Петр Прохорович Чернов (1928 йылғы)
Курск губернаһы техникаһын ҡуллана, сөнки уның әсәһе М. С. Чернова (1896–1980) тыумышы
менән шул яҡтарҙан. Ейәнсәре бүлмәһе өсөн келәм әҙерләгәндә П. П. Чернов әкиәти мотивтар ҡуллана (әтәс, ат һыны). Ҡыҙыл төҫ менән йәнәшә асыҡ төҫтәр ҙә ҡулланыла (һары, күгелйем). Ауылда П. П. Чернов балта оҫтаһы һәм кәсепсе булараҡ та билдәле.
Фотола: Пётр Прохорович Чернов Молоканово ауылы.
Фото сығанағы
Дыуан районының Вознесенка ауылына көңгөрәктәр – Пермь губернаһы Көңгөр өйәҙенән сығыусылар нигеҙ һалған. Галина Павловна Михайлова (1939 йылғы) келәмдәр өсөн ҡара нигеҙҙе файҙалана, ҡайһы саҡта бер
нисә киҫәкте берләштерә. Унан ромбтар сигә, стилләштерелгән сәскәләр, үҫемлектең һабағын һәм япрағын эшләй. Ҡыҙыл, йәшел, күгелйем, һары төҫтәргә өҫтөнлөк бирә. Ул шулай уҡ оҫта йырсы ла, тарихи йырҙарҙы, мәҫәлән, Иван Грозный заманындағы Чуркин атаман хаҡындағы йырҙы, яҡшы белә.

Г. П. Михайлова.
Ф. Ғ. Ғәлиева фотоһүрәте.
Галина Павловна Михайлованан башҡа Дыуан районы
Вознесенка ауылында келәмдәрҙе йәшерәк оҫталар ҙа эшләй –
Любовь Александрова һәм Анна Гаврилова.
Башҡорт төбәге Рәсәйҙең төрлө губерналарынан
күсеп килеүселәр, төрлө этномәҙәни диалекттар
һәм йолалар тотоусылар өсөн –
Пермь, Владимир, Вятка, Тамбов, Орлов, Воронеж, Рязань, Нижегородка,
Пенза, Курск, Тула өлкәһенән килеүселәр өсөн тыуған төйәккә әйләнә.
Өфө өйәҙендә генә 30-ҙан ашыу губернанан күсеп килеүселәр йәшәй. Шуның һөҙөмтәһендә урыҫ халҡының күп төрлө этномәҙәни диалекттары ҡушылып, аҙаҡтан дөйөм һөйләш барлыҡҡа килә.
Дыуан районы Вознесенка ауылының үҙенсәлеге уның башҡа урыҫ ауылдары уратыуында – Пермь губернаһы Көңгөр өйәҙенән сығыусылар араһында урынлашыуында : Дыуан, Мәсәғүт, Метели, Вознесенка, Тастүбә, Ярославка, Сальевка, Чертан һ.б. Башҡорт ерҙәрен үҙләштергәндән һуң улар элекке тыуған яҡтары менән сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрен өҙмәй, быға үҙ сиратында географик яҡынлыҡ булышлыҡ итә, унан яңы күсеп
килеүселәрҙе ҡабул итә, этномәҙәни ярҙам ала. Башҡа этнослы күсеп килеүселәр урыҫ мөхитендә шулай уҡ ассимиляцияға дусар була. Үҙенсәлектәрҙең һаҡланып ҡалыуына шулай уҡ ҡалаларҙан алыҫ булыуы һәм географик урынлашыуы (тау-урман районы) булышлыҡ итә. Әлегә тиклем традицион календарь йолалар һәм байрамдар, шулай уҡ фольклор төрлөлөгө һаҡланып ҡалған.
Беренсе урыҫ күсеп килеүселәре – уҡсылар, казактар, дворяндар – Башҡортостанда Өфөгә нигеҙ һалынғас,
XVI быуаттың икенсе яртыһында пәйҙа була.
XVII–XVIII быуаттар сигендә төбәктә старообрядсыларҙың күпләп килеүе күҙәтелә, улар бихисап ауылдарға,
шул иҫәптән Башҡортостандың Дыуан районы Вознесенка ауылына нигеҙ һала. XVIII быуаттың 30-40-сы йылдарында төньяҡ һәм волга буйынан, һуңғараҡ – Рәсәйҙең һәм Себерҙең үҙәк һәм көньяҡ губерналарынан урыҫ крәҫтиәненең Көньяҡ Урал биләмәһенә күпләп күсенеп килеүе күҙәтелә. Улар ер эшкәртеү, малсылыҡ, кәсепселек, урманлы райондарҙа – йүкә һыҙырыу, һалабаш етешетереү, кәрзин үреү менән шөғөлләнә. Төбәктә XVIII быуттарҙа барлыҡҡа килгән тау заводы халҡы заводтарҙағы эшен традицион эшмәкәрлек менән бергә
алып барған.



Фотола: Вознесения господня сиркәүе. Башҡортостан республикаһы Дыуан районы Вознесенка ауылы.
Вознесенка ауылы 1897 йылда ныҡ ҙурайған Тастүбә ауылынан айырылып сыҡҡан.
Тәү осор ул Мусихинский ҡасабаһы (тәү күсеп килеүселәр исеменән) тип аталған һәм
109 хужалыҡ иҫәпләнгән.
1906 й. Вознесенкала 2 сиркәү, 3 сиркәү-мәхәллә мәктәбе, ике йыллыҡ министрлыҡ мәктәбе, земство мәктәбе, дауаханаһы, поташный завод, канат һәм һабын эшләү йорттары, 9 һыу тирмәне, мануфактур, бакалея һәм галантерея лавкалары,
икмәк запасы магазиндары урынлашҡан була, йәрминкәләр ойошторола, һөнәрселек кәсебе киң тарала. Яйлап ҡына старообряд традицияларынан православие диненә күсеү
күҙәтелә. 1870 йыл Өфө өйәҙендә 895 урыҫ ауылы иҫәпләнә,
шул иҫәптән 39 урыҫ-башҡорт, 13 урыҫ-татар, 13 урыҫ-мари ауылы. 1926 й. Башҡорт АССР-ында 4 мең таҙа урыҫ һәм 300 ҡатнаш ауыл иҫәпләнә. Хәҙер урыҫ этник ауылдарҙы табыуы ҡыйын, уларҙың күбеһе ҡатнашҡан һәм күп конфессиялы.
Дыуан районы Вознесенка ауылы – һирәк моноэтник миҫал, бында бер генә татар ғаиләһе йәшәй.
Сигелгән келәмдәр
элеккесә йорт интерьерында киң
ҡулланыла. Уларҙы әҙерләгән
оҫталар ҙа бар әле.
Мәғлүмәт сығанаҡтары:
  1. Мәғлүмәт биреүсе: Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты.
  2. Здобнова З. П. Атлас русских говоров Башкирии: В 2-х ч./ АН РБ. Отд-ние соц. и гуманит. наук. 4-е изд. Ч. 1, 2. Уфа: Гилем, 2008.
  3. Здобнова З. П. Судьба русских переселенческих говоров в Башкирии / БашГУ. Уфа, 2001.
  4. Касимовский В. Исторические очерки о Дуване (1868, 1877 гг.). Месягутово, 1991. С. 6; Этнографический очерк села Дувана Уфимской губернии Златоустовского уезда. Составлен Действительным Членом Уфимского Статистического Комитета В. Касимовским // Уфимские губернские ведомости. 1868, 1877.
  5. Касимовский В. С. Несколько слов о кунгуряках, живущих в Уфимской губернии // Русские Башкортостана. История и культура. Уфа, 2003.
  6. Кучумов И. В. К проблемам идентичности и межкультурного взаимодействия (на примере русского населения Башкортостана). Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2010.
  7. Русские Башкортостана. История и культура. Сб. науч. трудов / В. Н. Самородов, В. С. Горбунов, В. А. Иванов и др.; Отв. за вып. В. Я. Второв; Собор русских Башкортостана; Баш. гос. пед. ун-т. Уфа, 2003.
  8. Черемшанский В. М. Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом и промышленном отношениях. Уфа, 1859.
Ғәзизов Р. Ф., төҙөүсе, 2020