Зәки Исмәғил улы бер нисә йыл элек Талбазы ауылында «Кирач» нәфис керамика студияһы асты, ул унда балсыҡ әйберҙәр эшләүҙең барлыҡ этаптарын тергеҙеп, теләүселәргә был кәсеп серҙәрен өйрәтә. 2020 йылда ул, архитектор һәм рәссам Раушания Ғәбиҙуллина менән, студия янында республикала беренсе шәхси керамика, мәҙәниәт һәм көнкүреш музейы булдырҙы.
Музейҙа балсыҡ әйберҙәрҙән тыш ауылдаштары килтергән боронғо нәмәләр күп. Бында көйәнтәләр, суйын үтектәр, күмер өсөн ҡыҫҡыс, ҡулдан сигелгән эштәр, аш бүлмәһендә кәрәкле ҙур булмаған һауыт-һаба һаҡлана. Уларҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары махсус балта менән кишер, кәбеҫтә, һуған тураған, йәшелсәләрҙе тоҙлар өсөн әҙерләгән, ҡамыр баҫҡан. Оҫта әйтеүенсә, был аш-һыу әҙерләү өсөн ялғаштар мал эсереү өсөн яһалған кәритәләр кеүек үк ысул менән эшләнгән.