Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт ир-егеттәр ҡәмәре
Башҡорт милли кейеме үҙенең сағыулығы, матурлығы һәм уңайлылығы менән айырылып тора. Күп халыҡтарҙың милли костюмдарындағы байрам күлдәктәренә традицион нағыштар сигелгән һәм уларға йыш ҡына иҫтәлек, һаҡлағыс, бетеү кеүек тәрән мәғәнә һалынған. Башҡорттар ҙа, әлбиттә, шулар иҫәбендә. Ир-егеттәр милли костюмында күлдәк өҫтөнән камзул йәки кәзәкей кейелгән. Өҫкө кейем итеп буҫтауҙан тегелгән сәкмән йәки тире тун файҙаланылған, билдәре мотлаҡ ҡәмәр, ҡайыш йәки билбау менән быуылған.
Билбау, ҡаптырға йәки ҡәмәр ир-егеттәр кейеменең биҙәге булған. Өҫ кейеменең билен быуған билбауҙы башҡорттар үҙҙәре эшләгән, ул ҡарағусҡыл төҫтәрҙәге ептәрҙән туҡылған һәм ике яҡ осо сәсәк менән тамамланған.

Ҡаптырға ул – тар (барлығы 2-3 сантиметр киңлектәге), сағыштырмаса ҡыҫҡа (1.2-1.3 метр оҙонлоҡтағы), тышҡы яғына биҙәк баҫылған, бер осона ырғаҡ рәүешендәге ҡаптырма ҡуйылған, икенсеһендә тишек тишелгән ҡайыш билғау. Был ҡайыштың уң яҡ ҡабырғаһына һәр ваҡыт – ҙур дүрткел күн ҡалта, ә һул яғына күн менән тышланған ағас ҡынға тығып ҡуйылған бысаҡ һәм күн һауытлы ҡайраҡ тағып ҡуйылған. Ҡайһы ваҡыт ҡаптырғаның тышына биҙәктәр ырылған көмөш көмбәҙҙәр ҙә беркетелгән. Ҡалталар һәр саҡ бик матур нағыш баҫылған, орнаменттың аҫ яғы йәшел һәңгәр (баҡыр купоросы) менән көйҙөрөлгән ҡапҡаслы була. (Аңлатма: күнгә штамп менән биҙәк баҫҡандан һуң, рельефлы орнамент асыҡ күренеп тора. Биҙәктең ҡабарынҡылығын арттырыу һәм әйберҙең төҫ фактураһын байытыу маҡсатында уйымдарҙы йәшел һәңгәр менән көйҙөрәләр.)
Башҡорт ир-егеттәр милли билғауы - ҡәмәр.
(Әбйәлил тыуған яҡты өйрәнеү музейы)
Ҡалтала саҡма, саҡматаш, ҡау йәки саҡма мамығы һәм башҡа ваҡ әйберҙәр йөрөткәндәр. XX быуат башына ҡаптырға таралған райондар бик сикле генә тороп ҡала. Был билғау нигеҙҙә Урал аръяғында, көньяҡта осрай, әммә унда ла бик һирәк. Шул уҡ ваҡытта XIX быуаттың аҙағында әле уны йәйләү тормошон ташламаған көньяҡ, таулы һәм үҙәк Башҡортостандың Өфөгә тиклем, хатта унан да әҙерәк төньяҡҡараҡ өлөшөндә бөтөн ерҙә лә табырға мөмкин булған.

«Башҡорт төйәгенең төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә ҡаптырғаның булмауы, уның шундай уҡ ҡаҙаҡ билғауы менән һис шикһеҙ оҡшашлығы һәм башҡа байтаҡ ҡына уй-фекерҙәр мине уның сығышының көнсығыштан булыуы тураһында һығымтаға этәрә.

Ҡаптырғаға ғына түгел, ғөмүмән, бөтөн ҡайыштарға ла һәр саҡ тиерлек, айырыуса юлда йөрөгәндә башҡорттар ҡынына ҡуйылған бысаҡ тағып йөрөгән.

Башҡорт бысаҡтары оригиналлеге менән айырылып тормай: беҙҙең кухня бысағы тибындағы йәки баҙарҙарҙа һатылған ҙур булмаған урыҫ косарҙары кеүек ябай бысаҡтар. Ҡындары күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм төрлөрәк», – тип яҙа үҙенең «Башҡорттар. Тарихи-этнографик очерктар» тип аталған фундаменталь хеҙмәтендә башҡорт халҡының революцияға тиклемге һәм революциянан һуңғы көнкүрешен өйрәнеүсе, мәшһүр этнограф Сергей Руденко.

Ҡәмәр – башҡорт милли кейемендәге тик ир-егеттәр детале, сүкеп, биҙәк һалынған һәм төрлө төҫтәге эшкәртелгән таштар ҡуйылған зәргәр (ювелир) ҡаптырмалы киң һәм оҙон билғау.

Ҡәмәрҙе эшләү өсөн буҫтау, ебәк һәм бәрхәт тотонолған. Ҡәмәр уҡа, башҡорт орнаменттарын сигеү, ынйы, аҡыҡ, фирүзә таштар ҡуйылған көмөш һәм алтын биҙәүестәр менән биҙәлгән.

Ҡәмәр байрам йәки туй костюмының элементы булған. Ул елән өҫтөнән тағыла. Ә оҙон остары, биҙәгенең байлығын күрһәтеп, ҡабырғанан һәленеп төшөп тора.

«Ҡасандыр бай башҡорттарҙа, улар ҡәмәр тип атаған, ҡупшы, келәмдәге кеүек биҙәкле, сағыштырмаса ҡыйбатлы ынйы, аҡыҡ, фирүзә һәм башҡа төрлө ҡаштар менән бай итеп биҙәлгән, нағыш ырылған еҙ йәки хатта көмөш ҡаптырмалы билғауҙар бик ныҡ модала була, – тип уҡыйбыҙ беҙ С. И. Руденкола. – Йыш ҡына бындай билғауҙар сүкелгән биҙәкле һәм аҡыҡ, фирүзә ҡаштар ҡуйылған көмөш пластинкаларҙың тотош теҙмәһе менән ҡапланған була. Борон бындай билғауҙар бик ҡыйбат баһаланған: шундай бер ҡәмәр өсөн байҙар яҡшы арғымаҡ йәки ике үгеҙ биргән.

Ҡәмәрҙе элек бөтөн ерҙә лә, һис юғында, йәйләү тормошо алып барған бөтөн Башҡортостанда тағып йөрөгәндәр. XX быуат башына ул, ҡомартҡы булараҡ, Урал аръяғындағы ҡайһы бер урындарҙа һәм далала (ҡатайҙар, күбәләктәр, тиләүҙәр, тамъяндар, түңгәүерҙәр, бөрйәндәр, үҫәргәндәр һәм ҡыпсаҡтарҙа), шулай уҡ өлөшләтә үҙәк Башҡортостанда (меңдәрҙә һәм табындарҙа) һаҡланған».



Башҡорт ҡәмәрҙәре (С. И. Руденконың "Башкиры. Историко-этнографические очерки" китабынан. Өфө: Китап, 2006)
Был теманы өйрәнеүгә Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, күренекле ғалимә Светлана Николаевна Шитова ғәйәт ҙур көс һалған.

«Этнография һәм фольклор сығанаҡтары шундай һығымта яһарға нигеҙ бирә: бил быуыу ғәҙәте бик борон, быуаттар төпкөлөндә көнкүрештә файҙаланыу өсөн генә түгел, боронғо төрки ырыуҙарының донъяға ҡарашы, үҙҙәренсә аңлауына ла бәйле барлыҡҡа килгән», – тип яҙа Светлана Шитова үҙенең «Башҡорттарҙың йолаларында һәм мифологияһында билғау» тигән күләмле хеҙмәтендә.

Башҡорттарҙа боронғо ғәҙәт буйынса яугир менән һыбайлының экипировкаһына ҡорал һәм башҡа кәрәк-яраҡты тағып алыу өсөн тәғәйенләнгән төрлө ырғаҡтар, яйланмалары ҡуйылған һәм ҡалта тағылған ҡайыш мотлаҡ ингән. XVIII быуат аҙағында Башҡорт ғәскәре ойошторолғас, яугирҙар хеҙмәткә буҫтауҙан үҙҙәре теккән сәкмән кейеп, уны тышынан ҡайыш менән һыға быуып үҙ кейемдәре менән йөрөгән.
Башҡорттар Берлинда. Рәссамы К. Л. Хюбейль. 1813 йыл
Көнбайыш Европа рәссамдары гравюраларынан күренеүенсә, башҡорт полктары шундай «формала» 1812 йылғы Ватан һуғышында ла ҡатнашҡан. К. Л. Хюбейль атлы рәссамдың «Башҡорттар Берлинда» тип аталған картинаһында Берлинда йәшәүселәргә ян менән уғын күрһәтеүсе башҡорт яугиры һүрәтләнгән. Ул башына осло түбәле тиренән эшләнгән баш кейеме, ә өҫтөнә салғыйы табанына тиклем төшөп торған, тулы амунициялы ҡайыш тағылған аҡ кейем кейгән ҡиәфәттә күҙ алдына баҫа. Һул ҡабырғаһында ҡайышына ҡылыс һәм поход кәрәк-яраҡтары өсөн оҙон, ос башлы футлярҙар тағылған. Билғауҙа күберәк ырғаҡтар булған, ә экипировка составына кергән әйберҙәр, урынына һәм хәленә ҡарап, үҙгәргән. Һыбай йөрөгәндә өҫ кейеменең салғыйын күтәреп, ҡайышҡа ҡыҫтырып ҡуйғандар. Кейеҙҙән эшләнгән киң билбау йәки металл пластинкалар менән ҡапланған ҡайыш кешене имгәнеүҙән һәм һыуыҡтан һаҡлаған. Борон тимер күлдәк (һарайта) өҫтөнән да ҡайыш быуғандар һәм унда ҡанъял менән уҡ һаҙағы таҡҡандар.
Заманса эшләнгән башҡорт ир-егеттәр ҡәмәре
XIX быуаттың 60-70-се йылдарында ла башҡорттарҙың көндәлек тормошонда поход костюмы шул тиклем тәбиғи булған, хатта ғалимдар менән публицистар ҙа этнографик эштәрендә уны традицион ир-егеттәр костюмының үҙенә генә хас вариант булараҡ тасуирлаған. Ул һүрәтләүҙәрҙә билғауға айырыуса иғтибар бүленә: «Ир-аттың ҡайышында, – тип уҡырға мөмкин А. Игнатовичтың Бөрйән ырыуы башҡорттары тураһындағы очеркында, – уң яҡтан мотлаҡ ҡалта эленеп тора; ул да, ҡайыш билғау һымаҡ, биҙәк баҫылған күндән була һәм байҙарҙа ҡиммәтле таштар менән биҙәлә. Шул уҡ ваҡытта тегенеһе лә, быныһы ла ҡайһы саҡ бәрхәттән була һәм бәғзеләре ассигнациялар менән 1500 һумға тиклем тора; билғауҙың һул яғынан осло башлы ике оҙон тоҡсай эленә, уларҙың береһенә бысаҡ тығып ҡуйыла, ә икенсеһе, ҡайһы саҡта өсөнсөһө лә симметрия өсөн эленеп тора» (Игнатович, 1863. 48-се бит).

Л. Берхгольц Инйәр буйында Ҡатай ырыуы башҡорттары араһында 1880 йылдарҙа, һуғыш походтары иҫтәлектәрҙә генә тороп ҡалған ваҡытта йәшәй. Әммә тауҙарҙа ауылдан ситтәге бөтөн эштәр ҙә атта һыбай йөрөү менән бәйле була һәм, уның яҙыуынса, шунда ла башҡорттар һәр ваҡыт биленә билбау тағып йөрөй (Л. Берхгольц, 1893. 81-се бит). Йәйгеһен – кизе-мамыҡ туҡыманан эшләнгән еләндәренең, ҡышҡыһын һарыҡ йәки дөйә тиреһенән тегелгән сәкмәндәренең билен быуалар. Ҡайыштарында күн менән тышланған һәм еҙ көмбәҙҙәр менән биҙәлгән ҡынға тығылған бысаҡ эленеп тора. Юлға сыҡҡанда билбауына оҙон һаплы һәлпәк тә (бәләкәй балта ла) ҡыҫтырып алалар. Билғауына ҡыҫтырылған һәлпәк – башҡорт әкиәттәренең эшһөйәр һәм эшҡыуар персонаждарының йыш осраған һыны.

Көн дә ҡулланыла торған билғауҙар араһында эшкәртелмәгән күндән эшләнгән һәм үҙенсәлекле предметтар йыйылмаһы (һыйыр мөгөҙөнән яһалған дары һалғыс, пистон һәм йәҙрәләр өсөн груша рәүешендәге күн тоҡсай, дары үлсәгес, бысаҡ ҡыны) тағылған тар һунарсы ҡайыштары ла бар.

1908 йылда венгр ғалимы Д. Месарош Көньяҡ-Көнсығыш Урал аръяғында ҡалтанан тыш береһенә – аҫ яғы осло футляр, икенсеһенә ярымшар рәүешендәге ҡумта тағылған ике ғәҙәти тар ҡайыш һатып ала. Уларҙың ҡалталары төрлөсә була: береһе – биҙәк баҫылған ҡаты күндән эшләнгән, дүрткел, ә икенсеһе – йомшаҡ, эсенән кейеҙ менән ҡапланған, һырылған биҙәкле. Был коллекцияға йәҙрә һалыу өсөн өс япраҡ биҙәге баҫылған ҡомған рәүешендәге күн һауыт өҫтәмә була.

Хәрби генә түгел, ә байрам костюмында зәргәр биҙәкле һәм ҡупшы ҡаптырмалы ярым йомшаҡ ҡәмәрҙәрҙе тағып йөрөү бик мәртәбәле һанала. 1850-1851 йылдарҙа Рәсәй география йәмғиәтенең экспедицияһын етәкләгән П. Небольсин Ырымбур далаларында һәм Көньяҡ Уралда күп башҡорт йәйләүҙәрен күрә. «Ир-егеттәр, әлбиттә, ҡупшы бишмәттәр һәм еләндәр кейә, – тип яҙып ҡалдырған ғалим үҙенең юл көндәлегендә, – ... ярлы кешеләр тупаҫ туҡылған аҡ йөн елән кейеп йөрөй. Байҙарҙыҡы йоҡа буҫтауҙан, ҡайһы саҡта аҡ атластан була... Иң өҫтән иҙеүе асыҡ килеш кейелә торған елән аҫтынан бәрхәт бохар ҡәмәренең төрлө төҫтәге ҡаштар менән биҙәлгән ҡыйбатлы көмөш ҡаптырмаһы ялтырай; уның бер яҡ ҡабырғаһында – ҡалта, икенсеһендә – бысаҡ ҡыны һәм йәҙрә өсөн тоҡсай» (Небольсин, 1854. 277-се бит). Бындай ҡәмәрҙәр кәзәкей йәки камзулдың биленә быуылған. Өҫтөнән иркен елән һалынған.

Зәргәр ҡаптырмалар һәм ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән байрамда кейә торған ҡәмәр билғауҙар араһында келәмдеке кеүек туҡыманан эшләнгәне айырылып торған. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡара юрға» һәм башҡа эпостар урта быуаттарҙа уҡ инде ҡәмәрҙең уның эйәһенең дәрәжәһенең күрһәткесе булыуы тураһында һөйләй (Башҡорт халыҡ ижады, 1987. 136, 198, 251, 254-се биттәр). Салауат тураһында риүәйәттә тәңкәләр менән биҙәлгән ҡәмәр тураһында телгә алына, батыр унан балаларға бүләк итеү өсөн дүрт тәңкәне ҡырҡып ала (Башҡорт риүәйәттәре һәм легендалары, 1985. 142-се бит).

Ҡулдан һуғылған йәки фабрика туҡымаһынан эшләнгән, оҙонлоғо 3 метрҙан ашыу булған йомшаҡ билбауҙар ҙа киң таралған булған. Уларҙы ла көндәлек кейем менән дә, байрам кейеме менән дә ҡуша ҡулланғандар. Эш кейемендә йөрөгәндә әҙерәк боролонҡыраған билбау менән билде өс тапҡыр уратып, остарын эскә тығып, ә байрам йәки йола кейемендә остарын ике яҡ ҡабырғанан һәлберәтеп ҡуйғандар.

Ҡаты һәм йомшаҡ билғауҙар бер-береһен алмаштырған. Башҡорт ир-егеттәр кейемен һүрәтләгәндә П. Назаров ҡынлы ҡалталы ҡайыш ҡаптырғанан тыш сәкмәнде быуыу өсөн хеҙмәт иткән билғауҙы ла телгә ала (Назаров, 1890. 180-181-се биттәр). Шулай итеп, XIX быуатта билғауҙы файҙаланыуҙың ҡайһы бер үҙенсәлектәре төҫмөрләнә: ҡайыштар – һуғышта, һунарҙа, йомшаҡ билбауҙар тыныс тормошта урынлыраҡ була.

Ҡаты ҡайыштар кеүек, билбауҙар ҙа социаль йәһәттән билдәле бер функция башҡарыуы ихтимал. Фольклорҙа 7 йәки 12 ҡатлы остары суҡлы ебәк билбауҙар телгә алына. Был һандарҙың магик, сакраль йәһәттән файҙаланыуҙарын иҫәпкә алғанда ла, бындай билбауҙарҙың ҡыйбатлы кейемдең бер өлөшө булыуы шик тыуҙырмай.

Ҡышҡы осорҙа тун менән сәкмәнде быуыу өсөн көньяҡ өйәҙҙәрҙә һарыҡ йөнөнән туҡылған нәҙек (20 сантиметрға тиклем) билғауҙарҙы файҙаланғандар. Һирәкләп, бәйләнгән билбауҙар ҙа осраған.

Башҡорттар тормошондағы ҡәмәр, билғауҙарҙың бөтөн төрҙәренең дә Көнсығыш Европаның көньяғы, Себер, Үҙәк, Алғы һәм Урта Азия, Яҡын Көнсығыш халыҡтарының боронғо һәм хәҙерге мәҙәниәтендә иштәре бар.
Башҡорт ир-егеттәр билғауы – ҡәмәр. XIX быуат.
Көмбәҙҙәр менән биҙәлгән, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары һәм ҡорал йөрөтөү өсөн яйланмалары булған тар һәм киң ҡайыштарҙы төрки һәм монгол телле күсмәнселәр тағып йөрөгән. Ҡайыш ярҙамында төймәһеҙ сәкмән менән тундың эләктерелмәгән салғыйҙарын тоттороп ҡуйғандар. Ҡайыш менән, иң беренсе сиратта, билде йыйнаҡлыҡты талап иткән шарттарҙа быуғандар: физик эштәр эшләгәндә йәки юлға сыҡҡанда. Билғауға тағылған традицион әйберҙәр ул – ҡынындағы бысаҡ, саҡма өсөн тоҡсай, һәлпәк (бәләкәй балта) һәм башҡа поход предметтары өсөн ырғаҡтар һәм элмәләр. Байтаҡ ҡына халыҡтарҙа (башҡорттар, ҡарағалпаҡтар, үзбәктәрҙең бер өлөшө, Себер татарҙары, алтайҙар һ.б.) күндән эшләнгән ҡайыш билғауҙың исемен бер төрлө термин менән билдәләгәндәр – ҡайыш/ҡайыс (Ҡарағалпаҡтарҙың этнографияһы, 1980. 56-57-се биттәр; Шаниязов, Исмаилов, 1981. 75-се бит; Томилов, 1980. 149-сы бит; Потапов, 1951. 2-се бит).

Мәғдән көмбәҙҙәр менән биҙәлгән ҡаты ҡайыштар тағыу традицияһының ҙур тарихы бар. Археологик һәм документаль сығанаҡтарға күрһәтеүенсә, көмөш ҡаптырмалы күн билғауҙар боронғо төркиҙәрҙең кейемдәренең бер өлөшө булған (Вайнштейн, Крюков, 1966. 186-187-се биттәр). Улар Көньяҡ Себер һәм Монголияның петроглифтарында һәм таш һынташтарында һүрәтләнгән (Окладникова, 1985. 85-88-се биттәр; Грач, 1961. 64-65-сы биттәр; Евтюхова, 1952. 108-110-сы биттәр).

Билғауҙарҙың фрагменттары боронғо төркиҙәрҙең ҡәберҙәрендә лә табылған. Таштыҡ осоронда Себерҙә барлыҡҡа килеп, бындай билғауҙар артабан Үҙәк Азиянан алып Ҡара диңгеҙ буйы далаһына тиклемге бик ҙур аралыҡта тарала (Евразия далалары, 1981).

Урта быуаттарҙа Көнсығышта бай итеп биҙәлгән ҡәмәр кешенең йәмғиәттәге айырым урыны тураһында шаһитлыҡ ҡылған. Быны VI–VIII быуаттарҙағы Урта Азияның Пенджикент, Афрасиаб һәм башҡа ҡаласыҡтары биналарындағы һүрәттәр ҙә раҫлай (Бентович, 1980. 204-205-се биттәр; Лобачева, 1979. 21-22-се биттәр). XIII быуатта тағылмаларлы ҡаты ҡайыш Алтын Урҙа хандарының парад костюмының атрибуттарының береһе булған һәм, идара итеүсе юғары ҡатламға ҡағылышлылыҡ символы булараҡ, Урта Азия һәм башҡа төрки халыҡтарҙың хәтерендә ҡалған. Ҡәмәрҙәр ана шул «элиталы» билғауҙарҙың һуңғы варианты булып тора.

XIX быуатта (һәм унан да алдараҡ) Себерҙең тайгаға яҡын урманлы-далалы өлөшөндә (алтайҙарҙа, хакастарҙа, тываларҙа һәм башҡа халыҡтарҙа) таралған һуна билғауҙары башҡорттарҙыҡы менән бер төрлө. Барыһында ла һунар йыйылмаһына мөгөҙҙән эшләнгән дары һалғыс һәм үлсәгес, йәҙрә һалыу өсөн груша рәүешендәге тоҡсай, йәҙрәне мылтыҡтың көбәге буйлап төпкә этеү өсөн тимерсыбыҡ ингән.

Йолаларҙы анализлау ир-егеттең дә, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың да боронғо костюмында ҡәмәрҙең, билғауҙың булыуы, башҡорттарҙың (һәм уларға туғандаш халыҡтарҙың) был әйбергә ҡарата айырым мөнәсәбәте тураһында һөйләй; йолалар һәм ғәҙәттәрҙең бер өлөшө беҙгә фольклор сюжеттары аша килеп еткән.

Малайҙың егет ҡорона инеүен билдәләү менән бәйле йолаларҙа билғауға иң мөһим урын бирелә. Экспедицияларҙа ғалимдарҙың: «Нисә йәштән ҡайыш таға башлағандар?» – тигән һорауына ололар һәр ваҡыт бер төрлөрәк яуап бирә: «Ҙурайғас». Әммә ҙурайыу төрлөсә була. «Таштуғай» легендаһында төп персонаждарҙың береһе булған Байғүбәк тураһында былай тиелгән: «Ул иртә атайһыҙ ҡала, әммә сос булып үҫә, үҙенең йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыйыу егеттәр иҫәбендә була» (Башҡорт риүәйәттәре һәм легендалары, 1985. 212-се бит). Егет ат өйрәтеүҙә, ярыштарҙа таҫыллы, оҫта, етеҙ булыуын күрһәтә барымта, яуҙарҙа ла ҡатнаша алған. Әммә, фольклор сығанаҡтарынан күренеүенсә, беренсе тапҡыр биленә ҡайыш быуыу менән яугирҙар ҡорона инеү араһында күпмелер интервал булған; беренсе тапҡыр һуғыш кейемен кейҙереү айырыуса тантаналы шарттарҙа башҡарылған.

Төрки һәм монголдарҙың эпик фольклорын өйрәнгәндә Р. С. Липец батырҙың кәрәк-ярағы араһында билғауҙың айырым урын биләүенә иғтибар иткән, шул уҡ ваҡытта «үҫмерҙең оло яугирҙар ҡорона күсеүендә ҡорал таға торған ҡайыш менән билен быуыуы уның яугир булып өлгөрөп етеүе билдәһе булған. Хәрби билғау – яугирҙар ҡорона индереү йолаһының мотлаҡ өлөшө...» (Липец, 1984. 67-се бит).

Йыш ҡына ҡәмәр батыр атаһынан улына эйәре һәм ҡылысы (йәки уҡ-яны, суҡмары һ. б.) менән бергә күскән һәм уның көсөн арттырған. «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосында, Заятүләк һунарҙа үҙенең оҫталығын күрһәткәс, атаһы Самар хан уға ҡиммәтле ҡаштар менән биҙәлгән ҡәмәр бүләк итә (Башҡорт халыҡ ижады, 1987. 179-сы бит). «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосы версияларының береһендә тылсымлы ҡанатлы Күк толпар батырға ҡасандыр уның атаһыныҡы булған әйберҙәрҙең – эйәр, айбалта һәм көмөш нағыштар менән биҙәлгән ҡәмәрҙең ҡайҙа ятҡанын әйтә (Шунда уҡ, 251-се бит). Шулар менән ул, үҙенең йәрәшелгән кәләшен эҙләп, хәүефле юлға сыға.

Күренеүенсә, ҡәмәрҙең кешене һаҡлай торған тылсымлы көскә генә түгел, ә мөмкинлектәрен арттыра торған көскә лә эйә тип ышанылған. Алыҫ һәм ауыр юлға сығыр алдынан эпик геройҙар ҡайыш менән билен быуып ҡына йоҡларға ятҡан. Әйтелгәндәрҙән сығып, атаһы Урал батырға ярҙамға ашығыусы Яйыҡ батырҙың һүҙҙәре аңлашыла башлай: «Билғауымды һыға бәйләп, йән-фарман һиңә сабып килеп еттем» (Шунда уҡ, 111-се бит).

Билғауыңды сисеү – тимәк, үҙеңде еңелгән тип таныу. Милли көрәш буйынса ярыштарҙа ла ошо ҡағиҙә эш иткән.

Йәмәғәт менән башҡарылған күп кенә йолаларҙа ла билғау мөһим атрибут булып сығыш яһаған. Мәҫәлән, йомшаҡ билбау менән күп тапҡыр уратып, туй баштарының – йыйындарҙы, һабантуйҙарҙы, ҡарғатуйҙарҙы алып барыусыларҙың билен быуғандар.

Билғауҙың туй йолаларында файҙаланылыуы айырыуса күркәм. Фольклор сығанаҡтарынан күренеүенсә, егеттең билен ҡыҙҙың быуыуы йәки ҡыҙҙың атаһы тарафынан егеткә ҡәмәр бүләк ителеүе «килешеү билдәһе», алынған бурыстарға шаһитлыҡ билдәһе рәүешендә башҡарылған (Башҡорт халыҡ ижады, 1987. 198, 204-се биттәр; Башҡорт риүәйәттәре һәм легендалары, 1985. 230-сы бит). Кәләш тарафынан бәйләнгән ҡыҙыл билбау ҙа егеттең өйләнгән ирҙәр ҡорона инеүен белдергән.

Туй йолалары һаҡлау һәм көсәйтеүгә йүнәлтелгән төрлө магик эштәр менән үрелгән. Улар иҫәбендә – кейәүҙең билендәге билбауҙы төйнәү һәм төйөнөн сисеү.

Килендең билен бәйләү туйҙың ҡыҙҙың атаһы йортонда үткән беренсе өлөшөндә башҡарылған. Ағиҙел аръяғының урта өлөшөндә кәләштең билен буласаҡ иренең ҡәмәре менән быуғандар.

Боронғо башҡорт билғауҙары – ҡәмәрҙәр ҙә, шул иҫәптән, уларҙы ҡулланыу тураһында башҡорттар араһындағы тарихи иҫтәлектәр ҙә беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. 1992 йылда Әбйәлил тарихи-крайҙы өйрәнеү музейына Бөрйән районы Ҡолғана ауылынан Зәйтүнә Яҡупова тарафынан тапшырылған бик яҡшы һаҡланған ҡәмәр ҙә шул турала асыҡ һөйләй.
Файҙаланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар:



Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1964.

Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г., Шитова С. Н. Декоративное творчество башкирского народа. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979.

Народное декоративно-прикладное искусство Башкортостана. Өфө: Китап, 1995.

Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. Өфө: Китап, 2006.

Шитова С. Н. Пояс в обычаях и мифологии башкир. Этнографическое обозрение. 2006. №6.

Әбйәлил тарихи-крайҙы өйрәнеү музейының «Бәйләнештә» сайтындағы рәсми сәхифәһе (төркөмө), https://vk.com/club194768576

Википедия – ирекле энциклопедия.

© Ярмуллин С. Ш., автор-төҙөүсе, 2021