Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
КЕЙЕҘ БАҪЫУ
Кейеҙ баҫыу, йөн иләү, кейеҙ һәм йөндән эшләнгән әйберҙәр етештереү башҡорттарҙа боронғо шөғөл һанала. Күп быуаттар һуҙымында, башҡа күсмә халыҡтарҙағы кеүек үк, кейеҙ баҫыу башҡорттарҙың бөтә тормошона бәйле булған. Башҡорт ғүмере кейеҙҙә башланған һәм тамамланған, кеше кейеҙҙән яһалған кейем кейгән, атын кейеҙле ябыу менән япҡан, уны иҙәненә йәйгән. Ваҡыт үтеү менән, кейеҙ баҫыу үҙенең боронғо ҡулланма тәғәйенләнешен юғалтҡан һәм халыҡ өсөн мөһим кәсеп булыуҙан туҡтаған. Хәҙерге көндә башҡорттар араһында этник үҙенсәлеккә ҡыҙыҡһыныу арта. Башҡортостанда юғалып барған кәсепкә ҙур иғтибар бүленә.
Кейеҙ баҫыу тарихы
Кейеҙ баҫыу тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Иң беренсе балаҫ Нух кәмәһендә баҫылған, тигән легенда йәшәй. Йәнәһе, карапта бәләкәй торлаҡтарҙа торған һарыҡтарҙың йөндәре иҙәнгә ҡойолоп һыуланған, ә хайуандар уны тояҡтары менән тапай-тапай барғандар. Һарыҡтар ҡоро ергә төшкән, ә бүлмәлә баҫылған балаҫ тороп ҡалған.

С. Шитова үҙенең «Көньяҡ башҡорттарҙа кейеҙ, балаҫ һәм туҡыма» хеҙмәтендә ошондай фекер яҙа: «XIX – XX быуаттарҙа Урта Азия һәм Евразия киңлектәрендә йәшәгән ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡалмыҡ кеүек халыҡтар менән көньяҡ һәм көнсығыш башҡорттарҙа кейеҙ баҫыу ҡулланма тәғәйенләнеше һаҡланған. Ярым күсмә халыҡтарҙан башҡа, был кәсеп ултыраҡ йәшәү рәүеше алып барған һәм һарыҡ көтөү менән шөғөлләнгән милләттәрҙә лә осраған».
Башҡорттарҙа кейеҙ балаҫтар ныҡ таралған булған. Кейеҙ менән тирмәнең стеналары һәм көмбәҙе ҡапланған. Ул йәшәгән урынды йылытҡан, шул уҡ ваҡытта эҫе ҡояш нурҙарынан, ямғыр һәм дауылдарҙан һаҡлаған. Башҡорттар ултыраҡ тормошҡа күскәндән һуң, кейеҙ йорттағы иҙәнде һәм урындыҡтарҙы ҡаплау өсөн ҡулланылған. Кейеҙҙән намаҙ уҡыу балаҫтары, сергеләр, ҡаптар, артмаҡтар яһалған. Биҙәлгән балаҫтар юрған һәм мендәрҙәр менән бергә ағастан семәрләп яһалған аҫлыҡ йәки һандыҡ өҫтөнә һалынған. Был башҡорт йортон йәмләндереүсе мөйөш булған. Унан башҡа кейеҙ кейем-һалым, баш кейемдәре тегеүҙә ҡулланылған.
Туй атын биҙәү (Ҡурған өлкәһе Әлмән районының Асҡар ауылы). М. Ғ. Муллағолов фотоһы. 1972 йыл.
Йолаларҙа кейеҙҙән яһалған әйберҙәрҙе ҡулланыу – үҙенсәлекле күренеш. Башҡорттар байрамдарҙа биҙәктәр һалып баҫылған балаҫтарҙы урындыҡтарға йәйгән.

Йола һәм байрам (иң тәү сиратта, туй) әйберҙәре күркәмлеге менән айырылып торған. Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш ауылдарындағы ғәҙәт буйынса, бирнә төҫһөҙ һәм биҙәлгән кейеҙҙән торған. Ат эйәре аҫтына кейеҙле туй туҡымы (серге, сергетыш), эйәр өҫтөнә ҡыҙыл түшәк һалынған.

Килен әйберҙәре һалынған һандыҡ семәрле балаҫ менән ҡапланған. Евразияның малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡа күсмә халыҡтары кеүек үк, башҡорттар кейеҙҙе башлыса аҡ йөндән баҫҡан. Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында әлеге көнгә тиклем кейәү йортона килгән ҡыҙҙың аяҡ аҫтына аҡ кейеҙ йәйеү йолаһы һаҡланған. Ҡәйнә киленгә бүлмәгә инергә һәм аҡ кейеҙ йәйелгән урындыҡҡа ултырырға тәҡдим итә.

Ғалимдар фекеренсә, был йола бик боронғо һәм кейеҙ тылсымы тураһында ышаныуҙарға бәйле: «Ҡыҙҙың кейеҙҙә ултырыуы ғаилә ҡороуҙың төп маҡсаты – нәҫелде дауам итергә булышлыҡ итә». Башҡорт ауылдары халҡы әйтеүенсә, кейеҙ «памперс» рәүешендә лә ҡулланылған. Был материал аллергия булдырмай, йылы һаҡлай һәм тиҙ кибә.
Йөндөң файҙалы үҙенсәлектәре боронғо замандарҙан уҡ билдәле. Акупунктура һәм энә менән дауалау кеүек үк, кейеҙ ҙә биоактив нөктәләргә йоғонто яһай, массажлау үҙенсәлегенә эйә, һәм хатта статик электр барлыҡҡа килтерә.

Башҡорттар хәрби походтарға буҫтау йәки кейеҙҙән тегелгән ҡаралды алған. Берәй яугир һәләк булған саҡта, уны ошо материалға урап ерләгәндәр.
Кейеҙ етештереү
Кейеҙҙән балаҫ эшләү – йөндө эшкәртеүҙең бик ҡатмарлы һәм боронғо ысулы. Башҡорттарҙа кейеҙ етештереү традицияһы Урта Азия (иң тәү сиратта, ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ) һәм Кавказ халыҡтарыныҡына оҡшаш.

Балаҫ эшләр алдынан һарыҡ йөнө ҡырҡыла һәм «туҡмала». Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар һарыҡ йөнөн йылына ике тапҡыр алған. Шул рәүешле сифаты буйынса ике төрлө – яҙғы һәм көҙгө йөн әҙер була. Беренсе тапҡыр йөндө май айында, утарға сығыр алдынан йәки тәүге яҙғы туҡталыштан һуң, ҡырҡҡандар. Икенсе тапҡыр шул уҡ йола август аҙағында – сентябрь башында, ҡышҡы һыуыҡтарға ике ай самаһы ваҡыт ҡалғас, атҡарыла.
Тирмәне ҡаплау йәки йәйеү өсөн тәғәйенләнгән балаҫтар көҙгө йөндән баҫылған. Был йөн төрө яҡшы ултыра һәм еңелерәк йомарлана. Йәйеү өсөн тәғәйенләнгән күп ҡатлы кейеҙ өсөн дөйә йөнө лә ҡулланылған. Ҙур булмаған биҙәүле кейеҙҙәр һәм туй сергеһе өсөн йомшаҡ йылтыр йөн файҙаланылған.

Кейеҙ баҫыу йылға буйында, ауыл ситендә йәки йәйләүҙә ойошторолған.
Башҡорттар йәйләүҙә
Белешмә
Кейеҙ баҫыу үҙенсәлектәре йөндөң сифатына ла бәйле. Йөндөң өҫкө ҡатламдары ярылы. Эҫе һыу йоғонтоһонда улар бер-береһенә йәбешә һәм сырмала. Кейеҙ баҫыуҙың ике төрө билдәле: ҡоро һәм һыу ярҙамында баҫыу.

Ҡоро кейеҙ баҫыуҙа йөн энәләр ярҙамында сәнселә һәм тығыҙлана.

Икенсе ысулда һабын йәки һыу ҡулланыла һәм кейеҙ көс ярҙамында баҫыла. Был – классик ысул.
Башҡорттарҙа һыу менән кейеҙ баҫыу – традицион төр.
Йөн септә йәки тирегә һалына һәм сүп-сар, туҙандан таҙартыла. Йөндө ян менән тетәләр, артабан муйыл йәки тал сыбығы менән һуҡҡылайҙар. Был йөн мамыҡтай йомшаҡ булһын өсөн эшләнелә. Эшкәртелгән йөн бер тигеҙ ҡалынлыҡта септә йәки балаҫ өҫтөнә һалына. Кейеҙ аҫтына йәйелгән әйбер уның майҙанын ҡапларға тейеш. Ул өс тапҡырға тарайып килеп сыға. Оҙонлоғо – 5,6, киңлеге 1,8 метр булған балаҫҡа 25 һарыҡ йөнө кәрәк. Тирмәне ҡаплар өсөн ошондай 7 – 8 кейеҙ талап ителә.

Йөнгә ҡайнар һыу ҡойғандан һуң, уны төргәндәр һәм бер нисә сәғәт буйына тәгәрәткәндәр. Был эш тәжрибә һәм айырым оҫталыҡ талап иткән.
Кейеҙҙең киңлегенә ҡарап, эштә 3 – 5 кеше ҡатнашҡан. Кейеҙ тигеҙ ултырһын өсөн, төргәкте даими рәүештә һүтеп, йөндө яңынан һыулағандан һуң, икенсе башынан төрөп тағы ла тәгәрәткәндәр. Кейеҙ тәгәрәтеүҙең бер нисә ысулы билдәле: ҡаты ерҙә тәгәрәтеп, аяҡ менән тапау, тубыҡланған килеш ҡул менән баҫыу.
Күрәһең, немец сәйәхәтсеһе һәм этнографы Иоганн Готлиб Георги ошо процесты һүрәтләгән: «Тетелгән баш бармаҡ ҡалынлығындағы йөндө септәгә йәйеп һалғандан һуң, уға эҫе һыу ҡоялар һәм септә менән бергә тәгәрәтәләр. Тағы ла һыу һибәләр һәм йөн ҡатҡансы көс менән баҫалар һәм тапайҙар».
Кейеҙҙе ҙур итеп баҫҡанда, йөндө бүрәнәгә урағандар һәм, ике яҡ башына элмәктәр яһап, атҡа бәйләгәндәр һәм һөйрәтеп йөрөткәндәр.

XХ быуатта башҡорттар араһында күҙәткән ошо күренеште археолог һәм этнолог Сергей Руденко «Башҡорттар» хеҙмәтендә һүрәтләй.

«Был ысулда йөн ҙур ҡамыш септәгә һалына һәм махсус бүрәнәгә урала. Бүрәнә атҡа бәйләнә һәм хайуан уны ялан буйлап йөрөтә. Һөҙөмтәлә, кейеҙ яҡшы итеп баҫыла».

«Кейеҙ тартыу» ҙа ҡулланылған: төргәкте бау менән бер нисә урындан ҡыҫып бәйләгәндән һуң, ике яҡ осонан тотоп, бер яҡтан икенсе яҡҡа тартҡандар. Кейеҙ әҙер булғас, уны ағын һыуҙа йыуып киптергәндәр.
Биҙәкле кейеҙҙәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар өмәгә йыйылып эшләгән. Күмәк көс талап иткән кейеҙ баҫыу өмәһе йыр-бейеүле ҙур байрамға әүерелгән.

Өмә ваҡытында хужабикә оҫталарҙы ҡымыҙ менән һыйлаған.

Башҡорттарҙа боронғо кейеҙ баҫыу кәсебе әлеге көнгә тиклем һаҡланған.
Кейеҙҙәрҙәге орнаменттар
Кейеҙҙе биҙәүҙең иң еңел ысулы – ҡара һәм аҡ йөндө ҡушып орнаменттар яһау. Кейеҙҙе биҙәү өсөн йөндө кәрәкле формала әүәләп, төп ҡатлам өҫтөнә һалғандар. Биҙәктәрҙе симметриялы эшләргә тырышһалар ҙа, йөн тығыҙланғанда, айырым өлөштәр урынынан күскән. Һөҙөмтәлә, семәрҙәр акварель һүрәттәргә оҡшаш килеп сыҡҡан.
Кейеҙ геометрик фигуралар: тулҡындар, ромб, өсмөйөш, шаҡмаҡ, түңәрәк, s-формалы фигуралар, ҡусҡар, ҡояш билдәләре, йөрәктәр менән биҙәлгән. Үҫемлек, сәскә һүрәттәре лә осраған.
Башҡортостандың көньяғында һәм Урал аръяғында сигелгән туҡыма, ҡорама киҫәге, аппликациялы буҫтау менән тышлау әҙер кейеҙҙе биҙәүҙең бер төрө булып һаналған.
Буҫтау, туҡыманан ҡырҡып алынған геометрик фигуралар йәки мөгөҙ рәүешендәге һүрәттәр, ғәҙәттә, ҡыҙыл йәки йәшел туҡымаға беркетелгән, ә ул, үҙ сиратында, әҙер кейеҙгә ҡуйылған. Бындай тышлауҙар йышыраҡ түр юрғанды биҙәгән. Декоратив һыҙаттар менән тирмәнең түбәһе йәки ҡанаттары биҙәлгән. Сергегә суҡтар ҡуйғандар.
Республиканың ҡайһы бер көньяҡ-көнсығыш ауылдарында семәр урынына кейеҙҙе эшләү ваҡытын, оҫтабикәнең исемен яҙғандар, мосолман символдары урын алған. Кейеҙҙе биҙәү өсөн махсус ҙур йыуан энә – кейеҙ энәһе ҡулланылған. Уның ярҙамында тышлау кейеҙгә тегелеп ҡуйылған.

XIX быуаттың икенсе яртыһында күп төҫлө кейеҙҙәр тарала. Башҡорттарҙа һоро, ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәрҙәге балаҫтар осраған. Йөндө буяу өсөн имән ҡайыры, һары мәтрүшкә, һуған ҡабығы, кесерткән кеүек тәбиғи буяуҙар файҙаланылған. Һуңынан анилинлы буяуҙар ҡулланылған.

Әбйәлил районының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында 100 йыллыҡ кейеҙ һаҡлана.
Уның майҙаны – 150 х 90 см. Был күп ҡатлы аҡ һәм ҡара йөндән яһалған кейеҙ 1850 – 1860 йылдарҙа баҫылған. Уртаһына ҡояш билдәһе төшөрөлгән. Был символ күп халыҡтарҙа осрай.
Ҡояш билдәһенең остары ике төрлө булған: сәғәт телдәре йөрөшө ыңғайына һәм ҡаршы ҡуйылған нурҙар. Һуңғы билдә ҡараңғылыҡ һәм ҡыйралышты кәүҙәләндергән. Боронғо заманда ике һүрәт тә файҙаланылған. Улар оло мәғәнә йөрөтә: көн – төндө, яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡты, тыуым үлемде алмаштыра. Был күренештәр тәбиғи. Шул рәүешле ҡояш билдәһе ыңғай йәки кире мөнәсәбәттә ҡабул ителмәгән.
XХ быуатта был билдә нацизм, Гитлер Германияһы символы кеүек ҡулланыла, ошо режим һәм идеология менән ассоциациялана башлай.

Ҡояш билдәһе төшөрөлгән кейеҙҙең һаҡланыуын иҫ киткес күренеш тип баһаларға мөмкин, сөнки үткән быуатта бындай әйберҙәр властар тарафынан тартып алынған һәм юҡ ителгән.

Орнаменттарҙың бөтә өлөштәре лә билдәле бер мәғәнә йөрөткән: ҡусҡар – һарыҡ мөгөҙө һәм үҫемлектәр билдәһе, ә йөрәк ҡунаҡсыллыҡты аңлатҡан.

Йөрәк билдәһе (ҡайһы бер оҫтабикәләр уны «бөйрәкәй» тип атай) бирнәләге аҡ кейеҙҙә лә төшөрөлгән. Нағыштың уртаһында мотлаҡ рәүештә бәләкәй кәкерсәк булырға тейеш. Был – нәҫелде дауам итеү билдәһе.
Ҡатын-ҡыҙ сергеләре һәм аяҡ кейемдәре айырыуса сағыу булған, аппликациялар һәм ҡусҡар биҙәктәре менән семәрләнгән. Уларҙы эшләүҙә башлыса аҡ кейеҙ ҡулланылған.
Аяҡ кейеменең үксәһен һәм ҡуңысын биҙәүгә айырым иғтибар бүлгәндәр. Суҡтар һәм биҙәктәр сергеләргә күркәмлек өҫтәгән.

Ваҡыт үтеү менән, кейеҙ ҡулланма тәғәйенләнешен юғалтҡан – йортто йылытыу һәм көнкүреш әйберҙәре яһау өсөн ҡулланылған материал булыуҙан туҡтаған. Төрлө сәбәптәр менән кейеҙ һүрәттәре һәм этник асыл юҡҡа сыҡҡан. Кәсеп онотолған.
Хәҙерге заманда кейеҙ баҫыу
Кейеҙ баҫыу шөғөлөнә иғтибар XX быуат аҙағында тергеҙелә. Ул ваҡытта профессионал рәссамдар биҙәү-ғәмәли сәнғәттә йөн ҡуллана башлай. Оҫталар яңы ысулдар файҙалана, шул уҡ ваҡытта боронғо традицион алымдарға мөрәжәғәт итә.

Боронғо кейеҙ баҫыу кәсебе Республика халыҡ ижады үҙәге оҫталары башланғысында үҫешә башлай. 2003 йылдан республикала Кәримә Шәриф ҡыҙы Ҡайдалова етәкселегендә «Тамға» художестволы кейеҙ проекты ғәмәлгә ашырыла.

1990 йылдан М. Аҡмулла исемендәге БДПУ нигеҙендә башта кейеҙ лабораторияһы, һуңынан художестволы кейеҙ үҙәге ойошторола. Уның етәксеһе – художество һәм графика факультеты деканы Тәлғәт Хәсән улы Мәсәлимов. Үҙәк профессиональ оҫталар һәм педагогтар әҙерләй. Уның сиктәрендә «Художестволы кейеҙ» махсус курсы булдырыла, эксперименталь-ижади һәм уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге нигеҙендә тупланған эш материалдарын үҙ эсенә алған дәреслек донъя күрә.
Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетының уртаҡ эшмәкәрлеге сиктәрендә кейеҙ баҫыу кәсебен популярлаштырыу һәм үҫтереү буйынса уңышлы проекттар ғәмәлгә ашырыла. Боронғо кәсепте үҙләштерергә теләүселәр һаны арта, ә оҫталар технологияларҙы ҡатмарлаштыра, кейеҙҙең мөмкинлектәрен киңәйтә, башҡа материалдар менән бәйләп ҡарай, декорҙа ғәҙәти булмаған ысулдар файҙалана.

2002 йылда Әбйәлил районының Буранғол ауылында республика конкурсы үтте. Унда ҡатнашыусылар кейеҙҙә эскиздар буйынса рәсемдәр яһаны.
Артабан кейеҙҙән милли кейем өлгөләре тыуҙы. 2012 йылда оҫталар «Урал батыр» эпосы персонаждары Йәнбирҙе һәм Йәнбикә, Урал һәм Шүлгән, Айһылыу һәм Һомай һәм башҡалар өсөн костюмдар эшләне. Ике йылдан был коллекция «Этно-Эрато» II Евразия юғары милли кейем модаһы конкурсында еңеүсе тип табылды.
2015 йылда «Ҡышлау» ижади проекты тормошҡа ашырылды. Унда Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу өсөн республика рәссамдары, ебәк һәм һинд шифоны ҡулланып, художестволы кейеҙ техникаһы буйынса костюмдар текте.
Оҫталар ошо милли колоритлы коллекция менән Мәскәүҙә үткән Халыҡ-ара юғары мода конкурсында Гран-приға лайыҡ булды.

2016 йылда художестволы кейеҙ оҫталары заманса стилистикалағы «Ҡушъяулыҡ» коллекцияһын тәҡдим итте. Ундағы үҙенсәлекле яулыҡтар коллекцияға йәм өҫтәне.
Коллекцияла француз яулығы, төньяҡ-көнсығыш райондарына хас орнаменттар, жостово һәм гжель биҙәктәре ҡулланылды.

2018 йылда кейеҙ оҫталары башҡорт тирмәһенең байрамса декоры проектын булдырҙы. Ул ҡурай темаһына бағышланған ете тематик паннонан торҙо (ҙурлығы – 170*140 см).
2019 йылда «Тамға» проекты төньяҡ-көнбайыш башҡорттары костюмдары буйынса эшләй. Был төбәк халҡы кейемдәре башҡа башҡорттарҙыҡынан ныҡ айырылған: унда геометрик орнамент ҡулланылған.

Кейеҙ – иҫ киткес һығылмалы һәм универсаль материал. Бик боронғо заманда барлыҡҡа килеп, ул бөгөн дә ҡулланыла. Үҙенең матурлығы, йомшаҡлығы, ныҡлылығы менән күп оҫталарҙы арбай.
Йөн эшкәртеү серҙәренә халыҡ оҫталары ғына түгел, профессиональ рәссамдар ҙа эйә була ала. БДПУ-ның художестволы кейеҙ үҙәге етәксеһе Тәлғәт Мәсәлимов – кейеҙ баҫыуҙа традицион ысулдарҙы әүҙем пропагандалаусы. Ул бала саҡтан ошо кәсеп менән ҡыҙыҡһына.
Тәлғәт Мәсәлимов
БДПУ-ның художестволы кейеҙ үҙәге етәксеһе
«Хәтеремдә: күрше ҡатындар беҙҙең йорт иҙәнендә кейеҙ баҫалар ине. Йөн ап-аҡ. Ҡамасауламаҫ өсөн, мейес артында ятып, апайҙарҙың оҫта эшен күҙәтәм. Оҫтабикәләр йөндө иләй, һуңынан кейеҙҙә хәрефтәр яҙа, эш бөткәс, ашап алалар. Был хәтирәләр минең өсөн бик ҡәҙерле. Тарихи, милли материал менән эш итеүемә бәхетлемен».
Рәссамдың ижады этник авангард төрөнә ҡарай. Был йүнәлеш 1980 – 1990 йылдарҙа Волга буйы милли республикаларында, Эстония, Финляндияла барлыҡҡа килә, боронғо архаик образлылыҡты һәм заманса визуаль күҙаллауҙарҙы берләштерә. Бөгөн ул – Башҡортостандың һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәттәрендә көслө һәм сағыу күренеш.

БДПУ-ның художество һәм графика факультеты тәрбиәләнеүселәре үҙәктә алған компетенцияларын үҙ курстары һәм студияларында ҡуллана. Улар араһында рәссам Ләйсән Ғилманова ла бар. Ул художество мәктәбендә балаларҙы кейеҙ менән эшләү оҫталыҡтарына өйрәтә.
Ләйсән Ғилманова
рәссам
«Кейеҙ менән мин бала саҡтан таныш. Кейеҙ йәйелгән урындыҡта ултырып сәй эсә торғайныҡ. Кейеҙ баҫыу үҙенсәлектәре менән университетта таныштым. Мин был материалды үҙ итәм, сөнки ул универсаль: унан панно, кейем, биҙәүестәр, уйынсыҡтар – күп төрлө әйберҙәр эшләргә мөмкин. Художестволы кейеҙ сикһеҙ ижади мөмкинлектәр тыуҙыра. Был материал ябай түгел, ул йылы һәм йомшаҡ. Уның ярҙамында композиция эшләүе анһат, тайпылыштар булһа, төҙәтергә мөмкин. Үҙ ижадымда ҡоро һәм дымлы кейеҙ баҫыу ысулдарын ҡулланам, яҫы, рельефлы, күләмле һындар яһайым, башҡа материалдар ҙа файҙаланам. Кейеҙ, әйтерһең дә, тере. Уның ярҙамында яңы ижади ысулдар ҡулланғы килә. Кейеҙ менән эшләгән саҡта, һөҙөмтәне алдан күреп булмай – уның үҙенсәлеге лә шунда».
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина Сибайҙа кейеҙ баҫыу оҫтаһы булараҡ танылған. Ул урындағы сәсәндәр мәктәбенә етәкселек итә.
Өлкән йәштәге оҫтабикәләрҙән тәжрибә туплағандан һуң, ул үҙе оҫталыҡ дәрестәре, кейеҙ баҫыу һәм йөн иләү буйынса конкурстар ойоштора башлай. Бынан тыш Асия ханым боронғо ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә. Ошо кәсепкә «Ете ҡыҙ» биҙәү-ҡулланма һәм матурлыҡ студияһында шөғөлләнеүселәрҙе лә өйрәтә.
«Йәштәрҙең үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһына башлауҙары бик хуп. Мәҫәлән, «Ете ҡыҙ» биҙәү-ҡулланма һәм матурлыҡ студияһында шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар башта йөн еҫен яратманы. Артабан был кәсепкә ныҡлап өйрәнделәр, үҙ аллы намаҙлыҡтар һәм селтәрҙәр яһай башланылар».
«Сит ил вәкилдәре, беҙҙең ижади эштәр менән танышҡандан һуң, бер аҙ юғалып ҡала: был әҫәрҙәр матур ғына түгел, йәмле һәм күңелгә ятышлы ла, – ти «Урал» галереяһы директоры Кәримә Ҡайдалова. – Үҙ халҡыңдың сәнғәтен белеү туған телде белеүгә бәрәбәр. Ошо кәсептәрҙе һаҡлау халыҡ тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауҙа ҙур роль уйнай».
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда Белорет, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары һәм Иглин ауылы кейеҙ баҫыу үҙәктәре бар. Әбйәлил, Баймаҡ, Балаҡатай, Ғафури, Нуриман һәм Стәрлебаш райондарында ла был кәсепкә иғтибар күҙәтелә.

Әлеге ваҡытта кейеҙ баҫыу кәсебе яңынан тергеҙелә. Хәҙер ул ҡулланма шөғөл булараҡ түгел, ә ижади сара кеүек ҡабул ителә. Бөгөн кейеҙ оҫталары быға тиклем билдәле кейеҙ баҫыу ысулдарын ҡуллана һәм яңыларын уйлап сығара. Кейеҙҙән яһалған аксессуарҙар, биҙәүестәр, кейем, картиналар, уйынсыҡтар, яҡтыртыу ҡорамалдары һәм интерьер әйберҙәре модаға инә.
Ҡулланылған материал:
- С. Шитова «Көньяҡ башҡорттарҙа кейеҙ, балаҫ һәм туҡыма»
- З. М. Дәүләтшина «Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙа кейеҙ баҫыу тарихы һәм бөгөнгөһө»
- Е. Рябова «Башҡорттарҙың биҙәлгән кейеҙҙәре»
- «Башҡорт мәҙәниәте» берҙәм порталы
- «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы архивынан видео
©️ Акулова Г.З., автор-составитель, 2020