Папаха – түбәһе ҡыҙыл буҫтауҙан, ҡалпаҡ кеүек иттереп дүрт өлөштән тегелә; ҡалпаҡтың тулайым бейеклеге 5 ҡарыш. Уның аҫ яғы 3 ҡарыш киңлегендә ҡара һарыҡ тиреһе менән көпләнгән. Ҡалпаҡтың буҫтауҙан булған өҫкө өлөшөндә, аҫ яғы буйлап, һарыҡ тиреһе ситенән, уртаһында ҡыҙыл һыҙаты булған 1 дюйм киңлегендәге көмөш буйсалар, ә ҡалпаҡтың йөйҙәре буйлап, арҡыс-торҡос итеп, 3/8 дюйм киңлегендәге көмөш буйсалар тегелгән. Ал яҡтағы йөн ҡырпыуына 1 ½ ҡарыш бейеклегендә һәм овал рәүешендәге металл кокарда беркетелгән.
Фуражка аҡ буҫтауҙан. Тирәсе асыҡ-күк төҫтә; тирәсенең ике яҡ ситенән дә һәм фуражканың өҫкө әйләнәһе буйлап ҡыҙыл ҡырпыу ҡуйылған.
Ярымкафтан аҡ буҫтауҙан, торғон яғаһыҙ, ал яҡтан күкрәге асыҡ; күкрәктең яртыһынан алып билгә тиклем ҡаптырмалар менән уң яҡтан һул яҡҡа ҡарай эленә; биленән алып уң яҡ итәге һул яҡтағыһы менән тоташа. Итәгенең һәм кеҫәләренең сите буйлап арҡыры киң арҡыс-торҡостар менән 1 дюйм киңлегендәге көмөш уҡалар тегелгән. Еңдәре киң, ситтәренән ҡырҡып, 4 ҡарыш оҙонлоғондағы асыҡ һәм өҫкә күтәрелгән, ҡыҙыл туҡыма менән йөҙләнгән ҡайтармалар менән тамамлана. Ҡайтармаларҙың сите буйлап көмөш уҡа тегелгән: генералдарҙа – генералса, киңлеге 1 1/8 ҡарыш, штаб-офицерҙарҙа – штаб-офицерҙарса, киңлеге 5/8 ҡарыш; обер-офицерҙарҙың ҡайтармаларында уҡа бөтөнләй юҡ. Эслеге аҡ төҫтә. Итәгенең оҙонлоғо тубыҡҡа тиклем. Яурындарында эполет тағыр өсөн тәғәйенләнгән ¼ киңлегендәге уҡалы погондар тегеп ҡуйылған.
Ярымкафтан парад, байрам һәм йәкшәмбе формаларында эполеттар менән асыҡ күк төҫтәге бишмәт өҫтөнән кейелә.
Эполеттар чиндары буйынса көмөш канителдән. Эполеттың өҫтө тәңкәләр менән ҡапланған, алтын ялатылған полк номеры ултыртылған. Эполеттың аҫҡы көпләнмәһе ҡыҙыл. Эполетты һәм погонды элә торған төймәләре көмөш ялатылған, шыма һәм бәләкәй размерлы.
Бишмәт асыҡ күк төҫтәге буҫтауҙан, торғон яға менән, алдан бәләкәй ырғаҡтар менән элмәккә эленә. Ең ҡайтармалары бишмәт менән бер төҫтә, ләкин казактарҙың кейеме өлгөһөндә. Бишмәттең иҙеүе, ситтәре буйлап яғаһынан алып биленә тиклем бер һыҙатлы арҡыс-торҡостар менән 5/16 ҡарыш киңлегендәге көмөш уҡа тегелгән. Яғаһы һәм ең ҡайтармаларында көмөш уҡа тегелгән: генералдарҙа – генералдар өлгөһөндә, киңлеге 1 1/8 ҡарыш, штаб-офицерҙарҙа – штаб-офицерҙар гусарҙар өлгөһөндә, киңлеге 5/8 ҡарыш; обер-офицерҙар бишмәтенең яғаһында ғына иҙеүе, ситтәре буйлап яғаһынан алып биленә тиклем тегелгән кеүек уҡа ҡуйылған.
Яурындарында көмөш уҡалар тегелгән һәм уларҙың өҫтөнән көмөш канитель менән полк номеры сигелгән ҡыҙыл буҫтау погондар. Погонды элә торған төймәләре көмөш ялатылған, шыма һәм бәләкәй размерлы. Бишмәттең оҙонлоғо тубыҡҡа тиклем. Эслеге бишмәт менән бер төҫтәге стамедтан.
Был бишмәт парад, байрам һәм йәкшәмбе формаларында аҡ ярымкафтан аҫтынан кейелә, ә ябай формала ярымкафтанһыҙ; әгәр ҙә орденһыҙ кейелһә, ул сағында ул элекке сәкмәнде алмаштыра.
Шаровар ҡара-күк буҫтауҙан, ҡыҙыл лампас менән.
Шинель буҙ төҫтәге офицер буҫтауынан, бер үк төҫтәге яға менән. Яғаһының клапаны ҡыҙыл, ҡырпыуһыҙ, оҙонлоғо 3 ҡаршы, киңлеге 1 ¼ ҡарыш һәм клапанының артҡы осонда төймә менән. Яғаһының өҫтөндәге ҡырпыуы һәм эслеге ҡыҙыл төҫтә. Төймәләре көмөш ялатылған, шыма һәм ҙур размерлы.
Плащь буҙ буҫтауҙан, клапаны ҡыҙыл, ҡырпыуһыҙ; генералдар өсөн плащтың ҡырпыуы һәм эслеге ҡыҙыл төҫтә, штаб-офицерҙарҙың плащында ҡырпыу юҡ, ә эслеге буҙ төҫтә.Төймәләре көмөш ялатылған, шыма һәм ҙур размерлы.
Бармаҡлы бейәләйҙәр (бирсәткәләр) ҡыҫҡа, аҡ замшанан эшләнгән.
Итектәр ҡыҫҡа, шпораһыҙ.
Бил портупеяһы (шашкаға) көмөш кавалерия уҡаһынан эшләнгән, арт яғы аҡ сафьяндан. Портупеяның приборы көмөш ялатылған.
Шашка казак өлгөһөндә.
Бөлдөргө (шашкаға) кавалерия өлгөһөндә.
Пистолет казак өлгөһөндә, билдең һул яғынан портупеяға беркетелгән чушкала йөрөтөлә. Чушка ҡара сафьяндан. Чехол асыҡ-күк төҫтәге буҫтауҙан, патронташты тышлауы кеүек нәҙек көмөш уҡа менән тышланған. Пистолеттың шнуры ҡара һәм ҡыҙғылт-һары ебәк ҡатыш көмөштән.
Патронташ артмаҡлы (штаб-офицерҙар һәм обер-офицерҙар өсөн) казактарҙыҡы кеүек, ҡара сафьяндан, 20 патронға иҫәпләнгән; ҡапҡасы 5/8 дюйм киңлегендәге көмөш уҡа менән тышланған. Артмағы 1 1/8 дюйм киңлегендәге көмөш галундан, арт яғы аҡ сафьяндан.
Йүгән һәм эйәр приборы менән казак өлгөһөндә.
Серге казактарҙыҡыса бесемле, ҡара-күк буҫтауҙан. Сергеләге һәм яҫтыҡтағы лампастары ҡыҙыл буҫтауҙан.
Ҡамсы казак өлгөһөндә.
Генералдарға парад формаһы өсөн алда һүрәтләнгән дөйөм генералдарҙыҡына хас тегелгән казак ярымкафтаны һәм форма, айыу тиреһенән тегелгән һәм Андрей йондоҙҙары менән серге. Башҡорт ғәскәренең эске идаралығында хеҙмәт итеүсе чиндар өсөн айырым форма юҡ, улар алды һүрәтләнгән, ғөмүмән, бөтөн Башҡорт ғәскәре өсөн тәғәйенләнгән кейем кейә. Адъютанттар һәм ғәскәр командующийы эргәһендә хеҙмәт итеүсе айырым күрһәтмәләр буйынса чиндар өсөн форма башҡа казак ғәскәрҙәрендә улар өсөн ҡаралған кейем формаһы кеүек булырға тейеш.