«1944 йылда атайыбыҙ – хәрби хеҙмәткәр – ғаиләбеҙҙе Ырымбурҙан Өфөгә күсереп алып килде. Мин Ғафури урамында урынлашҡан 35-се мәктәпкә уҡырға барҙым. Аслыҡ, юҡсылыҡ бигерәк тә беҙгә, балаларға ҡыйынға тура килә ине. Өйҙәр һыуыҡ, өҫ һәм аяҡ кейеме етешмәй. Шулай ҙа ҡала кешеләре һуғыш йылдарының ауырлығын нисек тә булһа үткәреп ебәрергә тырышты. Предприятие, поликлиника, театрҙар эшләй ине. Өфө халҡына Шишмә ҡатын-ҡыҙҙары ныҡ ҙур ярҙам күрһәтте. Хәтеремдә, 1950 йылға тиклем ҡатындар эшсе поездарында һөт ризыҡтары алып килә ине. Ярты литрлыҡ банкыла ҡатыҡ һәм икмәк – ҡиммәт тә түгел, әммә туҡлыҡлы, хәл индерә, уҡырға һәм эшләргә көс бирә ине»,