Күкрәксә һәм ҡашмау кейгән башҡорт ҡатындары. Палластың сәйхәтнамәһенән. 1770 – 1771 йй.
Билдәле тарихсы-этнограф С. И. Руденконың «Башҡорттар» тигән фундаменталь хеҙмәтендә ҡашмау тураһында бай материал бирелә. Ул ҡашмауҙың төҙөлөшөн ентекле һүрәтләй. Ғалим яҙмаларынан XX быуат башында ҡашмауҙы бөтә башҡорттар ҙа кеймәүе асыҡлана: «Бөгөнгө көндә башҡорттар йәшәгән төйәктең көньяғында, башлыса, меңдәр, табындар, юрматылар, инйәр-ҡатайҙар, тамъян-түңгәүерҙәр, бөрйәндәр һәм ҡыпсаҡтар ҡашмау кейә. Бынан яҡынса егерме йылдар элек үҫәргәндәр, тамъяндар, күбәләк-теләүеттәр, ә унан да алдараҡ ҡара табын-барындар, әйлеләр, көҙәйҙәр һәм ҡаңлылар был баш кейемен йөрөткән». |