60 йәштәр тирәһендәге ҡарт иң яҡшы йыраусы иҫәпләнә, дөрөҫөн әйткәндә, беҙ ҙә уны ҙур теләк менән тыңланыҡ. Йыраусы йырлағанда тауышын үҙгәртеп һәм хәрәкәттәр ярҙамында төрлө ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырҙы: бына ул яуға инә, дошмандарын ҡыра, яраланған дуҫтарына ярҙам итә. Быларҙы ул иҫ киткес оҫта итеп һүрәтләй, ирекһеҙҙән, уны тыңлаусыларҙың күҙенән йәштәр аға. Кинәт һағыш ҡыуанысҡа әйләнә, ҡарт күңелсәкләнеп, «Ҡара юрға» исемле дәртле көйҙө һуҙа. Был йыр уларҙа иң дәртлеһе иҫәпләнә. Ҡарт, йырҙы көйләп, тыпырлатып баҫа: бында инде ысын башҡорт байрамы башлана...