Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
КАМЗУЛ
Камзул – биллекле, аҫтарлы, ҡыҫҡа өҫкө кейем. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар камзулы була. Уны күлдәк өҫтөнән, иҙеүҙәрен асып йәки ҡаптырма менән элеп кейгәндәр. Камзул традицион көндәлек кейем һәм байрам (туй) костюмы иҫәпләнгән, шулай уҡ ҡалым иҫәбенә лә ингән. Башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың, татарҙарҙың кейеме булараҡ танылыу яулаған (мәғлүмәт "Башҡорт энциклопедияһы"нан алынды).
Ерлеге – Франциянан...
"Башҡорт камзулы, моғайын, француздарҙың сюртугынан барлыҡҡа килгәндер", – тип яҙа "Башҡорт костюмы" китабында техник фәндәр кандидаты А. С. Камалиева. Уның билдәләүенсә, камзулдарҙың тегелеше (ал яҡтан тура төшөп, арттан ярым һығып тороуы, билдән түбән киңәйеүе) Франция халҡының XVII – XVIII быуаттарҙағы тарихи кейеменә, айырыуса жюстокорына оҡшаған.

"Башҡорт яугирҙары, йәғни "төньяҡ амурҙары", 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, Парижғаса барып еткән. Шунан алып ҡайтылған улъя (ғәнимәттәр) еңһеҙ камзул тегеүгә нигеҙ булыуы ихтимал", – тип белдерә тикшеренеүсе ғалимә.

"С. И. Руденко һәм башҡорттар – докладтар йыйынтығы" китабында билдәләнеүенсә, халыҡ костюмдарына айырым бер мәғәнә һалынған һәм хужаларының статусын күрһәткән, айырым мөхиттең матурлыҡ һәм зауыҡ кимәленә тура килтерелгән.
Милли кейемдәр шул халыҡтың этник асылы, енесе, йәше, ғаилә һәм социаль хәле, шулай уҡ ҡайһы дәүерҙә йәшәүе, ниндәй быуынға ҡарауы хаҡында ла һөйләй.

Кейемдәрҙең төҫө, тегелеше, орнаменттары һәм биҙәлештәре башҡорттарҙың Йыһанға ҡарашын, дини тәғәйенләнешен сағылдырған. Һәр деталь тарихи, ижтимағи һәм мифологик ерлеккә нигеҙләнгән. Был үҙенсәлек айырыуса ҡатын-ҡыҙ кейеменә хас.

Төрлө төҫтәге сағыу биҙәүестәрҙе ғәҙәттә йәш ҡатындар һәм ҡыҙ-ҡырҡын таҡҡан. Оло быуын ҡатын-ҡыҙ тоноғораҡ төҫтәргә, биҙәүестәре әҙерәк булған кейемгә өҫтөнлөк биргән.
Кейенеүгә, кейем һайлауға бик талапсан булған башҡорт халҡы. Сөнки килешһеҙ кейем кеше көлкөһөнә ҡалдырыуы, һүҙ тейҙереүе мөмкин, тип иҫәпләгән.

Кейемгә мөнәсәбәт боронғо ырым-ышаныуҙарға ла бәйле булған. Кешеләр кейемде ырыҫ һәм бәрәкәт сығанағына, мөғжизәүи көскә эйә тип һанағандар. Шуға күрә, ир-егеттең бәҫен ебәрмәҫ өсөн, уларҙың кейемдәрен хужалыҡ кәрәк-яраҡта файҙаланмағандар.

Абруйлы өлкән кешеләрҙең рухи көсө, ғүмере һәм һаулыҡ бәрәкәте нәҫел-ырыуға тапшырылһын өсөн кейемдәрен киләһе быуындарға биргәндәр.
Бер һүҙ менән әйткәндә, кейем йәмғиәттә мәғлүмәт сығанағы ла булып торған. Кейеменә ҡарап кешенең йәшен, ғаилә хәлен, социаль кимәлен, йәшәгән ерен һәм тоҡомон, хужалыҡтағы эшмәкәрлеген билдәләгәндәр.

Быны ишан хәҙрәт Зәйнулла Рәсүлевтең ейәнсәре, беренсе Өфө йәмиғ мәсете мөфтөйө Ғабрахман Рәсүлевтең ҡыҙы Мәрйәм Рәсүлева ла дәлилләй.

Ул өләсәһенең камзулын бөгөнгө көндәргәсә ҡомартҡы итеп һаҡлай. Камзул ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге бәрхәттән тегелгән, ситтәре алтын уҡа менән биҙәлгән. Иҙеүен элер өсөн ҡыҙыл таштан эшләнгән затлы ҡаптырмаһы бар.
"Моғайын, был камзулдың туҡымаһын (юғары сифатлы бәрхәт) "Бөйөк ебәк юлы"ндағы сауҙагәрҙәрҙән һатып алғандарҙыр һәм шул урында йәшәгән оҫталар теккәндер, сөнки ҡул менән тегелгәне күренә. Оҙаҡ һаҡланыуы иһә кейем элементтарының бик ҡиммәтле, сифатлы булыуына бәйле. Әйткәндәй, камзулға ҡарап, уның хужаһының ниндәй ҡатламға ҡарағанын да билдәләп була. Ҡиммәтле тауарҙан, бай биҙәүестәр менән зауыҡлап тегелгән камзулдарҙы хәлле ғаиләләге ҡатын-ҡыҙҙар ғына кейгән. Был камзул бик яҡшы һаҡланған, хатта бәрхәт өбөрөләре билдәле, таушалмаған, ә уға бит 150 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ул шулай уҡ нәҫелдән нәҫелгә күсеп, минең әсәйемә лә тапшырылған. Әсәйем уны бик ҡәҙерләп, мөһим ваҡиғаларға һәм байрамдарға ғына кейҙе. "Көндәлек" камзулдар ябайыраҡ тегелә ине", – тип һөйләй Мәрйәм Ғабрахман ҡыҙы.
ҮҘ / СИТ
БДПУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Розалия Баязитова "Башҡорт мәҙәниәтендә милли кейемдәрҙе билдәләү функциялары" тигән мәҡәләһендә: "Кейемдәрҙең бөтә билдәләре лә "беҙ/улар" критерияһына, йәғни уның хаҡта мәғлүмәт биреүгә нигеҙләнгән," – тип белдерә.

Шулай уҡ ул: "Башҡорт милли костюмдары башҡа халыҡтар кейемен ҡабатламай, матди мәҙәниәттең уникаль объекты булып тора", – тип яҙа. Бынан тыш, айырым бер ара башҡорттарының кейеме ырыу-ҡәбиләләрҙең этник тарихын сағылдырған үҙенсәлеккә лә эйә.
С. И. Шитова, мәҫәлән, төньяҡ-көнсығыш (Дим башҡорттары), Һамар-Ырғыҙ, үҙәк (Инйәр), төньяҡ-көнсығыш, көнсығыш (Урал аръяғы) башҡорттарының кейем комплекстарын асыҡлаған. Был кейемдәр тегелеше, биҙәлеше, кейеү үҙенсәлеге менән айырыла.

Тәү сиратта улар халыҡтың этник тарихы, ырыу-ҡәбиләләрҙең йәшәү урыны, хужалыҡ эшмәкәрлеге, кәсептәре (һунарсылыҡ, күсмә тормош), шулай уҡ башҡа халыҡтар менән мөнәсәбәте хаҡында һөйләй.

Ғалим-этнографтар Башҡортостандың көнбайыш райондарында йәшәгән халыҡтың кейемдәрен өйрәнгән. Бында элек-электән башҡорттар һәм татарҙар күрше йәшәй, уларҙың мәҙәниәте, көнитмеше бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән.

Татарҙар был райондарға XVIII быуатта уҡ күсеп килгәндәр: башҡорттарҙың аҫаба еренә типтәрҙәр, яһаҡлы татарҙар, мишәрҙәр кеүек килмешәк халыҡтар төпләнгән.
Аралашып йәшәүҙәр, ҡатнаш ғаиләләр был халыҡтарҙың үҙенсәлектәрен бутап, тигеҙләштереп бөтөргән. Һөҙөмтәлә, бер-береһенә оҡшаш костюмдар, бер үк материалдан, туҡыманан һәм биҙәүестән тегелгән өҫ кейемдәре, бер типтағы стиль барлыҡҡа килгән.
БӘРХӘТ VS БУҪТАУ
ХIХ – ХХ быуаттарҙа башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың төп кейем тегеү материалы булып киндер һәм етендән һуғылған сүс хеҙмәт иткән.

Өҫ кейеменә буҫтау булараҡ, йөн еп тә киң ҡулланылған.

Татарҙар күбеһенсә һатып алған тауар ҡулланған – ситса, сатин, кешмир, бәрхәт, репс, ебәк.

Өҫ кейеме, ғәҙәттә, өйҙә һуғылған буҫтауҙан, ә ҡышҡы кейем йәнлек тиреләренән тегелгән.
Камзулдарҙың оҙонлоғо төрлөсә булған. Йәштәр ҡыҫҡаһын кейгән, ә олораҡ йәштәге ирҙәр һәм ҡатындар оҙонораҡҡа өҫтөнлөк биргән, уларҙың камзулы хатта ботҡа етеп торған.

ХХ быуат баштарына тиклем киң итәкле камзулдар модала булған. Уны, бил тирәһенә бер нисә ҡат өсмөйөш элемент өҫтәп йәки арҡа һәм ҡултыҡ аҫты тирәһенә ҡатлауҙар һалып эшләгәндәр.

Шулай уҡ тура, ҡыҫҡа камзулдар ҙа кейгәндәр. Ғәҙәттә, ул яғаһыҙ булған. Булһа ла, сабыу кеүек һай эшләнгән. Ҡаптырмалары ла булмаған, йәки тимерҙән бәләкәй генә эләктергес ҡуйылған.

Уң яҡтан уйып кеҫә ҡуйылған. Камзулдар, ғәҙәттә, еңһеҙ тегелгән. Яғалары, итәктәре, түш ситтәре уҡа менән биҙәлгән, ҡайып сығылған.

Материалы төрлө булған – ҡараға буялған буҫтауҙан алып, ҡиммәтле бәрхәткә тиклем ҡулланылған. Эстән кизе-мамыҡ туҡыма тегелгән.

Оло йәштәге башҡорт һәм татар ҡатындары хәҙерге ваҡытта ла көндәлек тормошта камзул кейә. Ул, ғәҙәттә, биллекле йә ике яҡ ситтән аҫҡа табан киңәйтеп тегелгән була. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары камзул тегеү өсөн бер төҫлө, тоноҡ туҡыма ҡулланғандар.

Хәҙерге камзулдар быуып бәйләнмәй, ә ваҡ ҡына төймәләргә эленә, һирәк осраҡта сыртлаҡҡа ҡаптырыла. Бер яҡтан беркетеп тегелгән кеҫә булыуы мөмкин.

Ир-ат камзулы һәр ваҡыт биллекле итеп тегелгән. Бил тирәһендәге уйымы менән кәүҙәне килешле һығып торған. Оҙонлоғо боттан түбән булған, уны күлдәк өҫтөнән кейгәндәр.

Күскенселәр стиле
"Руденко һәм башҡорттар" китабында яҙылыуынса, башҡорт костюмдары йыш осраҡта малсылыҡ менән шөғөлләнгән күскенселәрҙе хәтерләткән.

Камзулдар йыл буйы көндәлек тормошта ла, байрамда ла кейелгән. Уларҙы биҙәүгә ҙур иғтибар бүленгән. Йәштәр һәм урта быуын вәкилдәре костюмдарҙы сағыу төҫтәрҙән кейгән. Ғәҙәттә башҡорттар ҡыҙыл төҫкә өҫтөнлөк биргән, уны йәшел һәм һары төҫтәр менән тура килтереп сиратлаштырған. Һирәк осраҡта күк төҫ тә ҡулланылған. Боронғо аҡ кейемдәрҙе иһә ҡыҙыл менән ҡайып, туҡып биҙәгәндәр.
Өҫкө кейем өсөн, айырыуса өлкән быуын кешеләренә, ҡара төҫ ҡулланылған. Камзулға мәрйен, мәрүәт, сәйлән, ҡабырсаҡ, ҡортбаш, тәңкә һәм айыл ҡуйылған.

Кейемдең тегелешенә, төҫөнә, биҙәлеү ысулына боронғо һәм урта быуат ырыуҙары ҙур иғтибар биргән.
Барыбыҙ ҙа төрлө-төрлө
Костюмдарҙың үҙенсәлеге уларҙың декоратив биҙәктәрендә лә, орнаменттар характерында ла сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, Урал аръяғы һәм тау яғы башҡорттарына буҫтауҙан һуғылған һәм сағыу уҡа менән биҙәлгән өҫкө кейем хас булған.

Ҡатын-ҡыҙ кейемдәренең ҡайһы бер деталдәре уларҙың статусына ҡарап үҙгәргән. Мәҫәлән, Башҡортостандың көнсығыш төбәгендә йәшәгән башҡорттар килен кешегә биллекле, еңһеҙ кейем (безрукавка) кейҙергән.

С. Н. Шитованың яҙмалары буйынса, камзулды һәр ергә лә кеймәгәндәр. Шулай ҙа ХIХ быуаттың икенсе яртыһында улар халыҡ кейемдәре иҫәбенә ингән.

Хәҙерге заманда әбейҙәрҙең күлдәксән генә йөрөүе һирәк күренеш. Күбеһенсә улар күлдәк өҫтөнән камзул кейә.
Ебәк
Ебәк менән йөндән төрлө "ҡояш" биҙәктәре, мөгөҙгә оҡшаш мотивтар, өсмөйөш-бетеүҙәр эшләнгән. Итәк ситтәре һәм арҡа тирәләре тәңкәләр менән биҙәлгән.

Фольклор традициялары үҫешкән райондарҙа хәҙер иһә милли башҡорт кейеме бер ни тиклем үҙгәрә төшкән. Традицион милли кейемде бары тик музейҙарҙа һәм Будапешт, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Силәбе, Ырымбур, Ҡазан тупланмаларында ғына күрергә мөмкин.

Камзулдың төҫө – ҡара зәңгәр, ҡара йәшел, көрән ҡыҙыл. Шулай уҡ ҡара төҫтәге камзулдар ҙа булған.

Күк төҫ төрки донъяһы менән бәйләнеште сағылдырған һәм ерҙең күп өлөшөн биләп ятҡан Һыу символын һынландырған. Шулай уҡ, оҫтабикәләр фекеренсә, ул ҡатын-ҡыҙҙың асылын да символлаштырған.
Ҡара төҫ ергә бәйле һәм ул ата-бабалар менән быуындар бәйләнешен тоҫмалландырған. Ҡағиҙә булараҡ, бындай камзулдарҙы көндәлек тормошта кейер өсөн теккәндәр. Ҡайһы берҙә ҡара төҫтәге бәрхәт кейемде байрамдарға ла кейгәндәр, һәм уны нәҙек таҫма, уҡа, көмөш тәңкәләр менән биҙәргә тырышҡандар.

Ҡурған башҡорттарының камзулы, мәҫәлән, теген машинаһында һырланған зауығы өсөн бик ҡупшы һаналған. Нағыштары төрлө төҫтә булған. Бының өсөн бәрхәт йәки атлас тауарҙы айырып билдәләрлек ебәк ептәр һайланған. Миҫал өсөн, ҡара бәрхәт камзул өҫтөн оҫта ҡуллы белгестәр йәшкелт йәки һарғылт төҫтәге ебәк еп менән һырлаған. Ә зәңгәр бәрхәттән тегелгән камзулды хәнәүәт, йәшел, һандал төҫтәрҙәге ебәк менән нағышлағандар.

Шулай уҡ, биҙәкле һырҙар менән дуға формаһындағы кеҫәләр, ең төптәре зауыҡланған.

Бындай биҙәк элементтарының үҙ атамалары булған. С. А. Авижанская яҙғанса, кеҫә тирәләй үрелгән тулҡынлы юлдар – "ишмәкәй", уларҙан һуҙылған төрлө тәпәйҙәр һәм өс ҡыяҡлы япраҡтар – "тауығаяҡ" (тауыҡ йә ҡаҙ тәпәйе), сигеү йәки семәрләү өсөн ҡулланылғаны – "ҡусҡар" (тәкә мөгөҙө).

Башҡа төрлө атамалар ҙа булған. Мәҫәлән, тулҡын-тулҡын булып киҫешеп үткән сылбыр – "дуға". Башҡортостандың көнсығыш райондарында (Бөрйән, Баймаҡ) шундай уҡ тулҡынлы юлаҡтар менән биҙәлгән камзулдар һәм өҫ кейемдәре кейгәндәр, әммә уларҙың орнаменттары артыҡ семәрле һәм ҡатмарлы булмаған.

Теген машинаһы менән һырлап биҙәү башҡорт камзулдарын тегеүҙә генә файҙаланылмаған. Бындай хеҙмәт ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡ ҡатындарының еңһеҙ кейемдәрендә лә күренгән. Тимәк, машинала һырланған орнаменттар башҡорт сәнғәтендә, күрше халыҡтарҙағы кеүек, буштан барлыҡҡа килмәгән – ул ҡулдан тегелгән һыр формаларына нигеҙләнгән. Бынан тыш, кейем-һалымдың ҡайһы бер предметтарын ошондай образда биҙәү традицияһы ла булған. Билдәләп үтергә кәрәк, был декоратив ҡына түгел, утилитар функцияны ла үтәгән.
Һырлау, итәк ситтәренә, ең остарына, яғаларға, кеҫәләргә һәм уйым ситтәренә хас булараҡ, кейемде матурлап ҡына ҡалмаған, ә таушала торған ерҙәрен нығытыу өсөн дә ҡулланылған.

ХХ быуатта киң таралған фабрика туҡымаларын һырлау методы кейемде нығытыу йәһәтенән айырыуса мөһим роль уйнаған. Кейем ситтәрен тигеҙләп һәм нығытып һырлау өсөн сылбыр, тулҡын, кәкерсәк формаһындағы төрлө нағыштар һайланылған.

Камзул, башҡорт халҡының милли кейем элементы булараҡ, һуңғараҡ килеп сыҡҡан. Шуға ҡарамаҫтан, ХIХ быуаттың икенсе яртыһында байрам еләнен алмаштырған һәм туй кейемдәре иҫәбенә ингән.
Өҫ кейеменең итәген киңәйтеп тегер өсөн биллектәр өҫтәгәндәр. Уның иҫәбенән сығып, камзулдың төрҙәрен дә билдәләгәндәр: "биш билле камзул" – биллекле камзул, "еңһеҙ камзул", "тоҡор еңле камзул" – ҡыҫҡа еңле камзул.

Конструкцияға ярашлы, камзулдың арты бөтөн, ҡаушырмаһыҙ, горизонталь тегеүһеҙ була. Шулай уҡ бил тәңгәленән уйымлы, ике яҡлы булырға ла мөмкин. ХIХ быуатта технологик төйөндәр бары тик ҡул менән эшләнгән.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙының биллекле камзулы улар йәшәгән бөтә ерлеккә лә хас, бары тик тегелеше һәм ҡайһы бер биҙәктәре менән генә айырылып тора.
ТУЙ КАМЗУЛДАРЫ
Ҡайыулы камзулдарҙы туйға әҙерләгәндәр. Бөтә башҡорт ауылдарында ла кейәү менән кәләш өсөн ҡупшы туй костюмы теккәндәр. Бының менән махсус шөғөлләнеүсе оҫталар булған.

Туй тантанаһынан һуң бындай костюм байрам сараларына ҡалған. Урал-Волга буйы төбәктәре халҡының кейем тупланмаһына биллекле, еңһеҙ өҫ кейеме – камзул, кафтан, сапан ингән. Төньяҡ башҡорттары йыш осраҡта бер нисә ҡат өҫ кейеме кейгән һәм улар, үҙ сиратында, оҙонораҡ һәм киңерәк булыуы менән аралашып килгән. Был иһә кейемдәрҙең төрлө һәм ҡупшы булыуын күрһәткән.
Көндәлек тормошта камзул йәки кәзәкей кейгәндәр. Йыш ҡына, урамға сыҡҡанда, иңдәренә сәкмән йә сапан (елән, бишмәт) һалғандар, ҡыш көндәре иһә тун йә толоп кейгәндәр.
Тоғролоҡ һәм күндәмлек билдәһе
Е. М. Тощакова яҙыуынса, кейәүгә сыҡҡан ҡатын мотлаҡ камзул кейергә тейеш булған. Уны туй ваҡытында кейгәндәр ҙә, ире иҫән саҡта сисмәгәндәр.

Төрки халыҡтар һәм Себер монголдары араһында танылған легендаға ярашлы, камзул – тоғролоҡ һәм күндәмлек (буйһоноусанлыҡ) билдәһе. Камзуллы ҡатын-ҡыҙҙың хыянаты үлемгә тиң иҫәпләнгән.

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың милли кейемгә иғтибары һәм ҡыҙыҡһыныуы арта һәм был уникаль ҡомартҡыны һаҡлау буйынса бихисап саралар ойошторола.

Милли кейемдәр бик күп үҙгәрештәр кисерә, әммә, эксперт-этнографтар әйтеүенсә, реконструкциялар мәлендә тарихи нөхсәгә хас үҙенсәлектәр, төп предметтар иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Көндәлек тормошта ла, тантаналы мәҙәниәттә лә милли кейем халыҡтың төп асылын һаҡларға бурыслы.
Подготовила
Розалия Валеева.

Дата
03.12.19 г.