Кәмәлеккәй буйы, ай, шау ҡамыш,
Шул ҡамыштан сыға бер тауыш.
Тауыштары шоңҡар ҙа, ай, тауыш,
Буйҡайҙары бохар ҡамыш.
Анау яҡтан килгән ҡара болот
Боҙ булып та тағы яуырмы?
Яҙғы ташҡын аҡҡан, ай, hыy кeүeк,
Ҡыҙ йәштәре шулай ағырмы?
Һандуғастар haйpaй, aй, muрәктә,
Тауыштары китә йыраҡҡа.
Һандуғастың моңон, hай, ишеткәс,
Һағыш төштө минең йөрәккә.
Төшмәсе лә, егет, Кәмәлеккә,
Һыу тулҡындары ҡағыр бит.
Инмәсе лә, егет, ташҡын һыуға,
Ғәзиз башҡайыңды юйыр бит.
Кәмәлеккәй буйы дөм ҡарағай,
Ymen кенә булмай ҙа ҡарамай.
Арыҫландай егет, ай, булһаң да,
Кәңәш итмәй эшләү ярамай.