Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
КӘЛӘПҮШ
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме
Кәләпүш (гәләбәш, башкейем) – бейек түбәле, мәрйен-көмөш менән биҙәлгән арҡалығы булған шлем рәүешендәге баш кейеме. Был һиммәтле баш кейемен хандарҙың, тархандарҙың ҡатындары кейгән.
Костюмдың логик тамамланышы булараҡ, ул үҙендә мөһим мәғәнәүи мәғлүмәт йөрөткән. Уға ҡарап, кешенең мөлкәтен, ғаилә хәлен һәм йәшен билдәләп булған. Был баш кейеменең һаҡлау функция ла булған: бетеү ролен башлыҡҡа тегеп ҡуйылған тәңкәләр, билдәле формалағы ювелир әйберҙәр, аҡыҡ, ҡабырсаҡтар, ынйы, мәрйен, ҡош мамыҡтары, тырнаҡтары һәм башҡа ғәҙәти булмаған әйберҙәр үтәгән.

ЛЕГЕНДА ҺӨЙЛӘЙ
Башҡортостандың Хәйбулла районында Һаҡмар йылғаһы буйында Гәләбәш түңе тип аталған тау бар. Шул төйәктә йәшәгән ҡул оҫтаһы, сәсәниә Әсмә Усманова һөйләүе буйынса, тау исеменең килеп сығышына бәйле легенда ла бар:

«Бер байҙың ҡыҙы булған, ул уны бик ныҡ яратҡан. Бер ваҡыт был бай ҡыҙына яҡшы ат хаҡына торошло гәләбаш һатып алып биргән. Ҡыҙҙар шул тауға уйнарға, күңел асырға сығыр булған. Был ҡыҙыҡай әхирәттәре алдында маҡтанып алырға уйлаған һәм гәләбәшен кейеп сыҡҡан. Ләкин уйын мәлендә, ауыр тойолғас, уны сисеп, бер ағасҡа элеп ҡуйған. Уйын бөткәс, уның тураһында онотоп, өйөнә ҡайтып киткән. Кире әйләнеп килһә, гәләбәш булмаған инде».

БАШ КЕЙЕМЕНЕҢ ТАРИХЫ
Кәләпүштең килеп сығышы Ҡаҙағстан һәм Урта Азия далаларын төйәк иткән боронғо саҡ ҡәбиләләре мәҙәниәттәре менән бәйле. Биҙәкләү принциптары (мәрйен, аҡыҡ, ынйы, ҡабырсаҡ, көмөш тәңкәләр тегеү) һәм Урта Азия туҡымаларын яратып ҡулланыу башҡорттарҙы Көнсығыш илдәре менән яҡынайта.
Башҡорттарҙың көндәлек тормошонда кейемдең бер йәш статусынан икенсеһенә күсеүҙе күрһәтеүе мөһим функция үтәгән. Ҡыҙҙарҙың кейеме сағыу төҫлө, сигелгән биҙәктәре күп булған һәм кейемдең тегелеше лә, биҙәктәре лә өҫтәмә элементтар менән байытылған. Урта йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙың кейеме йәш ҡыҙҙарҙың һәм оло ҡатындарҙың кейеменән ныҡ ҡына айырылған. Был юҡҡа ғына шулай булмаған, сөнки тап шул йәштәге ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡлаусы һәм нәҫелде дауам итеүсе образын һынландырған. Ҡыҙҙар ялан баш йөрөгән, бай ҡыҙҙарында осло түбәле башлыҡ – тәңкәләр менән биҙәлгән таҡыя осраған. Кейәүҙәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары башына таҫтар, ҡашмау йәки кәләпүш кейгән, өлкән йәштәге инәйҙәр яулыҡты оҙонсалап ябынған, яулыҡтары күбеһенсә аҡ төҫтә булған. Ҡыҙ-ҡырҡындың баш кейеме кейәүҙәге ҡатындарҙың баш кейеменә туй йолаһы ваҡытында алмаштырылған, был социаль һәм йәш буйынса статустың алмашыныуын аңлатҡан.
Светлана Шитова үҙенең «Башкирская народная одежда» тигән китабында шулай тип билдәләп үтә: «Башҡорт костюмының этник һәм художестволы үҙенсәлеге ҡатын-ҡыҙ баш кейемендә бигерәк тә ныҡ сағылыш тапҡан. Үткән быуаттағы сәйәхәтселәр һәм ғалимдар башҡорт костюмдарын һүрәтләгәндә мәрйен һәм көмөш менән биҙәлгән сағыу баш кейемдәренә иғтибар иткәндәр, ул баш кейемдәре Европа кешеһен үҙҙәренең ғәҙәти булмаған формаһы, биҙәүестәргә бай булыуы менән әсир иткән. Әҙәбиәттә ҡашмау (ҡашбау, ҡашпау) һәм кәләпүш бөтәһенә ҡарағанда ла күберәк телгә алына. XIX быуатта Башҡортостан ауылдарында, бигерәк тә көньяҡ райондарҙа, ҡашмау сағыштырмаса йыш осраған; кәләпүште көнсығыштағы Урал аръяғында ғына иҫләгәндәр. Мәрйен һәм көмөштән торған был баш кейеме бейек түбәле һәм киң генә арҡалыҡлы булған. Тап шул баш кейеме революцияға тиклемге хеҙмәттәрҙә кәләпүш (калябаш) исеме менән телгә алына. Силәбе өлкәһендәге башҡорт ауылдарында өлкән быуын кешеләре уны 1950−1960-сы йылдарҙа башкейем тип хәтерләйҙәр. Был исем XX быуат башында С. И. Руденконың хеҙмәттәрендә иҫкә алына.
Кәләпүш һүрәте (РЭМ)
Был һиммәтле башкейем (шул уҡ кәләпүш) түңәрәкләнеп ҡалҡып торған башлыҡтан һәм елкәне, ҡолаҡты һәм арҡаның өҫкө өлөшөн ҡаплап торған олондан (йәки: ҡойроҡтан, арҡалыҡтан) ғибәрәт. 15 см бейеклегендәге түбәһе тәңкә менән ҡапланған, аҫҡы яғы мәрйен рәттәре менән уратылған. Алғы өлөшөндә күҙгә етеп торған селтәр маңлайсаһы бар. Олондоң өҫкө яғына тәңкә теҙелгән, аҫтағы тәңкәләр мәрйен менән ҡаймаланған; композицияны мәрйен менән суҡтан торған селтәр тамамлай. Елкәләге тәңкәләр араһында аҡыҡ һәм фәйрүзә ташлы ҙур ғына көмбәҙ айырылып тора. «Ҡашмауҙың «конус рәүешендәге осо бар», «кәрәк саҡта» уның менән шлемдың асыҡ уйымын ҡаплап була», – тип яҙғанда И. И. Лепехин ошо башкейемде күҙ уңында тотҡандыр. Ҡашмауҙы күргәне булған кеше елкә тәңгәлендәге уйымды «конус» менән ҡаплап булмағанын белә. И. И. Лепехиндың был баш кейеменең икенсе бер үҙенсәлеген – «бөтә арҡа буйына көмөш аҡсалар теҙеп биҙәлгән киң япма төшөп тора» икәнен әйтеп үтеүен дә иҫкә алыу мөһим.
И. Г. Георги яҙмаларындағы иллюстрацияларҙа башҡорт
ҡатын-ҡыҙының һүрәте
П. С. Паллас һәм И. Г. Георги хеҙмәттәрендәге иллюстрациялар араһында конус рәүешендәге баш кейеме кейгән башҡорт ҡатын-ҡыҙы һүрәте лә бар. Ул башлыҡтың эргәһе ҡолаҡтарҙы һәм муйынды ҡаплай, ә арттағы киң һыҙат кейемдең итәге осона тиерлек етеп тора. Алғы яғындағы аҫҡы сите мәрйен менән биҙәлгән, эргә яҡтан мәрйен тегелгән оҙон булмаған таҫмалар төшөп тора. Шундай деталдәрҙе XVIII быуаттағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һүрәттәрендә күрергә мөмкин.

Елена Нечвалода үҙенең тикшеренеү эштәрендә П. С. Палластың һәм И. Г. Георги гравюраларында «моғайын, ҡашмау һәм уның өҫтөнән кейелгән кәләпүштән торған ҡатмарлы баш кейеме һүрәтләнгәндер. Һүрәттәге баш кейеменең аҫҡы өлөшө - ҡашмауҙың күренеп торған өлөшө, ә ҡатлап кейгән кәләпүштең аҫҡы сите гравюралағы маңлай өҫтөндәге таҫмаларҙыр, күрәһең», — тип билдәләп үтә.

В. М. Черемшанский кәләпүш тураһында шулай тип яҙа: «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡупшы баш кейеме кәләпүш йәки тәләпүш тип атала; ул шлем формаһындағы, оҙон киң ҡойроҡло (олон) башлыҡтан ғибәрәт, тотош тәңкә менән ҡапланған, ә ҡойроғо ҡабырсаҡ, төрлө төҫлө сәйлән һәм эреле-ваҡлы тәңкәләр менән биҙәлгән».

Д. П. Никольский был баш кейеменең ҡиммәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала: «Кәләпүш — шлем рәүешендәге башлыҡ, артынан тотош төрлө ҡиммәттәге көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән ҡойроҡ төшөп тора. Ул тәңкәләрҙең дөйөм хаҡы 500−1000 һумға барып етә».
XX быуат башында кәләпүш кеймәй башлайҙар инде.
Был баш кейеменең берҙән-бер данаһы ғына һаҡланып ҡалған.
Ул 1867 йылда Мәскәүгә этнография күргәҙмәһенә эләгә, күргәҙмәнән һуң Румянцев музейы фондтарында ҡалдырыла. Хәҙер ул Сакт-Петербургта Рәсәй этнография музейында (РЭМ) һаҡлана.

«Был экспонат кәләпүштең йәшәп килгән тасуирламаларына һәм һүрәттәренә тап килә. Рәсәй этнография музейында һаҡланған кәләпүштең бейек өлөшөнөң диаметры шул тиклем бәләкәй, ул түбәгә генә эләгеп торорлоҡ. Уның ал яғының аҫҡы ситендә мәрйендән эшләнгән үҙенсәлекле «козырек» бар. Эргә яҡтан аҫҡа таба оҙон булмаған биҙәкле таҫмалар төшөп тора», — тип яҙа тикшеренеүсе Елена Нечвалода.
БӨТӨНДӨҢ ӨЛӨШТӘРЕ
Сергей Руденко «Башкиры. Историко-этнографические очерки» тигән хеҙмәтендә кәләпүштең өлөштәрен ентекләп һанап сыға.

Шулай итеп, кәләпүш ике өлөштән: яҡынса 15 сантиметр бейеклегендәге ҡалпаҡ рәүешендәге башлыҡтан һәм башлыҡҡа ҡуша тегеп ҡуйылған, бөтә арҡаны ҡаплап торған япманан тора. Башлыҡтың түбәһенә өс түңәрәк рәт мәрйен теҙелгән, ул түңәрәктәр эсендә, таҡыялағы кеүек, сулпылы металл төйөрмә булғандыр, хәҙер ул элементы юғалған. Ҡалған өлөшө тотошлай боронғо көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән. Башлыҡтың алғы яғында һәм эргәһендә түбәнән алып аҫҡы ситенә тиклем тәңкәләр араһына аҡыҡтан йомро төймәләр һәм көмөштән йомро йәки суҡ кеүек фигуралар тегеп ҡуйылған, ҡайһы берҙә ул фигуралар һаҡал (түшелдерек) ситенә тегелгән фигураларға ла оҡшаған. Баш кейеменең муйынды һәм арҡаны ҡаплап торған өлөшө ике өлөштән торған кеүек.

Киндер эслек һалып ҡыҙыл туҡыманан тегелгән өҫкө өлөшө ситтәренән, башлыҡтағы кеүек, төймәләр һәм көмөш биҙәүестәр һәм ҡырына параллель итеп тегелгән ике рәт мәрйендәр менән биҙәлгән; ҡалған өлөшөнә тотош көмөш тәңкәләр тегелгән, ә уртаһында семәрләп эшләнгән, быяла ҡашлы, ваҡ таштар менән биҙәлгән металл көмбәҙҙәр беркетелгән.

Аҫҡы өлөшө лә өҫкөһөнөкө кеүек үк материалдан тегелгән һәм уның дауамы булып тора, тик тәңкәләр эргә яҡтарҙа ғына булған, ҡалған ерҙәре инде мәрйендәр һәм түңәрәк металл көмбәҙҙәр менән биҙәлгән, ул көмбәҙҙәр урынына элек көмөш аҡсалар булғандыр, моғайын. Мәрйен селтәр аҫтында ике ҡатлап ебәк суҡ тағылған.
«Башҡортостандың үҙәк өлөшөндәге башҡорттарға (табындарға) был баш кейеменең фотоһүрәтен күрһәткәс, улар үҙҙәре был баш кейемен кәләпүш, ә башлығын түбә тип йөрөтөүҙәрен әйтте. Үҙҙәренеке булған был баш кейемен төньяҡ-көнсығыш башҡорттары башкейем тип әйтеүҙәрен һәм был элекке баш кейеменең бер өлөшө генә булғанлығын, ә башлыҡтың үҙен ҡартма тип йөрөтөүҙәрен әйтте. И. И. Лепехин һүрәтләгән. Себер даруғаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары арҡаһындағы көмөш тәңкәләр һәм мәрйендәр менән биҙәлгән киң япма менән әлеге һүрәтләнгән кәләпүштең өлөшө бер үк әйбер булыуы ихтималу», — тип яҙа Сергей Руденко.

Румянцев музейы коллекцияһындағы В. Ф. Миллер төҙөгән тасуирламала мәрйендән торған баш кейеме ҡашбауҙың бер төрө булараҡ һүрәтләнә.
КӘЛӘПҮШ БӨГӨНГӨ КӨНДӘ
2014 йылда Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре өсөн, Рәсәй этнография музейында (РЭМ) һаҡланған дана буйынса тергеҙеп, кәләпүш тегелә.
Жительница Хайбуллинского района, мастерица Асма Усманова рассказывает о калябаш.
2017 йылдан алып Хәйбулла районының мәҙәниәт бүлеге ике йылға бер тапҡыр Әсмә Усманова призына башҡорт милли костюмының «Гәләбәш түңе буйында» төбәк-ара конкурсы үткәрә.

2020 йылда «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы үтте, унда РЭМ-дағы дана өлгөһөндә тегелгән кәләпүш күрһәтелде. Салауат районы оҫтаһы Гөлдәр Шәбиеваның эше «Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары» номинацияһында беренсе урынды яуланы.

Башҡортостандың ҡалаларында һәм ауылдарында кәләпүш эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелеп тора. Тәүге оҫталыҡ дәресе «Тамға» конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе сиктәрендә 2021 йылдың февраль айында уҙҙы.
2021 йылд Өфөлә башҡорт телендә баҫылған ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-художестволы аҙналыҡ гәзит, боронғо баш кейемдәренә хөрмәт күрһәтеп, кәләпүш һәм ҡашмау һүрәте төшөрөлгән календарь сығарҙы.
ТРАДИЦИЯЛАРҘЫ ҺАҠЛАУСЫЛАР
Үткәндар менән бәйләнеш
Башҡортостандың Салауат районы оҫтаһы, «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталары халыҡ-ара конкурсының «Башҡорт милли кейеме аксессуарҙары» номинацияһында I дәрәжә лауреаты Гөлдәр Шәбиева Рәсәй этнография музейында һаҡланған экземпляр өлгөһө буйынса ай ярым эсендә кәләпүш эшләй.

«Мин үҙем профессия буйынса бухгалтер, 15 йыл тирәһе Дыуан районы Мәсәғүт ауыл хакимиәтендә эшләнем. Шунан һуң ғаиләбеҙ менән Салауат районына күстек, һәм минең яратҡан эшем менән шөғөлләнергә ваҡытым барлыҡҡа килде. Минең эштәрем бик күп: энә һәм ырғаҡ энә менән бәйләргә яратам, йөн әүәләү һәм декупаж менән мауығам. Мин һәр ваҡыт боронғо әйберҙәр менән ҡыҙыҡһындым: уларҙы тергеҙеп, интерьер дизайнында ҡулландым. Өс йыллап элек интернетта Өфөләге талантлы рәссам, «Ағиҙел» предприятиеһының дизайнеры Илдар Ғатауллиндың эштәрен күреп ҡалдым. Ҡыҙыҡһынып киттем һәм мин дә боронғо милли кейемдәрҙе өйрәнә башланым. Рәссам менән яҡындан таныштым һәм унан боронғо сулпылар һәм кейем өлгөләре алдым. Шулай уҡ Сәрүәр Аслаеваның оҫталыҡ дәресен ҡараным, унда бик күп ҡул оҫталары менән таныштым. Шунан һуң Силәбе өлкәһенән боронғо кейемдәрҙе тергеҙеүсе Александр Акулов менән дә таныштым һәм унан был эштең серҙәрен өйрәндем. Ниһәйәт, мин үҙемдең тәүге ҡашмауымды һәм Дим башҡорттарының һаҡалын тектем. Шунан һуң төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының муйынсаһын һәм яғаһын эшләнем.

Илдар Ғатауллин «Ағиҙел» ДУП-ы менән берлектә ойошторған түшелдеректәр конкурсында беренсе урында яуланым. 2020 йылдың көҙөндә «Тамға» конкурсына кәләпүш тигән баш кейеме әҙерләп алып барҙым. Был баш кейеме миңә шуныһы менән ҡыҙыҡлы булды, уны беҙҙең төньяҡ-көнсығышта кейгәндәр, исеме генә икенсе төрлө булған — башкейем», — тип һөйләне Гөлдәр Шәбиева.
Оҫта был баш кейемен ай ярым эшләй.
«Тыуған яҡты өйрәнеүсе Альберт Мәхмүтов кәрәкле әҙәбиәт менән тәьмин итте, Рәсәй этнография музейындағы кәләпүштең төп нөсхәһенең үлсәмен һәм фотографияһын бирҙе. Эш барышы менән ҡыҙыҡһынып торҙо, кәңәштәрен әйтте. Мин төп нөсхәгә яҡын булған материалдар ҡулланырға тырыштым, етмәгән деталдәрҙе ювелирҙарҙан алдым. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яңынан ҡашмау эшләргә тура килер, тип уйламағайным да, сөнки кәләпүш менән тәүге ҡашмауымды тоташтырып булмай ине», — тип аңлатып үтте оҫта.
«Кәләбаш кейгән йәш ҡыҙҙар күҙ алдында үҙгәрә: һындары турайып китә, күҙҙәре осҡонлана, әйтерһең дә, ата-бабалар менән бәйләнеш барлыҡҡа килә. Йәштәр ысын тарихи әйберҙәрҙе күрергә, кейеп ҡарарға тейештәр, ә стилләштерелгән сәхнә кейемдәрен түгел», — тип әйтә ул.
Оҫта үҙҙәренең ауылында этнойорт асырға уйлай. Унда төрлө дәүерҙәге башҡорт көнкүреше фонында фотосессия өсөн дә урын буласаҡ. Был йорт-музейҙа кәләпүш һәм Гөлдәр Шәбиеваның башҡа эштәре лә лайыҡлы урын алыр тип уйлайбыҙ.
«Шундай етди әйберҙәрҙе эшләгәндә, үҙеңдең күңелеңдәге һорауҙарға яуап табыла, үткәндәр менән бәйләнеш тояһың. Был тормошта ниндәй эштәр башҡарыуың тураһында уйлана башлайһың. Үҙеңдән һуң ниндәй эҙ ҡалдыраһың? Ҡайһы саҡ беҙ күберәк алабыҙ, тормоштан күпте көтәбеҙ. Беҙ үҙебеҙ ҙә эш күрһәтергә, үҙебеҙҙән һуң яҡшы эштәр ҡалдырырға тейешбеҙ», — ти Гөлдәр Шәбиева.
Бейеүҙә тергеҙелгән кәләпүш
2014 йылда Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре академия ансамбле «Тархандар» тигән яңы бейеү күрһәтте. Был билдәле коллективҡа ижади композицияны Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, ансамблдең ҡуйыусы-балетмейстры Риф Ғәбитов ҡуйған.
«Элек Башҡортостандың традицион хореографияһында башлыса һунарсылар, бесәнселәр йә ҡымыҙсылар һынландырылды. Әммә халыҡ йәшәһен һәм үҫешһен өсөн, уның элитаһы булырға тейеш. Ул халыҡты алға әйҙәргә, һаҡларға һәм уға дөрөҫ юл күрһәтергә тейеш. Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғас, тарханлыҡ батша тарафынан бирелгән. Элекке бейеүҙәрҙән айырмалы, был бейеүҙең сюжеты юҡ, ул образды һынландыра. Уны традицион бейеү тип әйтеп булмай, ә башҡорт халҡының, бөтә милләттең поэтикаһын сағылдырған мәҙхиә булып тора. Образ хореография, костюм, музыка аша асыла. Бейеүҙең характеры — ғорур, мөһабәт. Бейеүҙә 16 пар һәм 4 солист ҡатнаша», — тип һөйләй билдәле хореограф.
Бейеүҙе ҡуйыу өсөн Бөтә Рәсәй музыка йәмғиәтенең Башҡортостан производство комбинатында 40 матур костюм тектеләр, уларҙы Өфө рәссамы Наталья Степанова эшкәртте.
«Беҙ Наталья Анатольевна менән күптәнән эшләйбеҙ, беҙҙең ижадҡа ҡараштарыбыҙ ҙа бер төрлө. «Тархан» бейеүенә костюмдар тегеүен һорап, мин тап уға мөрәжәғәт иттем. Ул ҡушылған эште ентекле итеп башҡара. Рәссам фантазияһы менән байытылып эшләнһә лә, ул әҙерләгән башҡорт костюмдарының һәр элементы урынлы, ҡайҙандыр алынған — был тәбиғи һәм ғәҙәти күренеш. Шулай итеп, образдарҙы, эскиздарҙы эшләү башланды», — тип һөйләй Риф Ғәбитов.
Тархандарҙың гербтары костюмдарҙа руник символдар рәүешендә ҡулланылған. Ҡатын-ҡыҙҙар кәләпүш кейә. Ул Санкт-Петербургтағы этнография музейында һаҡланған кәләпүштең төп нөсхәһе буйынса эшләнгән.
«Белеүемсә, Венгрия этнография музейында ла бер кәләпүш һаҡлана, ләкин мин әлегә унда барып етмәгәнмен. Сергей Руденконың «Башкиры» тигән хеҙмәтендә лә был баш кейеме ентекле генә һүрәтләнгән. Кәләпүште теләһә ҡайһылай кейеп булмай, уға үҙенә ярашлы образ кәрәк. Был ҡиммәтле баш кейеме етеш йәшәгән ырыу ҡатын-ҡыҙының статусын күрһәткән. Бындай зиннәтле әйбергә бөтәһе лә эйә була алмаған. Ундай ҡатын-ҡыҙға тархандар — башҡорт кенәздәре тиң булған. Ҡыйбатлы булғанға ла кәләпүш күп һаҡланып ҡалмағандыр. Тағы ла шуныһы, Совет заманында ундай әйберҙәрҙе тартып тигәндәй йыйып алғандар», — тип һөйләй балетмейстер.
2020 йылда адыгейҙарҙың «Нальмэс» ансамбле менән алмашлап бейеү ҡуйыла. Риф Ғәбитов «Тархан» бейеүенең костюм өлгөләре һәм үлсәмдәре менән Адыгеяға бара.
«Уларҙа беҙҙәге кеүек тәңкә менән биҙәү традициялары юҡ. Ҡайҙан тәңкәләр алырға, бер баш кейеменә күпме тәңкә кәрәк буласаҡ тигән һорау килеп тыуҙы. Мине тәңкәләрҙең һаны хайран ҡалдырҙы — бер костюмда, шул иҫәптән баш кейемендә лә, 1500 тәңкә. Уның ҡарауы, кило ярымлыҡ кәләпүш кәүҙәне тура тоторға ярҙам итә - уны кейгәс, ғорур, тура йөрөргә кәрәк. Кәләпүш 2016 йылда Мексикала Бөтә донъя фольклориадаһында булып ҡайтты. 2021 йылдың йәйендә Өфөлә үткән Бөтә донъя фольклориадаһын асыуҙа күрһәтелде», — тип һөйләне ул.
Ансамблдең костюмдар буйынса мөдире Эльвира Әхтәрйәнова әйтеүе буйынса, бейеүҙә ҡулланылған кәләпүш еңел материалдарҙан – биҙәк һалып, тәңкәгә оҡшатып яһалған алюмин әйберҙәрҙән һәм мәрйендән эшләнгән. Улар бәрхәт туҡымаға тегеп ҡуйылған – кәләпүш бер бөтөн әйберҙе тәшкил итә. 18 баш кейеме төрөлгән килеш махсус контейнерҙа һаҡлана.
ЭШЛӘҮ ТЕХНОЛОГИЯҺЫ
(Гөлдәр Шәбиева кәләпүше өлгөһөндә)
Материалдар
Төп туҡыма
Ҡулдан һуғылған боронғо етен туҡыма, кейеҙ

Өҫкө ҡат туҡымаһы
Бында ҡыҙыл төҫтәге биҙәкһеҙ туҡыма – сатин кәрәк
Ептәр
Ҡыҙыл төҫлө 35-се йәки 40-сы еп, йәғни мотлаҡ өҫкө туҡыма төҫөндәге кәрәк. Епте эшкәртергә балауыҙ.
«Шлем» өсөн
421 дана боронғо эре тәңкә, 22 дана аҡыҡ мәрйен бөртөгө һәм 13 дана металл суҡ-төймә. Көмөштән махсус ҡойолған башҡорт биҙәкле конус.
«Ҡойроҡ» өсөн
140 дана боронғо тәңкә, 20 дана уртаса ҙурлыҡтағы көмбәҙ, 7 дана 5 тинлек һәм 10 дана 15 тинлек батша тәңкәләре, боронғо һәм яңыса мәрйендәр.
Арҡалыҡ өсөн
Боронғо ваҡ тәңкәләр – 650 дана тирәһе, 5 тинлек батша тәңкәләре – 233 дана, көмөш сымға теҙелгән 53 дана аҡыҡ мәрйен, 20 дана металл мәрйен, 9 дана боронғо көмбәҙ.
Боронғоса суҡтар
Әгәр юҡ икән, ырғаҡ менән ебәк ептән бәйләп алырға мөмкин.
Энәләр, ҡайсы
Эш этаптары:
1
1. Кәрәкле әҙәбиәтте, документаль материалдарҙы өйрәнеү
2
2. Эш урынын әҙерләү, материалдарҙы һәм эш ҡоралдарын барлау
3
3. Төп туҡыманан кәләпүштең деталдәрен әҙерләү.
4
4. Өҫкө ҡат туҡыманан кәләпүштең деталдәрен әҙерләү
5
5. «Ҡойроҡ»то эшләү: көмбәҙҙәрҙе рәттәргә теҙеү һәм мәрйендәрҙе тегеү, аҫҡа суҡтар урынлаштырыу

«Боронғо ваҡ мәрйендәр ватылмаһын өсөн, епте балауыҙлап ҡулланабыҙ, шулай иткәндә, ептәр сеймәлмәй һәм оҙағыраҡ хеҙмәт итә. Балауыҙ менән эшкәртелгән епкә мәрйендәрҙе теҙеү еңелерәк була. Икенсе епте энәгә кейҙерәбеҙ ҙә арҡырыға тегәбеҙ, шулай итеп һәр мәрйен бөртөгө нығытылып бара, тығыҙ урынлашҡас, һалбырап тормай. Ләкин мәрйендәр араһында аралыҡ та ҡалырға тейеш, был улар «тын алһын» өсөн кәрәк. Төйөндәрҙе йәшереп ҡуябыҙ: энәне артабан сәнсеп, епте өҙөп алабыҙ. Өлөштәрҙе теккәндә, йөйҙө эстә ҡалдырабыҙ. Кәләпүш тулыһынса ҡулдан эшләнә», — тип аңлатты кәләпүште эшләүсе.
1
6. «Шлем»ды эшләү

«Ҡалпаҡ рәүешендәге башлыҡ дүрт ҡыйыҡтан тора, һәр бер ҡыйыҡты тоташтырабыҙ ҙа уға тәңкәләр, суҡтар тағабыҙ. Ситтәренә мәрйендән селтәр тегеп ҡуябыҙ. Эйәк аҫтынан тоташтыра торған ҡаптырма эшләйбеҙ. Иң аҙаҡтан көмөш конусты беркетәбеҙ», — тип һөйләй репликаны яһаусы.
2
7. «Арҡалыҡты» эшләү

Тәңкәләр тегелә, ситтәренә суҡтар һәм мәрйен бөртөктәре беркетелә. Үҙәккә боронғо эре тәңкәләр һәм сулпылар ҡуйыла.
1 кг 600 грамм
әҙер булған кәләпүштең дөйөм ауырлығы (ҡашмауҙан тыш)
ЭКСПЕРТТАР ФЕКЕРЕ
«Байлыҡ, уңыш һәм тормош тотороҡлолоғо билдәһе»
Айгөл Камалиева
техник фәндәр кандидаты, Өфө күп профилле профессиональ колледжының Педагогика хеҙмәткәрҙәренең оҫталығын арттырыу үҙәге доценты
«Кәләпүш, гәләбәш, башкейем — бик боронғо баш кейеме. Уны бөгөнгө көндә күберәк этнография тикшеренеүҙәре материалдары буйынса беләләр. Ҡашмау һәм ҡушъяулыҡ менән сағыштырғанда, кәләпүш милли байрамдарҙа һирәгерәк ҡулланыла. Кәләпүш С. И. Руденконың, С. Н. Шитованың хеҙмәттәрендә ентекле һүрәтләнгән. С. И. Руденконың «Башкиры» китабындағы фотоһүрәт бөгөнгө көндә лә был баш кейеменең күренеше тураһындағы ышаныслы мәғлүмәт сығанағы булып ҡала», — тип аңлата Айгөл Камалиева.
Эксперт фекере буйынса, әлеге көндә кәләпүш менән күптәр ҡыҙыҡһына. Әммә уны реконструкциялау – еңел булмаған һәм ҡиммәтле эш. Бынан тыш, тейешле форманы булдырыу өсөн кәмендә кейеҙ эшкәртеү технологияһы менән таныш булырға, баш кейемдәре эшләү буйынса башланғыс белемле булырға һәм башҡа бик күп нәмә кәрәк. Башкейемде арҡалыҡ башлыҡты аҫҡа тартып төшөрмәҫлек итеп эшләргә лә кәрәк.

«Баш кейеменең «ҡойроғо» ҡашмауҙыҡына ҡарағанда киңерәк булыуына иғтибар итергә кәрәк. Тап уның киң булыуы башлыҡтың арҡаға ауып төшмәүенә булышлыҡ итә лә инде. Инженерия күҙлегенән ҡарағанда, элекке оҫталар уникаль предмет тыуҙырған. Кейеҙ, туҡыма кеүек тәбиғи йомшаҡ материалдарҙан эшләнһә лә, металдың (тәңкәләрҙең) һәм мәрйендәрҙең ауырлығын күтәрә һәм үҙенең тәүге формаһын һаҡлай алған. Иң ауыры — баш кейеменең башлығын эшләүе. Әлеге көндәге өлгөләрҙә ул боронғоларына ҡарағанда икенсе төрлөрәк килеп сыға. С. И. Руденконың китабында һүрәтләнгән кәләпүштең башлығы арҡа өлөшөнә тигеҙ генә барып тоташһа, бөгөн был өлөштө ҡалҡыу итеп, ҡайһы берҙә пирамида йәки овал формаһында эшләйҙәр. Был осраҡта, әлбиттә, реконструкция өсөн нимә образ булып торғанын белеү ҙә мөһим, тап шундай формалағы башлыҡлы кәләпүш төрҙәре булыуы ла ихтимал. Ҡайһылай ғына булған осраҡта был баш, кейеме бары тик бай ҡатын-ҡыҙҙарҙың гардеробын ғына биҙәгән. Ул — байлыҡ, уңыш һәм тормош тотороҡлолоғо билдәһе», — тип һыҙыҡ өҫтөнә ала эксперт.
Һәр кемгә, бигерәк тә йәш быуынға, үҙ халҡыңдың костюмы тарихын яҡшы белеү бик мөһим. Шулай ҙа костюмдың һәр элементын белеп бөтөү ҙә мотлаҡ түгел, тип иҫәпләй эксперт.
«Әммә милли кейем төрҙәрен, уларҙың исемен, биҙәкләү үҙенсәлектәрен, тәғәйенләнешен белеү мотлаҡ. Костюмдың тышҡы күренешен һәм биҙәктәрен танып белергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең заманда халыҡ костюмы тирәләй төрлө бәхәстәр тыуып тора, уның ҡайһы бер элементтарын үҙләштерергә, теге йәки был халыҡтың мәҙәниәтен үҙҙәренеке итеп күрһәтергә тырышыу күренештәре күбәйә. Шуға күрә үҙен халҡының бер өлөшө итеп тойған кеше ата-бабаларының костюмы тураһында хәбәрҙар булырға тейеш. Ә уға мәғлүмәтте ҡайҙан алырға һуң? Әгәр үткән быуаттарҙа көндәлек тормошта эшләнгән әйберҙәр ғәҙәти күренеш булһа, бөгөн мәғлүмәт сығанағы ролен китаптар, музейҙар, ваҡытлы матбуғат үтәй. Тик мәғлүмәтте һайлап ала белеү кәрәк», — тип һанай эксперт.
«Күп ҡатлы баш кейеме»
Альберт Мәхмүтов
ғәйнә башҡорто, Пермь крайының Барҙа районында тыуып үҫкән. "Пермь башҡорттары" китабының авторҙашы, ғәйнә башҡорттары тарихын һаҡлауға күп көс һалған кеше
«Кәләпүш тигән баш кейемен өйрәнеү 2016 йылда интернеттағы бер ябай постан башланып китте. Мин 1867 йылда Мәскәүҙә үткән этнография күргәҙмәһе тураһында яҙғайным. Ул күргәҙмәлә баш кейемдәре коллекцияһы һәм күкрәк биҙәүестәре күрһәтелгән була. «Бер төркөм башҡорттар тирмә алдында» тигән фотография ла ҡуйғайным. Артабан был теманы киңәйтеп, яңы сығанаҡтарҙы өйрәнә башланым, шулай уҡ шул замандағы гәзиттә баҫылған И. Гурвичтың ошо күргәҙмә тураһындағы мәҡәләһен дә. Мәҡәләһендә ул экспозицияны, коллекцияны, тирмәне, уның эсендәге ҡаралдыларҙы, башҡорттарҙың кейемен ентекле һүрәтләй. «Бәйләнештә» селтәрендәге «Ғәйнә төбәге» төркөмөндә бер нисә пост баҫылды. Фотолар менән Таңсулпан Бураҡаева ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, беҙ уның менән яҙыша башланыҡ. Уны бигерәк тә баш кейемдәре ҡыҙыҡһындырҙы. 2014 йылда ул башҡорт милли кейеме тураһында фильм сығарғайны. Мин уны ҡарағас, башҡорт кейеме менән ҡыҙыҡһына башланым, С. Шитова, А. Камалиева, С. Руденко хеҙмәттәрен уҡыным. Интернетта мәғлүмәт бик күп, бөтәһе лә цифрлаштырылған, өйрәнеү ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы. Темаға тәрәнерәк ингән һайын, «аҡ таптар», һорауҙар барлыҡҡа килә башланы. Мәҫәлән, коллекцияны кем һәм ни өсөн, ҡайҙа йыйған, фотографияларҙа кемдәр һүрәтләнгән», — тип һөйләй тыуған яҡты өйрәнеүсе.
2017 йылда Альберт Мәхмүтов, Барҙа район тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры булып эшләгәндә, Санкт-Петербургка Рәсәй этнография музейына фондтар, коллекциялар менән эшләргә тип бара. Тик уға 1867 йылғы коллекцияны күрергә яҙмай, ул реставрацияла була. Тап шул ваҡытта башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары баш кейемен тергеҙеү идеяһы тыуа. Тыуған яҡты өйрәнеүсенең бәхетенә күрә, был идея менән тоҡанып китеүсе фекерҙәштәре лә табыла.
Бер төркөм башҡорттар тирмә алдында. 1866 йыл. РЭМ фототекаһы, коллекция 8764-12466
«Мин архив бүлеге, фототека менән эшләнем. Ике фотодокументты алып, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәргә ҡуйҙым. Шул саҡта башҡорт кейемдәрен тегеү менән етди шөғөлләнгән оҫталар был коллекцияға ҡыҙыҡһыныу белдерҙеләр һәм уның мотивтары буйынса тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр күлдәктәре, шунан еләндәр, күкрәк биҙәүестәре һәм баш кейемдәре, шул иҫәптән кәләпүш тә, тегә башланылар. Уны реконструкцияларға тырышып ҡаранылар, ләкин оҫталар ул баш кейемен бер бөтөн тип уйланылар. Ысынында иһә был баш кейеме күп ҡатлы: тәүҙә яулыҡ ябынырға, шунан һуң башында асыҡ уйымлы ҡашмау кейергә, аҙаҡтан арҡалығы булған һәм шлем формаһындағы кәләпүш кейеп ҡуйырға кәрәк булған,» — тип һөйләне эксперт.
2018 йылда Мәхмүтов тағы ла РЭМ-ға бара, унда ул 1867 йылғы коллекциялағы әйберҙәрҙең реставрацияланған бер өлөшөн күрә, ләкин был юлы ла улар араһында кәләпүш булмай сыға. Ул һаман реставрацияла була.
«2020 йылдың яҙында мин Янғантауҙан Гөлдәр Шәбиева менән таныштым, ул кәләпүш эшләргә теләүен белдерҙе. Ул ваҡытта миндә кәләпүштең лекалоһы ла, эске һүрәтләнеше лә юҡ ине. Башҡортостан Республикаһы Милли музейының ғилми хеҙмәткәре, дизайнер Сәлимә Усманова ярҙамға килде. Уға 2019 йылда РЭМ-ға барып, кәләпүштең үлсәмдәрен алырға, уның эске һәм тышҡы яғын, тегелешен видеоға һәм фотоға төшөрөргә насип була. Ул миңә шул материалдарҙы бирҙе, һәм беҙ шул материалдар нигеҙендә кәләпүш эшләргә тырышып ҡараныҡ. Уның ҡаптырмалар менән беркетелеп эшләнгәнлеген күрҙек. Һөҙөмтәлә Гөлдәр Шәбиева 2020 йылдың көҙөндә бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәләпүштең репликаһын һәм бер аҙна эсендә генә тиерлек уның ҡашмауын да эшләп ҡуйҙы. Гөлдәр ысын материалдар — боронғо тәңкәләр, мәрйендәр, аҡыҡ менән эш итте. Бик сифатлы тәбиғи әйбер килеп сыҡты. «Тамға» конкурсында презентацияһы ла юғары баһаланды», — тип һөйләй Альберт Мәхмүтов.
Ҡул оҫтаһы Гөлдәр Шәбиева
Альберт Мәхмүтов мәғлүмәте буйынса, реконструкцияланған кәләпүш (башкейем) Ишембайҙағы «Юрматы» музейында ла бар. Унда шлем формаһындағы баш кейемдәренең бер нисә төрө һаҡлана, улар боронғо материалдарҙан яһалған.
«Кәләпүш ҡашмау менән бер комплектта кейелһә лә, ул айырым баш кейеме итеп эшләнгән. Музей әлеге көндә ябылған, әммә коллекция бөтөн килеш», — тип әйтә ул.
Эксперттың мәғлүмәте буйынса, кәләпүштең төп нөсхәһе Рәсәй этнография музейы һаҡлағысы фондтарында һаҡлана, уны реставрациялағандар.
Башҡорттар тураһында күргәҙмә асылһа, кәләпүш унда үҙенең лайыҡлы урынын алыр, тип уйлайым", – тип билдәләне тыуған яҡты өйрәнеүсе.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
1. Лепехин И. И. Продолжение дневных записок путешествия Академика и медицины доктора Ивана Лепехина по разным провинциям Российского Государства в 1771 году. – СПб., 1780.
2. Махмудов А. Р. Башкирские женские головные уборы: такыя, кашмау, калябаш. С. 214–218. //Этнос. Общество. Цивилизация: Пятые Кузеевские чтения. Материалы Всероссийской научно-практической конференции (Уфа, 27–28 сентября 2018 г.). – Уфа: «Издательство «Диалог», 2018. − 626 с.
3. Нечвалода Е. Е. Башкирские женские украшения конца XVIII в. по изобразительным материалам больших академических экспедиций.
https://vk.com/doc118315381_592133334?hash=1e0d053d801a6279c8&dl=dedc01be7570cb38e3
4. Никольский Д. П. Башкиры: этнографическое и санитарно-антропологическое исследование. СПб., 1899.
5. Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. – Уфа: Китап, 2006. – 376 с.
6. Тажитдинова Г. Ф., Куваева М. М., Акчурина Е. П. Традиционная одежда башкир: функции, типология, историческая динамика.

https://docplayer.com/68908328-Tazhitdinova-g-f-kuvaeva-m-m-akchurina-e-p-tradicionnaya-odezhda-bashkir-funkcii-tipologiya-istoricheskaya-dinamika.html
7. Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. – 1-е изд. – Уфа: «Китап», 1995.
https://onknrb.bashmusic.net/ekspertnyj-sovet/7-zasedanie/2269-kalyabash-k-l-p-sh-g-l-b-sh-bashkirskij-zhenskij-golovnoj-ubor
8. Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтенең берлектәге порталы, «Бәйләнештә»ге төркөм https://vk.com/public201350175
9. onknrb.bashmusic.net «Калябаш»

Видео

1. «Хайбулла. Национальная одежда башкир. Асма Усманова. 2-я передача». – YouTube-канал «Единый портал культуры народов Башкортостана»
https://www.youtube.com/watch?v=daWcaO2r6l4&t=90s
2. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре академик дәүләт ансамбле, YouTube. «Тархандар» башҡорт кенәздәре бейеүе, ҡуйыусыһы Риф Ғәбитов https://www.youtube.com/watch?v=r0emdaCvuco

Фотографиялар

1. Бер төркөм башҡорттар тирмә алдында. Июнь, 1866 йыл. РЭМ фототекаһы, коллекция 8764-12466. /Этнос. Общество. Цивилизация: Пятые Кузеевские чтения. Материалы Всероссийской научно-практической конференции. Уфа, 27-28 сентября 2018 г. – Уфа: «Издательство «Диалог», 2018. − 626 с. – Махмудов А. Р. Башкирские женские головные уборы: такыя, кашмау, калябаш.
2. Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтенең берлектәге порталы, «Бәйләнештә» селтәре.
3. «Ғәйнә төйәге» төркөмө, «Бәйләнештә» селтәре.
4. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре академия ансамбле тураһындағы фильм-презентациянан стоп-кадрҙар.
5. Гөлдәр Шәбиева, Альберт Мәхмүтов, Валерий Шахов, Айгөл Камалиева, Ксения Калинина фотолары.

© Калинина К. В., автор-төҙөүсе, 2021