Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион биҙәүестәрен сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар, археологтар өйрәнгән. Улар араһында П. С. Паллас, С. И. Руденко, В. А. Арнольдов, Н. В. Бикбулатов, И. Г. Георги, А. Емельянов, А. Игнатович, Г. Х. Ҡазбулатова, Р. Ғ. Кузеев, И. И. Лепехин, С. Н. Шитова һәм башҡа ғалимдар бар. Биҙәүестәр төбәктә ойошторолған күп һанлы экспедициялар барышында йыйылған һәм өйрәнелгән.
Ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәрен көмөш тәңкәләр, ҡабырсаҡтар (ҡортбаштар), сәйлән менән биҙәгән. Туҡымаға мәрйендәр, ювелир әйберҙәр баҫҡандар. Аҡыҡ, диңгеҙ ҡабырсаҡтары, гәрәбә, сәйлән, эшкәртелгән быяла, көмөш кеүек материалдар файҙаланылған. Ҡайһы бер материалдар Көнсығыш, Кавказ илдәре халыҡтарынан һатып алынған.
Ҡатын-ҡыҙҙар түш биҙәүестәре итеп түшелдерек, күкрәксә, муйынсаҡты ҡулланған. Түшелдеректе ҡалын буҫтауҙан теккәндәр, уның өҫтөнә биҙәкләп, селтәрләп мәрйен, сәйлән, ҡабырсаҡ, тәңкә, сулпы, көмбәҙ, сылбыр, суҡ кеүек биҙәүестәр баҫҡандар.
Башҡорттарҙың төрлө этнографик төркөмдәрендә биҙәүестәр атамаһы, үлсәме, формаһы, металл һәм мәрйен биҙәктәр һаны, туҡымалағы урыны һәм нисбәте буйынса айырылған.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ювелир биҙәүестәренә беләҙек, сулпы, муйынсаҡ, мәрйен беләҙек, һырға, көмөш йәки еҙ сулпыларҙан яһалған сәс биҙәүестәре ҡараған.
Светлана Шитова «Башҡорт халыҡ кейеме» китабында, революцияға тиклемге ғалимдар үҙҙәренең эштәрендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының толомдарына тимер сулпылар, «зыңғырлаҡтар» тағыуы тураһында әйтеп үтә, тип билдәләй. Һуңғы бер нисә тиҫтә йылдар эсендә үткән экспедициялар сәс биҙәүестәрен башҡа биҙәүестәр менән берлектә өйрәнеп, төрлөсә күҙ алдына килтерергә булышлыҡ итте. Был биҙәүестәрҙең күбеһе әлегә тиклем ҡайһы бер ғаиләләрҙә һаҡланып килгән.
Елкәне һаҡлап тороусы биҙәүестәрҙең һуңғараҡ барлыҡҡа килгән варианты булып төрлө аҫылташтар, шул иҫәптән фирүзә ташы менән биҙәлгән көмбәҙҙәр торған. Ошо маҡсатта шулай уҡ тәңкәле суҡтар ҡулланылыуы ихтимал. Сәс толомдарын елкәлә тоташтырған сәсбауҙың уртаһына тегелгән бер нисә эре көмөш тәңкә йәки доға яҙылған күн бетеү ҙә елкәне һаҡлап торған. Елкәлектәр менән бергә ҡыҙҙар ҡара йәки төҫлө йөндән яһалған, суҡ, мунсаҡ менән биҙәлгән байрам үрместәре йөрөткән. Үрместәр йөн йәки ат ҡылынан үрелгән таҫманан һәм бауҙарҙан торған. Уларға сулпылар, тәңкәләр теккәндәр. Елкәлектәр киң таралған булған. Көньяҡ-көнсығыш башҡорттары елкәлек менән бергә мунсаҡтарҙан яһалған сәсмәү үреп йөрөгәндәр. Элек мунсаҡ урынына эре балыҡтарҙың киптерелгән һәм төрлө төҫкә буялған умыртҡа һөйәген ҡулланғандар.
Өлкән ҡатындар толомдарына тимер сулпылы таҫма үргәндәр. Яулыҡ аҫтынан ауыр сулпылар йәки таҫманың осона беркетелгән тәңкәләр күренеп торған.
Һарауыс – ҡатын-ҡыҙҙарҙың маңлай биҙәүесе, уны биҙәкле киндер туҡыма өҫтөнә ҡыҙыл йәки һоро төҫтәге туҡыманан буйҙар тегеп яһағандар.
XIX быуат аҙағы – XX быуат башында башҡорт ауылдарында фигуралы ике-өс ҡалайҙы балдаҡ менән беркетеп яһалған сулпылар таралған булған. Уларға сүкеп үҫемлек биҙәктәре төшөрөлгән, тәңкәләр, япраҡ һәм ромб рәүешендәге суҡтар беркетелгән.
Ҡолаҡ биҙәүестәренең бәләкәйҙәре – алҡа, сулпылылары суҡлы алҡа, һырға тип йөрөтөлгән. Урал аръяғының көнсығыш өлөшөндә оҙон алҡаларҙы ғына түгел, ҡушъяулыҡ ситенә тегелгән сәйлән суҡтарҙы ла «һырға» тип йөрөткәндәр.
Эйәк аҫтынан сылбыр менән тоташтырылған алҡалар гел генә ҡолаҡ биҙәүесе итеп ҡулланылмаған. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙы баш аша һалынған таҫмаға беркеткәндәр. Ювелир әйберҙәрҙән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡул биҙәүестәрен – беләҙек, йөҙөк, балдаҡты айырыуса яратып кейгән.