Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК






Башҡорт халыҡ йыры


«ИРӘНДЕК»


ҠЫҪҠА КӨЙ
Ҡыҫҡа көй – башҡорт музыкаль-
поэтик фольклоры жанры.


«Ирәндек» йыры тәү башлап
Солтан Әхмәт Хәсән улы Ғәбәши тарафынан (башҡорт һәм татар композиторы, педагог һәм музыкаль йәмәғәт эшмәкәре, СССР композиторҙар Союзы ағзаһы (1940 йылдан) ) һәм 1935 йыл «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫылып сыға.

Солтан Әхмәт Хәсән улы Ғәбәши (1891-1942)
Башҡорт һәм татар композиторы, педагог
һәм музыкаль йәмәғәт эшмәкәре, СССР композиторҙар Союзы ағзаһы.
Артабан был йыр төрлө йылдарҙа Х.Ф. Әхмәтов,
Л. Н. Лебединский, Ғ. З. Сөләймәнов тарафынан яҙып
алынған. Йыр һәм инструменталь көй варианттарын
К. М. Дияровтан Ф. Х. Камаев яҙып ала.
Йырҙың беренсе варианты
Бейеү характерындағы боронғо һунар йыры. Легендаларҙың береһе буйынса, «Ирәндек» йырын XVIII быуат уртаһында Ирәндек һырты матурлығына хайран ҡалған һунарсы Болғаир ижад иткән. Куплет формалы һәм ҙур булмаған диапазонлы көй өсөн аныҡ ритм, етеҙ темп һәм юғары интонациялар хас.

Һай!.. Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө,
Һай!.. Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө.

Өмөт өҙмәң, дуҫтар, был донъянан,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Байрам булып китер бер көндө,
Һай!.. Байрам булып китер бер көндө.
Һай!.. Иркәләрмен, тинем, кис килермен, тинем,
Уң ҡулында көмәш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти,
Һай!.. Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти.

Һул битенән үҙен һурып үптем,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Ҡарттар беҙгә ҡарамай, йәнем, тип,
Һай!.. Ҡарттар беҙгә ҡарамай, йәнем, тип.
Йырҙы башҡарыусылар араһында:
А. Ғ. Ғәлимов, Ф. Ф. Гәрәев, Р. А. Гәрәев. «Ирәндек» йыры Х. Ф. Әхмәтов,
М. М. Вәлиев тарафынан – тауыш һәм фортепиано өсөн, С.-Ә. Х. Ғәбәши,
С. Ә. Низаметдинов, М. П. Фоменков – хор өсөн эшкәрткән. Йырҙың көйө
М. М. Валиев тарафынан «Һаҡмар» операһында, Н.Ғ. Сабитов тарафынан
Беренсе скрипка концертында, Х.Ф. Мостаев ҡуйған бейеүҙә ҡулланыла.
Хәмзин Ғәли Ғаббас улы
Башҡортостандың халыҡ (1988) һәм атҡаҙанған (1986) артисы,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.
Башҡорт халыҡ бейеүе "Ирәндек"
Видео сығанағы: "Единый портал культуры
народов Башкортостана" каналы
Икенсе вариант
К.М. Дияров тарафынан 1926–1927 йылдарҙа Баймаҡ районы Монаш һәм Ғәбдрәш ауылдарында абруйлы оло ҡурайсылар
Хәсән һәм Мөхәмәтдиндән яҙып алына.

Йыр тарихына ярашлы,
борон Ирәндек һырты урман
менән ҡапланған булған.
Урмандар тау битләүенән яланға табан
15–20 километрға һуҙылған булған.
Урал һәм Һаҡмар йылғаһы буйынан күсеп килгән
башҡорт ырыуҙары был ҡарурманды үтә алмай аҙапланған. Йылдар үтеү менән Ирәндек аша
насар ғына булһа ла, юлдар һалғандар. Бер заман
тау һыртында ял итеп ултырғанда бер ҡурайсы
ҡурайын алып матур көй һуҙып ебәргән.
Уның уйнау оҫталығы менән һоҡланған кешеләр:
«Был ниндәй ғәжәйеп матур йыр?» – тип һорағандар.
Икенсеһе, көй ыңғайына йыр һуҙып та ебәргән:
Ҡая таштар, ҡуйы урмандар, ҡуйы урмандар,
Үтә алмай көйөндөк, көйөндөк.
Юлдар һалып, был тауҙарҙы
Үтергә лә өйрәндек, өйрәндек.
Шул замандан алып был
йырҙы һәм тауҙы Өйрәндек тип атағандар,
аҙаҡтан ул Ирәндеккә әйләнгән.
Өсөнсө вариант
Ғ. З. Сөләймәнов 1922 йылда Йылайыр кантоны Темәс волосы Төркмән ауылында йәшәүсе Зәйнетдин ҡарттан йырҙың тарихы, һүҙҙәрен яҙып ала.
Гата Зулькафилович Сулейманов.
Башҡорт совет актеры, йырсы, ҡурайсы, фольклор йыйыусы
һәм педагог. Башҡорт АССР-ның халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ирәндек тау һырты
Урал тауҙарының
дауамы. Был ерҙәрҙә
оло ҡатай, бала ҡатай, ҡыпсаҡ һәм бөрйән ырыуҙары көн итә.
Оло ҡатай һәм бала ҡатай ырыуҙары ерҙәре Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйынан үтә. Йылғаның ҡаршы ярында ҡаҙаҡтар була. Улар йыш ҡына башҡорт ерҙәренә баҫып инә, ерҙәрен талай, малдарҙы һәм ҡатындарҙы урлай.
Шуға бәйле йыш ҡына ҡаты
бәрелештәр булып тора.
Ирәндек тау армыты. Һүрәт сығанағы: penta-club.ru
Быны туҡтатыу маҡсатында оло ҡатай һәм бала ҡатай ырыуҙары күрше ҡыпсаҡ һәм бөрйән ырыуҙарын ярҙамға саҡыра. Көслө бөрйән ырыуы һуғышта ҡатнашҡаны өсөн Солтанкүл күленән (Әбйәлил районы Хәлил ауылы) Ҡыҙыл йылғаһына тиклемге (Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары яғынан Урал йылғаһына ҡоя) ерҙәрҙе уларға биреү шартын ҡуя, ҡатайҙар быға риза була.
Дүрт ырыу берләшеп, Яйыҡ йылғаһы буйында йәшәгән ҡаҙаҡтарҙы туҙҙыра, күп табыш
менән әйләнеп ҡайта. Еңеү хөрмәтенә Ирәндек һыртында 7 көн байрам бара, усаҡ төтөнөнән тау башында ҡара болоттар ҡуйыра. Һыйланыу тамамланғас, ырыу башлыҡтары, Ирәндектең иң башына менеп, ерҙәрҙе бүлешә.
Оло ҡатай һәм бала ҡатай ырыуҙары был ерҙәрҙе ҡалдырырға тейеш булып килеп сыға. Киткән саҡта бер нисә ҡурайсы һәм йырсы ошо йырҙы башҡара. Был көйҙө «Өйрәндек» тип атайҙар. Бынан һуң ырыуҙар бер-береһенә ҡаршы һуғышмаҫҡа, ярҙам итергә һүҙ ҡуйыша. «Өйрәндек» тауын аҙаҡтан Ирәндек тип йөрөтә башлайҙар.
Йыр тексы 12 куплеттан тора,
9-сы һәм 10-сы куплеты йырҙың
беренсе варианты менән
тура килә.
Йырҙың йөкмәткеһе буйынса уны Ирәндеккә, тыуған еренә, ырыуына, ҡатын-ҡыҙ матурлығына һоҡланған ир-егет йырлай.

Һүрәт сығанағы: koniclub.pro
Моғайын, Ирәндек йырының иң ҙур күләмле 3-сө варианты төп нөхсәһе булғандыр.
Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988.
2. Сөләймәнов Ғ. З. Башҡорт халыҡ көйҙәренең тарихы. Ҡулъяҙма. Өфө, 1947.
3. Электрон ресурс //Башҡорт энциклопедияһы.//URL:башкирская-энциклопедия.рф.
4. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик портал.