« Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ өсөн тәбиғәт тауыштарына эйәреү ғәжәп күренеш түгел, ә тәбиғи булған. Башҡорттар борон-борондан тәбиғәт менән бер бөтөн булып йәшәгән: һунарға йөрөгән, йәнлек аулаған – ризыҡ табыуы еңелдән булмаған. Яртышар йыл йәйләүҙә йәшәгәндә бындай имитация ихтыяж да, ижад һәм үҙ-үҙеңде күрһәтеү ҙә булған, тора бара ул башҡорт милли музыка мәҙәниәтенең алыштырғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән. Хатта беҙ ҙә бала саҡта ҡоштар тауышын ҡабатларға, төрлөсә һыҙғырырға маташа инек, кемдер ике бармағы аша, кемдер торба менән, кемдер теше аша һыҙғырып ярыша инек. Ә инде быларҙың барыһын да музыкаль формаға һалып әҫәргә әйләндереү икенсе эш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бындай оҫталар юҡ кимәлендә.
Тауыш менән бик күп нимәне сағылдырырға мөмкин. Мәҫәлән, ел – ул еләҫ кенә лә, дауыл да була ала. Бүре олоуы яҡшы килеп сыға – ҡумыҙҙа уйнайһың да уның өҫтөнә тамаҡ аҫтынан тауыштар сығараһың. Өкө, айыу, тумыртҡа, бесәй, кәкүк, һабантурғай, һандуғас, ҡарға һәм башҡа йәнлектәрҙең тауыштарын, шишмә аҡҡанын, аттар сабыуын да оҡшатырға мөмкин. Был оҫталыҡты һаҡлау мотлаҡ тип иҫәпләйем, бының өсөн уны пропагандаларға, ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк.
Этәргес көс булһа, ҡыҙыҡһыныу ҙа буласаҡ. Бына башҡарыусыларҙы эҙләп конкурстар ойоштора башлағайнылар, эш алға китте. Хәҙер тамашасы ла бар, ҡурайсылар ҙа күп, был музыка ҡоралы халыҡҡа кәрәк. Ҡумыҙ менән дә шул уҡ хәл – элек оҫталар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине, конкурстар үткәрә башлағас уларҙың һаны бермә-бер артты. Ҡумыҙсылар конкурсы сиктәрендә "тауыштарҙы импровизациялау» тигән яңы номинация индерергә мөмкин булыр ине, минеңсә, үҙенең һәләтен күрһәтергә теләүселәр табылыр ине. Бында, әлбиттә, бик күп нәмә башҡарыусыларҙың оҫталығынан тора, Зәйнетдин һымаҡ заманса, матур сығыш яһарға өйрәнергә кәрәк».