Беренсе версия
Иртәнсәккәй сығып бер ҡараһам,
Эй, Ирәндекәй тауы ята ла бит күгәреп,
Шул яҡтарға ҡарап, бер йырланым,
Уйҙарымды алыҫ та ғ(ы)на ебәреп.
Ирәндекәй тауҙың үңеренән
Күренеп кенә ята күп ерҙәр.
Донъя рәхәтлеген күрә алмай
Үлеп кенә китә күп ирҙәр.
Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар
/ Төҙ. Ф. Нәҙершина. Өфө, 1996. 26−27 бит.
Икенсе версия
Күгәреп та ятҡан, ай, арҡа еркәйгә шул
Ат юрттырып меңһәң, көс була.
Уҙған ғына ғүмеркәйҙең юҡ билгеһе, шул,
Таң ата ла көндәр кис була.
Ебәккәй генә ҡушып үрә алманым, шул,
Ерәнсәккәй атым ялына.
Атым менән генә ағзам теүәл булһа, шул,
Ҡайғырмайым донъя малына.
Йүгән генә тотоп, төшөп киттем, шул,
Туғайҙағы торған туры атҡа.
Егет кенә кеше йөрөгән була, шул,
Етешермен тиеп моратҡа.
Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. 202-се б.