1927 йылда Кәрим Дияров «Ильяс» йырының тарихына бәйле тағы ла бер риүәйәтте Тоҡтағол ауылында йәшәүсе Мәғәфүров тигән фамилиялы кешенән яҙып алған.
Ильяс хәҙерге Баймаҡ районы Күсей ауылында ярлы ғаиләлә тыуып үҫә. Бала саҡтан зирәк, йор һүҙле, ҡурай моңон, йырҙы өҙөлөп яратыуы менән башҡа балаларҙан айырылып торған. Үҫеп еткәс, ул сәсәнлеге һәм йырсы булыуы менән дан тотҡан. Ирәндек тауының ҡая ташы йәки Күсем ташына менеп йырлағанда уның тауышы 20 саҡрым алыҫлыҡҡа, Үләндекүлгә тиклем, ишетелер булған.
Ильяс ауылдағы бер ярлы ғаиләнән эшһөйәр, һылыу ҡыҙға ғашиҡ була. Егетте бар халыҡ яратҡан, тик байҙар ғына тура һүҙлелеге өсөн күрә алмаған. Байҙар Ильясты эшкә алмай, ахыр сиктә, йәше етмәһә лә, уны һалдатҡа ебәрә.
Иленә ҡайтҡас, Күсем ташына менеп, иртә таңда йыр йырлай (йырҙың беренсе версияһы). Ауылдаштары Ильясты тауышынан танып, ҡаршы барып ала. Ҡайтыуына ата-әсәһе донъя ҡуйған була, ә һөйгән ҡыҙын көслөк менән бер бай икенсе бисәлеккә алған.
Тиҙҙән байҙар Ильясҡа ялған ғәйеп тағып, уны Себергә оҙата. Ошо ваҡыттан алып «Ильяс көйө» унан ҡалған ҡомартҡы, тип һанала.