Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Гөлнур Ишбулатова
«Генерал Иғзаҡов».
Бер бейеүҙең тарихы
Башҡорт бейеүе меңәр йылдар буйына үҙенә генә хас үҙенсәлекте һаҡлаған, тамашасыларҙы әсир итерлек сағыулығы һәм ихласлылығы менән айырылып тора. Был иһә уның йөкмәткеһендә лә, музыка-костюмдарында ла, ҡуйыу оҫталығында ла сағыла.
Башҡорттоң элек-электән һуғышсан халыҡ булып формалашыуы тарихи тәбиғилек. Ә бейеү ул халыҡтың тормошо. Шуға күрә башҡорт бейеүендә яу элементтарын йыш ҡулланыу ошо һыҙаттың бер күренеше. Уларҙа беҙ яугир образын ғына түгел, ә халыҡтың көнкүрешен дә, ғәҙәти тормошон да күрәбеҙ. Бейеү сәнғәте арҡылы боронғо эпостарҙы, йола-традицияларҙы ла хәтергә төшөрәбеҙ.

Милли хореографияның да боронғо тарихы бар. Халыҡ бейеүҙәре әүәлдән байрамдар, традицион йыйындар һәм туйҙар ваҡытында башҡарылған. Шуныһы, башҡорт бейеүе быуаттар буйына үҙенең көсөн, сағыулығын, тәү матурлығын юғалтмаған.
Әсҡәт Нурмөхәмәтов — "Генерал Иғзаҡов" бейеүен беренсе башҡарыусы
«Генерал Иғзаҡов» — халыҡтан йыйылған образдарҙы бергә туплаған, уйлап табылған бейеү. Уның 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирына арналған тигән версияһы ла бар. Әйтергә кәрәк, барлыҡ яуҙарҙа ла әүҙем ҡатнашҡан башҡорттарҙың әҙәби, һынлы, фольклор, музыка, бейеү сәнғәтендә лә был ваҡиға киң сағылыш тапҡан. Шуға күрә, башҡорт халҡының француз яуына арналған йырҙары ла, бейеүҙәре лә бихисап.

Әммә беҙ һөйләйәсәк бейеү — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, башҡа билдәле бейеү коллективтарының репертуарында юҡ. Уны ҡуйылғанынан алып тик һәүәҫкәрҙәр башҡарған. Оҡшаш бейеүҙәр — "Генерал Циалковский", "Перовский", "Маршрут".

Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов әйтеүенсә, был бейеүҙәрҙең барыһы ла, шул иҫәптән "Генерал Иғзаҡов" та, "Ҡарт Байыҡ" бейеүенән бүленеп сыҡҡан:
"Башҡорт бейеүендә элек-электән башта көй килеп сыға, унан һуң ғына хәрәкәт, пластика. "Ҡарт Байыҡ" тәү сиратта барыһы өсөн дә уртаҡ көй. Баймаҡ районында йәшәгән күренекле ҡурайсы Кәрим Дияров, мәҫәлән, уның бер нисә төрөн уйнай торғайны".
Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Юлай Ғәйнетдинов
Тарих бер нисә версияға таяна

Документтар буйынса генерал Иғзаҡовтың булыуы раҫланмай. Был хаҡта Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған бейеүсе Риф Ғәбитов та билдәләп үтте.
Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған бейеүсе Риф Ғәбитов
Уның әйтеүе буйынса, "Иғзаҡов" тигән көй булған: "Әгәр ҙә "Перовский" тигән бейеүҙең нигеҙендә ысынлап та аныҡ кешенең шәхесе, Ырымбур губернаһының генерал-губернаторы торһа, генерал Иғзаҡов хаҡында бер ниндәй ҙә документ юҡ. Был турала ваҡытында билдәле ҡурайсы Ғата ағай Сөләймәнов та һөйләй торғайны. Был хореографик йыйылма образ".

Шулай уҡ ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов та быны раҫлай. Ул революцияға тиклемге яҙылған, билдәле тарихсы Сергей Рыбаковтың китабына таяна: «Унда Бирғәле сәсән, Толомғужа сәсәндәр хаҡында мәғлүмәттәр бар, ә генерал Иғзаҡов хаҡында мәғлүмәт юҡ".

Улай булғас, был бейеү ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Тағы ла бер версия бар. Уныһы дөрөҫөрәктер, ти белгестәр.
"Генерал Иғзаҡов" — билдәле хореограф, бейеүсе Йәнғәле Вәхитовтың халыҡ араһынан төрлө образдарҙы йыйып йөрөп һалған бейеүе. Тик уның ҡуйыуында бейеү "Иғзаҡов", хатта ҡайһы бер версия буйынса "Игеҙәков" тип аталған.
Йәнғәле Вәхитов – бейеүсе, бейеүҙәр ҡуйыусы. БАССР- ҙың атҡаҙанған артисы.
Йәнғәле Вәхитов – бейеүсе, бейеүҙәр ҡуйыусы. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Үҙ ваҡытында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейегән. Һуңынан Бөрйән районында йәшәп ижад иткән. Төпкөлдә көн итеү уға характерлы, йола-традицияларға таянған, тәрән йөкмәткеле халыҡ бейеүҙәре һалыуға булышлыҡ итә. Уның бейеүҙәре йомшаҡ, тыйнаҡ хәрәкәттәрҙән тора, шулай уҡ тигеҙ ритмика ла бар унда. Йәнғәле Вәхитов үҙе әйтеүенсә, бейеүҙәр һалыу еңел түгел, уның тарихынан тыш, бейеүсенең тәбиғәтен өйрәнеү ҙә зарур. Ул тағы ла шуны билдәләгән: "Халыҡтан алам – халыҡҡа бирәм".

Йәнғәле Арыҫлан улының билдәле "Ҡаһым түрә", "Йәш Байыҡ", "Ҡарлуғас", "Шоңҡар", "Форт-Перовский" бейеүҙәре лә халыҡтан алып халыҡҡа бүләк ителгән бейеүҙәр. Был композицияларҙы ла тик һәүәҫкәрҙәр генә башҡарған.
Йәнғәле Вәхитов – бейеүсе, бейеүҙәр ҡуйыусы. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.
Тағы ла бер версия буйынса, Йәнғәле Вәхитов "Иғзаҡов" бейеүен билдәле хореограф, халыҡ бейеүҙәре оҫтаһы Йәүҙәт Бикберҙин өсөн һалған. Ул ваҡытта Йәүҙәт Йәнғәле Вәхитов менән бергә эшләгән, хатта уның төркөмөндә репетитор булған. Ошо осорҙа ул үҙенең остазының барлыҡ бейеү хәрәкәттәрен отоп йөрөгән, ти белгестәр.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баймаҡ районының "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны Динислам Исҡужин әйтеүенсә, ошо иһә бейеүҙең тәүге варианты: "Был хаҡта баянсы Минниәхмәт Ғәйнетдинов та һөйләгәйне. Бейеүҙең тәүге вариантында уның кейемдәре лә, хәрәкәттәр ҙә ябай ғына. Ябай, ләкин ғәҙәти түгел. Тәү ҡарамаҡҡа ябай күренгәнде лә профессионал ғына башҡара ала. Йәнғәле Вәхитовтың бар оҫталығы шунда ла инде. Ябайлыҡта — бөйөклөк. Иғзаҡовтың кейгән кейемдәре лә айырылып тора. Яугир камзул кейгән, билен билбау менән быуған. Йәнғәле ағай уның өҫтөнә елән кейә торған булған".
Динислам Исҡужин "Байыҡ" халыҡ-ара телевизион бәйгеһендә тап ошо "Иғзаҡов" бейеүенең беренсе вариантын башҡарып Гран-при яулай.
Башҡорт бейеүенең оҫтаһы, балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикберҙин – тыуған яғы Баймаҡ районында йәшәгән. Уның ҡуйыуында "Ҡарауанһарай", "Маршрут", "Генерал Иғзаҡов", "Ҡара юрға" — башҡорт яугирының бөйөклөгөн билдәләгән бейеүҙәр. Йәүҙәт Бикберҙин һалған тиңһеҙ композицияларҙы халыҡ бейеүҙәре менән дә бутауы еңел. Шуға күрә "Иғзаҡов"ты ла тарихи бейеү тип билдәләүҙәре мөмкин.
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикберҙин
Ошо бейеүҙең ҡуйылыу тарихын күреп белгәндәр, Йәүҙәт Бикберҙин Йәнғәле Вәхитовтың бейеүен тағы ла байытып, яңы хәрәкәттәр өҫтәп, "Генерал Иғзаҡов" тип үҙгәртеп тап Әсҡәт Нурмөхәмәтов өсөн һалды тип билдәләне. Генералдың сәхнә образын, уның мимикаһын, хәрби оҫталығын һәм костюмын тап ошо бейеүҙән, уның икенсе вариантынан ҡарап өйрәнәләр.
Әсҡәт Нурмөхәмәтов һәм Динислам Исҡужин
Башҡорттарҙың ир-егеттәр бейеүе, лирик ҡатын-ҡыҙҙар бейеүенә ҡарағанда көс-ғәйрәт, етеҙлек менән айырылып тора. "Генерал Иғзаҡов" та ҡыйыу яугирға хас хәрәкәттәрҙән тора. Шуға күрә был бейеүҙең элементтарында эпик хәрби бейеүгә хас деталдәрҙе күҙәтергә мөмкин. Генералдың атта сабып барыуы, һалдаттарса аҙымдар, уҡтан атыу, ҡылыс күтәреү кеүек хәрәкәттәр бар. Ә иң мөһиме — генералдың бөйөклөгө, батырлығы һәм тәбиғи матурлығы кәүҙәләндерелә бейеүҙә. "Генерал Иғзаҡов" һәр ваҡыт ғорурлыҡ уята торған һәм башҡорттарҙың визит карточкаһы булған бейеүҙәрҙең береһе. Тамашасы бейеүсенең сәхнә костюмына ла иғтибар бирә. Ҡайһы берәүҙәр сағыу күк төҫтәге костюмда сыға, погон, яурын аша орден-миҙалдар таҡҡан хәрби наградалар күрһәтелә. Башта бейеүсе ҡыҙыл төҫтәге камзул кейә, унан һуң сәхнә образы бер нисә тапҡыр үҙгәртелеп хәҙер костюмда күн һәм йәнлек тиреһе элементтары тағылған. Ләкин "Иғзаҡов"тың тәү образын Йәүҙәт Бикберҙин менән Әсҡәт Нурмөхәмәтов уйлап тапҡан.
"Генерал Иғзаҡов" бейеүен башҡарыусылар
Әсҡәт Нурмөхәмәтов – һәләтле, һәүәҫкәр бейеүсе. Баймаҡ районының "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы була. Ул, 1812 йылда генерал Иғзаҡов тигән хәрби ғәмәлдә булған тип ышана. Ул беренселәрҙән Парижға ингән. Хатта уның ғәйрәтле кеше булыуынан тыш, юморға бай, шаянлығын да билдәләй: "Шуға ла был бейеүҙә Йәүҙәт ағай уның ҡарашын эшләргә ҡушты. Бик үҙенсәлекле ҡараш булырға тейеш". Ошо мимиканы бейеүсе аҙналар буйы көҙгө алдында тороп өйрәнә. Килеп сыҡҡандыр, күрәһең. Сөнки тамашасылар әлегәсә ошо ҡарашҡа иғтибар итә, уны көтөп ала. Әсҡәттең генералынан күҙ айырып булмай, ти уларҙың ҡайһы берҙәре.
Был бейеүҙе бөгөн күптәр башҡара. Ләкин батыр ҙа, шаян да генералға хас ҡарашты Әсҡәт Нурмөхәмәтовтан башҡа бер кем дә бирә алғаны юҡ.
"Генерал Иғзаҡов" — башҡорт яугиры хаҡындағы иң уңышлы бейеүҙәрҙең береһе. Бөгөнгө балетмейстерҙар билдәләүенсә, башҡа ундай характерлы бейеүҙәр ҡуйыусы табылмаясаҡ. Ошо бейеү әле лә уның башҡарыусыһына конкурс-фестивалдәрҙә еңеү алып килә.

Бейеүҙең сәхнә теле барыһына ла аңлашыла һәм уны төрлө тамашасы ла ҡабул итә ала. "Генерал Иғзаҡов" һәр ерҙә лә уңыш ҡаҙана. Был иһә бейеүҙең элеккесә милләт теле, уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге булыуын иҫбат итә.
Гөлнур Ишбулатова әҙерләне

Фото: материал геройҙарынан алынды

Видео: авторҙың шәхси архивы. Баймаҡ телестудияһы.
"Хазина. Й. Вәхитов", "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы

Верстка: Рөстәм Төхбәтов