К. М. Дияров«Сал Уралдың моңдары» исемле китабында йырҙың барлыҡҡа килеү тарихын Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы кешеһе Ғиниәт Буранбаев һәм Үрге Этҡол ауылынан Динислам Мөхәмәтҡолов һүҙҙәре буйынса һүрәтләй.
XIX быуат урталарында батша Рәсәйендә генерал-губернато В.А. Перовский етәкселегендә Аҡ мәсет ҡәлғәһен яулау өсөн Урта Азияға поход ойошторола. Был походта иң оҫта һәм яусыл башҡорт полкы ла ҡатнаша. Бер ҡаланан икенсе ҡалаға яу юлы аша алға барған полк Һырдаръя йылғаһы ярҙарына килеп етә. Улар үҙ сафында күп юғалтыуҙар кисерә.
Аҙаҡтан был йырҙы бөтә полк ятлап ала. Һуңынан, иҫән-һау ҡалған яугирҙәр, тыуған яҡтарына ҡайтып, уны халыҡ араһында тарата.
Тәүге тапҡыр был йыр көйө 1894 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Юлыҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостан республикаһы Баймаҡ районы) С. Г. Рыбаков тарафынан яҙып алына, һәм «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» исемле китабында донъя күрә.
«Һырдаръя» йыры варианттарын Х.Ф. Әхмәтов, М.Ф. Буранғолов, С.Ә. Ғәлин, К. М. Дияров, А. С. Ключарев, Ф. Ә. Нәҙершина, Ғ. З. Сөләймәнов, Р. С. Сөләймәнов яҙып алған.
М. Ф. Буранғолов материалдары буйынса «Һырдаръя» йыры «Өсөнсө армия» тип атала.
Йырҙы башҡарыусылар араһында:
С. Ә. Абдуллин, Х. Б. Әхмәтов, Б. Х. Еникеев, М. А. Ҡаҙаҡбаев. Йыр Х. Ф. Әхмәтов, М. М. Вәлиев, Р. Х. Ғәзизов тарафынан — тауыш һәм фортепиано, А. С. Ключарев тарафынан ҡыллы квартет өсөн эшкәртелгән. Йырҙың көйө А. С. Ключаревтың «Башҡорт халыҡ темаларына сюита» домра өсөн квартет пьесаһында ҡулланыла.