Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Туҡыусылыҡ
һуғыу, туҡыма һуғыу
Туҡыма һуғыу — кешелектең иң боронғо асыштарының береһе. Туҡыма станоктарында тауар етештереү бәйләү эволюцияһы булараҡ, таш быуатта уҡ барлыҡҡа килгән. Туҡыусылыҡтың тыуған ере тип Азия иҫәпләнә, сөнки тәүге вертикаль туҡыма станогы тап бында табылған. Элек йәнлек йөнөнән һәм төрлө үҫемлек күсенән, шулай уҡ саф ебәктән еп эшләгәндәр.
Борон туҡыусылыҡ өҫ һәм аяҡ кейеме, юрған-түшәк әҙерләү өсөн кәрәк булған. Һуңғараҡ кешеләр таҫтамал, ашъяулыҡ, урындыҡ һәм иҙән ябыуҙары, тормош өсөн башҡа кәрәкле һәм файҙалы әйберҙәр туҡырға өйрәнгән.

Туҡыусылыҡ Европа һәм Азия халыҡтарында ғына түгел, Америкала ла билдәле булған. Уны боронғо инктар күптән белгән. Келәм, балаҫ баҫыу сәнғәте шулай уҡ боронғо мысыр, грек, скиф, фарсы халыҡтарында ла үҫешкән. Биҙәкле туҡыусылыҡ Боронғо Рәсәйҙә лә билдәле булған. Туҡыусылыҡтың төрҙәре һәм биҙәктәрҙең стиль үҙенсәлектәре буйынса Рәсәйҙең себер, үҙәк һәм көньяҡ райондары, Волга буйы, Төньяҡ Кавказ төбәктәре
айырылып тора.
Башҡорттарҙа туҡыусылыҡ
Башҡорттарҙа туҡыусылыҡ Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында бигерәк тә киң таралған. Был кәсепте һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы белгән. Улар шаршау, ашъяулыҡ, таҫтамал, hөлгө, япма, намаҙлыҡ, келәм, балаҫ, байрам кейеме өсөн биҙәкле таҫма һәм башҡа әйберҙәр туҡыған.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары сеймал өсөн үҫемлек сүсен, һарыҡ, дөйә йөнөн, кәзә мамығын файҙаланған. Көньяҡ Себер, Урта Азия, Көнсығыш Европа халыҡтарындағы кеүек үк, төп материал киндер булған. Тар һәм ҡалын киндер туҡыманан ирҙәр өсөн өҫкө кейем һәм ыштан теккәндәр. Шулай уҡ етен ҡулланғандар, унан киндер менән сағыштырғанда йомшағыраҡ һәм йоҡараҡ туҡыма килеп сыҡҡан. Туҡыма өсөн кесерткәнде лә файҙаланғандар.

Сүсте үҙағастан айырыу өсөн үҫемлек һабаҡтарын һыуҙа ебетәләр йәки ҡар аҫтында тоталар, артабан ағас төйгөс һәм талҡы менән эшкәртәләр. Сүбәген шырт щетка йәки тәрәш тараҡ менән тигеҙләйҙәр.
Left
Right
Тәү сиратта һарыҡтың яҙ ҡырҡылған оҙон йөнөн файҙаланалар. Әҙер йөндө бысраҡтан һәм сәнскенән ҡул менән таҙарталар, махсус ҡорамал менән айыралар, ҡайһы саҡ вертикаль рәүештә ҡуйылған тимер йәки ағас тараҡ аша үткәрәләр. Йөндө орсоҡ менән сираталар. Әҙер епте ус һәм терһәк аша йәки тубыҡҡа урап урам килтереп сығаралар (30 буй еп). Йөн йылы һыуҙа йыуыла, кәрәк булғанда ағартыла һәм буяла. Артабан йомғаҡҡа урала.
Этнограф, башҡорт этнографияһы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте белгесе Н. В. Бикбулатов мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда туҡыу станоктарының 5 төрө таралған булған.
Яраҡлаштырылған туҡыма станогы (Ҡурған өлкәһе)
Рамһыҙ станок артында Йәмилә Исламғолова (БР, Баймаҡ районы, Күсәй ауылы). Г. И. Мөхәмәтшин фотоһы. 1958 й.
Яраҡлаштырылған туҡыма станогы (Ҡурған өлкәһе)
Рамһыҙ станок артында Йәмилә Исламғолова (БР, Баймаҡ районы, Күсәй ауылы). Г. И. Мөхәмәтшин фотоһы. 1958 й.
Беренсеһе – көньяҡ-көнсығыш һәм Ырымбур башҡорттарына хас иң ябай рамһыҙ туҡыма станогы. Күсмә шарттарға ҡулайлаштырылған станок йәйге аласыҡта йәки ихатала урынлаштырыла. Уның буйғауын ергә ҡаҙалған ваҡ ҡаҙаҡтар менән йәки бағана менән тарттыралар. Туҡыу станогының икенсе төрө трапеция йәки дүрт мөйөшлө формалы һәм рамлы булған. Рамға буй ептәрҙе тарттырыу өсөн өс терәк ҡуйыла. Был төр республиканың Ейәнсура һәм Мәләүез райондарында киң таралған.

Туҡыу станогының өсөнсө төрө һикегә ҡуйыла. Уның рамы юҡ, рам урынына аҫҡы яҡтан остары киртелгән ике ҙур ҡырлы бурса һәм арағас өсөн терәк ҡуйыла, шулай уҡ һикегә ҡаҙаҡ ҡағыла. Һикенән таҡталарҙың бер өлөшө алына, ә киртләс бурсалар ситтәге таҡталарға һалына һәм шына менән нығытыла. Станоктарҙың был төрө төньяҡ-көнсығыш райондарҙа таралған.

Туҡыу станогының дүртенсе төрө дүрт таяуҙағы дүрт мөйөшлө ағас рам рәүешендә. Өфөнән төньяҡҡа һәм көнбайышҡа табан биләмәләрҙә таралған.

Туҡыу станогының бишенсе төрө камилыраҡ, ул һүтелә торған рамдан эшләнә. Был тип Башҡортостандың төньяғында һәм Урал аръяғында таралған.
Станоктың төп эшсе өлөштәре:
Ремизка
Ике йоҡа таҡта рәүешендәге, алмаш-тилмәш күтәрелгән һәм төшкән, өҫкә һәм аҫҡа күсеп, буй ептәрен күтәрә йәки төшөрә һәм ярыҡ барлыҡҡа килтерә, шул ярыҡҡа еп һалына.
Һоҫа (шүре ояһы)
Арҡау епте һалыу өсөн ҡулланыла.
Ҡаба
Тараҡ рәүешендәге деталь. Ҡабаға епте туҡыма тирәсенә һуғалар.
Эволюция процесында станоктың бик күп конструктив вариациялары, мәҫәлән, буй ептәрҙең һәм туҡыманың туплауысы (алғы һәм артҡы күсәр), аяҡ педалдәре барлыҡҡа килгән.
Станоктың эшләү механизмы
Буй ептәр, арҡау ептәре менән ҡушылып туҡыма барлыҡҡа килтерә һәм ул тауар күсәренә шөйтөләнә. Ремизкаларҙың күсеп йөрөүе төрлө ептәрҙән туҡыма килтереп сыға.

Туҡыманың ҡалынлығы ҡаба тештәренең йышлығына һәм улар араһынан үткән ептәр һанына, ә туҡыманың арҡау ҡалынлығы бер арҡау ебе буйынса күсеп йөрөүенә бәйле.
Туҡыусылыҡтың төп техникалары тауарҙы етештереү һәм биҙәү ысулдары буйынса билдәләнә: биҙәкләп-күтәреп һуғыу (сүпләм), аҫалап һуғыу, күп ремизлы, аласа.

Туҡып үреүҙең иң ябай төрө – шыма етен туҡыма. Ул бөтә замандарҙа ла таҫтамал һәм эске кейем өсөн туҡыма туҡығанда ҡулланыла.
Аҫалап һуғыу ябай геометрик фигураларҙан торған орнамент тыуҙыра. Ул төрлө ептәрҙән: етен, йөн һәм сүсте ҡушҡандан килеп сыға. Был ҡатмарлы процесс ике яҡтан да берҙәй шыма туҡыма килтереп сығара. Бүлеп һуғыу, ҡыҡтырып һуғыу, асалап һуғыу бигерәк тә көнбайыш райондарҙа таралған. Традицион интерьер әйберҙәре (таҫтамал, ашъяулыҡ, шаршауҙар) ошо техника ысулы менән һуғылған.
Биҙәкләп һуғыу, күтәреп һуғыу, сүпләм ысулы фонға йә уң яҡтан, йә тиҫкәре яғынан биҙәк һалыуҙы күҙ уңында тота. Шуға күрә биҙәкле ашъяулыҡтарҙың һәм таҫтамалдарҙың тиҫкәре яғы бик матур булмай. Ҡағиҙә булараҡ, һуғылған биҙәктең төп фоны ҡыҙыл йәки күк төҫтә, горизонталь рәүештә булған. Биҙәкләп һуғыу техникаһы Башҡортостандың төньяҡ һәм үҙәк райондарында таралған. Был техника ярҙамында башҡорт милли кейеме (ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр күлдәге, ыштан, алъяпҡыс), шулай уҡ таҫтамал, шаршау, намаҙлыҡ, ашъяулыҡ, мендәр тышлығы әҙерләгәндәр.
Һайлам (выборная) техникала биҙәк өлөшләтә һуғыла, шунлыҡтан тауар күп төҫлө һәм рельефлы була. Шулай ҙа уң һәм тиҫкәре яҡтары бер-береһенең негативы булып күренә.
Горизонталь туҡыу станогында иң таралған ысул – ваҡ (ремиз) техника. Бында төҫлө ептәр билдәле тәртиптә алмашына, был ябай геометрия линиялары менән төрлө биҙәктәр тыуҙырырға булышлыҡ итә.

Оҫталар ремиз техникаһының иң ябай төрө тип сыбар туҡыма йәки аласаны атай. Бында ҡыҙыл, күк һәм аҡ төҫтәге буй һәм шаҡмаҡ һүрәттәр күҙ уңында тотола, һирәк осраҡта һары һәм йәшел төҫтәр ҡушыла. Бындай туҡыма алъяпҡыс, ирҙәр күлдәге, сарафан һәм карауат ябыуы эшләгәндә ҡулланыла.
Ремиз техникаһының ҡатмарлы һәм күп көс талап иткән ысул – сатраш (клетчатина), уның һүрәте дөрөҫ геометрик формала була. Сатраш биҙәге шыма туҡыма өҫтөнән ваҡ арҡау еп менән яһала. Туҡылған һүрәттәр бик күп төрлө булған. Быны беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған атамалар ҙа күрһәтә: «аҡса», «түңәрәк», «прәник», «ҡыяр» йәки «селтәр». Күп ремизлы техника Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш райондарында һәм Урал арьяғының төньяҡ-көнсығышында таралған.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы фондтарында башҡорттарҙың XIX быуат аҙағындағы ‒ ХХ быуаттың тәүге сирегендәге биҙәкле туҡыусылыҡ өлгөләре һаҡлана. Улар төрлө техникала һуғылған өҫкө һәм эске кейем, таҫтамал, ашъяулыҡ, шаршау.
Кейеҙҙән йәки кесерткәндән һуғылған туҡыманан ыштан, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге, бай биҙәктәр сигелгән туҡыманан байрам кейеме теккәндәр. Башҡорттар төрлө йөн туҡыманы эшкәртә белгән.
«Йөн тутсыма», «мәллә», «сога», «туда» кеүек төшөнсәләр киң ҡулланылған. Йылы кейем өсөн ныҡ сиратылған, арҡау ҡаҙап ике тапҡыр ҡушылған йөндән материал туҡығандар. Шарф, шәл, силғау өсөн аҙ ғына сиратылған, ептәре һирәк ҡушылған йөн ҡулланыла, был осраҡта кейем йомшаҡ килеп сыға һәм тиҙ ҡабара.
Буяу өсөн башҡорттар ҡыҙыл тамыр, һыйыр теле, артыш һәм көкөрт үләнен (йәшел төҫ) ҡулланған. Төҫө уңмаһын һәм сағыу булһын өсөн көл һәм әсеүташ өҫтәгән. XIX быуаттың икенсе яртыһынан әҙер буяуҙар ҡуллана башлайҙар.
XIX быуаттың аҙағында – XX быуаттың башында башҡорттарҙың көнкүрешенә фабрикала етештерелгән йөн һәм кизе-мамыҡ туҡымалар үтеп инә. Өй шарттарында әҙерләнгән материалдар яйлап онотола бара. Хәҙерге көндә туҡымаларҙың күбеһе сәнәғәт предприятиеларында механик, автоматик һәм махсус туҡыу станоктарында етештерелә. Ҡул менән туҡылған әйберҙәр ҡулланма сәнғәттә генә осрай һәм йәрминкәләрҙә, сувенир магазиндарында һатыла.
Балаҫ һуғыу
Көньяҡ-көнсығышта балаҫ һуғыу. Рамһыҙ станок артында Йәмилә Исламғолова (БР, Баймаҡ районы, Күсәй ауылы)

Г. И. Мөхәмәтшин фотоһы, 1958 й.
Башҡорттарҙа кәзә, һирәгерәк осраҡта һарыҡ йөнөнән эшләнгән өбөрөһөҙ балаҫ һәм келәм баҫыу киң таралған. XX быуат башында Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында (тауҙар һәм тау арты) һәм көньяҡ-көнбайышында (Дим йылғаһы бассейны һәм Ағиҙел буйы) балаҫ һәм келәм үҙәктәре булған. Тәүҙә аҡ-ҡара-һоро һәм аҡ-көрән төҫтәге йөндәрҙе файҙаланғандар. Һуңғараҡ келәм оҫталары өй шарттарында үҫемлектәрҙән буяу яһарға өйрәнгән. Анилин буяуҙар барлыҡҡа килгәс сағыу төҫлө келәмдәр эшләнә башлаған.
Боронғо буй балаҫтар
Башҡортостандың көньяғында таралған. Бындай балаҫтарға биҙәкте шыма һәм киртләсле төҫлө һыҙаттар рәүешендәге буй еп менән һалалар.
Башҡортостандың төрлө райондары, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендәге балаҫ өлгөләре. С.Н.Шитованың «Халыҡ сәнғәте. Көньяҡ башҡорттарҙа кейеҙ, келәм һәм туҡыма» китабынан фотолар. Өфө, 2006.
Балаҫҡа әҙерләмә рәүешендә 18‒24 сантиметрлыҡ оҙон һәм тар туҡыма туҡыла. Әҙер материалды балаҫтың оҙонлоғона ҡарап 2,0‒3,5 метрлыҡ киҫәктәргә ҡырҡалар. Бер келәмдә биштән алып етегә тиклем таҫма ҡушып үрелә. Әҙерләмәләрҙе туҡыу, бер төҫтәге таҫмаларҙы тура килтереү өсөн ҙур оҫталыҡ талап ителә. Балаҫтың ситтәре төҫлө буҫтау, ҡомас һәм башҡа бер төҫтәге туҡыма менән баҫыла. Кейеҙгә ҡайылған бындай балаҫтарҙы түшәк итеп тотонғандар, тирмәлә йәки йәйге өйҙәрҙә, аласыҡта иҙәнгә, урындыҡҡа түшәгәндәр.

Түшәк өсөн балаҫтар биҙәкле аҫлыҡҡа матур итеп өйөп һалына. Иҙән балаҫтары ла киң таралған.

Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш, көнбайыш һәм үҙәк өлөштәрендә, Дим һәм Эйек йылғалары бассейнында, Ағиҙелдең урта һәм түбәнге ағымында геометрик биҙәкле аҫалы балаҫтар туҡығандар.

Биҙәктәр буй еп менән түгел, ә арҡау менән баҫыла. Туҡыусы бер нисә арҡау менән эшләй, һәр төҫ өсөн айырым арҡау бүленә. Балаҫтар ҡаба менән һуғыла. Биҙәкле балаҫтарға 60‒70 сантиметр киңлектәге ике киң юл һалына. Буй балаҫтарҙан айырмалы, уларҙы төп биҙәк менән бер үк ваҡытта башҡаралар.

Өбөрөһөҙ балаҫтың биҙәге урта өлөштән һәм ҡайманан торған бер бөтөн композиция булдыра. Келәмдә кеше йәки йәнлек һүрәттәре булырға тейеш түгел, сөнки ислам дине быны тыйған. Биҙәктәрҙә иң йыш осраған элементтар – һигеҙ осло йондоҙ, ромб, өсмөйөш, ҡусҡар мөгөҙ. Был фигуралар барыһы бергә ҡатмарлы дөйөм картина тыуҙыра. Иң боронғо һәм киң таралған биҙәктәр – баҙыян, сулпы, паднус.

Башҡортостандың төрлө райондары, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендәге балаҫ өлгөләре. С.Н. Шитованың «Халыҡ сәнғәте. Көньяҡ башҡорттарҙа кейеҙ, келәм һәм туҡыма» китабынан фотолар. Өфө, 2006.
XX быуатта үҫемлек орнаменттары киң ҡулланыла башлай, ҡатын-ҡыҙҙар ромашка, мәк сәскәләрен келәмгә төшөрөргә, һуңғараҡ тәҙрә селтәрҙәрендәге биҙәктәрҙең күсермәһен яһарға өйрәнә.
Шуны әйтергә кәрәк, борон биҙәктәр һирәк ҡабатланған. Айырым орнаменттар оҫталарҙың исемен йөрөткән. Бөгөн иһә ҡатын-ҡыҙҙар бер береһенән өйрәнә, боронғо балаҫ өлгөләрен тергеҙә, яңыларын уйлап сығара.

Башҡорт балаҫтарында төҫтәр ҙур роль уйнай: биҙәктәр сағыу һандал, ҡыҙғылт-һары, йәшел, зәңгәр, ҡыҙыл, ҡыҙылһыу, көрән төҫтә булған. Ҡыҙыл төҫ ут һәм йылылыҡты, һары – муллыҡ һәм байлыҡты, ҡояш нурҙарын, ҡара – ер һәм уңышты, йәшел – мәңгелек йәшеллекте, күк – ирекле тормошто һәм аяҙ күк йөҙөн аңлата.Башҡорт орнаментында контраст төҫтәр ҡулланыла: ҡыҙыл фонда – йәшел һәм һары, ҡара фонда – ҡыҙыл һәм һары биҙәк. Фон өсөн сағыу ҡыҙыл, һары һәм ҡара төҫтәр, ҡайһы ваҡыт аҡ төҫ һайлана.
В башкирском узоре – цвет меда, пшеницы,
Бескрайних лугов и степей красота,
Цвет синего неба, земли плодородной,
Цвет красных цветов, родников чистота.
Мы слышим протяжную песню курая
В сплетении цвета природы холста.
В башкирском узоре – сэсэна сказанье
И щедрость народа, его доброта.


(Р.Б.Даутова)
Келәм, балаҫтарҙағы биҙәктәр аша башҡорт халҡының килеп сығышы, боронғо ырыуҙар, тирә-яҡ мөхит, тәбиғәт тураһында бик күп мәғлүмәт алырға мөмкин, биҙәк-орнамент халыҡтың хис-тойғоларын, инаныуҙарын белдереүсе символик-график тел булып тора.

Бер келәм ҙурлығына һәм биҙәктең ҡатмарлылығына ҡарап ике аҙнанан алты айға тиклем туҡылған. Көндөҙ ҡул эштәренә ваҡыт ҡалмаған, станок артына кистәрен, эш бөткәс кенә ултырғандар. Төнө буйы, таңға тиклем туҡыу менән булған оҫтабикәләр. Үҙенсәлекле келәм яһау серҙәре быуындан быуынға тапшырылған. Хужабикәнең ҡулдары менән баҫылған балаҫ башҡорт өйөнөң иң күркәм биҙәге һаналған. Кәләштең туй бирнәһендә лә, яңы тыуған сабыйға бүләккә лә келәм булған. Уның менән мәсеттәрҙе, байрам һәм туйҙарҙы биҙәгәндәр.
Келәмдәрҙе һәм балаҫтарҙы сәнәғәт предприятиеларында етештерә башлағас халыҡтың келәм туҡыу сәнғәте, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, онотола төшкән. Һуңғы йылдарҙа был кәсеп тергеҙелә башланы. Күптәрҙең өйөндә өләсәйҙәрҙән ҡалған боронғо келәмдәрҙең схемалары һаҡлана. Әүҙем оҫтабикәләр, йолаларҙы үтәп, йөндө бары тик тәбиғи материалдар менән буяй, боронғо биҙәктәрҙе тергеҙә, был кәсепте йәштәргә өйрәтә. Райондарҙа энтузиастар, онотолоп барған туҡыусылыҡ техникаларын тергеҙеү һәм был тәжрибәне йәш быуынға еткереү өсөн артелдәргә, оҫтаханаларға һәм клубтарға берләшә.

Бөрө ҡалаһында 2015 йылдан алып «Ебәк юл» тип аталған туҡыусылыҡ үҙәге эшләй. Фәнни-методик һәм консультация үҙәгендә белгестәр менән кәңәшләшергә һәм оҫталыҡ дәрестәрен үтергә мөмкин.


руководитель центра Роза Гарифуллина
Уның етәксеһе Роза Ғарифуллина. Архангель районы Орловка ауылында балаҫ һуғыу оҫталығына урындағы мәҙәниәт йорто етәксеһе Фәнисә Сәйфетдинова өйрәтә. «Мозаика» тип аталған туҡыусылыҡ клубын булдырған. Оҫтабикә ололарҙан боронғо 10 станок йыйып алған, халыҡ кәсептәрен һаҡларға тырыша, был шөғөлдө өлкән йәштәгеләргә лә, йәштәргә лә өйрәтә.

Ғафури районы Сәйетбаба ауылында башҡорттарҙың боронғо кәсебе, бала саҡтан ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһынған тегенсе Рабиға Йәрмиева арҡаһында тергеҙелә башлаған.
Бөгөн Рабиға Сәлих ҡыҙының келәмдәрен алырға тип Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да киләләр. Уға «Халыҡ оҫтаһы» исеме бирелгән.

Өфөлә йәшәгән Гүзәл Мостафина туҡыусылыҡ кәсебенә оҫталарҙан өйрәнгән, бөгөн ул теләгән һәр кем өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

«Ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың йылдам үҫеүе тамырҙарыбыҙға ҡайтырға өндәй. Өфөлә хәҙер халыҡ-ара кимәлдәге саралар, конгрестар үтә. Беҙ иһә үҙ сиратыбыҙҙа ҡунаҡтарға йолаларыбыҙҙы күрһәтергә тырышабыҙ. Был эш артабан да дауам итһен ине», ‒ ти Гүзәл Мостафина.

Дим башҡорттарының туҡылған балаҫтарын пропагандалаусы оҫта – Әлшәй районы Иҙрис ауылынан Светлана Сәйетова.
Ул йөндө бары тик тәбиғи буяуҙар менән генә буяй. Шулай, ҡыҙыл төҫтө гранат, ҡыҙыл һуған, ҡараны ерек ҡайыры, йәшелде – кесерткән бирә. Йөндө буяу өсөн Светлана шулай уҡ мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, меңъяпраҡ үләндәрен тотона.

«Балаҫ һуғыу ‒ бигерәк тә тәбиғи материалдарҙы ҡулланғанда – күп ваҡыт һәм көс талап итеүсе шөғөл. Шуға күрә бындай әйберҙәргә хаҡ осһоҙ була алмай. Ата-бабалар ҡалдырған йолаларҙы теүәл үтәп кенә был кәсеп менән шөғөлләнергә мөмкин, сөнки келәмдәге биҙәктәргә бик күп мәғәнә һалынған. Был башҡорт халҡының мәҙәниәте», ‒ ти Светлана Сәйетова.

Светлана әйтеүенсә, боронғо кәсепте популярлаштырыу өсөн туҡыу оҫталарын ғына түгел, туҡыу станоктарын эшләүсе оҫталарҙы ла үҫтерергә кәрәк. Шулай уҡ туҡыусылыҡ байрамдары бик мөһим.

2010 йылдан алып Башҡортостанда ике йылға бер тапҡыр «Быуаттарҙы тоташтырыусы еп» тип аталған башҡорт балаҫы фестивале үтә.
Был сараны Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойоштора. Уның маҡсаты – милли мәҙәни ҡомартҡыға – башҡорт балаҫына һаҡсыл ҡарашты пропагандалау, ошо тармаҡта эшләүсе оҫталарҙың профессиональ кимәлен үҫтереү, традицион балаҫ туҡыу кәсебенең мөмкинлектәрен арттырыу, был өлкәгә йәштәрҙе, ә уны бизнес төрө итеп үҫтереүгә эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү. Ойоштороусылар фекеренсә, бөгөн башҡорт балаҫының иҫ киткес бай биҙәктәрен һәм төҫтәрен күрһәтеү генә аҙ, был күргәҙмәне йәш оҫталар өсөн методик пособие, халыҡ ижадының юғары өлгөһө булараҡ файҙаланып йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, эшлекле кешеләрҙең был өлкәгә перспектив эшҡыуарлыҡ объекты итеп ҡарауҙарына өлгәшеү кәрәк.
С.Н. Шитованың «Халыҡ сәнғәте. Көньяҡ башҡорттарҙа кейеҙ, келәм һәм туҡыма» китабынан, Википедиянан, Республика халыҡ ижады үҙәге сайтынан, «Башкортостан» телерадиокомпанияһы фондынан материалдар файҙаланылды.
©️ Акулова Г.З., автор-составитель, 2020