Биҙрәгә һыу тултырып, бит-ҡулын йыуып, изге теләктәрен әйткән. Бөтәһе лә уның хәрәкәттәрен ҡабатлаған. Сайынып бөткәс, биҙрә-көйәнтәләрен, алып килгән керҙәрен йыуғандар. Аҙаҡ төрлө уйындар ойоштороп, йырлап-бейеп күңел асҡандар. Ҡайтыр алдынан ағас төбөнә һәм һыу алған урынға айран, ҡатыҡ ҡойғандар йәки икмәк киҫәге ҡалдырғандар: шул рәүешле урындың хужаһына рәхмәт белдергәндәр. Ислам дине нығынғас, намаҙ уҡыған ҡатын-ҡыҙҙар сайыныр алдынан һәм унан һуң доға ҡылғандар.
Алып ҡайтҡан ҡар һыуы менән өй, һауыт-һаба, балаҫ, кейем-һалым йыуғандар. Шул һыуҙы мал ҡураһына бөрккәндәр, муллыҡ булһын тип өй эсен, мейес, мунса аҡлағандар. Һәр осраҡта ла: «Ҡар hыуынан сәй! Ҡар hыуынан мунса!» тип ҡабатлағандар. «Һау-сәләмәт, көслө булыу» өсөн мунсала бөтәһе лә ошо һыу менән йыуынырға тейеш булған.
Имселәр өшкөрөлгән һыу менән биҙгәктән, тире ауырыуҙарынан яфаланған балаларҙы дауалаған. Шул һыуҙан сәй ҡайнатҡандар, ҡоймаҡ бешергәндә ҡулланғандар, «Ҡар hыуы бутҡаhы» бешереп, ҡунаҡҡа саҡырышҡандар, йырҙар йырлағандар, изге теләк әйткәндәр, бер-береһен яҙ етеүе менән ҡотлағандар".