«Беҙҙең ерлектә «Ата зары» йырының килеп сығышын ололар шулай аңлата. Хисамдың Ғабдулла тигән улы була. Ул Петровскийҙа уҡый, Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайҙа белем ала. Уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы егет була, ғәрәп телендә иркен аралаша.
Борон башҡорт байҙары килешеү буйынса урыҫтарға ер һатҡан. Хисам, түрә кеше булараҡ, ул эштәрҙе тикшереп йөрөй. Элек Керпе буйы башҡорт ерҙәре һаналған, хәҙер Ырымбур өлкәһенә ҡарай.
Ғабдулла ауылға ҡайтҡас, атаһына ярҙамлаша һәм байҙарҙың мутлашыуҙарын һиҙеп ҡала: улар һандарға берәр ноль өҫтәп, күберәк ер һата икән. Был хаҡта Ғабдулла атаһына еткерә. Ваҡытлыса ер һатыуҙы туҡтатып торалар.
Байҙар, кеше яллап, Ғабдулланы туҡмата, ул дауаханала ятып сыға. Тик алған яраларҙан мандый алмай, вафат була. Хисам, улы үлгәндән һуң, ошо йырҙы сығара, шуға күрә ул «Ата зары» тип атала, тора-бара ул йыр «Хисам» исеме менән йөрөтөлә башлай».