Һарауыстың биҙәктәренә тәү ҡарағанда, уларҙа төрлө мотивтар сикһеҙлеге күҙгә ташлана һәм бер иштәре бөтөнләй юҡ кеүек. Яҡындан өйрәнгән саҡта иһә йыш ҡына ҡабатланған төп элементтарын да, уларҙың варианттарын да, шулай уҡ уларҙың араһындағы күсмә мотивтарҙы ла табырға мөмкин. Деталдәренә хәтлем ентекләп тикшермәйенсә лә һарауысҡа сигелгән башҡорт орнаменттарының төп мотивтарын билдәләргә була.
С. И. Руденко раҫлауынса, «биҙәктәрҙең иң күп таралған мотивтары бер-береһенән һыҙыҡса менән айырылған өс бер төрлө өсмөйөштән тора. Һүрәт ябай ғына. Ул, шыршы тип аталмыш, бер-береһенә параллель урынлашҡан, ботаҡтары ян-яҡҡа тырпайған бағананан ғибәрәт; шыршының осонда – мөйөштәрҙең береһенә ултыртылған дүртмөйөш, ҡабырғалары буйлап – тешле өсмөйөштәр, ә аҫта шул уҡ шыршы, ләкин яртылаш.
Икенсе мотив: вертикаль колонкалар менән айырылған өс бер төрлө өсмөйөш, – шулай уҡ күп кенә осрай, беренсеһенән төп шыршыны икегә бүлеү юлы менән килеп сыҡҡан, күрәһең; тешле өсмөйөштәр ҙә шулай уҡ әҙерәк үҙгәргән. Беренсеһе кеүек, был мотив та өс бер төрлө һүрәттең комбинацияларынан тора. Бында беҙ шул уҡ икегә айырылған, әммә инде киртекле бағанаға әйләндерелгән, ә ҡабырғаларындағы өсмөйөштәре осона дүртмөйөштәр өҫтәлгән шыршыны таныйбыҙ.
Өсөнсө мотив иһә алдағыларынан ныҡ айырыла һәм бик күп осрамай. Уны өс бер төрлө өсмөйөштөң комбинацияһы тип ҡарарға мөмкин, ләкин бында өсмөйөштәр бүленмәгән, ә, киреһенсә, дөйөм бер рамка эсенә алынған. Бында шыршының ҡабырғаларындағы мари һәм сыуаш сигеүҙәренә хас булған тешле ҡайыу айырым иғтибарға лайыҡ.
Дүртенсе мотив та шулай уҡ бик күп һанлы түгел. Уны икеләтә дүртмөйөштөң комбинацияһы итеп ҡарарға кәрәк.
Бер нисә данала ғына осраған бишенсе мотивта дүртенсе мотивтың варианттарын, бәлки, үҫешен күрергә мөмкин. Был мотивта төп дүртмөйөштәрҙең яҡтары бер-береһе менән сатрашланған һәм төптәре менән бер-береһенә ҡарата боролған; дүртмөйөштөң эсендә һәр береһе һәр яҡҡа тартылған дүрт бағана менән фонда аҡ әүернәләр (тәреләр) барлыҡҡа килтерелгән.
Алтынсы мотив мөйөштәрендә теҙелгән йондоҙсоҡтар менән әүернәләр һәм ситтәрендәге өсмөйөштәрҙән ғибәрәт; ул иһә өс бер төрлө элементҡа бүленмәй.
Етенсеһе – йыш осраған орнамент. Төп мотивы – әүернә. Бер нисә вариантта билдәле.
Һигеҙенсе мотив та ярайһы уҡ күп һанлы. Ул нигеҙҙә, һис шикһеҙ, һигеҙенсе мотивты ҡатмарлаштырыу юлы менән барлыҡҡа килгән туғыҙынсы менән оҡшаш. Ул осҡа ҡаҙап ҡуйылған дүртмөйөштәр һәм ситтәрендәге өсмөйөштәр менән тура мөйөш булып тоташҡан ике таяҡсанан ғибәрәт; мөйөштөң эсендә араларында ике аҡ таяҡсалы өсмөйөш тора.
Туғыҙынсы мотив һигеҙенселәге тешле мөйөштәрҙең икеләтә артыуынан барлыҡҡа килгән. Был биҙәк тәбиғи өс тигеҙ өлөшкә тарҡала һәм шуныһы менән ул беренсе һәм икенсе мотивтарға оҡшаған, уртаҡ яҡтары күп.
Унынсы мотив, ун беренсе мотив кеүек үк, күп һанлы түгел; тура һәм ҡыя бәләкәй һәм ҙур әүернәләрҙән тора.
Ун беренсе мотив ризалар өсөн парча туҡымаларҙа осраған ҡатмарлы әүернәләр һәм ярым әүернәләрҙән ғибәрәт (был тәре Өфө сыуаштарының ҡатын-ҡыҙ күлдәктәренең сигеүҙәрендә осраған риза терри – тәренең теүәл күсермәһе).
Эсендә тешле колонкалы оҙонса һуҙылған алтымөйөштән торған ун икенсе мотив та ярайһы уҡ киң таралған. Дөйөм характеры, айырыуса алтымөйөштәр араһында урынлашҡан фигуралары менән бик ныҡ сыуаш һәм мари биҙәктәрен хәтерләтә.
Ун өсөнсө мотив һигеҙенсе мотивҡа, дөрөҫөрәге һарауыстың өс бер төрлө өлөштәрен үҙ аллы элементҡа бүлеүсе һыҙыҡсаларҙы үҫтереү юлы менән барлыҡҡа килгән туғыҙынсы мотивҡа яҡынлаша. Был мотив күп һанлы түгел һәм бер төрлө төҫтәге еп менән сигелгән линиялар һыҙатынан тора.
Ҡарап үтелгән һарауыс нағыштарының барыһы ла геометрик характерҙа һәм уларҙа ниндәйҙер, хатта тупаҫ стилләштерелгән хайуан, йәки үҫемлек мотивтарын күреүе мөмкин түгелдер. Башҡорт һарауыстарының бик күпселеге шундай.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, зооморф характерҙағы нағышлы һарауыстарҙың ҙул булмаған төркөмө лә бар. Ике яғында ҡоштар торған "ағас" һүрәте башҡаларынан күберәк осрай. Ниндәйҙер дүрт тояҡлы хайуандар, күрәһең, аттар төшөрөлгән коллекциялағы берҙән-бер һарауыс бик ҡыҙыҡлы. Үкенескә күрә, был биҙәктең үҙәк фигураһы яҡшы һаҡланмаған һәм унда нимә һүрәтләнгәнен теүәл асыҡлау мөмкинлеге юҡ.
Минең тарафтан йыйылған һәм Этнография музейында һаҡланған һарауыстарҙы өйрәнгәндә өҫтә һанап үтелгән мотивтарҙың бөтөн варианттары ла Өфө художество музейындағы (хәҙер – М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейы – С. Я.) ошондай сигеүҙәрҙең бай йыйылмаһында ла бар. Ундағы йыйылмала гладь менән сигелгән һәм өсмөйөштәрҙән торған биҙәкле ҡыҙыл етен туҡыманан эшләнгән һарауыс үҙенең бик һирәк үҙенсәлеге менән айырылып тора. Шул уҡ һарауыста ғәрәп хәрефтәре менән исем сигелгән. Айырым башҡорт ырыуҙары йәки райондарында ниндәй мотивтың өҫтөнлөк алыуын асыҡлау, шуның менән теге йәки был орнаменталь мотивтың барлыҡҡа килеү урыны, йәки таралыу үҙәге тураһында фекер йөрөтөү өсөн ишара бирерлек мәғлүмәттәр алыу ниәтендә, мин алда һанап үтелгән типтарҙы картаға күсерҙем. Баҡтиһәң, уларҙың барыһы ла Башҡортостан территорияһы буйлап ярайһы уҡ тигеҙ таралған икән.
Асыҡланыуынса, бер үк күп һанлы мотивты һарауысы булған бөтөн ырыуҙарҙа ла осратырға мөмкин, ә ете-һигеҙ данала ғына булған мотивтар йыш ҡына бер-береһенән йыраҡ ҡына арауыҡта урынлашҡан дүрт-алты башҡорт ауылында тап булды. Был хәлде ошолай аңлатырға мөмкин: һарауыстар, билдәле булыуынса, туй бүләге булған, ә башҡорттар ҡатынды элек тик бүтән ырыуҙарҙан алған; аңлашылыуынса, һарауыстар улар менән бергә бер ырыуҙан икенсеһенә күсеп йөрөгән, шунда уларҙың нағыштары күсереп алынған һәм үҙгәреш кисергән.
Һарауыс биҙәктәренең мотивы һәм башҡарылыу ысулы тик уларға ғына хас, башҡа предметтарҙа мин уларҙы күрмәнем. Миңә билдәле булған бер генә осраҡ ул – ҡарағай-ҡыпсаҡтарҙан һатып алырға насип булған яҫтыҡтағы сигеү. Был яҫтыҡ ярайһы уҡ боронғо һәм уның тәғәйенләнеше лә махсус. Ул баланы һыбай ултыртып йөрөтөү өсөн ҡатын-ҡыҙ эйәренең артҡы ҡашағаһындағы бауға бәйләп ҡуйылған, күсенеп йөрөгән ваҡытта бала унда әсәһенә тотоноп ултырған. Был яҫтыҡтың өҫтөнә тотошлай һарауыстағы кеүек үк нағыш сигелгән».