Артабанғы яҙыуҙарҙы Х. Ф. Әхмәтов, Л. Н. Лебединский, Г. З. Сөләймәнов эшләгән. Музыка белгестәре ,«Һандуғас»та Башҡортостандың матурлығы йырланыла, тип билдәләй. Һүҙҙәрҙең нәфислеге менән берлектә көйҙөң виртуозлығы йырға тасуирлылыҡ, тәьҫирлелек өҫтәй. Көр пентатоникаға нигеҙләнгән моң, сағыу көйлөлөгө, бай орнаментика, ҙур диапозон (дуодецима) менән айырылып тора.
Шулай уҡ «Һандуғас»ты Р. С. Әхмәҙиева, Б. Н. Вәлиева, И. М. Ғәзиев, И. И. Дилмөхәмәтов, Р. С. Ишбаев, Ә. С. Шайморатова башҡарған. (Тауыш һәм фортепиана, а капеллa хоры, симфоник оркестр өсөн Рәхимов үҙгәрткән, а капеллa хоры өсөн — Б. И. Шестаков.)
Л. Н. Лебединский үҙенең «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» исемле китабында «Һандуғас» оҙон көйөндә: «Беҙ тере һәм нескә буяуҙар, тауыштар һәм хуш еҫтәр менән осрашабыҙ», — ти.