Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ

«Ғүмәров»

ОҘОН КӨЙ
Тәүге тапҡыр «Ғүмәров» йыры
Салтыков
Иван Васильевич тарафынан 1930 йылда
Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районында
яҙып алына, «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында Заһир Ғарип улы Исмәғилев яҙмаһында баҫылып сыға.

Йырҙың варианттарын Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов, Салауат Әхмәҙиә улы Галин, Лев Николаевич Лебединский һәм башҡалар ҙа яҙып ала.
Лирик-драматик характерҙағы
йыр ир-ат яҙмышын
сағылдыра.
Йырҙың исеме Рәхмәт ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы
Әбйәлил районы) кешеһе Ғәлиәкбәр Ғүмәровҡа бәйле.
«Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар (октябргә тиклемге осор)» һәм танылған ҡурайсы һәм фольклорсы К. М. Дияровтың «Сал Уралдың моңдары» китаптарында ваҡиғаның Ҡарағай-Ҡыпсаҡ волосы Орск уезында барыуы, Ғүмәров фамилиялы кешенең низағ ваҡытында Сәйфөлмөлөк исемле старшинаға ҡул күтәреүе хаҡында бәйән ителә.
Бының сәбәбе старшинаның ваҡлашып, кешеләргә
ваҡ-төйәк өсөн бәйләнеүенә бәйле була. Эш судҡа
барып етмәй, Ғүмәров ҡасып өлгөрә. Донъя гиҙеп,
ауыр сиргә юлығып, күпмелер ваҡыттан һуң ул
тыуған ауылына ҡайтып йән бирә. Был йырҙы ул
үлер алдынан башҡара.
(Һүҙ Күбәләк-Тиләү волосы старшинаһы Ғәлиәкбәр Ғүмәров тураһында.
Уның идаралығында күбәләк һәм тиләү ырыуҙарынан 49 ауыл була.)

1
Бесән генә саптым күбәләп,
Ылау ғына саптым түбәләп.
Тиләү менән Табын мәхрүм ҡалды,
Старшина булды Күбәләк.
Аяҙ ғына көндө саңҡ-саңҡ итә
Урал ғына тауҙың бөркөтө.
Ҡараңғы ла төндә ҡайырып үпкән,
Һай, афарин, Күбәләк егете.




2
Боғаҙаҡҡай күлдең, ай, буйында
Сәйфелмөлөк күрҙе ятҡаным.
Түрәләргә барып ошаҡлаған
Өйкәйемә кире ҡайтҡаным.
Боғаҙаҡҡай күлде өс ураным,
Ҡамыштары уның бәйләнгән.
Хуш бул инде, Боғаҙаҡ күлдәре,
Инде һиңә килеп әйләнмәм.
Боғаҙаҡҡай күлгә ҡармаҡ һалдым,
Ҡармағыма сабаҡ ҡапманы.
Сабаҡ ҡына кеүек килеп ҡаптым,
Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым.
Айрат Ҡобағошовтың «Башҡорт халҡының шиғри-музыкаль мираҫы. Йыр ижады»
китабында Х. Ф. Әхмәтов башҡарыуындағы яҙма килтерелә.
Легенданың бер вариантында һүҙ
Сафиулла Ғүмәров хаҡында бара. Ул заманында
Ҡаһарман кантон ярҙамында хәрби белем ала һәм
артабан Силәбе уезында волость старшинаһы була. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында Сәйфелмөлөк исемле кеше менән дошманлаша, эш судҡа тиклем барып етә. Ғүмәров
йәшенергә мәжбүр була, тик күп тә үтмәй,
сирләп, йортона әйләнеп ҡайта һәм вафат була.
Тағы ла бер версияға ярашлы, йыр Ҡолой һәм Рәүил ҡурайсылар тарафынан старшина Ғүмәровтың үлер алдынан әйткән теләге буйынса башҡарыла.
Йырҙы башҡарыусылар араһында
Ғ. Х. Ирназарова, Ғ. З. Сөләймәнов бар.
Йыр М. Х. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев тарафынан
тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәртелгән.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Башҡорт халҡының поэтик мираҫы. Йыр ижады. Ҡобағошов А. М.
(автор-төҙөүсе). «Белая река» нәшриәте, Өфө, 2019.
2. Сал Уралдың моңдары: Йыр-риүәйәттәр, ноталары, һүҙҙәре менән башҡорт халыҡ йырҙары/ Кәрим Дияров. Төҙ. – Р. Шәкүр, Ф. Камаев. Өфө, 1988.
3. Башҡорт халыҡ ижады. Т. 8: Йырҙар. (октябргә тиклемге осор) / Төҙөүсеһе, баш һүҙ һәм комментарийҙар яҙыусы С. Ә. Галин. Өфө, 1995.
4. «Ғүмәров»: [Электрон ресурс] // Башҡорт энциклопедияһы. URL:wiki02.ru